Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Партиялар һайлауға нисек әҙерләнә?
Һәр партия, кандитат һайлауҙың ғәҙел үтеүе яҡлы. Ошо маҡсатта “Башинформ” агентлығында Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттарын тәҡдим иткән сәйәси партия вәкилдәре араһында “Ғәҙел һайлау өсөн” килешеүе сараһы уҙғарылды.

Был документҡа ҡул ҡуйыуҙа “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан республика бүлексәһе, “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе, “Рәсәй патриоттары” сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе, “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе вәкилдәре ҡатнашты.

– Партия-ара совет ултырышында Йәмәғәт палатаһы һәм сәйәси партиялар араһында асыҡ, ғәҙел һәм таҙа үтеүен һайлауҙы тәьмин итеү маҡсатында, 22 августа “Ғәҙел һайлауҙар өсөн” килешеүен әҙерләү һәм ҡул ҡуйыу зарурлығы тураһында ҡарар ҡабул ителде. Беҙ сәйәси партияларҙы һайлау асыҡ һәм аңлайышлы уҙһын өсөн граждандар хоҡуғын күҙәтергә, бер-береһен хөрмәт итергә саҡырабыҙ, – тине төбәк Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина.

“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйә­си партияһының Баш­ҡортос­тан төбәк бүлексәһе матбуғат секретары Арина РӘХИМҠОЛОВА:
– Беҙҙең сәйәси партия һайлау­ға күтәренке күңел менән әҙер­ләнә. “Урал аръяғы йәштәре”, “Берҙәм Рәсәй шә­хестәре”, “Йәмәғәт башланғыстары”, “Һи­нең мөмкинлектәр” йәштәр форумдары бик ойошҡан үтте. Көн дә “Аныҡ эштәр” партия проекты буйынса төҙөл­гән, төҙөклән­де­рел­гән объекттарҙы асабыҙ. Шулай уҡ кандидаттарыбыҙ урын­дарҙа һайлаусылар менән осраша.

“Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” сәйә­си партияһы­ның Башҡорт­остан республика бүлек­сәһе етәксеһе Юнир ҠОТЛОҒУЖИН:
– Һайлауға яҡшы әҙерләндек. Әле партиянан кандидаттар ауылдарҙа, ҡала ихаталарында халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә. Матбуғатта, радио һәм телевидениела сығыш яһайбыҙ. Кандидаттар араһында йәштәре лә, ололары ла бар: төрлө һөнәр эйәләре, эшҡыуарҙар, интеллигенция вәкилдәре, партия хеҙ­мәткәрҙәре. Урындарҙа осрашыу­ҙар мәлендә беҙҙе халыҡ та, етәкселәр ҙә яҡшы ҡабул итә.

“Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы” сәйәси пар­тияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Руфина ШАҺАПОВА:
– Урам, ихата байрамдары ойош­тороп, халыҡты сүп-сарҙы айырып һалырға өйрә­тә­беҙ, өмәләр ойош­то­рабыҙ. Мәҫә­лән, бөгөн Өфө ҡалаһының Непейцевский дендропаркында өмә уҙғарыла. Еңеү паркындағы “Дежнёв баҫҡысы”н тәртипкә килтереү буйынса акция үткәрҙек. Ошондай саралар аша онотолоп бар­ған объекттарға йәмәғәт­селектең иғтибарын йәлеп итеп, һуңынан уларҙы дәүләт программаларына индереп, мәсьәләне хәл итеү маҡ­сатын ҡуябыҙ. Яңыраҡ көнь­яҡ-көнсығыш райондарҙы бор­соған экология мәсьәлә­ләрен өйрә­неп ҡайттыҡ. Бындай саралар йыл дауамында даими ойошторола. Беҙ уларға һәр бер кешене йәлеп итеп, мәсьә­ләнең төбөнә төшөп, аңлап ҡабул итһен, уны хәл итеүҙә ҡатнаш­һын тип тырышабыҙ.

Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы сәйәси пар­тия­һының Баш­ҡорт­остан төбәк бүлексәһенән Дмитрий ИВАНОВ:
– Партия һайлаусылар менән даими эшләй. Әлеге ваҡытта һай­лау кампания­һына 250 кеше йә­леп ителгән. “ЛДПР ғүмерҙе ҡот­ҡара” акцияһын ойоштороп, автомобиль хужаларына яҡты­лыҡты сағылдырған бишмәттәр тараттыҡ. Балалар өсөн ихата байрамдары ойошторабыҙ. Ха­лыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ партияның йәмәғәт ҡа­бул итеү бүлмәһе йыл әйлә­нәһенә эшләй, унда көнөнә 40-тан ашыу кеше мөрәжәғәт итә. Урындарҙа мобиль ҡабул итеүҙәр буйынса ла эш туҡтамай. Беҙ һәр ихатаны, йортто йәлеп итергә тырышабыҙ, сөнки депутатлыҡҡа барған кандидат халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе белергә тейеш.

“Рәсәй патриоттары” сәйәси пар­тия­һының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Заһир ХӘКИМОВ:
– Һайлауға әҙерлек әүҙем бара, матбуғатта йыш сығыш яһайбыҙ. “Ҡыҙыу бәйләнеш” астыҡ. Халыҡ менән ойошто­ролған был бәйләнеш, ысынлап та, ҡыҙған таба кеүек ҡыҙыуға әйләнде. Шылтыра­тыуҙар бик күп, улар араһында көнүҙәк мәсьәләләр ҙә бихисап. Ҡайһы берҙәрен хәл итеү өсөн ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү талап ителеүе лә аңлашыла, шуға ла һайланасаҡ депутаттарға эш күп буласаҡ, дәүләт органдары менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тура киләсәк. “Ҡыҙыу бәйләнеш” һайлау кампанияһы ваҡытында ғына эшләр тип уйлағайныҡ, халыҡ күп мөрәжәғәт иткәс, хәҙер уны дауам итергә булдыҡ.

Беҙҙең кандидаттар үҙ округтарында осрашыуҙар үткәрә, халыҡтан наказдар йыябыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Константин ТОЛКАЧЕВ: "Мөрәжәғәтнамәләге бер фекер ҙә, бер идея ла тормошҡа ашырылмай ҡалырға тейеш түгел"

Константин ТОЛКАЧЕВ: "Мөрәжәғәтнамәләге бер фекер ҙә, бер идея ла тормошҡа ашырылмай ҡалырға тейеш түгел" 18.12.2018 // Сәйәсәт

Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе: – Сығыштың урыны һәм...

Тотош уҡырға 68

Руслан ҒИЗЗӘТУЛЛИН: "Бөтә булған көстәрҙе берләштереү төбәк тормошон яҡшыртыуға килтерәсәк"

Руслан ҒИЗЗӘТУЛЛИН: "Бөтә булған көстәрҙе берләштереү төбәк тормошон яҡшыртыуға килтерәсәк" 18.12.2018 // Сәйәсәт

Руслан ҒИЗЗӘТУЛЛИН, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе: [quote]–...

Тотош уҡырға 61

Мортаза РӘХИМОВ: "Мин республика Башлығының бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһен ыңғай баһалайым"

Мортаза РӘХИМОВ: "Мин республика Башлығының бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһен ыңғай баһалайым" 18.12.2018 // Сәйәсәт

Мортаза РӘХИМОВ, Башҡортостандың тәүге Президенты: [quote]— Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 161

Эшҡыуарлыҡ асыҡлыҡҡа ҡоролорға тейеш

Эшҡыуарлыҡ асыҡлыҡҡа ҡоролорға тейеш 18.12.2018 // Сәйәсәт

Рәсәй-Ҡытай йәштәр бизнес-инкубаторы етәксеһе, эшҡыуар Иван Абрамов Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 43

Алдынғылар һәм етәкселәр “Торатау”ға йыйылды

Алдынғылар һәм етәкселәр “Торатау”ға йыйылды 18.12.2018 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 136

Тәҡдимдәр көтөлә

Тәҡдимдәр көтөлә 18.12.2018 // Сәйәсәт

Ағиҙел ҡалаһындағы, Ейәнсура районындағы территориаль һайлау комиссияларының хәл иткес тауыш...

Тотош уҡырға 39

Проект һынау үтерме?

Проект һынау үтерме? 18.12.2018 // Сәйәсәт

Өфөлә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса “Рәсәй терәге” дөйөм Рәсәй ижтимағи ойошмаһы лидерҙарының...

Тотош уҡырға 32

Тәүге мөрәжәғәтнамә

Тәүге мөрәжәғәтнамә 16.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров 18 декабрҙә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға...

Тотош уҡырға 118

Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк?

Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк? 14.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына әүәлге министр Гөлназ Шафиҡова етәкселек итәсәк....

Тотош уҡырға 202

Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды

Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды 14.12.2018 // Сәйәсәт

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса “Рәсәй терәге” дөйөм...

Тотош уҡырға 74

Баҡырын алғас, соҡорон иплә

Баҡырын алғас, соҡорон иплә 14.12.2018 // Сәйәсәт

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республика штабы Сибайҙағы ғәҙәттән тыш хәлде яйға һалыу өсөн...

Тотош уҡырға 105

Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле...

Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле... 14.12.2018 // Сәйәсәт

“Торатау” геопаркын ойоштороу ошо төбәктә агротуризмды һәм умартасылыҡты үҫтереүгә яңы этәргес...

Тотош уҡырға 64