Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл депутаттарына ла талаптар ҙур
Алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙан тыш, республика халҡы төбәктең 21 ҡала һәм ауылдарында урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарының төп состав депутаттары өсөн дә тауыш бирәсәк.

Республика Үҙәк һайлау комиссия­һының мәғлүмәттәренә ярашлы, урындағы үҙидара­ның вәкәләтле органына 101 кандидат теркәл­гән, шул иҫәптән Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһынан – 31, үҙ-үҙен күр­һәткәндәр – 24, “Рәсәй Феде­рацияһының Коммунистар партияһы” һәм “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияларынан – икешәр, “Эш партияһы” һәм “Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙары партияһы”нан берешәр кеше дәғүә итә.

20 биләмәлә урындағы үҙида­раның вәкәләтле органынан төрлө сәбәптәр менән бушатылған депутаттар урынына ике-өс депутат һайланһа, Белорет районының Абҙаҡ ауыл биләмәһендә йәшәгәндәр урындағы Советҡа ун депутат өсөн тауыш бирәсәк.

Гөлшат ЙОМАҒУЖИНА,
Белорет районының Абҙаҡ мәктәбе директоры:
– Ауыл халҡы был сәйәси сараға элеккесә бик яуаплы ҡарай, әүҙем ҡат­наша, гражданлыҡ позицияһы көслө.

Ауыл советы депутаты иңенә ҙур яуаплылыҡ һалына, сөнки һәр бер биләмәнең хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләре бар. Уларҙы тормошҡа ашырыу депутаттың әүҙемлегенә, эшлеклелегенә бәйле.

Республика парламентына һай­ланған депутаттарҙың ҡайһы берҙәре биргән вәғәҙәләрен онота,ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Аңлайбыҙ, улар үҙҙәрен ҙур мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бағышлай, әммә һайлаусы биргән наказдарҙы ла онотмаһындар. Депутаттар рәтендә йәштәр күберәк булһа ине, сөнки улар яңыса фекер йөрөтә, башҡаса эшләй.

Татьяна ГРИГИНА,
Мәләүез районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе:
– Әлеге ваҡытта участка һайлау комиссияһы әҙерлек эштәре менән мәшғүл. Комиссия ағзалары һайлау­сы­ларға саҡырыу ҡағыҙҙары тапшыра, һайлау мөмкинлектәре хаҡында аңлата. Ғөмүмән, халыҡ участкаға килһен өсөн барлыҡ саралар күрелә.

Беҙҙә, алтынсы саҡырылыш Баш­ҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттарға тауыш биреүҙән тыш, Мәләүез районы муниципаль район Советына 9-сы, 17-се, 19-сы бер мандатлы округтар буйынса – өс, Мәләүез ҡала Советына 2-се, 8-се һайлау округтары буйынса ике депутат һайлау бурысы тора. Әле район Советына өс урынға – ун, ҡала Советына ике урынға бөтәһе биш кандидат дәғүә итә.
Район-ҡалала бөтәһе 63 меңгә яҡын һайлаусы теркәлгән, шуларҙың 50 мең самаһы 48-се Нөгөш һайлау округына, 12 меңдән ашыуы 47-се Ермолаевка һайлау округына ҡарай.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты:
— Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына алтын­сы саҡырылыш депутаттарын һай­лау – мөһим сара. Ул ғәҙел үтһен, тик лайыҡлылар депутатлыҡ мандатына эйә булһын, тигән теләктәмен. Баш­ҡортостан мәнфәғәте өсөн тырышып хеҙмәт итерҙәй, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу өҫтөндә эшләрҙәй кешеләр һайланырына ышанам.

Республика буйлап эш сәфәрҙәрендә йыш йөрөгәс, тыуған еребеҙҙең тәбиғәтенә һәр саҡ һоҡланам. Йәнтөйәгебеҙҙең киләсәге 9 сентябрҙә биргән тауышыбыҙға ла бәйле. Шуға ла киләсәгенә битараф булмаған һәр кем һайлауҙа мотлаҡ ҡатнашырға тейеш.

Беҙҙең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай иң әүҙем эшләгән төбәк парламенттарының береһе тип иҫәпләнә. Мәҫәлән, транспорт һалымын түләүҙән баш тартыусыларҙың водитель таныҡлығын ҡулланыуҙы сикләүгә бәйле законды беҙҙең парламент тәҡдим итте. Күптән түгел “Рәсәй Федерацияһында туберкулездың таралыуын иҫкәртеү тураһында” федераль закон ғәмәлгә инде. Был закондың проектын да Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай әҙерләгән ине. Әгәр ҙә хеҙмәткәргә эш хаҡы түләнмәһә, ул эшләгән ойошманы, учреждениены тикшереү хоҡуғы бирелеү мәсьәләһен дә республика парламенты күтәреп сыҡты. Ғөмүмән, һанай китһәң, бик күп закондар Башҡортостан депутаттары башланғысы менән тормошҡа ашты.

Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына барып, гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырам, үҙегеҙ ышаныс белдергән партияға һәм кандидатҡа тауыш бирегеҙ.

Рәмзил ИШҺАРИН, РФ Дәүләт Думаһы депутаты:
– Башҡортостандың төп закондар сығарыу органы төбәктең сәйәси, социаль-иҡтисади тормошонда мөһим урын тота. Депутат эше – закондар сыға­рыу ғына түгел, ә иң тәүҙә кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу, ауыл, ҡалаларҙың аныҡ, көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү һәм һайлаусының тәҡдимдәрен, наказдарын тормошҡа ашырыу.
Ошонан сығып, һайлаусы һайлау участкаларына килеп, халыҡ мәнфәғәтен йоғонтоло сағылдырған һәм яҡлаған, республикабыҙҙы үҫтерерҙәй лайыҡлы кандидаттарға тауыш бирер, тип ышанам.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БСК тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтергә тәҡдим ителде

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БСК тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтергә тәҡдим ителде 07.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан сода компанияһының Шахтауға ҡағылышлы эштәре буйынса биргән вәғәҙәләрен махсус...

Тотош уҡырға 35

Толкачев Красногорскта

Толкачев Красногорскта 07.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының...

Тотош уҡырға 38

“Берҙәм Рәсәй” ҡор йыя

“Берҙәм Рәсәй” ҡор йыя 07.12.2018 // Сәйәсәт

Мәскәү эргәһендәге Красногорск ҡалаһында бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының XVIII съезы эш башланы....

Тотош уҡырға 46

Аҡыллылар көс һынаша

Аҡыллылар көс һынаша 07.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡорт дәүләт аграр университетында Йәштәр сәйәсәте лигаһы тарафынан ойошторолған "Ике турнирҙар...

Тотош уҡырға 47

Төп маҡсат –  асыҡ һайлауҙар

Төп маҡсат – асыҡ һайлауҙар 07.12.2018 // Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһында һәм республикала һайлау системаһы барлыҡҡа килеүгә 25 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә...

Тотош уҡырға 41

Иглин районы башлығы эшенән китте

Иглин районы башлығы эшенән китте 07.12.2018 // Сәйәсәт

Иглин районы хакимиәте етәксеһе Ғафуан Шәйхетдинов отставкаға китте. Ул был вазифала 2015 йылдан...

Тотош уҡырға 45

Халыҡты тыңларға кәрәк

Халыҡты тыңларға кәрәк 05.12.2018 // Сәйәсәт

Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 82

Етәксе алмашынды

Етәксе алмашынды 04.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы буйынса Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығында яңы етәксе....

Тотош уҡырға 95

Башҡортостан йәштәре хеҙмәттәшлек тәҡдим итә

Башҡортостан йәштәре хеҙмәттәшлек тәҡдим итә 03.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостандың йәштәр ойошмалары етәкселәре “Берҙәм Рәсәй” партияһы депутаттарына студенттар...

Тотош уҡырға 61

Радий Хәбиров: “Хәҙер инде янғын ҡорбандарын һанай башлайбыҙмы?”

Радий Хәбиров: “Хәҙер инде янғын ҡорбандарын һанай башлайбыҙмы?” 03.12.2018 // Сәйәсәт

27 ноябрҙә Стәрлетамаҡтағы “Синтез-Каучук” предприятиеһында янғын сығыу арҡаһында дүрт кеше...

Тотош уҡырға 90

Мәғариф министрлығында — яңы етәксе

Мәғариф министрлығында — яңы етәксе 03.12.2018 // Сәйәсәт

Айбулат Хажин Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде....

Тотош уҡырға 135

Рөстәм Мәрҙәнов эшенән китте

Рөстәм Мәрҙәнов эшенән китте 03.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, отставкаға китте....

Тотош уҡырға 72