Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Днестр ярында – беҙҙең ҡәрҙәштәр
Днестр буйы Молдова Республикаһын Рәсәй ни өсөн үҙенә яҡын тота?

Уйлап, уй етмәҫлек, һөйләп, һүҙ бөтмәҫлек инде беҙҙең Ватан тарихы. Нисәмә быуат элек, уның тәҡәт тапмаҫ ергиҙәрҙәре Урта Азия, Себер, Алыҫ Көнсығыштың хәлде алырлыҡ араларын үтеү менән генә хуш булмай, оло ерҙең һәр тарафында аяҡ эҙен дә, рус кешеһенең йомарт булмышын да, һәр халыҡты арбар рухын да ҡалдырырға ынтылған. Рәсәй Федерацияһы хәҙер ҙә күптәрҙең иҫен китәрерлек ҙур.


Иғтибарҙың әтнәкәһе нимәлә?

Тарихтың күптән түгел генә яҙылған сәхифәләрен ҡабаттан уҡыһаҡ, уның тә­үәккәл улда­рының хәҙерге Америка Ҡушма Штаттары урынлашҡан ерҙәрҙә лә, Көнсығыш Ҡытай ярҙарында ла нығынып донъя көтә башлағанына ышанырбыҙ. Ә инде Рәсәй империяһының Польша, Финляндияны үҙ ҡулында тотоуы, Ҡара диңгеҙ, Кавказ өсөн быуаттар буйы көрәшеүе, хәҙер Төркиә ҡарамағындағы Босфор, Дарданеллы боғаҙҙарына эйә булырға ынтылыуы тарих менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә мәғлүм. Ҡыҫҡаһы, үҙ мәртәбәһен юғары ҡуйған дәүләттәргә хас рәүештә, Рәсәй биләмәләрен ниндәй ысулдар менән булһа ла ки­ңәйтергә тырышҡан. Билдәлелер, үҙен көслө илдәр араһында күреү маҡсатын тотҡан дәүләт сәйәсәттә сиген – ныҡлы, яттар теймәҫлек, ә уңайы тура килгәндә – күршеләр иҫәбенә киңәйтерлек итеп алып барырға тейештер. СССР тарҡалып, “суверенитеттар парады” үткәс тә, әлеге доктрина ғәмәлдән сыҡты тигән һүҙ түгел. Туранан-тура исемләп әйтелмәһә лә, яңыраҡ ҡына бер дәүләт эсендә йәшәгән бөгөнгө мөстәҡил республикалар үҙ мәнфәғәттәрен үпкәсел көнсөллөк менән күҙәтә. Украина, Молдова һәм әле иғтибар үҙәгендә булған Днестр буйы Молдова Республикаһы ла – шулар иҫәбендә.

Днестр – Карпат тауҙарынан урғылып сығып, 1352 километр юл үтеп, Ҡара диңгеҙгә ҡойған, һыуында караптар йөҙҙөргән, нисәмә ҡала-ауылдарға йән биргән олпат йылға, ләкин уның һул яры буйлап ян кереше һымаҡ тартылған Днестр буйы Молдова Республикаһы атамалы дәүләтте география картаһынан эҙләп табырға тырышығыҙ әле. Ғөмү­мән, ундай дәүләт бармы һуң? Булһа, уның исеме, донъяла тотҡан урыны ҡайҙа? Был ил, уның халҡы, иҡтисади хәле, етәкселәренең сәйәси кәйефе тураһында беҙгә нимә мәғлүм? Һәм, ниһайәт, ошо бәләкәй генә дәүләтте тапҡан хәлдә, уға айырып иғтибар итеүҙең әтнәкәһе нимәлә? Бына бит, ни хәтлем һорауҙар бер-бер артлы тыуа тора.

Днестр буйын мөстәҡил Молдованан нисек тә айырып ҡарарға тырышһаҡ та, халыҡ-ара субъект статусын йөрөткән Молдова Республикаһы ла, бер генә дәүләт тә рәсми рәүештә таны­маған Днестр буйы Молдова Республикаһы ла ғәмәлдә бер бөтөн нәмә. Ошо анклавтың (үҙаллылығын нисек тә булһа раҫларға тырышҡан дәүләткә ҡарата анклав – ҡайҙалыр һыйынып көн иткән ер, тигән мәғәнәне биреү, моғайын, әҙәпле түгелдер) 1990 йылдың сентябре башынан ҡамау эсендә йәшәп ятыуы хәҙерге буталсыҡ һәм уҫал заманда үҙе үк ғәжәп тә, ихтирам итерлек тә хәл.


Этник күҙлектән ҡарағанда…

Молдова тураһында айырып әйткәндә, бойондороҡһоҙ был дәүләттең күп быуатлыҡ тарихы ла, иҡтисади, мәҙәни йәһәттән үҫеше лә тәүҙә – Рәсәй империяһы, инҡилаптан аҙаҡ – Рәсәй Совет Республикаһы, өр-яңы тарихта Рәсәй Федерацияһы менән тығыҙ бәйләнгән. Карпат тауҙары һәм урмандары, Днепр, Днестр, Прут йылғалары буйҙары рус яугирҙәренең ҡаны менән һуғарылып ҡына ҡалмаған, бәлки ошо төбәк Рәсәй, рус кешеләре өсөн быуаттар буйы геостратегик урын булып һаналған. Бында бөйөк рус ғәскәр башлыҡтары Александр Васильевич Суворов, Петр Александрович Румянцев, Михаил Илларионович Кутузов­тың юйылмаҫ эҙҙәре, рухы һаҡлана. Миҫалға: Суворовҡа Румынияла, Рымник йылғаһы буйында, төрөк ғәскәрҙәрен еңгәс, фамилияһына “Рымникский” исемен дә ҡушҡандар. Генерал-фельдмаршал Румянцев иһә тарихҡа Румянцев-Задунайский булып инеп ҡалған. Кутузов иһә Рәсәй 1806–1812 йылдарҙа Төркиә менән оҙайлы һуғыш алып барғанында Молдавиялағы армия башында торған. Днестр буйының баш ҡалаһы Тирасполгә Днестрҙың һул ярында А.В. Суворов нигеҙ һалған һәм унда генералис­симусҡа мөһабәт һәйкәл күтәрелгән.

Молдова Республикаһы һәм Днестр буйы Молдова Рес­пуб­ликаһы ла хәҙер Рәсәй матбу­ғатында, телевидениеһында бигүк күренеп бармай. Ошо төбәк менән таныш булмағандар уға ҡарата иҡтисади йәһәттән артта ҡалған, сәйәси яҡтан күршелә­ренең даими ҡыҫымына дусар булған урын икән тигән фекер ҙә йөрөтөүе ихтимал. Был тирәләрҙә мәғдән һәм яғыулыҡ-энергетика сығанаҡтары юҡ. Уның ҡарауы Днестр, Реут йылғалары ярҙа­рынан уңдырышлы тупраҡты, йомарт һәм оҙайлы йәйҙе, көләс ҡояшлы көндәрҙе йәлләмәгән. Шулай ҙа оло йылғаның яҡ-яғындағы ике дәүләт араһында хужалыҡ итеү яғынан да, иҡтисадтың структураһы буйынса ла, сәйәсәттәге өҫтөнлөклө йүнәлештәр йәһәтенән дә айырма бик ҙур. Тәҡдирҙең бойороғо шулай булғандыр, Молдова ике дәүләткә бүленгәнсе үк уның көнбайыш төбәктәре аграр-индустриаль тип йөрөтөлһә, Днестр­ҙың һул ярында сәнәғәт хәтһеҙ генә үҫешкән. Дубоссары ҡалаһы эргәһендәге берҙән-бер гидроэлектростанция ла Днестр буйы Молдова Республикаһы биләмә­һендә. Хатта ошо хәл генә лә ус аяһындай ғына Днестр буйын Молдова алдында бойондороҡ­һоҙ хәлгә ҡуя.

Йәки мәсьәләгә бүтән, этник күҙлектән, ҡарайыҡ. Әүәлге Молдовала төп ҡәүем – молдавандар көллө халыҡтың 64 процентын тәшкил итә ине. Улар тотош республика буйынса һибелеп йәшәһә лә, илдең урта райондарында төпләнгәйне. Иҫәбе буйынса икенсе урынды биләгән украиндар был тарафтарға ХVI–XIX быуаттарҙа килгән. Рустар элекке Молдова Республи­каһында йәмғе халыҡтың 13 процент самаһын тәшкил итә ине. Улар башлыса ҡалала йәшәй һәм, сәнәғәт предприятие­ларының күпселеге Днестрҙың һул ярында урынлашыуын иҫәпкә алғанда, рустар Днестр буйында тупланған. Бында йәнә, молдавандар менән украиндарҙан башҡа, болгарҙар, ғағауыздар йәшәй. Әйткәндәй, ғағауыздар – төрки телле халыҡ, әммә мәҙәниәте яғынан болгарҙарға тартым.
Кем кемде?..

1992 йыл Днестр буйы Молдова Республикаһы өсөн фажиғәле булды. 1990 йылдың 2 сен­тябрендә Днестр буйын­дағы төрлө кимәлдәге депу­таттарҙың ғәҙәттән тыш съезы Приднестровье Молдова Совет Социалистик Респуб­лика­һын булдырыу тураһында Декларация ҡабул итте. Республика СССР эсендә ҡа­лырға тейеш ине. СССР Президенты Михаил Горбачев фарманы менән әлеге декларацияны ғә­мәл­дән сыға­рырға маташты. Әммә был фарман, берен­сенән, һуңлағайны, икен­сенән, СССР үҙе ул мәлгә пыран-заран килеп ята ине. Шул хәлдән Румыния файҙа­ланып ҡа­лырға һәм Молдованы үҙенә ауҙа­рырға булды. Молдаван етәкселәр ара­һында румын­дарға теләк­тәштәр ҙә табылды. Рустар, украиндар күпселекте тәшкил иткән Днестр буйы был аншлюс сәйәсәтенә, йәғни ниндәй­ҙер биләмәне үҙеңә көслөк менән ҡу­шыуға, ҡәтғи ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Днестрҙа ҡо­раллы бәрелеш башланды. Кем кемде? Рәсәй Фе­дерацияһы, Мол­дованың милләтсел етәк­селәрен һәм Румынияның мәкерле ниәттә­рен һыуы­тыу йө­ҙөнән, Днестр буйына ғәскәр ебәрергә мәжбүр булды. Ошо ғәмәл этник-ара бәрелеште, ҡан ҡо­йошто бик олоға ебәрмәй баҫа алды. Именлекте тәьмин итеү маҡ­сатынан, беҙҙең байтаҡ ғәскәр ошонда төпләнде, ҡорал һәм хәрби техниканы һаҡлау өсөн база булдырылды.

Ошо 14-се армияға байтаҡ ваҡыт беҙҙәге популяр генерал Александр Лебедь етәкселек итте. Йылдар үтә торҙо. Армия хәҙер оператив ғәскәри төркөм исеме аҫтында үҙ бурысын үтәй килә. Һәр хәлдә, Рәсәй хәрби хеҙмәткәрҙәре молдаван милләт­селәренә лә, румын стратегтарына ла үтә хатти­нашырға ирек бирмәй. Өҫтәүенә, Украина, Рәсәй менән мөнәсә­бәттәрен нисек тә булһа насарайтырға тырышып, әлеге оператив төркөмгә бәйләнә. Был да аңлашыла: Украинаның көнбайыш сигендә, рус ҡәүеме күпселекте тәшкил иткән Днестр буйында, Рәсәй ғәскәрҙәре торһон әле! Никита Сергеевич Хрущев иҫән булһа, әлеге ҡитғаны “Украинаның ыштан төбөнә һалынған терпе” тип атар ине.

Хәҙер инде, әллә Украина менән Молдованың үкһеүенә ҡолаҡ һалып, әллә Вашингтондың әмеренә буйһоноп, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Днестр буйынан ғәскәрҙәрҙе алып сығырға, ҡорал-маҙарҙы эвакуа­ция­ларға тигән резолюция ҡабул итте. Әммә бойороҡ рәүешендә еткерелгән был тәҡдимде үтәргә Рәсәй ашығырға тейеш түгел, сөнки Украинала, айырыуса уның көнбайыштағы өлкәләрендә, яңы нацистар, Степан Бандераның вариҫтары ҡоторона. Ул шайтан­дарҙы закон менән дә, өгөтләп тә, доғалар уҡып та иманға ҡайтарыу мөмкин булмаған эш. Иҫәрҙең күҫәкте генә һанлауы әүәлдән мәғлүм.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Торатау” геопаркы төҙөлә

“Торатау” геопаркы төҙөлә 12.12.2018 // Сәйәсәт

Төбәктең геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ туризмды үҫтереү...

Тотош уҡырға 0

“Берҙәм Рәсәй” билеттар оттора

“Берҙәм Рәсәй” билеттар оттора 12.12.2018 // Сәйәсәт

“Берҙәм Рәсәй” партияһы “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектына ярашлы ҡуйылған Өфөләге спектаклдәргә...

Тотош уҡырға 0

Өлфәт Мостафин – беренсе

Өлфәт Мостафин – беренсе 12.12.2018 // Сәйәсәт

Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин “Медиалогия” буйынса мэрҙар рейтингында беренсе баҫҡысты...

Тотош уҡырға 0

Илһөйәрлек инеше

Илһөйәрлек инеше 12.12.2018 // Сәйәсәт

Конституция – Рәсәй Федерацияһы гражданының хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләгән төп дәүләт законы....

Тотош уҡырға 23

Мин дә фрезерлаусы өйрәнсеге булдым

Мин дә фрезерлаусы өйрәнсеге булдым 11.12.2018 // Сәйәсәт

Төбәк етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” һөнәри...

Тотош уҡырға 81

Бер һум да ситкә китмәҫкә тейеш

Бер һум да ситкә китмәҫкә тейеш 11.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк...

Тотош уҡырға 30

Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарыу хаҡын түбәнәйтергә ҡушты

Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарыу хаҡын түбәнәйтергә ҡушты 10.12.2018 // Сәйәсәт

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу хеҙмәте өсөн хаҡты...

Тотош уҡырға 72

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БСК тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтергә тәҡдим ителде

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БСК тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтергә тәҡдим ителде 07.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан сода компанияһының Шахтауға ҡағылышлы эштәре буйынса биргән вәғәҙәләрен махсус...

Тотош уҡырға 42

Толкачев Красногорскта

Толкачев Красногорскта 07.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының...

Тотош уҡырға 43

“Берҙәм Рәсәй” ҡор йыя

“Берҙәм Рәсәй” ҡор йыя 07.12.2018 // Сәйәсәт

Мәскәү эргәһендәге Красногорск ҡалаһында бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының XVIII съезы эш башланы....

Тотош уҡырға 53

Аҡыллылар көс һынаша

Аҡыллылар көс һынаша 07.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡорт дәүләт аграр университетында Йәштәр сәйәсәте лигаһы тарафынан ойошторолған "Ике турнирҙар...

Тотош уҡырға 53

Төп маҡсат –  асыҡ һайлауҙар

Төп маҡсат – асыҡ һайлауҙар 07.12.2018 // Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһында һәм республикала һайлау системаһы барлыҡҡа килеүгә 25 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә...

Тотош уҡырға 48