Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кешеләрҙе яҡларға тейешбеҙ”
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында шулай тине.

Зариф Закир улы, яҙғы сессияла закондар сығарыу эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, үҙе шәхсән биш закон проекты эшләүҙә, тағы 23-өндә авторҙаш булыуын, 53-өнә төҙәтмәләр индереүҙә ҡатнашыуын билдәләне.

Депутат әйтеүенсә, һәр закон кешенең йәшәү рәүешен яҡшыртырға тейеш. Был йәһәттән үткән осорҙа шаҡтай ыңғай күренештәр бар. Мәҫәлән, бөгөн күп функциялы үҙәктәр халыҡҡа уңайлы хеҙмәт күрһәтә. Әммә бығаса райондарҙа уларҙа дәүләт пошлинаһын түләү өсөн махсус урындар булманы. Ошо сәбәпле ауылдан килеүселәрҙең күп ваҡыты сарыф ителде.

Кәмселекте бөтөрөү маҡсатында, үҙәктәрҙең үҙендә үк түләүҙе башҡарыу өсөн махсус закон ҡабул ителгән. Ә ул нисек тормошҡа ашырыла һуң? Зариф Закир улы МФЦ-лар буйынса тикшереү үткәреп, республикала был эш тейешле кимәлдә башҡарылмауын асыҡлаған. Әлеге ваҡытта саралар күрелә.

Депутат тормошобоҙҙа йыш осраған күңелһеҙ күренештәрҙе закон тарафынан көйләү йәһәтенән комитеттың һөҙөмтәле эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте. Мәҫәлән, белем биреү өлкәһендә ҡыуаныслы һөҙөмтәләргә өлгәшелгән. Мәғлүм булыуынса, XI класты тамамлағандарға Берҙәм дәүләт имтиханы ойошторған өсөн уҡытыусыларға өҫтәмә аҡса түләнһә лә, туғыҙынсынан һуң дөйөм дәүләт имтиханы алыусыларға бындай саралар ҡаралмағайны. Зариф Закир улы комитеттың ошо мәсьәләне күтәреп, уңышлы ҡабул ителеүе хаҡында белдерҙе. Яңы закон 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Шулай уҡ туған телдәрҙе яҡлау, был юҫыҡтағы законды камиллаштырыу буйынса ла шаҡтай мөһим эштәр башҡарылған.

Депутат бөгөнгө матбуғат саралары хаҡында ла үҙ фекерен еткерҙе. “Райондарҙа күп йөрөгәс, халыҡ менән аралашҡас, белеп, күреп торам: интернет заманы булһа ла, өлкән быуын башлыса гәзит-журнал уҡый. Шуға үҙем мохтаждарға ваҡытлы матбуғат сараларына подписка бүләк итәм. Бүтәндәр ҙә ошондай алым менән, беренсенән, халыҡты ҡыуандырһа, икенсенән, баҫмаларҙың тиражын арттырыуға ҙур өлөш индерер ине”, – тине ул.

Юл ҡағиҙәләре боҙған өсөн штраф быға тиклем дөйөм ҡаҙнаға китһә, киләһе йылдан улай булмаясаҡ. Депутаттарҙың тырышлығы менән хәҙер был аҡса бары урындағы юлдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.

Конференцияла ҡатнашыусылар Зариф Закир улының социаль селтәрҙәр менән дуҫлығы хаҡында ла ҡыҙыҡһынды.
– Башлыса “Бәйләнештәр” сайтында, “Фейсбук”та ултырам, – тине ул. – Тәүҙә ярҙамсым бар ине, әммә был алым оҡшаманы. Хәҙер тулыһынса үҙем күҙәтәм.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өфө мэры булырға 29 кеше теләй

Өфө мэры булырға 29 кеше теләй 16.10.2018 // Сәйәсәт

Кисә Өфө ҡала Советында мэр вазифаһына конкурста ҡатнашырға теләк белдергән кандидаттарҙан...

Тотош уҡырға 24

Федерализм һәм Конституция —  игеҙәк туғандар ул!

Федерализм һәм Конституция — игеҙәк туғандар ул! 16.10.2018 // Сәйәсәт

Республиканың Төп Законына – 25 йыл Быйыл декабрҙә “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына – 25...

Тотош уҡырға 16

Иңдәренә һалды ил хәстәрен

Иңдәренә һалды ил хәстәрен 16.10.2018 // Сәйәсәт

“Эш нигеҙе асыҡлыҡҡа, законлылыҡҡа, һөҙөмтәлелеккә ҡороласаҡ”, – тине Радий Хәбиров. Рәсәй...

Тотош уҡырға 43

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙгәрештәр

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙгәрештәр 16.10.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ...

Тотош уҡырға 25

Радий Хәбиров дин әһелдәре менән осрашты

Радий Хәбиров дин әһелдәре менән осрашты 15.10.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә...

Тотош уҡырға 48

Радий Хәбиров – йәштәр технопаркында

Радий Хәбиров – йәштәр технопаркында 15.10.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 38

Радий ХӘБИРОВ: “Эште асыҡлыҡ, законлылыҡ, һөҙөмтәлелек нигеҙендә алып барасаҡбыҙ”

Радий ХӘБИРОВ: “Эште асыҡлыҡ, законлылыҡ, һөҙөмтәлелек нигеҙендә алып барасаҡбыҙ” 15.10.2018 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 83

Яңы етәксе Мортаза Рәхимов менән осрашты

Яңы етәксе Мортаза Рәхимов менән осрашты 15.10.2018 // Сәйәсәт

Республика йортонда Радий Хәбиров 1990 – 2010 йылдарҙа республикаға етәкселек иткән Мортаза Рәхимов...

Тотош уҡырға 64

Радий Хәбиров көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Радий Хәбиров көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе 15.10.2018 // Сәйәсәт

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2018–2019...

Тотош уҡырға 46

Радий Хәбиров: "Республикала көслө кадрҙар тупланған"

Радий Хәбиров: "Республикала көслө кадрҙар тупланған" 13.10.2018 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы -- Ҡоролтайҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы...

Тотош уҡырға 76

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы менән таныштырҙылар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы менән таныштырҙылар 13.10.2018 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә республика парламенты йортонда үткән йыйылышта Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль...

Тотош уҡырға 148

Рөстәм Хәмитов: “Йәштәргә ышанырға тейешбеҙ”

Рөстәм Хәмитов: “Йәштәргә ышанырға тейешбеҙ” 12.10.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республика граждандарына мөрәжәғәт итеп, вәкәләттәрен...

Тотош уҡырға 87