Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы


Программа тормошто йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы нигеҙендә бихисап проекттар, төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәре, башҡа байтаҡ хеҙмәт тормошҡа ашырылды. Был башланғыс халыҡтың уң ҡулына әйләнде тиерлек. Программа ярҙамында күптән түгел генә башҡарылған ҡайһы бер эштәргә күҙ һалайыҡ.

Стәрлетамаҡ районында балалар баҡсаларына сират юҡ

Заливной ауылында халыҡ балалар баҡсаһын асыу тантанаһына йыйылды. “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Реаль эштәр” проекты һөҙөмтәһендә бында баҡсаның ҡыйығын яңыртҡандар. Урындағы халыҡты ҡотлап, ауыл Советы башлығы Денис Чиликин барыһына ла проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте. Уҡыусылар байрамға сағыу концерт менән йәм өҫтәне.

Наумовка ауылындағы балалар баҡсаһында тәҙрәләрҙе алмаштырыу буйынса эш тамамланыу айҡанлы байрам ойошторҙолар. Ауыл халҡы дөйөм йыйылышта ошондай баш­ланғысты тәҡдим иткәйне. Проектты финанслауҙа бағыусылар ҙа ҡат­нашты. Эште тиҙ арала тамамлауға ата-әсәләр ярҙам итте. Улар бинаны ремонттан һуң тәртипкә килтерҙе, буяны. Эштә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт хаттары тапшырылды.
Наумовкалағы ихаталарҙың бере­һенә асфальт түшәлде. Ҡыуаныслы хәл уңайынан халыҡ байрамға сыҡты. Концерт булды, яңы асфальтҡа балалар һүрәт төшөрҙө.

Әйткәндәй, быйыл районда партияның “Ҡала мөхите” һәм “Реаль эштәр” проекттары нигеҙендә 15 объект төҙөкләндерелде. Ихаталар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, һәйкәлдәр һәм скверҙар яңыртылды.

Нефтекама ҡалаһын төҙөкләндереүгә — 46 миллион һум

Нефтекаманың 55 йыллығы айҡанлы мәҙәниәт һәм ял паркындағы аллеяла ағас ултырттылар. Объект “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” проекты һөҙөмтәһендә яңыртылды. Быйыл Нефтекаманы төҙөкләндереүгә федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 46 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде.

Сарала ҡала хакимиәте башлығы, партияның урындағы сәйәси советы ағзаһы Рәшит Дәүләтов, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ҡала Советы депутаттары, “Октава” үҫмерҙәр клубтары берекмәһендә тәрбиәләнеү­селәр, ирекмәндәр ҡатнашты. Аллеяла 70 тирәк барлыҡҡа килде. Ағас ултыртыу артабан да дауам итәсәк.

Ҡариҙел халҡы кистәрен теннис ҡына уйнай

Быйыл “Берҙәм Рәсәй” партия­һының “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә Ҡариҙелдә 12 объект төҙөкләндерелде. Ошо эшкә 2 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо.

Кирҙә ауыл мәҙәниәт йортона теннис өҫтәле һатып алдылар. Хәҙер кистәрен ауыл халҡы теннис уйнай. Клуб өсөн сәхнә кейемдәре лә тегелә.
Мерәсем ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәйкәлде яңыртырға ниәтләйҙәр. Ошо маҡсат­ҡа республика бюджетынан 140 мең һум бүленгән. Яңы стела әҙер, уны урынға килтерергә генә кәрәк. Әле иһә иҫке мемориал һүтелә, яңыһына нигеҙ һалына.

Иҫке Аҡбүләк ауылы халҡы балалар өсөн уйын комплексы кәрәк тигән фекергә килгән. Шуға күрә партия проектынан алынған аҡсаға майҙан­сыҡ өсөн ҡорамалдар һатып алған. Әле бында карусель, эскәмйәләр, кескәй тау ҡоролған. Тиҙҙән биләмәне ҡоймалау күҙаллана. Балалар эштең тамамланғанын түҙемһеҙлек менән көтә.

Күмертау ҡалаһына — стационар автоҡаласыҡ

Н. Антошкин исемендәге 1-се гим­назиялағы өсөнсө класс уҡыусылары өсөн стационар автоҡаласыҡ биләмәһендә юл ҡағиҙәләре буйынса дәрес үткәрҙеләр. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Реаль эштәр көндәре нигеҙендә уҙғарылған сарала партия активы һәм йәштәр ҡатнашты.
Йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кабинетында уҙғарылған дәрестә заманса интерактив ҡорамалдар, электрон уҡыу программалары, магнитлы юл тамғалары элементтары менән магнит-маркерлы таҡта ҡулланылды. Был йыһаздарҙың барыһы ла быйыл “Реаль эштәр” проекты ярҙамында һатып алынған.

Балалар урамда, автомобиль һәм йәйәүлеләр юлында тыуған төрлө юл ваҡиғаларын тикшерҙе. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай практик дәрестәр уҡыусыларға ҙур ярҙам күрһәтә.

Стационар автоҡаласыҡты төҙөүҙә һәм яңы уҡыу кабинетын асыуҙа “Реаль эштәр” һәм “Имен юлдар” проекттары, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың ярҙамы бик ҙур булды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы тағы ла йәмләнә

Ошо көндәрҙә ҡалала “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы төҙөкләндереү эштәре тамамла­ныуға арналған ихата байрамы үтте. Черняховский урамындағы 5-се һәм 7-се йорттар ихатаһын яңыртыуға 2 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Партияның урындағы бүлексәһендә әйтеүҙәренсә, был эштә урындағы халыҡ та әүҙем ҡатнашҡан.

Федераль проекттың төп маҡсат­тарының береһе — граждандарҙы ихаталарҙы төҙөкләндереүгә йәлеп итеү. Черняховский урамындағы йорттарҙа йәшәгәндәр биләмәне төҙөкләндереү программаһына индерһендәр өсөн мөмкин булғандың барыһын эшләне. Ремонттың тамамланыуын улар йыр-бейеү, төрлө бәйгеләр менән билдәләне.

Быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһы партия проектын тормошҡа ашырыуға 80 миллион һумға яҡын аҡса алды. Ул 36 ихатаны, Хоҙайбирҙин урамындағы йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереүгә тотонолдо.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк?

Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк? 14.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына әүәлге министр Гөлназ Шафиҡова етәкселек итәсәк....

Тотош уҡырға 124

Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды

Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды 14.12.2018 // Сәйәсәт

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса “Рәсәй терәге” дөйөм...

Тотош уҡырға 47

Баҡырын алғас, соҡорон иплә

Баҡырын алғас, соҡорон иплә 14.12.2018 // Сәйәсәт

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республика штабы Сибайҙағы ғәҙәттән тыш хәлде яйға һалыу өсөн...

Тотош уҡырға 67

Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле...

Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле... 14.12.2018 // Сәйәсәт

“Торатау” геопаркын ойоштороу ошо төбәктә агротуризмды һәм умартасылыҡты үҫтереүгә яңы этәргес...

Тотош уҡырға 49

Беҙҙең һаулыҡты кем ҡайғыртасаҡ?

Беҙҙең һаулыҡты кем ҡайғыртасаҡ? 14.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең Указы менән Максим...

Тотош уҡырға 61

“Бәйләнештә”  Хәбиров һәр саҡ бәйләнештә!

“Бәйләнештә” Хәбиров һәр саҡ бәйләнештә! 14.12.2018 // Сәйәсәт

Граждандар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә....

Тотош уҡырға 91

Власҡа һүҙ әйтмә!

Власҡа һүҙ әйтмә! 13.12.2018 // Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы депутаттары граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс тыуҙырған, йәмәғәт тәртибен...

Тотош уҡырға 66

Алтын урталыҡты һайланыҡ

Алтын урталыҡты һайланыҡ 13.12.2018 // Сәйәсәт

“Шихандар буйынса ҡарар ҡабул ителде һәм мин уның менән тулыһынса килешәм, – тине Башҡортостан...

Тотош уҡырға 57

Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде

Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде 13.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Лира Иғтисамованы республиканың...

Тотош уҡырға 57

Башҡорт телендә һөйләшәм...

Башҡорт телендә һөйләшәм... 13.12.2018 // Сәйәсәт

“Аҫылташ” алдынғы башҡорт йәштәре бренды хаҡында йыш яҙабыҙ. Ул — йәштәр форумы....

Тотош уҡырға 62

“Торатау” геопаркы төҙөлә

“Торатау” геопаркы төҙөлә 12.12.2018 // Сәйәсәт

Төбәктең геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ туризмды үҫтереү...

Тотош уҡырға 79

“Берҙәм Рәсәй” билеттар оттора

“Берҙәм Рәсәй” билеттар оттора 12.12.2018 // Сәйәсәт

“Берҙәм Рәсәй” партияһы “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектына ярашлы ҡуйылған Өфөләге спектаклдәргә...

Тотош уҡырға 60