Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Дуҫтар-Сябры” килде
Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй һәм Беларусь журналистар һәм блогерҙарының “Дуҫтар-Сябры” берекмәһе вәкилдәре менән осрашты. Улар “Башҡортостан” ДТРК-һы базаһында үткән Төбәк тележурналистикаһы оҫтаханаһы эшендә һәм III Бөтә Рәсәй “Мобиль репортер” премияһын тапшырыу тантанаһында ҡатнаша.

Әңгәмә барышында республика Башлығы Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында һөйләне. Шулай уҡ алдағы йылдарҙа үтәсәк ҙур саралар – ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең Бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы, Бөтә донъя фольклориадаһы һәм “Апимондия” умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара конгресы тураһында ла һүҙ алып барҙы. Рөстәм Зәки улы ҡунаҡтарҙы уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы һәм Башҡортостан менән Беларусь Республикаһы араһында күптән инде тығыҙ хеҙмәттәшлек, дуҫтарса мөнәсәбәттәр урынлашыуын билдәләне.

Республикабыҙҙа белорус диаспораһы йәшәй, уларҙың күп өлөшө Иглин районында төпләнгән. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә белорус теле өйрәнелә.
Төбәк Башлығы белдереүенсә, хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең төп йүнәлештәре нефтехимия, юл төҙөлөшө, ауыл хужалығы тармаҡтарына ҡағыла. Бынан тыш, Өфөнөң трамвай паркын ремонтлауға ла белорус белгестәрен йәлеп итеү күҙаллана.

Әлеге ваҡытта Беларусь Республикаһы менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисад, фәнни-техник, экология, гуманитар, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында килешеү проекты әҙерләнгән.

Автор: Г. ЯҠШЫҒОЛОВА
Фото: Динар Кәлимуллин


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Рөстәм Әхмәҙинуров — кадҙар сәйәсәте хаҡында

Рөстәм Әхмәҙинуров — кадҙар сәйәсәте хаҡында 23.10.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге тәғәйенләүҙәр яңы төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың кадрҙар сәйәсәтендә...

Тотош уҡырға 0

Тимербулат Кәримов республика етәксеһенә рәхмәт белдерҙе

Тимербулат Кәримов республика етәксеһенә рәхмәт белдерҙе 23.10.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге фондтың ойоштороусыһы Тимербулат...

Тотош уҡырға 21

Бар тырышлыҡ – яҡшы йәшәү хаҡына

Бар тырышлыҡ – яҡшы йәшәү хаҡына 23.10.2018 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров төбәктәрҙә социаль өлкә менән ҡыҙыҡһынды. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 30

Район башлыҡтарының рейтингы төҙөләсәк

Район башлыҡтарының рейтингы төҙөләсәк 22.10.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров биләмәләрҙең төрлө үҫеш...

Тотош уҡырға 60

Өфө ҡалаһы башлығы кем булыр?

Өфө ҡалаһы башлығы кем булыр? 22.10.2018 // Сәйәсәт

Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына иғлан ителгән конкурста туғыҙ кандидат ҡатнашасаҡ....

Тотош уҡырға 70

Әбйәлил районында яңы башлыҡ – “Яҡтыкүл” шифаханаһы директоры Илдар Нафиҡов

Әбйәлил районында яңы башлыҡ – “Яҡтыкүл” шифаханаһы директоры Илдар Нафиҡов 22.10.2018 // Сәйәсәт

Әбйәлилдә яңы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде: муниципалитетҡа 2018 йылдың сентябрендә Башҡортостан...

Тотош уҡырға 53

Полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов – республика Хөкүмәте вице-премьеры

Полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов – республика Хөкүмәте вице-премьеры 22.10.2018 // Сәйәсәт

Полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов республика Хөкүмәте вице-премьерҙарының береһе итеп...

Тотош уҡырға 68

Ленара Иванова социаль өлкәне көйләйәсәк

Ленара Иванова социаль өлкәне көйләйәсәк 22.10.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, әлегә тиклем...

Тотош уҡырға 55

Рәйеф Әбдрәхимовҡа Хөкүмәттә төҙөлөш мәсьәләләре йөкмәтелде

Рәйеф Әбдрәхимовҡа Хөкүмәттә төҙөлөш мәсьәләләре йөкмәтелде 22.10.2018 // Сәйәсәт

Оҙаҡ йылдар Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитетына етәкселек иткән, һуңғы ваҡытта Красногорск ҡалаһы...

Тотош уҡырға 47

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары  отставкаға сыҡты

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары отставкаға сыҡты 22.10.2018 // Сәйәсәт

Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәновтың урынбаҫарҙары төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға...

Тотош уҡырға 87

Депутаттар пенсияға өҫтәмәнән баш тартырмы?

Депутаттар пенсияға өҫтәмәнән баш тартырмы? 22.10.2018 // Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы Федерация Советы ағзаларының һәм Дума депутаттарының статусы тураһындағы законға...

Тотош уҡырға 41

Депутаттар вәкәләттәрен һалды

Депутаттар вәкәләттәрен һалды 22.10.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламентының ике депутаты – Ирек Ялалов менән Марат Шафиҡов – вәкәләттәрен ваҡытынан...

Тотош уҡырға 48