Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде
Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Указы менән Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне. Документ Кремлдең рәсми сайтында баҫылып сыҡты.

“Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З. Хәмитовтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһындағы ғаризаһына бәйле һәм 1999 йылдың 6 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 184-се Федераль закондың 19-сы статьяһындағы 1-се пункттың “в” ярҙамсы пунктына һәм 9-сы пункттың “а” ярҙамсы пунктына ярашлы ҡарар итәм:

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З. Хәмитовтың үҙ теләге буйынса отставкаһын ҡабул итергә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп һайланған кеше вазифаһына ингәнгә тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығы бурыстарын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Хәбиров Радий Фәрит улын тәғәйенләргә”, — тиелә документта.

“Президенттың ышанысын аҡлауҙы һәм бөтә көсөмдө, тәжрибәмде, белемемде Башҡортостан халҡының тормошон яҡшыраҡ итеүгә арнауҙы үҙем өсөн әле төп бурыс итеп күрәм”, — тип яҙған Facebook селтәрендәге сәхифәһендә Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Ишембай районының Һайран ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Ишембай транспорт машиналары эшләү заводында ферезерлаусы өйрәнсеге булып башлай. 1989—1992 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетындағы дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты. 1994—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт институтының өлкән уҡытыусыһы, доценты, юридик факультеты деканы урынбаҫары, Хоҡуҡ институты директоры була. 2003—2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2008 йылда — Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт идаралығындағы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү департаменты директоры. 2009 йылдан 2016 йылға тиклем Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 2017—2018 йылдарҙа — Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡала округы башлығы.

Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА
Фото: Радий Хәбировтың Facebook сәхифәһенән


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һаулығы һағында

Халыҡ һаулығы һағында 19.10.2018 // Сәйәсәт

Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡҡа...

Тотош уҡырға 130

Һәр яҡтың да мәнфәғәттәре иҫәпкә алынасаҡ

Һәр яҡтың да мәнфәғәттәре иҫәпкә алынасаҡ 18.10.2018 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа легаль булмаған пассажир ташыусылар мәсьәләһен хәл итеү өсөн...

Тотош уҡырға 60

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарының эшен уңайлы мөхит булдырыуҙағы уңыштары буйынса баһалай

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарының эшен уңайлы мөхит булдырыуҙағы уңыштары буйынса баһалай 18.10.2018 // Сәйәсәт

17 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 54

Киләсәктең нигеҙе – эшҡыуарлыҡ

Киләсәктең нигеҙе – эшҡыуарлыҡ 18.10.2018 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың IV форумы башланды....

Тотош уҡырға 38

Радий Хәбиров Игорь Сечин менән осрашты

Радий Хәбиров Игорь Сечин менән осрашты 17.10.2018 // Сәйәсәт

“Башнефть” предприятиеларына тәүге эш сәфәренән һуң Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 84

Республика етәксеһе – уңайлы ҡала мөхите хаҡында

Республика етәксеһе – уңайлы ҡала мөхите хаҡында 17.10.2018 // Сәйәсәт

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уңайлы ҡала...

Тотош уҡырға 81

Радий Хәбиров “Башҡортостан” нәшриәтен бөлгөнлөктән ҡотҡарырға ҡушты

Радий Хәбиров “Башҡортостан” нәшриәтен бөлгөнлөктән ҡотҡарырға ҡушты 17.10.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Башҡортостан” нәшриәтенең...

Тотош уҡырға 145

Вьетнамдың Генераль консулы менән осрашыу

Вьетнамдың Генераль консулы менән осрашыу 17.10.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Вьетнам Социалистик Республикаһының...

Тотош уҡырға 44

Донъяға ишекте шар асып...

Донъяға ишекте шар асып... 17.10.2018 // Сәйәсәт

Салауат төйәге яңы һулыш ала. Район хакимиәте башлығы Марс Фәрәх улы Кашапов менән Салауат Юлаевтың...

Тотош уҡырға 140

Радий Хәбиров республика чиновниктарын нормаға һалынмаған эш аҙнаһына күсерҙе

Радий Хәбиров республика чиновниктарын нормаға һалынмаған эш аҙнаһына күсерҙе 16.10.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Хөкүмәте үҙенең оператив кәңәшмәләрен хәҙер шәмбе һайын көндөҙгө сәғәт 1-ҙә уҙғара...

Тотош уҡырға 86

29 кеше Өфө мэры булырға теләй

29 кеше Өфө мэры булырға теләй 16.10.2018 // Сәйәсәт

Кисә Өфө ҡала Советында мэр вазифаһына конкурста ҡатнашырға теләк белдергән кандидаттарҙан...

Тотош уҡырға 64

Федерализм һәм Конституция —  игеҙәк туғандар ул!

Федерализм һәм Конституция — игеҙәк туғандар ул! 16.10.2018 // Сәйәсәт

Республиканың Төп Законына – 25 йыл Быйыл декабрҙә “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына – 25...

Тотош уҡырға 37