Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Федерализм һәм Конституция — игеҙәк туғандар ул!
Республиканың Төп Законына – 25 йыл

Быйыл декабрҙә “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына – 25 йыл: үҫеш йомғаҡтары һәм мөмкинлектәре” тигән темаға Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли, шулай уҡ киләһе йыл мартта Үҙәк Совет власы тарафынан Башҡортостан автономияһын таныуға бәйле Рәсәйҙә федерализм үҫеше мәсьәләләренә арналған Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференциялар үткәреү күҙаллана.

Федерализм һәм Конституция — күп яҡлы, күп аспектлы күренештәр. Федератив ҡоролоштоң барлыҡ принциптары ла беҙҙең конституцияларҙа сағыла. Улар, шағир һүҙҙәре менән әйткәндә, “игеҙәк туғандар”. Тап шуға күрә был өлкәләр хоҡуҡ белгестәре, политологтар, философтар, социологтар, тарихсылар, культурологтар, иҡтисадсылар, ғөмүмән, төрлө фән йүнәлештәре вәкилдәре тарафынан даими өйрәнелә.


Федерацияның нигеҙ ташы

Республиканың 100 йыллыҡ юбилейы — төбәк, дөйөм Рәсәй әһәмиәтендәге генә түгел, халыҡ-ара дәрәжәләге ваҡиға. Илдә ысын федератив ҡоролош 1919 йылдың 20 мартында Рәсәй эшсе-крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет Автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан башлана. Уға элекке союздаш республикалар, бөгөнгө бойондороҡһоҙ дәүләттәр йәлеп ителә. Автономиялы Башҡортостандың Үҙәк власть менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре моделе СССР ойошторолоуының нигеҙен тәшкил итә.

Ленин 1919 йылда Америка журнали­сының һорауҙарына яуап биреп: “Беҙ, мәҫәлән, башҡорт халҡына Рәсәй эсендә автономиялы республика ойоштороу мөмкинлеген бирҙек”, тип билдәләгән. Теүәл бер йылдан ул VII саҡырылыш Бөтә Союз үҙәк башҡарма комитетының (ВЦИК) тәүге сессияһындағы докладында “Беҙ Башҡорт республикаһына автономия бирҙек. Татар республикаһын да автономиялы итергә тейешбеҙ. Ошондай уҡ сәйәсәтте барлыҡ көнсығыш халыҡтарына ҡарата дауам итәсәкбеҙ...” тип яҙған. Башҡортостандан тыш, Тверь, Дон, Кубань-Ҡара диңгеҙ, Ставрополь, Төркөстан автономиялы совет республикаларын ойоштороу тураһында иғлан ителә. Әммә совет платформаһында төҙөлгән был республикалар йәшәүгә һәләтһеҙ булып сыға һәм 1920 йылдың йәйенә уларҙың бер өлөшө юҡҡа сыға. Тик Төркөстан республикаһы ғына 1924 йылға тиклем ғәмәлдә ҡала.

Бөгөн, республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл үткәс, үҙебеҙгә “Ҡатмарлы һәм дәһшәтле революция йылдарында башҡорттар нисек итеп дөйөм мосолман хәрәкәтенән айырылып, “Федератив Рәсәй өсөн” лозунгы менән сыға, үҙенең тулы хоҡуҡлы хөкүмәтен төҙөп, ҡеүәтле армия ойоштора, үҙ автономияһын таныу тураһында килешеү төҙөй алған?” тигән һорауҙы бирәбеҙ. Әлбиттә, быны хоҡуҡи аңы үҫешкән, юғары сәйәси белемле милләт кенә эшләй алған. Сит ил тикшеренеүселәре Дэн Шефер менән Чарльз Стейнведел башҡорт халҡының 200 йыл буйы Рәсәй властарына ҡаршы тороу тарихы, ергә аҫабалыҡ хоҡуғы, ярым автономиялы кантон системаһы, үҙаллы идара ғәскәре халыҡтың милли үҙенсәлекле йөҙөн һаҡлап ҡалыуында төп факторҙарҙың береһе булған тигән фекерҙә. Әлбиттә, был хаҡ һүҙҙәр. Башҡорт рухы бар кешегә мәғлүм, ләкин башҡорттоң теленә, уның меңәрләгән йылдар буйына формалашҡан рухи байлығына инглиз телле ғалимдарҙың байҡау мөмкинлеге булмауы бик ҡыҙғаныс.

Юғарыла әйтелгән факторҙарҙан тыш, этностың барлыҡҡа килеүендә мәҙәниәт менән милли рухтың бөтөнлөгө лә ҙур әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән социолог­тарға, этносоциологтарға, гуманитар фән ҡаҙаныш­тарын иҫәпкә алып, “милләт” төшөнсәһе буйынса, уның “этнос”, “халыҡ” һәм “социум” категорияларына ҡағылышлы фекер алышырға урын бар. Бөгөн халҡыбыҙға дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен билдәләү, этнотөбәк, локаль һәм дөйөм гражданлыҡ үҙенсәлектәре менән ҡулайлашҡан граждандар йәмғиәтен ойоштороу зарур.


Ватиканда башҡорт эҙе


Шул уҡ ваҡытта Рәсәй империяһының башҡорт халҡының һәм Башҡорт иленә күсеп килеүселәрҙең хоҡуҡи статусы тураһындағы ҡануниәте, батша хөкүмәте менән килешеү шарттарын үтәүҙе яҡлап башҡорттарҙың ихтилалға күтәрелеүе, һуғыш алып барыуы, аҫабалыҡ хоҡуҡ тарафынан әлегә тиклем тейешенсә өйрәнелмәгән. Әйткәндәй, улар юридик күҙлектән дә баһаланмаған.

Ҡытай, Мысыр, Венгрия (урта быуат авторҙары уны “бөйөк Башҡортостан” тип атаған), шулай уҡ Германия, Франция илдәренең архивтарында боронғо башҡорттар тураһында тарихи мәғлүмәттәр байтаҡ. Мәҫәлән, француз тикшеренеүсеһе Бувье-д’Ажан V быуатта Атилланың (төрки, герман, башҡа ҡәбиләләрҙе берләштергән һундар хакимы) туғандаш башҡорттар менән килешеү мөнәсәбәттәре төҙөүе тураһында яҙған. Ғөмүмән, Атилланың этник милләт нигеҙе әле лә билдәһеҙ.

Ватикан илселәре яҙып ҡалдырғанса, Атилланың ике яғынан һәр саҡ ике йырсы тороп ҡобайыр әйткәндәр, уларҙы тыңлағанда ваҡыт-ваҡыт хатта ғәскәр батырҙары ла күҙ йәштәрен һөртөп алған. Шулай уҡ башҡорт халҡына ғына хас үҙенсәлекте күҙәтергә мөмкин булған — Атилла, башҡорттар кеүек, ҡымыҙ эскән. Бөгөнгө көндә уның ниндәй милләттән булыуын аныҡ ҡына әйтеп булмай. Ғалимдар өсөн был һорау әлегә асыҡ.

Францияның Рәсәйҙәге мәҙәни атташеһы Каролин Буше де Пьеремон аша авторҙың бындай мәғлүмәтте Ватиканда, Рим папаһы архивында табыуын асыҡлай алдым. Шуға күрә латин телен өйрәнгән белгес әҙерләп, уны айырым маҡсатлы гранттар иҫәбенә Ватиканға тикшеренеү эштәренә ебәреү зарурлығы бар. Минеңсә, үрҙә әйтелгән илдәрҙең архивтарында ла тикшеренеү­селәребеҙ бик күп кенә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табыр ине. Өҫтәүенә Башҡортостан дәүләте хоҡуғы тарихы буйынса бер нисә генә канди­датлыҡ һәм бер докторлыҡ диссертацияһы яҡланған.

Башҡортостан Республикаһы Конституция суды судьялары һәм белгестәре ғалимдарҙы йәлеп итеп республика Консти­туцияһына тарихи-хоҡуҡи аңлатмаларҙы баҫмаға әҙерләне. Был Рәсәйҙә ошондай берҙән-бер баҫма буласаҡ. Ғөмүмән, Башҡортостандың төп документына аңлат­малар республика халҡында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ тип ышанам, сөнки ул уҡыусыларҙың киң даирәһе өсөн тәғәйен­ләнгән һәм артабан ғилми тикшеренеүҙәр өсөн яңы этәргес бирәсәк.


“Бер тырмаға күп тапҡыр баҫмаҫҡа ине”

Республиканың 100 йыллығын билдәлә­гәндә, минеңсә, 1917 йылғы ваҡиғаларҙы ХХI быуат талаптарынан сығып баһаларға кәрәк. 1917 һәм туҡһанынсы йылдарҙағы революцион үҙгәрештәр ҙур тыуған илебеҙҙең емерелеүенә килтерҙе. 1917 йылғы революциянан һуң ул Финляндия менән Польшаны юғалтһа, туҡһанынсыларҙа, Президент Путин әйткәнсә, “быуаттың ғәйәт ҙур геосәйәси фажиғәһен” кисерҙе. Мин уның менән тулыһынса килешәм. Улай ғына ла түгел, тейешле һығымта яһамаһаң, элекке хаталар һәр ваҡыт фарс йәки трагедия рәүешендә әйләнеп ҡайтыуы мәғлүм.

Минеңсә, эволюцион йәһәттән үҫешә алмаған дәүләттәр социаль шартлауҙар, төрлө тотҡарлыҡтар, тарихи һәләкәттәргә һәм юғалтыуҙарға дусар. Барыһы ла йәмғиәттә һәм дәүләттә ауыр һәм ҡатмарлы хәлдәр тупланыу күләменә, ошо дәүләткә нисек идара итеүгә бәйле.

Революцияны етәкләгән этәргес көстө тәшкил иткән пассионар халыҡ дәүләт власын үҙ ҡулына ала һәм үҙгәреш маҡсаттарын конституция һәм юридик яҡтан Төп Закон дәрәжәһендә булған Килешеү-договор аша ғәмәлгә ашыра. 1917 йылдың мартында Башҡортостан һәм Рәсәй хөкүмәте төҙөгән килешеү, шулай уҡ 1992 йылдың мартындағы Федератив килешеү Конституцияның айырылмаҫ, уның федератив рухын күҙаллаған өлөшө ине. Ә беҙҙең Рәсәй Федерацияһы менән 1994 йылдың август айындағы килешеү Башҡортостан Конституцияһының беренсе өлөшө рәүешендә халҡыбыҙға тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт итте.

Әлбиттә, Рәсәй дәүләтенең үҙ юлы бар. Бер формацияны икенсеһенә революция һөҙөмтәһендә алмаштырғанда, уның дәүләт режимының асылы, идара итеү төрө, алымдары үҙгәрмәй, ә социалистик йә иһә демократик өлгөгә әүерелеп, ғәмәлдәге тәртипкә яраҡлаша. Илдәге власть һәм сәйәси етәкселек үҙгәргән хәлдә лә әүәлге тәртип вәкилдәре — чиновниктар армияһы хакимлыҡ итеүен туҡтатмай. Улар авторитар режимдың нигеҙен тәшкил итә лә инде. 1917 йыл революцияһына тиклем ил батшаһына Рәсәй халҡы Аллаһҡа табынған кеүек табына. Ул ғаиләһе менән атып үлтерелгәс, совет дәүерендә уның урынын генераль секретарь алмаштыра. Әлбиттә, яңы төрҙәге социалистик дәүләт төҙөү, шулай уҡ өр-яңы аппарат ойоштороу мәсьәләһе Октябрь революцияһынан һуң да күтәрелгән. Марксизм-ленинизм теорияһы револю­цияға тиклемге буржуаз дәүләт аппаратын юҡ итеүгә бер төрлө ҡарашта ғына булмаған. Октябрь революцияһы алдынан Ленин “Большевиктар дәүләт власын үҙ ҡулында һаҡлап ҡалырмы?” тигән хеҙмәтендә буржуаз дәүләт аппаратына мөнәсәбәтен былай тип билдәләй: “...Был аппаратты емерергә ярамай. Уны капиталистар йоғонтоһонан тартып алырға, пролетар Советтарға буйһондорорға һәм киңерәк, күләмлерәк, халыҡҡа яҡыныраҡ итергә кәрәк”.

Һөҙөмтәлә нимәгә юлыҡтыҡ һуң? 1924—1926 йылдарҙа СССР Халыҡ хужалығы Юғары Советына етәкселек иткән Феликс Дзержинский биш йылдан: “Дәүләт бөлгөнлөккә төшмәһен өсөн дәүләт аппараттары мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Штаттарҙы тотҡарлыҡһыҙ арттырыу, һәр эште бюрократлаштырыу — тау-тау ҡағыҙ, яҙыу-һыҙыу менән шөғөлләнгән меңдәрсә кеше; ҙур биналарҙы, бүлмәләрҙе тартып алыу; автомобиль эпидемияһы; миллиондарса байлыҡ. Ошо саранча легаль рәүештә туйына, дәүләт милкен ашай. Быға әлегә тиклем күрелмәгән оятһыҙ ришүәтселек, уғрылыҡ, дөйөм мөлкәтте таратыу, енәйәттәр, дәүләт милкен шәхси кеҫәләргә тултырыу өҫтәлә”, тип яҙған. Таныш күренеш түгелме? Түрә үҙе кеүектәрҙе арттырырға тырыша. Был аппарат шәхси мәнфәғәттәрҙе хеҙмәтләндерә башлай, берәүгә лә кәрәкмәгән күп битлек отчеттар, белешмәләр, докладнойҙар яҙыла. Әлбиттә, бюрократик аппараттың үҫеүе, уның бер ни эшләмәүе дәүләттең тарҡалыуына килтермәй. Ләкин шуны ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: дәүләт юғары һөнәри оҫталарҙан, квалификациялы аппараттан башҡа эшләй алмай, улар булырға һәм халыҡҡа хеҙмәт итергә тейеш. Ә илдә дәүләт аппараты артҡан һайын уның хеҙмәткәрҙәре әкренләп дәүләтте хосусилаштыра, административ һәм хоҡуҡ һаҡлау ресурсын аҡсаға әйләндерә.


Конституцияны уятырға

Дәүләт ҡоролошоноң уңышлы үҫеш күрһәткесе — тотороҡлолоҡ. Рәсәй хоҡуҡи, федератив, социаль, демократик дәүләт принциптарына нигеҙләнгән. Ил Консти­туцияһында билдәләнгән төп принцип­тарҙың, институт­тарҙың ысынбарлыҡта әүҙем файҙаланылыуы мөһим. “Рәсәйҙә бойондороҡһоҙлоҡ вәкиле һәм властың берҙән-бер сығанағы — ул күп милләтле халыҡ, тигән норманың тормошҡа ашырылыуы ҙур әһәмиәткә эйә”. Рәсәй Конституцияһының беренсе статьяһында билдәләнгән демократияның халыҡ власы икәнлеген барыбыҙ ҙа аңларға тейешбеҙ.
Республика Конституцияһының 25 йыллығына, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ғалимдар һәм власть вәкилдәре ошо юҫыҡта һөйләшеү алып барырға тейеш, тип уйлайым.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Власҡа һүҙ әйтмә!

Власҡа һүҙ әйтмә! 13.12.2018 // Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы депутаттары граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс тыуҙырған, йәмәғәт тәртибен...

Тотош уҡырға 50

Алтын урталыҡты һайланыҡ

Алтын урталыҡты һайланыҡ 13.12.2018 // Сәйәсәт

“Шихандар буйынса ҡарар ҡабул ителде һәм мин уның менән тулыһынса килешәм, – тине Башҡортостан...

Тотош уҡырға 45

Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде

Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде 13.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Лира Иғтисамованы республиканың...

Тотош уҡырға 49

Башҡорт телендә һөйләшәм...

Башҡорт телендә һөйләшәм... 13.12.2018 // Сәйәсәт

“Аҫылташ” алдынғы башҡорт йәштәре бренды хаҡында йыш яҙабыҙ. Ул — йәштәр форумы....

Тотош уҡырға 49

“Торатау” геопаркы төҙөлә

“Торатау” геопаркы төҙөлә 12.12.2018 // Сәйәсәт

Төбәктең геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ туризмды үҫтереү...

Тотош уҡырға 75

“Берҙәм Рәсәй” билеттар оттора

“Берҙәм Рәсәй” билеттар оттора 12.12.2018 // Сәйәсәт

“Берҙәм Рәсәй” партияһы “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектына ярашлы ҡуйылған Өфөләге спектаклдәргә...

Тотош уҡырға 54

Өлфәт Мостафин – беренсе

Өлфәт Мостафин – беренсе 12.12.2018 // Сәйәсәт

Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин “Медиалогия” буйынса мэрҙар рейтингында беренсе баҫҡысты...

Тотош уҡырға 47

Илһөйәрлек инеше

Илһөйәрлек инеше 12.12.2018 // Сәйәсәт

Конституция – Рәсәй Федерацияһы гражданының хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләгән төп дәүләт законы....

Тотош уҡырға 38

Мин дә фрезерлаусы өйрәнсеге булдым

Мин дә фрезерлаусы өйрәнсеге булдым 11.12.2018 // Сәйәсәт

Төбәк етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” һөнәри...

Тотош уҡырға 95

Бер һум да ситкә китмәҫкә тейеш

Бер һум да ситкә китмәҫкә тейеш 11.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк...

Тотош уҡырға 37

Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарыу хаҡын түбәнәйтергә ҡушты

Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарыу хаҡын түбәнәйтергә ҡушты 10.12.2018 // Сәйәсәт

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу хеҙмәте өсөн хаҡты...

Тотош уҡырға 87

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БСК тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтергә тәҡдим ителде

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БСК тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтергә тәҡдим ителде 07.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан сода компанияһының Шахтауға ҡағылышлы эштәре буйынса биргән вәғәҙәләрен махсус...

Тотош уҡырға 52