Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Маҡсат-мәнфәғәттәр бер
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай етәкселеге, комитет ағзалары менән осрашты. Ул, депутаттарҙы парламентҡа һайланыуҙары менән ҡотлап, республика закон сығарыу органының төрлө партия вәкилдәренән тороуын ыңғай күренеш тип баһаланы.

Радий Фәрит улы үҙенең эшмәкәр­легендә властың мөһим тармағы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә иҫәп тотоуын, шунһыҙ дәүләт власы башҡарма органдары эшенең һөҙөмтәле булмаясағын белдерҙе.

– Депутаттар халыҡ менән әүҙем эшләр тип ышанам, сөнки уның нисек йәшәгәнен тойоу мөһим. Мин һеҙҙең менән бергә эшләргә ниәтләнәм. Мәнфәғәттәребеҙ ҙә бер – республи­кабыҙҙы үҫтереү, халыҡтың именлеген тәьмин итеү, – тип белдерҙе төбәк етәксеһе.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев иһә Радий Фәрит улын парламент эше, яңы состав менән таныштырҙы, депутаттар араһында йәштәрҙең артыуын билдәләп үтте.

– Республика парламенты эшмә­кәр­легендә Рәсәй Президентының “май” указдарына ярашлы, төбәк алдында торған социаль-иҡтисади бурыс­тарҙы уңышлы хәл итеү өсөн ҡану­ниәтте камиллаштырыу өҫтөн­лөклө йүнәлеш булып тора. Депутаттар эш­мәкәрлеге асыҡлыҡ, системалы­лыҡ һәм ҡарарҙарҙың коллегиаль ҡа­бул ителеүе принциптарына ярашлы тө­ҙөлә, – тине Конс­тантин Борисович.
Ул шулай уҡ депутаттарға эш­тәрендә рәсми сайттағы, социаль селтәрҙәрҙәге мөмкинлектәрҙе әүҙем ҡулланыу тәҡдим ителеүе, һайлау­сылар менән бәйләнеш булдырыуға, эшмәкәрлектәре тураһында мәғлүмәт биреү йүнәлешендә эшләү, көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡлау һәм хәл итеү мөһим талап булыуын әйтте.



Руфина ШАҺАПОВА, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары:
– Минең уйлауымса, был бик эшлекле осрашыу булды. Һәр комитет үҙенең төп бурыстары менән таныштырҙы. Радий Фәрит улы беҙҙе халыҡ менән тығыҙ аралашып эшләргә саҡырҙы һәм уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе туранан-тура үҙенә еткереүен үтенде. Ысынлап та, закондар сығарған депутат һәр мәсьәләне үҙе генә хәл итә алмай, шуға ла башҡарыусы власть менән берлектә эшләргә тейешбеҙ.
Радий Хәбировтың парламентта төрлө партияларҙың күп булыуын хуплауы ла оҡшаны. Ул йыйылып килгән мәсьәләләрҙе ҡыйыу һәм ышаныслы рәүештә хәл итергә тотондо. Йөкмәтелгәнде башҡарырға кәрәк, тигән бурыс ҡуя. Бөгөн бөтә донъя йылдам тиҙлектә йәшәй. Беҙҙең яңы етәксе ошо заман талаптарына, ағымына яуап бирә.


Юнир ҠОТЛОҒУЖИН, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте һәм киң мәғлүмәт саралары институттарын үҫтереү буйынса комитет рәйесе урынбаҫары:
– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа төбәк етәксеһе менән осрашыу фәһемле булды. Был осрашыу ыңғай һөҙөмтә бирер. Депутаттар башҡарма власть органдары алдында торған бурысты ҡануниәт аша хәл итергә тейеш.
Радий Фәрит улының эшләү алымы оҡшай. Ул ҡала-райондарға сыға, кешеләр менән осраша, ундағы проблемаларҙы үҙе күреп, белеп, тиҙ арала һәм дөрөҫ хәл итеү алымдарын табыуға һәләтле.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Торатау” геопаркы төҙөлә

“Торатау” геопаркы төҙөлә 12.12.2018 // Сәйәсәт

Төбәктең геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ туризмды үҫтереү...

Тотош уҡырға 45

“Берҙәм Рәсәй” билеттар оттора

“Берҙәм Рәсәй” билеттар оттора 12.12.2018 // Сәйәсәт

“Берҙәм Рәсәй” партияһы “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектына ярашлы ҡуйылған Өфөләге спектаклдәргә...

Тотош уҡырға 43

Өлфәт Мостафин – беренсе

Өлфәт Мостафин – беренсе 12.12.2018 // Сәйәсәт

Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин “Медиалогия” буйынса мэрҙар рейтингында беренсе баҫҡысты...

Тотош уҡырға 38

Илһөйәрлек инеше

Илһөйәрлек инеше 12.12.2018 // Сәйәсәт

Конституция – Рәсәй Федерацияһы гражданының хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләгән төп дәүләт законы....

Тотош уҡырға 29

Мин дә фрезерлаусы өйрәнсеге булдым

Мин дә фрезерлаусы өйрәнсеге булдым 11.12.2018 // Сәйәсәт

Төбәк етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” һөнәри...

Тотош уҡырға 87

Бер һум да ситкә китмәҫкә тейеш

Бер һум да ситкә китмәҫкә тейеш 11.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк...

Тотош уҡырға 33

Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарыу хаҡын түбәнәйтергә ҡушты

Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарыу хаҡын түбәнәйтергә ҡушты 10.12.2018 // Сәйәсәт

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу хеҙмәте өсөн хаҡты...

Тотош уҡырға 78

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БСК тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтергә тәҡдим ителде

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БСК тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтергә тәҡдим ителде 07.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан сода компанияһының Шахтауға ҡағылышлы эштәре буйынса биргән вәғәҙәләрен махсус...

Тотош уҡырға 44

Толкачев Красногорскта

Толкачев Красногорскта 07.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының...

Тотош уҡырға 44

“Берҙәм Рәсәй” ҡор йыя

“Берҙәм Рәсәй” ҡор йыя 07.12.2018 // Сәйәсәт

Мәскәү эргәһендәге Красногорск ҡалаһында бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының XVIII съезы эш башланы....

Тотош уҡырға 56

Аҡыллылар көс һынаша

Аҡыллылар көс һынаша 07.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡорт дәүләт аграр университетында Йәштәр сәйәсәте лигаһы тарафынан ойошторолған "Ике турнирҙар...

Тотош уҡырға 55

Төп маҡсат –  асыҡ һайлауҙар

Төп маҡсат – асыҡ һайлауҙар 07.12.2018 // Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһында һәм республикала һайлау системаһы барлыҡҡа килеүгә 25 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә...

Тотош уҡырға 50