Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә

Баш ҡалабыҙ халыҡ-ара эшлекле үҙәккә әүерелде.

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың IV форумы үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Сараның төп маҡсаты – ошо илдәрҙең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компаниялары араһындағы үҙ-ара үҫеште тиҙләтеү өсөн шарттар булдырыу, төбәк-ара иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, инвестицияларҙы, бизнес-проекттарҙы арттырыу һәм башҡалар.

Башҡортостан ерендә сара быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Башланғыстың уңышлы һәм әһәмиәтле булыуын ҡатнашыусылар һанының йылдан-йыл артыуы тағы берҙе иҫбатлай. Мәҫәлән, быйылғы форумда 1600-гә яҡын ҡатнашыусы теркәлгән, башҡа йылдарҙағы күрһәткестәрҙән был күпкә юғары.

“Легаль лоббизм каналы”

Форумдың пленар ултырышын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов асты. Сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, ул:
– Сараның йылдан-йыл популярлаша барыуы бик ҡыуаныслы, был – иҡтисади хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе. Дүрт йыл эсендә форумда 26 дәүләттән, 68 тө­бәктән дүрт меңдән ашыу кеше ҡат­нашҡан. Даими ҡунаҡтар менән бер рәттән тәүге тапҡыр килеүселәр ҙә бар. Улар ҙа эшлекле партнерҙар табыр, ике яҡ өсөн дә файҙалы килешеүҙәр төҙөр, – тип белдерҙе.

Ысынлап та, ҡатнашырға теләүсе­ләрҙең күп булыуы ойоштороусыларҙы дедлайн иғлан итергә (теркәлеүҙе билдәле ваҡытта сикләү) мәжбүрләне. 2015 йылда 200 кешенән, һигеҙ сит ил делегацияһынан башланған сара быйыл һан яғынан үҙенсәлекле рекорд ҡуйған: 24 сит ил делегацияһы теркәлгән, спикерҙар һаны 20-нән 100-гә еткән.

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлы­ғының Инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү департаменты директоры Милена Арыҫланова:
– Алдағы йылдарҙағы ғәмәли эштәр­ҙең һөҙөмтәһе форумда ҡатнашырға теләүселәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы. Ғөмүмән, был йыйын – эшҡыуарлыҡ өсөн легаль лоббизм каналы, – тип белдерҙе.

Халыҡ-ара ойошманың Өфө деклара­цияһы һәм БРИКС-тың Иҡтиса­ди үҫеш стратегияһы буйынса, сараның өҫтөн­лөклө йүнәлеше булып тап бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тора. Уның өс телдә – инглизсә, русса, ҡытайса – алып барылған махсус сайтында тейешле мәғлүмәт менән танышырға, хеҙмәттәш­лек итеү юлдарын табырға була. Перспективалы инвестиция проекттарының уртаҡ каталогын төҙөү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов белдереүен­сә, был проекттар ШОС һәм БРИКС илдәре етәкселеге кимәлендә өҫтөнлөклө тип билдәләнгән йүнәлештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә. Улар араһында ауыл хужалығын, сәнәғәтте үҫтереү, IT-технологиялар йәһәтенән хеҙмәттәшлек итеү кеүек мөһим йүнәлештәр бар. Әлеге ваҡытта каталогка 98 миллиард һумлыҡ инвестицияларҙы күҙаллаған 102 проект теркәлгән.

Аралашыу булыуы мөһим

Әйткәндәй, Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзаларының күпселеген бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре тәшкил итә. Ә ШОС һәм БРИКС берләшмәһенә ингән дәүләт­тәрҙә Ер шары халҡының 40 проценты йәшәгәнен һәм донъяның Тулайым эске продукты­ның (ВВП) 20 проценты етештерелгәнен иҫәпкә алғанда, был даирә ағзаларының донъяла ярайһы ҙур урын биләгәне көн кеүек асыҡ.

Бәләкәй һәм урта бизнес өсөн аралашыу майҙансыҡтарының булыуы үтә мөһим. Күргәҙмәләрҙә, форумдарҙа, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә ҡатнашып, улар фекерҙәштәрен таба, үҫеш өсөн яңы юлдар эҙләй. Әйткәндәй, ШОС һәм БРИКС илдәрендә Азия вәкилдәре күп, ә улар бизнес ҡорор алдынан күҙмә-күҙ ҡарашып аңлашыуға өҫтөнлөк бирә. Бындай мөм­кинлек, ышаныс тап ошондай сараларҙа тыуа ла инде. Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Владимир Падалко әйтеүенсә, ошо ойошма ағзаларының 70 проценттан ашыуы – тап бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре. Ғөмүмән, донъя иҡтисадында ошо даирә эшлеклеләре төп көс булып тора. Мәҫәлән, Ҡытайҙа эш урындарының 70 процентын, экспорт­тың 80 процентын тап бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре тәьмин итә. Рәсәйҙә иһә хәлдәр башҡасараҡ, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре экспорттың ни бары алты-ете процентын ғына булдыра. Әлбиттә, хәлде үҙгәртеү йәһәтенән иҡтисади йәмәғәтселек һөҙөмтәле юлдар эҙләй, яңы мөмкинлек­тәрҙе ҡуллана. Өфөлә үткән форум да – ошо ысулдарҙан.

Владимир Падалко әйтеүенсә, форумда ҡатнашыусыларҙың тырышлығы менән визаға ҡағылышлы бихисап мәсьәләләр хәл ителгән: хәҙер өс йылдан ун йылғаса ғәмәлдә булған оҙайлы визалар алып була. Экспортҡа йүнәлеш тотҡан пред­приятиеларҙың эшмәкәр­легендә валюта контроле түбәнәйгән: быға тиклем Рәсәйҙә сит илдән килгән түләү бер көн һуңлаған осраҡта мотлаҡ тулы күләмдә штраф ҡаралған булһа, валютаны көйләү ҡануниәтенә үҙгәреш­тәр индерелгәндән һуң, эшҡыуарҙарҙың 30 көн ваҡыты бар. Унан тыш, урта һәм бәләкәй бизнес вәкил­дәренә сит ил баҙарына сығырға ярҙам иткән бихисап юлдар барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, тышҡы иҡтисад эшмәкәр­леген тормошҡа ашырыусылар сит илдәге күргәҙмәләрҙә, сауҙа-иҡтисади миссия­ларҙа ҡатнаша икән, уларҙың сығымының бер өлөшө кире ҡайтарыласаҡ.

Шул уҡ ваҡытта ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡ вәкилдәре хеҙмәттәшлеге өсөн ҡаршы­лыҡ­тар ҙа етерлек. Былар иҫә­бендә – дәү­ләттәрҙең ҡануниәтенең, традицияла­рының, таможня ҡағиҙә­ләренең һәм стандарттарының төр­лөлөгө. Ҡайһы саҡта эшкә ҡарата мөнәсәбәттең ныҡ айырылыуы ла хеҙмәттәшлеккә кәртә булыуы ихтимал. Ошоларҙы яйлау өсөн Рәсәй тәҡдиме менән БРИКС-тың Эшлекле советы сиктәрендә ҡаршылыҡтарҙы билдәләгән һәм уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләгән эшсе төркөм ойошторолған. Мәҫәлән, хәҙер йәмғиәттә бик популяр булған күренеш – электрон сауҙаны ғына алайыҡ. Был юҫыҡта берҙәм ҡағиҙәләр юҡ, шулай ҙа уртаҡ тырышлыҡтарҙан һуң тәүге уңыштар хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин.

Форумда ҡул ҡуйылған иң эре коммер­ция килешеүҙәренең береһе – 20 миллион долларлыҡ сусҡасылыҡ проекты; уны тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Ҡытай компаниялары ҡатнашасаҡ. Ошоға оҡшаш тағы бер нисә килешеү бар, ғөмүмән, Өфөләге сарала 150-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Төбәк һулышын тоям тиһәң...

Форум Рәсәй төбәктәре тормошон сағылдырыу йәһәтенән дә ифрат отошло. Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур мегаполистарҙа төрлө форумдар, саралар, саммиттар көн һайын тиерлек үтә. Ошо йәһәттән үҙәккә төшкән көсөр­гәнеште кәметеү, сит ил вәкилдәренә илдең баш­ҡа төбәктәрендә лә эшлекле тормош барлығын күрһәтеү, ул ғына түгел, килә­сәктә Рәсәйҙең һәр урынында ниндәйҙер йүнәлеш буйынса аралашыу майҙан­сығын булдырырға тырышыу зарур.

Форум илебеҙҙең алдынғы төбәктә­ренең береһе булған Башҡортостандың йәшәйеше, эшлекле даирәләре, хатта күркәм тәбиғәте менән дә танышыу мөмкинлеген бирә. Был – абруй, төбәктең билдәлелеге, инвестициялар йәлеп итеү. Шуға күрә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге урта һәм бәләкәй эш­ҡыуарлыҡтың сираттағы V форумын ки­ләһе йылдың көҙөндә, ғәҙәттәгесә, Өфөлә уҙғарыуҙы планлаштырыу – тәбиғи күре­неш. Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев әйтеүенсә, йыйында ҡатнашыусылар ошо хаҡтағы ҡарарҙы бер тауыштан ҡабул иткән, был беҙҙең республика өсөн – юғары баһа.

Шул уҡ ваҡытта сарала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың уңыштары менән бер рәттән көнүҙәк проблемалары хаҡында ла әйтеп үтелде. Мәҫәлән, бәләкәй һәм эре бизнестың етештереү процесында уртаҡ теҙмәһен яйға һалыу фарыз. Был хаҡта власть вәкилдәре һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы даими хәстәрлек күрә. Донъя тәжрибәһенә күҙ һалһаҡ, эре корпорация­ларҙың бәләкәй предприятиелар менән уратып алын­ғанын, икенселәрҙең тәүге­ләре өсөн ваҡ-төйәк әйберҙәр етеште­реүен, ә бергәләп улар уртаҡ һөҙөмтә өсөн эшләгәнен күрергә була. Ә Рәсәйҙә эре бизнестың ишектәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн ябыҡ, был хәл бик яй үҙгәрә. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың ҙур даирәләр менән эшлекле бәйләнеште ауыр булдырыуы иҡтисади мөмкинлек­тәрҙе сикләй.

– Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең нигеҙе булып теге йәки был тауарҙы етештереү генә тормай, уны һата, тарата белеү ҙә мөһим. Төбәк-ара майҙандарҙа ғына түгел, сит ил баҙарҙарында ла. Был мәсьәләне эре предприятиелар еңел хәл итһә лә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре системалы, профессиональ ярҙамдан тыш тормошҡа ашыра алмай. Шуға күрә ошо йүнәлештә тышҡы иҡтисади эшмә­кәр­лекте либерал­ләштереү, ҡаршылыҡ­тарҙы кәметеү, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренә финанс ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән эште дауам итәсәкбеҙ, – тине Азат Фазлыев.
Әйткәндәй, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы илдең ошондай уҡ ойошмалары рәтендә алдынғыларҙан иҫәпләнә. Өфөлә Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағындағы Халыҡ-ара коммерция арбитраж судының бүлексә­һе асылыуы ла быға ҡеүәт: тимәк, бизнес даирәһе һәм сауҙа-сәнәғәт палаталары системаһына Башҡортостандағы ойошмаға юғары ышаныс белдерә.

Евразия спартакиадаһына – “йәшел ут”

Форумда туризм мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бүленде. Республиканың хозур тәбиғәте, уның кеше тарафынан тә­ләф­ләнмәүе, һис шикһеҙ, күптәрҙә ҡы­ҙыҡһыныу тыуҙыра. Тап ошо юҫыҡтан сығып, киләһе йыл Башҡортостанда ШОС һәм БРИКС илдәренең Беренсе Евразия спартакиадаһын үткәрергә тәҡдим ителде. Был хаҡта республи­каның Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Вячеслав Ғилә­жетдинов белдерҙе.

– Был сара этномәҙәниәт һәм этноспорт йүнәлешле булырға тейеш. Быйыл Яҡтыкүлдә Күсмә халыҡтар уйындары уҙғарылды, ул күптәргә бик оҡшаны. Ә Евразия спартакиадаһының төп идеяһы – милли спорт төрҙәре буйынса бәйгеләр ойоштороу. Беҙ ШОС һәм БРИКС ойош­маһының эшлекле советын – партнеры­быҙ һәм кураторыбыҙ, ә Сауҙа-сәнәғәт палатаһының оператор булыуын үтенә­беҙ. Евразия спартакиадаһының тап Башҡорт­ос­танда үтеүе, һис шикһеҙ, ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле буласаҡ, – тине ул.

Вячеслав Африк улы шулай уҡ форум резолюцияһына ШОС һәм БРИКС илдәрендәге Ваҡиғалар календары булдырыу тураһындағы тәҡдимде инде­реүҙе лә хупланы.

Шулай итеп, октябрҙең ике көнөндә Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡеүәтле, һөҙөмтәле эшлекле үҙәккә әүерелде – унда 200-гә яҡын төрлө йүнәлештәге киле­шеүҙәргә ҡул ҡуйылды, уртаҡ проб­лема­ларҙы хәл итеү өсөн “түңәрәк өҫ­тәл”дәр ойошторолдо, бизнес-проекттар тикшерелде, иҡтисади даирәләрҙәге хеҙмәттәш­леккә нигеҙ ҡоролдо.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Власҡа һүҙ әйтмә!

Власҡа һүҙ әйтмә! 13.12.2018 // Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы депутаттары граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс тыуҙырған, йәмәғәт тәртибен...

Тотош уҡырға 56

Алтын урталыҡты һайланыҡ

Алтын урталыҡты һайланыҡ 13.12.2018 // Сәйәсәт

“Шихандар буйынса ҡарар ҡабул ителде һәм мин уның менән тулыһынса килешәм, – тине Башҡортостан...

Тотош уҡырға 46

Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде

Лира Иғтисамоваға ышаныс күрһәтелде 13.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Лира Иғтисамованы республиканың...

Тотош уҡырға 51

Башҡорт телендә һөйләшәм...

Башҡорт телендә һөйләшәм... 13.12.2018 // Сәйәсәт

“Аҫылташ” алдынғы башҡорт йәштәре бренды хаҡында йыш яҙабыҙ. Ул — йәштәр форумы....

Тотош уҡырға 50

“Торатау” геопаркы төҙөлә

“Торатау” геопаркы төҙөлә 12.12.2018 // Сәйәсәт

Төбәктең геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ туризмды үҫтереү...

Тотош уҡырға 76

“Берҙәм Рәсәй” билеттар оттора

“Берҙәм Рәсәй” билеттар оттора 12.12.2018 // Сәйәсәт

“Берҙәм Рәсәй” партияһы “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектына ярашлы ҡуйылған Өфөләге спектаклдәргә...

Тотош уҡырға 57

Өлфәт Мостафин – беренсе

Өлфәт Мостафин – беренсе 12.12.2018 // Сәйәсәт

Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин “Медиалогия” буйынса мэрҙар рейтингында беренсе баҫҡысты...

Тотош уҡырға 48

Илһөйәрлек инеше

Илһөйәрлек инеше 12.12.2018 // Сәйәсәт

Конституция – Рәсәй Федерацияһы гражданының хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләгән төп дәүләт законы....

Тотош уҡырға 40

Мин дә фрезерлаусы өйрәнсеге булдым

Мин дә фрезерлаусы өйрәнсеге булдым 11.12.2018 // Сәйәсәт

Төбәк етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” һөнәри...

Тотош уҡырға 96

Бер һум да ситкә китмәҫкә тейеш

Бер һум да ситкә китмәҫкә тейеш 11.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк...

Тотош уҡырға 38

Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарыу хаҡын түбәнәйтергә ҡушты

Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарыу хаҡын түбәнәйтергә ҡушты 10.12.2018 // Сәйәсәт

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу хеҙмәте өсөн хаҡты...

Тотош уҡырға 88

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БСК тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтергә тәҡдим ителде

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БСК тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтергә тәҡдим ителде 07.12.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан сода компанияһының Шахтауға ҡағылышлы эштәре буйынса биргән вәғәҙәләрен махсус...

Тотош уҡырға 53