Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Путин Обама менән осрашыуҙан ниңә баш тартты?
Франция президент һайланы, Украинала Ялта саммитын үткәрмәҫкә булдылар, ШОС ойошмаһы киңәйә төштө, ә Владимир Путин Президент вазифаһын үтәй башланы — уҙған арауыҡтың мөһим сәйәси ваҡиғалары шулар.

Социалистар консерваторҙар менән һыйышырмы?

Францияла президент һайлауҙарының икенсе туры булды, һәм күптәр өсөн һөҙөмтә көтөлмәгәнсәрәк килеп сыҡты. Ғәмәлдәге ил президенты Николя Саркозиҙы 2-3 процентҡа артта ҡалдырып, Француа Олланд еңеп сыҡты һәм президент итеп һайланды. Яңы президент — Францияның Социалистар партияһы лидеры. Һуңғы 24 йылда социалистар тәүгә еңеү яуланы. Шуға ла уларҙың власҡа килеүен Францияның үҙендә генә түгел, ә башҡа Европа илдәрендә, шулай уҡ АҠШ-та ла һағайып ҡабул иттеләр. Европа илдәре лидерҙары — Германия канцлеры Ангела Меркель менән Бөйөк Британия премьер-министры Дэвид Кэмерон тәүгеләрҙән булып Француа Олландты еңеүе менән ҡотланы. Ҡотлау ихлас күңелдән булғандыр тип әйтеп булмай. Ни өсөн тигәндә, һайлау алды марафонында ике лидер ҙа Николя Саркозиҙы яҡлап сығыш яһап килде. Был юҡтан ғына түгел. Николя Саркози Европа илдәре етәкселәре өсөн бик һығылмалы сәйәсмән булды. Ул күп осраҡта Ангела Меркель менән бер төптән эш итте, Дэвид Кэмерон менән дә уртаҡ тел таба ине. Унан килеп Бөйөк Британияла власта консерваторҙар ултыра. Ә социалист Олландтың тәғлимәте Бөйөк Британиялағы лейбористарҙыҡына теләктәш, рухташ тип әйтергә мөмкин. Шуға ла Француа Олланд башҡа Европа илдәре лидерҙары менән рухи яҡтан яҡынаймаҫ тип көтөлә. Европа союзындағы финанс көрсөктө яйға һалыу өсөн дә Францияның яңы лидерынан күпте өмөт итәләр. Дөрөҫ, ул бюджет сығымдарын ҡыҫҡартыу яғында булыуын белдергәйне инде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Олланд ЕС илдәре лидерҙары менән уртаҡ тел табыуға өлгәшер, моғайын. АҠШ президенты Барак Обама ла яңы француз лидерына ҙур өмөттәр бағлауын белдерә. Барак Обама Француа Олландты май аҙағында үтәсәк “Оло һигеҙ” илдәре саммитында ҡатнашырға саҡырҙы ла инде. Саммит башта Чикаго ҡалаһында НАТО саммиты менән бергә үтергә тейеш ине, һуңынан Барак Обаманың тәҡдиме менән ул АҠШ президентының Кэмп-Девидтағы резиденцияһына күсерелде. Ошондағы осрашыуҙа уҡ Француа Олландты үҙҙәренә яраҡлаштырып, улар йырын йырларҙай сәйәсмән итеп алырҙар әле. Яңғыҙ “һулаҡай”ҙың бер көтөү “уңдар”ға ҡаршы тора алғаны юҡ әле сәйәсәттә. Шул уҡ ваҡытта Мексика президенты Фелипе Кальдерон Француа Олландты “Оло егерме” илдәре саммитына саҡырып та ҡуйҙы. Билдәле булыуынса, “Оло егерме” илдәре саммиты быйыл июндә Мексиканың Лос Кабос ҡалаһында үтәсәк.

Медведев тышҡы сәйәсәт менән дә шөғөлләнмәксе

7 майҙа Владимир Путин рәсми рәүештә ил Президенты вазифаһын үтәй башланы. Дмитрий Медведев Хөкүмәт башлығы итеп тәғәйенләнде. Әле яңы министрҙар кабинеты формалаштырыла. Ошондай шарттарҙа, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү менән бәйләп, Владимир Путин АҠШ-та үтәсәк “Оло һигеҙ” илдәре саммитына барыуҙан баш тартты. Рәсәй исеменән унда Дмитрий Анатольевич ҡатнашасаҡ. “Оло һигеҙ” илдәре составына АҠШ, Рәсәй, Япония, Германия, Франция, Италия, Канада һәм Бөйөк Британия инә. Быға тиклемге саммиттарҙа һәр ваҡыт ил етәксеһе — президент ҡатнашып килә ине. Әле килеп Владимир Путиндың был йоланы боҙоуы Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә сәйерерәк ҡабул ителде. Аналитиктар билдәләүенсә, Владимир Владимирович Барак Обама менән яҡындан осрашмаҫ өсөн саммитҡа барыуҙан баш тартҡан. АҠШ менән Рәсәйҙең бүлешер нәмәһе булмаһа ла, Европа илдәрендә ПРО системаһын урынлаштырырға йыйыныу мәсьәләһендә аңлашылмаусанлыҡтар бар, һәм ул тиҙ генә сиселергә оҡшамай. Сөнки АҠШ-та ошо көндәрҙә генә Европала ПРО системаһын урынлаштырыуға бәйле яңы типтағы ракета һынауын үткәрҙеләр. Был инде уларҙың ПРО системаһынан тиҙ генә дүнергә йыйынмауы хаҡында һөйләй. Дмитрий Медведевтың “Оло һигеҙ” илдәре саммитында ҡатнашасағы уның илдең тышҡы сәйәсәтенән ситләшмәйәсәгенә ишаралай. Дүрт йыл һуҙымында ул бындай мәсьәләләр менән күп шөғөлләнде. Шуға ла Президент был яуаплы миссияны уға ышанып тапшырғандыр. Владимир Путин үҙе иһә июндә “Оло егерме” илдәре саммитында ҡатнашырға иҫәп тота. Ә әле илдә, ысынлап та, кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә тотондо. Бер нисә төбәк башлығының вәкәләттәре алдан туҡтатылды ла инде. Хөкүмәт составы ла байтаҡ яңырасаҡ тип көтөлә.

Тимошенко тәгәрмәскә таяҡ тыҡты

11-12 майҙа Украинаның Ялта ҡалаһында Европа илдәре етәкселәренең саммиты үтергә тейеш ине. Әммә Украинаның элекке премьер-министры Юлия Тимошенко барлыҡ кәрттәрҙе бутап бөтөрҙө. Эйе, тап ул сәбәпсе булды барыһына ла. Билдәле булыуынса, ул былтыр хөкөм ителеп, 7 йылға иркенән мәхрүм ителгәйне. Харьков төрмәһендә туҡмалған тип уның хаҡында шау-шыу ҡуптарҙылар. Ул үҙе лә аслыҡ иғлан итеүе хаҡында белдергәйне. Юлия Тимошенконы эҙәрлекләүҙе туҡтатыуҙы һәм уны иреккә сығарыуҙы талап итеп, Европаның күп кенә илдәре күтәрелеп сыҡты. Украина президенты Виктор Янукович уларҙың талабын үтәмәгәс, Ялтала үтергә тейешле саммитта ҡатнашыуҙан баш тарттылар. Тимошенконы яҡлаусы илдәр иҫәбенә Германия, Эстония, Латвия, Чехия, Австрия һәм Италия инә. Ошо илдәрҙең етәкселәре килмәҫен белгәс, Виктор Янукович Ялтала саммитты бөтөнләй үткәрмәҫкә булды. Хәйер, уның үткәрелеү ваҡыты билдәһеҙ срокка күсерелде. Ошо мәлдән файҙаланып, Юлия Тимошенко бер аҙға ғына булһа ла төрмәнән сығырға форсат тапты. Сәләмәтлегенә ныҡ зарланғас, уны ябай дауаханаға һалғандар. Төрмәгә ҡасан ҡайтарырҙары әлегә билдәһеҙ.

ШОС киңәйә

“Оло һигеҙ”, “Оло егерме” илдәре саммитына яуап итеп, ШОС берләшмәһе лә үҙенең әүҙемлеген күрһәтеп алмаҡсы булды, күрәһең. Июнь башына уларҙың да осрашыуы билдәләнгән. ШОС (Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы) берләшмәһе сағыштырмаса йәш (2001 йылда барлыҡҡа килде) һәм “Оло егерме” илдәре менән ярыша алмай. Был берләшмәгә Рәсәй, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм Үзбәкстан инә. Һуңғы ваҡытта ул үҙ даирәһен киңәйтә башланы тип әйтергә мөмкин. ШОС етәкселәренең осрашыуында күҙәтеүсе сифатында Һиндостан, Иран, Монголия һәм Пакистан ҡатнашып килә ине. Ә Белоруссия менән Шри-Ланка диалог буйынса партнер булып иҫәпләнде. Июндәге осрашыуҙа ШОС-ҡа Төркиә менән Афғанстанды ла йәлеп итмәкселәр. Шулай итеп, Азия һәм өлөшләтә Европа төбәгендә бик ҡеүәтле берләшмә барлыҡҡа килә.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радий Хәбиров ғәфү үтенде

Радий Хәбиров ғәфү үтенде 18.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттәге оператив...

Тотош уҡырға 178

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар 18.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алкоголле эсемлектәрҙе һатыу рөхсәт ителгән йәште 18-ҙән 21...

Тотош уҡырға 33

Дмитрий Медведев баһа бирҙе

Дмитрий Медведев баһа бирҙе 14.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан стендын...

Тотош уҡырға 79

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине 14.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфө ҡала Советы ултырышында ҡатнашты....

Тотош уҡырға 51

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә 14.02.2019 // Сәйәсәт

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 59

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ 13.02.2019 // Сәйәсәт

Филиппин башлығы Родриго Дутерте илдең исемен "Махарлика Республикаһы" тип үҙгәртеү ихтималлағы...

Тотош уҡырға 84

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш 13.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт советының Ҡазанда Рәсәй...

Тотош уҡырға 80

20 февралдә була...

20 февралдә була... 11.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин шаршамбы, 20 февралдә, Федераль Йыйылышҡа 15-се Мөрәжәғәтнамә менән...

Тотош уҡырға 164

Мәҙәниәт усағына – федераль грант

Мәҙәниәт усағына – федераль грант 08.02.2019 // Сәйәсәт

Учалы районының Ҡунаҡбай мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй”партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте“ проекты...

Тотош уҡырға 73

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй?

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ғарифулла Япаров менән әңгәмәлә (“Крәҫтиәндең тамырына...

Тотош уҡырға 72

Туғандарҙы ниндәй  зәхмәт һуҡты?

Туғандарҙы ниндәй зәхмәт һуҡты? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ситтән бер ҡараш. Днепр ярҙарына онотҡанда бер генә юл төшһә лә, һуңғы йылдарҙа Украина, булмышыбыҙ...

Тотош уҡырға 105

Ишембайға кем етәкселек итәсәк?

Ишембайға кем етәкселек итәсәк? 07.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Азамат...

Тотош уҡырға 108