Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хаҡлыҡ – халыҡ араһында
Республика етәксеһе төбәгебеҙҙең көньяҡ-көнсығыш райондарында булды.

“...Өйҙә”. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарына сәфәре башында социаль селтәрҙәге шәхси битенә тап ошо йылы һүҙҙе яҙып, әлеге төбәктәге илаһи матурлыҡты, ихласлыҡты сағылдырған бер нисә фотоһүрәт ҡуйыуы шунда уҡ бөтөн халыҡты йәнләндереп ебәрҙе. Бына күл буйындағы иртәнге һиллек, ситенә күләүек йыйылған батҡаҡлы юл, етәксе менән күрешергә ҡул һонған ябай ауыл малайы... Эйе, нисек бар – шулай, бер ниндәй ҙә ялғанлыҡ юҡ. “Алдан инструкция үткәрелмәгән кешеләр менән аралашасаҡмын. Һәр сәфәрҙән аныҡ һөҙөмтә яһап, кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән аныҡ ҡарарҙар ҡабул итәсәкмен”, – тип белдергәйне бит алдан етәксе.

Әбйәлилдәрҙең күрһәтер уңыштары һәм “шаршау артындағы” аһ-зарҙары

Әбйәлилгә еткәс үк даны тирә-яҡҡа таралған “Яҡтыкүл” шифаханаһы урынына төпкөлдәге Рәхмәт ауылына юлланыуы Радий Фәрит улының төп маҡсатын асыҡ сағылдырҙы.

– Төбәк етәксеһе беҙҙең мәктәпкә килер тип бөтөнләй уйламағайныҡ, – тип белдерҙе бындағы белем усағы директоры Зөһрә Әхмәҙиева. – Килде, барыһы хаҡында ла белеште, проблемаларҙы һорашты. Беҙҙе иң ныҡ борсоғаны шул: ауылға газ үтеүгә ҡарамаҫтан, мәктәп һаман күмер менән йылытыла. Был ифрат ҡиммәт, йылына ярты миллион һумдан ашыуға барып баҫа.

Радий Хәбиров урындағы етәкселеккә был мәсьәләне хәл итергә – мәктәпкә газ үткәреү эшен тиҙләтергә ҡушты.

Ауылдағы проблема был ғына түгел, әлбиттә. Рәхмәттәр төбәк етәксеһенә юлһыҙлыҡҡа ла зарланды. Урындағы депутат Исрафил Йәнсәйетов әйтеүенсә, “Ташбулат” тимер юл станцияһынан Белорет – Учалы трассаһына ҡәҙәр 51,4 саҡрым арауыҡта юл һалырға кәрәк. Ул Әбйәлил менән Учалы райондарындағы 14 ауылды транспорт бәйләнеше менән тәьмин итәсәк. Халыҡ был юлды уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарынан бирле көтә. Әлеге һөйләшеү һөҙөмтәһендә Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә мәсьәләне тикшереп, тейешле тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Юл менән бергә мәктәп автобустарының торошо ла борсой халыҡты. Мәҫәлән, Күсем руднигындағы белем усағына эргә-тирәләге биш ауылдан уҡыусыларҙы ташыған транспорт сараһының ҡулланылыу ваҡыты күптән уҙған. Директор Ынйы Төлкөбаева әйтеүенсә, автобус инде тиҫтә йылдан ашыу файҙаланыла. “Балаларҙың именлеге өсөн аҡса йәлләргә ярамай” тигән принципта торған Радий Фәрит улы, белем усағы коллективы, шулай уҡ транспорт водителе менән ныҡлы һөйләшкәс, район башлығына мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү бурысын ҡуйҙы: йыл аҙағына тиклем уҡыусылар өр-яңы автобусҡа ултырырға тейеш.

Именлек тигәндән, урындағы дауахана­ларҙың, фельдшер-акушерлыҡ пунктта­рының торошо, уларҙа хеҙмәтләндереү кимәле хәл итәһе төп мәсьәлә булып тора. Радий Хәбиров Әбйәлилдә был проблема менән тағы ла яҡынданыраҡ танышты. Мәҫәлән, ун ауылдан өс меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндергән Байым участка дауаханаһында терапевт һәм табип-стоматолог юҡ. Шунлыҡтан ошо тирәләге халыҡ 80 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Асҡарға йөрөргә мәжбүр.

Дөйөм алғанда, бында 21 белгес хеҙмәт күрһәтә, фельдшер Флүзә Миңлебаева әйтеүенсә, сирлеләрҙе дауалау өсөн бөтөн шарттар бар. Төбәк етәксеһе медицина кабинеттарын үҙе ҡарап сыҡты, тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙағы ауырыуҙар менән һөйләшеп, бындағы шарттар, туҡландырыу сифаты хаҡында фекерҙәрен тыңланы, тейешле дарыуҙар етерлекме икәнен һорашты. Һөҙөмтәлә Радий Хәбиров баш табипҡа медицина учреждениеһында балаларҙы хеҙмәтлән­дереү мәсьәләһен кисекмәҫтән хәл итеү бурысын ҡуйҙы.


– Эйе, ауыл халҡы өсөн ҡаланыҡыларҙан кәм булмаған дауалау шарттары булды­рылырға тейеш. Төбәк етәксеһенең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә тәү сиратта иғтибар биреүенә шатланып бөтә алмайбыҙ, – тине фельдшер Флүзә Миңлебаева. – Тармаҡта проблема шул ҡәҙәр күп өйөлгәйне бит. Хәҙер был мәсьәләләрҙең хәл ителеренә күңелдә ҙур ышаныс тыуҙы.

Әйткәндәй, Байым дауаханаһы ҡарама­ғында орфан сирҙәренән яфаланған ике ауырыу бар, улар закон буйынса тейешле ҡиммәтле дарыуҙарҙы ала алмай. Радий Фәрит улы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселегенә был мәсьәләне тикшерергә ҡушты.

Байымдағы дауаханаға косметик ремонт үткәрелгән, ә бына Ҡырҙастағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына тап ошо йәһәттән иғтибар кәрәк: бина иҫкергән, яңыртыу көтә. Медицина учреждениеһы 670 кешене хеҙмәтләндерә, тейешле дарыуҙарҙы ваҡытында алып торалар, “Ашығыс ярҙам” машинаһы кәрәкле ваҡытта тиҙ килеп етә.

Ҡырҙаста Радий Хәбиров халыҡ менән осрашып, уларҙың башҡа проблемаларын да тыңланы. Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – йорт төҙөүгә ағас алыуҙың ҡатмарлы­лығы. “Бының өсөн алты-ете йыл сиратта торорға кәрәк, – тип зарын еткерҙе халыҡ төбәк етәксеһенә. – Урман эсендә йәшәп, өйҙө ағастан һалыу мөмкинлегебеҙ юҡ. Ваҡытты һуҙмаҫ өсөн шлакоблоктан төҙөргә мәжбүрбеҙ”.

Радий Фәрит улы был мәсьәләне тәрән өйрәнеп, аҙаҡ уның буйынса ҡарар ҡабул итәсәген әйтте. Ғөмүмән, Ҡырҙас халҡының шатлығы сикһеҙ.

“Республика етәксеһенең беҙҙең менән ихлас аралашыуы оҡшаны, – тине, мәҫәлән, Радмир Солтанбаев. – Радий Фәрит улы бар проблемаларыбыҙҙы ентекле тыңланы, уларҙы тәүҙә ныҡлы өйрәнеп, шунан ҡарар ҡабул итәсәген әйтте. Осрашыуҙан күңелдәрҙә шул ҡәҙәр ыңғай тәьҫорат ҡалды”.


Медицина ғына түгел, мәҙәниәт учреждениелары биналарының араһында ла ҡот осҡос хәлдәгеләр бар икән. Мәҫәлән, Дәүләт ауылындағы мәҙәни-ял үҙәгенең исеме есеменә бөтөнләй тап килмәй: ул күптән ремонтҡа мохтаж, емерелергә тора. Клубты реконструкциялау мөмкинлеге бармы-юҡмы икәнен билдәләү өсөн экспертизаға заказ бирелгән.

– Экспертизаның һөҙөмтәһе кире булһа, бинаны тиҙ арала ябығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Яңы мәҙәни-ял үҙәген мотлаҡ төҙөйәсәкбеҙ. Тик ул комплекслы буласаҡ: үҙ эсенә клубты ғына түгел, фельдшер-акушерлыҡ пунктын, почтаны, китапхананы һәм башҡа учреждениеларҙы аласаҡ. Был объектты программаға индереп, киләһе йыл проектлау эшен башлайбыҙ.


Төбәк етәксеһе дәүләттәр менән дә осрашып, юл инфраструктураһы, социаль объекттар төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса һөйләште.

“Республиканың мөмкинлектәре бар, ярҙам итәсәкбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.


Юл тигәндән, туристар ҙа бит иң тәүҙә ошо йәһәттән уңайлылыҡҡа иғтибар бирә. Магнитогорск металлургия комбинатының тау саңғыһы комплексында һүҙ ошо йүнәлештә дауам итте. Яҡтыкүл буйында урынлашҡан ял йорттарын, Белорет районындағы “Морат” тау саңғыһы комплексын да үҙ эсенә алған курорт зонаһы йылына 650 мең туристы ҡабул итә. Төбәк етәксеһе етәкселеккә эшмәкәрлекте артабан нығытыу, 2022 йылға тиклем турис­тарҙың һанын арттырыу бурысын ҡуйҙы һәм киләсәктә ошо төбәктә индустрияны үҫтереү йәһәтенән махсус кәңәшмә буласағын әйтте.

– Радий Фәрит улы шифахана-курорт өлкәһен камиллаштырыу мәсьәләһен тәрән төшөнөп эш итә. Был йәһәттән ҡайһы бер һорауҙарҙы һәм хәл итәһе мәсьәләләрҙе айырым осрашҡанда тикшерергә һөйләштек, – тине “ММК – Курорт” идарасы компанияһы идаралығының коммерция буйынса етәксеһе Максим Ясько.


Белеүебеҙсә, Әбйәлилдә ауылдар матур, халыҡ тырышып донъя көтә. Асҡарҙың “Көнсығыш 1” биҫтәһе лә – быға аныҡ миҫал. Кешеләр бында бөтөн көсөн һалып, гөрләтеп йәшәй. Тик шуныһы: мәктәп юҡ һәм юлға асфальт һалынмаған. Һөҙөмтәлә бындағы ата-әсә (ә уларҙың күпселеген йәш ғаиләләр тәшкил итә) балаларын район үҙәгендәге Таһир Кусимов исемендәге гимназияла уҡытырға мәжбүр. Уҡыусылар автобуста йөрөй, ике сменала белем ала, тимәк, һуң әйләнеп ҡайта. Төбәк етәксеһе был мәсьәләләр буйынса Хөкүмәткә тейешле бурыстар ҡуясағы хаҡында әйтте.

Унан Радий Фәрит улын урындағы хеҙмәт ветераны Наилә Хажиәхмәтова үҙенә ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Табын янында республика етәксеһе инәйҙән йәшәү шарттары, поликлиника эшмә­кәрлеге хаҡында ҡыҙыҡһынды. Хужа­бикә мал тотмауы, пенсия аҡсаһына көн итеүе хаҡында һөйләне, Радий Фәрит улына республика мәнфәғә­тендәге хеҙмәтендә уңыштар теләне.

Инәйҙең биш бала тәрбиәләгән күршеһе Раушания Мәғәфүрова иһә төбәк етәксеһенә фермерлыҡ менән шөғөлләнеү теләге тураһында әйтте, тик лизинг мәсьәләһе буйынса кемгә мөрәжәғәт итергә белмәүен еткерҙе.

– Үҙ эшен асырға теләгән ошондай ғаиләләргә ныҡлы иғтибар итергә, уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә кәрәк, – тип ҡушты район етәксеһенә Радий Хәбиров.



Өмөт һәм ышаныс менән йәшәй баймаҡтар

Баймаҡ районының ҡунаҡсыл, алсаҡ Темәс ауылы халҡы Радий Хәбировты тулҡынланып, ҙур ышаныс бағлап көтөп алды, тип әйтеү генә аҙ булыр төҫлө. Оло дәрәжәле, республика киләсәге өсөн яуаплы етәксе менән күҙмә-күҙ ҡарашып, үҙеңде генә түгел, бөтә яҡташтарыңды борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, һорауҙарыңа яуап алыу мөмкинлеге — һирәктәр өлөшөнә төшкән көмөш. Ә баймаҡ­тарҙың бөгөн күңелдәре тулышҡан, эстәрендә йылдар буйы йыйылған хәсрәтле уйҙарын кем менәндер уртаҡлашырға теләгән мәлдәре... Ололарҙың күҙ йәштәрен йәшерергә тырышып, ара-тирә һөрткөләп ҡуйыуы ла, хатта Темәс ағинәйҙәренең дәрәжәле ҡунаҡты ҡосаҡлап алыуы ла ғәйеп һаналманы, бөтәһе лә ихлас, бөтәһе лә кешесә...

Эшһеҙлек проблемаһы, республика­ның башҡа төбәктәрендәге кеүек, Баймаҡ районына ла хас күренеш. Ир-ат аҡса табыу өсөн вахта ысулы менән Көнбайыш Себер тарафтарына юл тота, йыш ҡына шул сәбәпле ғаилә­ләр тарҡала, балалар атай тәрбиәһенән мәхрүм ҡала. Халыҡтың “ауыртҡан” ерҙәре ифрат күп: участка дауахана­һында ни бары өс койка-урын ҡалған, урындағы дарыухана ябыҡ, сөнки фармацевт-провизор юҡ. Дауаханала табиптар етешмәй, тик ни өсөндөр белгестәргә ҡытлыҡ булыуын белеп тә, “Ауыл докторы” программаһына ярашлы, вәғәҙә ителгән 1 миллион һум аҡса эшкә килгән йәш табиптарға ваҡытында бирелмәгән. Хәҙер инде улар эшкә ҡалаға юл тотҡан...

Элек-электән тарихы, эшһөйәрлеге, иҡтисады, рухи көсө менән бөтә республикала киң билдәле Темәстең ошондай хәлгә төшөүе аяныслы. Ауылда бына тигән мәҙәни-ял үҙәге, бөтә тейешле ҡорамалдары булған спорт залы барлығына ҡарамаҫтан, тренерҙар ҙа, инструкторҙар ҙа юҡ. Шул сәбәпле ҙур көс һәм сығымдар түгеп төҙөлгән мәҙәни үҙәктә спорт секциялары эшләмәй.

— Бөтә проблемаларҙы ла бер юлы хәл итеп булмай, шуға күрә мин һеҙҙе сабыр булырға саҡырам. Әммә бер нәмәне аныҡ вәғәҙә итәм: намыҫлы һәм ғәҙел эшләйәсәкмен һәм шуны үҙемдең ҡул аҫтындағыларҙан да талап итәсәкмен. Был урындағы хакимиәт башлыҡтарына ла ҡағыла. Мин тәртип урынлаштырасаҡмын һәм һеҙ яҡшы йәшәһен өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын, — тине Радий Хәбиров, темәстәргә мөрәжәғәт итеп.


Ауыл халҡы етәксегә күңелдәрҙә яҡшы тормошҡа өмөт ҡуҙы ҡабыҙған йылы мөғәмәлә өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе һәм эшендә ҙур уңыштар теләне.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы халҡыбыҙҙың оло тарихын үҙендә һаҡлаған, 1985 йылда барлыҡҡа килгән тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла булды. Музей урынлашҡан йорт, 1919 йылдың февралендә I Бөтә башҡорт хәрби съезы булып, унда Башҡорт автономиялы совет республикаһы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе менән иҫтәлекле. Һайланған ваҡытлы революция комитеты (Башревком) Хөкүмәт полномочиеларына эйә була. 2001 йылда музей алдында Әхмәтзәки Вәлидигә бюст ҡуйыла, ә 2010 йылда бина үҙгәртеп ҡорола, яңы экспозициялар менән байытыла. Илебеҙҙең һәм республика­быҙҙың ошондай бай тарих биттәрен сәсмәй-түкмәй ҡәҙерләп һаҡлаған халыҡтың, яҡты киләсәк өсөн көрәшкән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең эҙҙәре һаҡланған төбәктең өмөттәре аҡланырына ышанғы килә.

Аҡһаҡалдар кәңәш итә

Иҫән ауылының “Ирәндек” турбаза­һында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы райондың арҙаҡлы шәхестәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, хеҙмәт алдынғылары менән осрашты. Һөйләшеү барышында улар байтаҡ етди мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты: Урал аръяғы агросәнәғәт комплексын тергеҙеү, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуҙы субсидиялау, юл, социаль, туристик инфраструктураны үҫтереү, “һуғыш балалары”на адреслы ярҙам һәм башҡалар. Беренсе Башҡорт Хөкүмәте ағзалары иҫтәлеген мәңгеләштереү тәҡдимен дә күтәреп сыҡты ветерандар. Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарын тоташтырыу өсөн 52 ки­лометрлыҡ Сибай — Күсей — Хәлил юлын төҙөүҙең мөһимлегенә лә баҫым яһалды. Һөҙөмтәлә 11 тораҡ кешеләре транспорттан файҙаланыу мөмкин­легенә эйә буласаҡ, ти баймаҡтар.

Радий Хәбиров оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәте менән яҡташтарын ҡыуандырып йәшәгән өлкәндәргә, ветерандарға күрһәткән оло ышаныстарына рәхмәт белдерҙе, уларҙың фекеренең үҙе өсөн мөһимлеген билдәләне.

Темәс ерендә ситтән килгән йүнселдәрҙең тау-урманды соҡоп, таш сығарыуы менән дә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе осрашыуҙа ҡатнашыусылар. Күбеһенең рөхсәт ҡағыҙы булмай тороп, карьерҙарҙа таш сығарыуын дауам иткән “эшҡыуарҙар”ҙы нисек туҡта­тырға? Радий Фәрит улы был проблема менән таныш булыуын белдерҙе, мотлаҡ был хәлгә сик ҡуйыласағы, таш сығарыу менән рөхсәт алған кешеләрҙең генә шөғөлләнәсәгенә ышандырҙы.

Ветерандар менән осрашыуҙа ул Темәс эргәһендәге тәбиғи таш сығарыл­ған карьерҙа булыуын һөйләне.

“Һеҙҙе талайҙар: бөтә биләмә ҡаҙып бөтө­рөлгән, таш сығарыуҙы вәхшиҙәрсә ысул менән алып баралар, был урын­дарҙың бөтә тәбиғи матурлығын боҙғандар, экологияға зыян килтер­гәндәр. Мин был йүнһеҙлекте ашығыс рәүештә туҡтатырға күрһәтмә бирҙем. Карьерҙарҙы үҙләштереүгә ҡаршы түгелмен, әммә эш цивилизациялы алып барылырға, шуның менән бергә табыштың төп өлөшө район проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелергә тейеш”, — тип билдәләне етәксе.


“Аҡса табырбыҙ һәм төҙөрбөҙ”

Сәфәр барышында Радий Хәбиров Баймаҡтағы балалар поликлиникаһына ла һуғылды. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибы Альберт Тутаев медицина учреждениеһына өҫтәмә майҙандар талап ителеүен белдерҙе. Әлегә кескәй пациенттар сиратта оҙаҡ көтөп ултырырға мәжбүр. Табиптар ҙа етешмәй, педиатрҙарға ла, тар белгестәргә лә ҡытлыҡ бар.

— Мин ялыуҙар күп булғанға күрә йөрөйөм, былай эш бармаясаҡ, — тине етәксе. — Поликлиника буйынса эш ҡушырмын — аҡса табырбыҙ һәм төҙөрбөҙ.


Радий Хәбиров яңы медицина учреждениеһы төҙөүгә ике йыл китәсәген, ә кадрҙар мәсьәләләрен бөгөндән хәл итеү кәрәклеген белдерҙе.

— Был етди проблема: алты мең балаға ни бары ике педиатр! Һеҙгә күрһәтмә бирәм — табиптар эҙләгеҙ, — тип мөрәжәғәт итте ул Баймаҡ районы хакимиәте башлығына.



Хәлең нисек, Хәйбулла?

Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Хәйбулла районында ла туҡтап, социаль объекттарҙа булды, урындағы халыҡ менән аралашты.
Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында төбәк етәксеһе тәү сиратта көнүҙәк проблемаларҙың береһе – кадрҙар мәсьәләһе – менән ҡыҙыҡһынды. Учреждениеның баш табибы Виктор Семко әйтеүенсә, бында педиатрҙар, терапевтар, тар йүнәлешле белгестәр етешмәй, фельдшерҙар талап ителә. Радий Фәрит улы шулай уҡ медицина ҡорамалдары, дауахана автопаркы менән дә ҡыҙыҡһынды.

Кадрҙар проблемаһын хәл итеүҙең иң һөҙөмтәле ысулдарының береһе – белгестәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү, уларға ер участкаһы бүлеү, төҙөлөш өсөн льготалы кредит юллашыу. Ошо йәһәттән баш табип әле Башҡортостан дәүләт медицина университетында кардиолог һөнәрен үҙләштергән Йәмән студенты менән һөйләшеүҙәр алып барғанын, әгәр килешә алһалар, ҡояшлы илдән килгән белгестең Аҡъяр халҡын йөрәк сирҙәренән дауалаясағын әйтеп үтте.

Дауахананан һуң Радий Хәбиров урындағы мәҙәниәт йортона йүнәлде. Учреждение алдында төбәк етәксеһен урындағы халыҡ көтөп торған. Улар көнүҙәк проблемаларҙы ишеттерҙе: район үҙәгендәге мәктәптәр барлыҡ балаларҙы ла һыйҙыра алмағанлыҡтан, улар ике сменала уҡый, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ауылдарҙағы белем биреү учреждениелары, аҙ комплектлы мәктәптәрҙе финанслау нормативтарына тап килмәй тигән сәбәп менән, ябылып бөткән. Өҫтәүенә халыҡты эсәр һыу, эшһеҙлек, хеҙмәт миграцияһы мәсьәләләре лә борсоғаны асыҡланды.

– Көньяҡ райондарға махсус рәүештә килдем һәм ҡайһы бер ғәмәлдәр минең өсөн асығыраҡ була бара, – тине Радий Хәбиров осрашыуҙа. – Медицина, төҙөлөш тармаҡтары менән етди шөғөлләнәсәкбеҙ, район биләмәһендәге предприятиеларҙың эшмәкәрлегендә тәртип булдырасаҡбыҙ. Кисә тәбиғи таш эшкәрткән урындарҙа булдым. Райондарҙы асыҡтан-асыҡ талау бара, тип иҫәпләйем, шул иҫәптән һеҙҙекен дә. Беҙгә мәсьәләләрҙе аҡыл менән, тыныс хәл итергә кәрәк. Бының өсөн көсөм дә, тәжрибәм дә етерлек.


Аҡьяр халҡы төҙөлөп бөтмәгән район мәҙәниәт йорто проблемаһын да күтәрҙе. Әлеге бина 1964 йылда һалынған, 240 урынға иҫәпләнгән, ул күптән инде мәҙәниәт һөйөүселәрҙең барыһын да бер юлы һыйҙырып бөтә алмай, өҫтәүенә туҙған да. 2004 йылда 500 урынға иҫәпләнгән яңы бина төҙөй башлағандар, әммә күпмелер ваҡыттан эш туҡтап ҡалған. Былтыр объект муниципаль милеккә күскән. Хәҙер иһә заман талаптарына ярашлы яңы проект булдырыу талап ителә.

– Күрһәтмә бирәсәкмен: программаға индерәсәктәр, төҙөлөш дауам ителәсәк. Һеҙгә республика Хөкүмәте рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары килер. Ул – тәжрибәле кеше. Шунан аныҡ ҡарар ҡабул итербеҙ, – тине Радий Фәрит улы мәҙәниәт йорто проблемаһы буйынса.


Төбәк етәксеһе район үҙәгендәге китапханала ла булды. Был учреждение республикала тәүгеләрҙән булып Б.Н. Ельцин исемендәге Президент китапханаһына ситтән тороп тоташыу мөмкинлеген алған. Бында йәштәр ҙә, ололар ҙа күпләп йөрөй, әммә иркенләп китап-журнал менән танышыу, виртуаль китапханала эшләү өсөн заман талаптарына ярашлы уҡыу залы ойоштороу фарыз.
Ейәнсура приютында тәрбиәләнеүсе Өфөгә киләсәк

Артабан Радий Хәбиров Ейәнсура районында булып, урындағы социаль һәм инфраструктура объекттары, ауыл хужалығы предприятиелары эшмәкәр­леге менән танышты.

“Маяҡ” йәмғиәтендә Башҡортостанда берҙән-бер һарыҡсылыҡ кластеры үҫтерелә. Предприятие 2012 йылда ойошторолған, 2015 йылда волгоград тоҡомло һарыҡтарҙың нәҫел репродуктологы статусын яулаған. Ошо ваҡыт арауығында 157 миллион һум инвестиция үҙләштерелгән. Әле хужалыҡта туғыҙ мең баш самаһы мал бар, улар райондың дүрт биләмәһендә – Аҡҡондоҙ, Башҡорт Самаҙыһы, Таҙлар, Кинйәбулат ауылдарында урынлашҡан фермаларҙа тотола.

“Маяҡ” – республикала агрофранчайзинг ысулы ҡулланылған хужалыҡ­тарҙың береһе. Ҡышҡылыҡҡа малдар­ҙың бер өлөшө подряд килешеүе нигеҙендә крәҫтиән (фермер) һәм шәхси хужалыҡтарға тапшырыла. Яҙ еткәс, 80 проценты кире “Маяҡ”ҡа ҡайтарыла, башҡаһы һарыҡтарҙы ҡышлатҡан хужаларға ҡала.

Әле предприятиела 70 кеше эшләй. Бында мал аҙығы әҙерләү, йөн етеш­тереү менән дә шөғөлләнәләр.
Әммә өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалырға ярамай. Предприятие артабанғы үҫеш юлын льготалы кредит юллауҙа ла күрә. Ошо аҡсаға өс мең баш инә һарыҡ, тиҙ төҙөлә торған ангарҙар, техника һәм инвентарь алырға, ит, йөн эшкәртеү цехы булдырырға ниәтләйҙәр.

Радий Фәрит улы предприятиеның эшен ыңғай баһаланы, “Маяҡ” миҫалында һарыҡсылыҡтың килемле була алыуын билдәләне.

Иҫәнғол ауылында Радий Хәбиров Дуҫлыҡ паркында туҡталды. Был – район үҙәге халҡы иң күп йөрөгән урындарҙың береһе, тап ошонда төрлө саралар, байрамдар уҙғарыла. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса, әле унда реконструкция эштәре бара, ремонт тамамланыу өҫтөндә. Шулай уҡ парктың Дан аллеяһында Ейәнсура районында тыуып үҫкән алты Советтар Союзы Геройына бюстар, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә обелиск ҡуйыласаҡ.

Радий Фәрит улы, паркта балалар өсөн дә уңайлы шарттар булдырылырға тейеш, тине, район хакимиәте башлығына улар өсөн яңы майҙансыҡ ойошторорға, футбол яланын хәстәрләргә ҡушты.


Артабан төбәк етәксеһе Иҫәнғол ауылында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн булдырылған социаль приютҡа юлланды. Бында Ейәнсура һәм Йылайыр райондарынан йыйылған 23 бала тәрбиәләнә. Уларҙың барыһы ла – ауыр тормош хәленә юлыҡҡан, күпте күргән-кисергән балалар.

Радий Хәбиров приюттағы шарттар менән танышты, һөҙөмтәлә бинаға капиталь ремонт яһау кәрәк тигән фекерҙе хупланы, ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе. Артабан балалар менән аралашты, улар менән бергә сәй эсте. Ә 6-сы класта уҡыған, шиғырҙар яҙған һәләтле ҡыҙ Айгүзәл Аҙнабаева төбәк етәксеһенән Өфөгә саҡырыу алды. “Башҡортостандың әҙәби мәктәбе” ижади конкурсында еңгән ҡыҙ баш ҡалала Радий Фәрит улының эш кабинетында буласаҡ, уның өсөн Өфөлә экскурсия ойоштороласаҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Француздар Шүлгәнташ менән таныша

Француздар Шүлгәнташ менән таныша 20.11.2018 // Сәйәсәт

Париждағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәге майҙансығында республикабыҙҙың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлегенең...

Тотош уҡырға 34

Ленин һәм Совет райондарында яңы етәксе

Ленин һәм Совет райондарында яңы етәксе 20.11.2018 // Сәйәсәт

Өфө ҡалаһы ҡала округының ике районына яңы етәксе тәғәйенләнде....

Тотош уҡырға 63

Беҙҙән түләтәләр, ә дәүләткә  ниңә түләмәйҙәр?

Беҙҙән түләтәләр, ә дәүләткә ниңә түләмәйҙәр? 20.11.2018 // Сәйәсәт

Рөхсәтһеҙ пассажир ташыусыларҙы тәртипкә күндереү дауам итә....

Тотош уҡырға 48

Илһөйәрлек – ҡаныбыҙҙа

Илһөйәрлек – ҡаныбыҙҙа 20.11.2018 // Сәйәсәт

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында “2016 – 2020 йылға Рәсәй Федерацияһы граждандарында...

Тотош уҡырға 37

"Төҙөлөш сәғәте" һуҡты

"Төҙөлөш сәғәте" һуҡты 19.11.2018 // Сәйәсәт

Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров "Төҙөлөш сәғәте" кәңәшмәһен үткәрҙе. Бындай...

Тотош уҡырға 57

Туймазы тәмлекәстәре  –  Ҡытайҙа

Туймазы тәмлекәстәре – Ҡытайҙа 19.11.2018 // Сәйәсәт

Шанхайҙа Беренсе Ҡытай халыҡ-ара импорт тауарҙары күргәҙмәһе асылды. Унда донъяның 130 дәүләте...

Тотош уҡырға 53

Уҡытыусыларға – милли система

Уҡытыусыларға – милли система 17.11.2018 // Сәйәсәт

Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәғариф һәм...

Тотош уҡырға 89

Радий Хәбиров бала хоҡуҡтары буйынса вәкил менән осрашты

Радий Хәбиров бала хоҡуҡтары буйынса вәкил менән осрашты 17.11.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 59

Хаталар өҫтөндә эш дауам итә

Хаталар өҫтөндә эш дауам итә 16.11.2018 // Сәйәсәт

“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы республика Законын тормошҡа ашырыу...

Тотош уҡырға 93

“Йылмайып хәтерләрбеҙ әле...”

“Йылмайып хәтерләрбеҙ әле...” 16.11.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа шәмбе, 17 ноябрҙә, ул юлланасаҡ...

Тотош уҡырға 107

Милли сәйәсәт өлкәһе белгестәре белемен камиллаштырҙы

Милли сәйәсәт өлкәһе белгестәре белемен камиллаштырҙы 16.11.2018 // Сәйәсәт

Өфөлә Волга буйы федераль округының милли сәйәсәт өлкәһе белгестәре өсөн өс көнлөк уҡыу семинары...

Тотош уҡырға 56

“Инвестиция сәғәте”ндә эшлекле һөйләшеү уҙҙы

“Инвестиция сәғәте”ндә эшлекле һөйләшеү уҙҙы 16.11.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика йортонда “Инвестиция...

Тотош уҡырға 57