Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Проект һынау үтерме?
Өфөлә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса “Рәсәй терәге” дөйөм Рәсәй ижтимағи ойошмаһы лидерҙарының XIII съезы үтте.

Эшлекле осрашыуҙа республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Республикала бизнесты үҫтереүҙә тейешле шарттар булдырылған. Мәҫәлән, күп күрһәткестәр, шул иҫәптән кесе эш­ҡыуарлыҡ иҫәбе йәһәтенән Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында лайыҡлы урын биләй. “Рәсәй терәге”нең һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлегенә күҙ һалғанда, ижтимағи ойошмалар менән берлектә бизнесты үҫтереүгә ярҙамын, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүен күрергә мөмкин. Был беренсе сиратта үҙ эшеңде асҡанда административ кәртәләрҙе кәметеү йәһәтенән әүҙем, һөҙөмтәле эш менән аңлатыла.

Бөгөн Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡта 147 мең кеше мәшғүл. “Рәсәй терәге” президенты Александр Калинин был һандың төбәк өсөн ярайһы күп булыуын билдәләне, шулай уҡ уларҙың проблемаларын телгә алды. Йәшерен-батырын түгел: үҙ эшен асыусылар төрлө ҡыҫырыҡлауға дусар. Был һалым түләү, административ кәртәләр, тышҡы баҙарға сыға алмау, дәүләт һатып алыуҙарында сикләнгәнлек.
Әлбиттә, дәүләт ярҙамы бар, улар милли проекттарҙа һалынған һәм шаҡтай күләмдә финанс менән нығытылған.

Алдағы алты йылда 600 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Ул биш федераль проектта тупланған. Һәр йылға аныҡ һалынған, һө­ҙөм­тә күрһәткестәренә яуаплы кешеләр бер­кетелгән. Шуның яртыһынан күберәген төбәктәр аласаҡ, – тине Александр Калинин.

Йыйында илдең тулайым эске продуктына кесе эшҡыуарлыҡтың өлөшөн артты­рыу мөмкинлеге хаҡында ла фекер алышыу булды. Һуңғы дүрт йылда ул 18-ҙән 22 про­центҡа еткән. Хәҙер эшҡыуарҙар бер­ҙәм­легенә был күрһәткесте ике тапҡырға күбәйтеү һәм уны 40 процентҡа тиклем ет­кереү бурысы ҡуйыла. Әлбиттә, бының өсөн халыҡ ихтыяжын арттырыу мөһим. Әммә был юҫыҡта шаҡтай проблемалар бар.

– Беҙ шәхси эшҡыуарлыҡтың күп аҡсаһын алып еткермәйбеҙ. Бөгөн 25 триллион һум аҡса банк депозиттарында ята. Был йүнәлештә Дәүләт Думаһы һәм төбәктәр депутаттарына эшләргә кәрәк, – тине “Ресәй терәге” етәксеһе.

Ҡытай менән иҡтисади бәйләнештәрҙе лә нығытыу үҫеш өсөн бер баҫҡыс булыр ине. Шул уҡ ваҡытта күрше илгә Рәсәй төбәктәренән тура рейстар юҡ. Һөҙөмтәлә бизнес-проекттар Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ятып бурһый.

Сығыш яһаусы Рәсәй эксперт үҙәгенә лә дәғүәһен белдерҙе. Мәҫәлән, эшҡыуар­ҙар яңы технологиялар алыр өсөн күргәҙмә­ләргә барыу ғына түгел, ә экспортҡа оҙата алырҙай продукцияһын да күрһәтеү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш.

Съезда шулай уҡ кесе эшҡыуарлыҡҡа кредит биреү мәсьәләһе хаҡында ла һөйләшеү булды. Киләһе йыл 8,5 процент менән триллион кредит алыу маҡсаты ҡуйылды. Бөгөн бизнес өсөн ставка уртаса 12 процент тәшкил итә.

“Эшлекле Рәсәй”ҙән Андрей Назаров әйтеүенсә, кесе эшҡыуарлыҡтың шаҡтай проблемалары муниципаль кимәл менән бәйле. Тап шуға ла ул Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уны үҫтереүҙең муниципаль стандартын индереүҙе тәҡдим итте. Документта чиновниктар өсөн талаптар күрһәтеләсәк, уға ярашлы улар бизнесҡа ярҙам һәм үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырырға тейеш. Мәҫәлән, эшкә тотоноу өсөн документтар юллау юлдары ҡыҫҡартыла, даими өйрәтеү семинарҙары ойоштороласаҡ, муниципаль кимәлдә күҙәтеү эше өҫтәлә.

Эксперттар һәр муниципалитеттар һәр чиновникка яңы ҡағиҙәләрҙе үтәү яуаплылығын беркетеүҙе, ә уның эшен кесе эшҡыуарлыҡтың үҫеше һәм аныҡ биләмәлә иҡтисадҡа индергән өлөшө менән баһаларға тәҡдим итә. Андрей Назаров фекеренсә, пилот проект Башҡортостанда уңышлы һынау үтһә, артабан уны башҡа төбәктәргә даими индерергә мөмкин.

Автор: И. ХАҠОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Нимә ул “IndusFood”?

Нимә ул “IndusFood”? 21.01.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостандың сауҙа селтәре вәкилдәре Бөтә донъя аҙыҡ-түлек күргәҙмәһендә ҡатнашты....

Тотош уҡырға 39

Рәлиф Сафин Башҡортостан етәкселәре хаҡында ниндәй фекерҙә?

Рәлиф Сафин Башҡортостан етәкселәре хаҡында ниндәй фекерҙә? 19.01.2019 // Сәйәсәт / Иҡтисад

“Башҡортостандың мөмкинлектәре алға ынтылыш яһауға юл аса”, – тине Рәсәйҙең билдәле эшҡыуары,...

Тотош уҡырға 123

Эш бер минутҡа ла тынмай

Эш бер минутҡа ла тынмай 18.01.2019 // Сәйәсәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов рәсми осрашыуҙан һуң Сибай...

Тотош уҡырға 74

Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде

Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде 18.01.2019 // Сәйәсәт

Ҡырым делегацияһының Өфөләге сәфәре дауам итә....

Тотош уҡырға 87

Аҡсаны ҡайҙан алдың?

Аҡсаны ҡайҙан алдың? 18.01.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһында дәүләт...

Тотош уҡырға 67

Көкөрт еҫен түгел, диңгеҙ һауаһын һуларға

Көкөрт еҫен түгел, диңгеҙ һауаһын һуларға 18.01.2019 // Сәйәсәт

Сибайҙан 500 бала тиҙҙән Ҡырым шифаханаларына ял итергә һәм һаулығын нығытырға юлланасаҡ....

Тотош уҡырға 84

Диңгеҙ менән тау осрашты

Диңгеҙ менән тау осрашты 18.01.2019 // Сәйәсәт

Өфөгә Ҡырым Республикаһының вәкиллекле делегацияһы килде....

Тотош уҡырға 50

Бер – олоно, бер кесене тыңла

Бер – олоно, бер кесене тыңла 17.01.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында әүҙем йәштәр йыйылып, Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 69

Инвестиция ҡеүәһен арттырыу маҡсатында

Инвестиция ҡеүәһен арттырыу маҡсатында 16.01.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһында...

Тотош уҡырға 58

Ҡыйғыла – яңы етәксе

Ҡыйғыла – яңы етәксе 16.01.2019 // Сәйәсәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Ҡыйғы районы ҡоролтайының...

Тотош уҡырға 88

Ҡар баҫһа, кемгә мөрәжәғәт итергә?

Ҡар баҫһа, кемгә мөрәжәғәт итергә? 15.01.2019 // Сәйәсәт

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә — тағы ла яңы тәғәйенләү. Баш ҡала мэры Өлфәт Мостафин был турала сираттағы...

Тотош уҡырға 87

Алданғандар булмаһын

Алданғандар булмаһын 15.01.2019 // Сәйәсәт

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Төҙөлөш...

Тотош уҡырға 66