Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Был кешеләр үҙ вәғәҙәһен үтәне!” – тип әйтһәләр, ғүмерем бушҡа уҙмаҫ”

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Хәйерле көн барығыҙға ла, хөрмәтле саҡырылғандар һәм тапшырыуҙы ҡарағандар!
Мин Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарына ғына түгел, Башҡортостан­дың барлыҡ дүрт миллион халҡына мөрәжәғәт итәм.
Мөрәжәғәтнамәм ғәҙәти директива ғына түгел. Кешеләр, уларҙың ҡыуаныстары, проблемалары һәм уларҙы нисек бергәләп хәл итәсәгебеҙ хаҡында һүҙ алып барасаҡмын. Мине йыш ҡына, айырым төбәктәге тормошто берәү ҙә яҡшырта алмай, тип инандырырға тырышалар. Әммә бының улай түгеллегенә иманым камил. Республикабыҙҙа ябай хеҙмәтсәндәр, артыҡ һүҙ сурытмайынса мөмкин булмағанды башҡарған оҫталар бик күп. Бөгөн был залда ла ошондай тырыш эшсәндәр байтаҡ. Мәҫәлән, Мәләүез районының “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы кооперативы комбайнсыһы Сергей Локтионов. Быйыл ул 4200 тонна иген һуғып алған, йәғни норманы дүрт тапҡырға арттырып үтәгән! Сергей — өлкән йәштәге кеше. Беҙҙә тағы ла аграр университет студенты, комбайнсы Айгиз Сәләмов бар. Ул да норманы икеләтә арттырып үтәгән. Шул уҡ ваҡытта башҡалар был мөмкин түгел тип иҫәпләгән. Егеттәр, баҫығыҙ, зинһар. Күмәкләп һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр алҡышлайыҡ әле.

Мохтаж булғандарға ярҙам күрһәтеү, һәр кеше, һәр ҡайһығыҙҙың тормошон яҡшыртыу хаҡында хәстәрлек күреү минең өсөн төп өҫтөнлөк буласаҡ. Тағы ла бер ҡат билдәләйем — социаль статусына, ниндәй милләт йәки дин вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, нәҡ һәр кеше хаҡында хәстәрлек күреү. Йәмғиәттең теге йәки был үҙенсәлектәре буйынса бүленеүенең бер ваҡытта ла яҡшылыҡҡа килтермәүе тарихтан барыбыҙға ла мәғлүм. Шуға күрә бөгөн бөтәбеҙҙе лә, тәү сиратта, берҙәмлеккә һәм тупланыуға, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ йәшәргә теләгән республиканы, уртаҡ йортобоҙҙо төҙөү йәһәтенән татыу эшләргә саҡырам.

Республикала властың законлы һәм демократиялы алмашыныуы традицияларын нығытыу, әүәлге етәкселәргә ихтирамлы мөнәсәбәт, оло быуынға айырым хөрмәт хаҡында әйтергә теләйем. Бөгөн ошо залда беҙҙең менән бергә Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов та ултыра. Ауыр һынылыш йылдарында ул республика данын һаҡлап ҡалды, арттырҙы. Мин уны бик ихтирам итәм. Рәхмәт Һеҙгә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Шулай уҡ Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа рәхмәт әйткем килә. Властың асыҡлығы, күләмле мәҙәни форумдар, ШОС һәм БРИКС саммиттары, республиканың донъя­ла танылыу яулауы — күп йәһәттән тап Һеҙҙең тырышлығығыҙ.

Төбәгебеҙ үҫешендә “Башнефть”, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, “Газпром нефтехим Салауат” һәм башҡалар кеүек Башҡортостан иҡтисады флагмандарының ҙур әһәмиәтен билдәләргә кәрәк. Был предприятиеларҙы күтәргән хөрмәтле хеҙмәт ветерандарын сәләмләргә теләйем. Бөгөн уларҙың ҡайһы берҙәрен шулай уҡ ошо залға саҡырҙыҡ. Һеҙгә фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Беҙ һеҙҙең хеҙмәт ҡаҙаныштарынан өлгө аласаҡбыҙ.

Хөрмәтле коллегалар!
Рәсәй Президенты Владимир Путин, май Указында киләһе алты йылға Рәсәйҙең үҫеш стратегияһын тәҡдим итеп, кешеләргә һандар йәки проценттар кәрәкмәй, улар йәшәү сифатының ысын яҡшырыуын көтә, тигәйне. Үҙемдең эшмәкәрлегемде тап ошо юҫыҡта ҡорорға ниәтләйем.
Эштең тәүге көндәрендә үк Хакимиәткә инцидент-менеджментҡа тоташырға ҡуштым. Был автоматлаштырылған система көн һайын республика халҡы өсөн меңдәрсә киҫкен проблеманы, һыҙланыу нөктәһен асыҡлай. Улар ҡәтғи контроль ваҡыты менән кисекмәҫтән коллегаларыма ебәрелә. Власть органдарында эшләгән­дәргә, тармаҡ, биләмәләр үҫеше, кешеләр­ҙең именлеге өсөн яуап биргәндәргә айырым талап буласаҡ. Минең командала күҙендә осҡон һүнгән битараф кешеләргә урын юҡ.

Тағы ла бер шартым — булдыҡһыҙ чи­нов­никтарҙы бер ваҡытта ла яҡламая­саҡмын. Власть үҙенең сафында коррупция кеүек күренеште танырға, уға ҡаршы көрәшергә, чиновниктарҙы закон алдында аҡтан-аҡ, пактан-пак тип ҡабул итмәҫкә тейеш тип инанам.

Ғөмүмән, идара итеү кадрҙарын һайлау системаһына граждандарҙың һорауҙары бик күп. Беҙҙә шундай хәл күҙәтелә — ҡайһы бер башлыҡтар үҙ вазифаһында тиҫтәләрсә йыл ултыра, йыш ҡына ҙур шау-шыуҙан һуң ғына вазифаһынан китә. Йә булмаһа тиҫтәләрсә йыл ултыра, әллә ни көс һалмай, үҙ урынын мөмкин тиклем оҙағыраҡ һаҡлап ҡалыу хаҡында ғына уйлай. Был юҫыҡтағы төп положениелар 131-се Федераль законда нығытылғанға күрә, “Башҡортостан Республикаһының му­ниципаль берәмектәр советы” ассоциа­цияһын ошо проблеманы тикшереүҙе ойоштороуын һорайым. Бәлки, һеҙ ҡала һәм район депутаттары советы менән берлектә, властың башҡа кимәлдәрендәге кеүек үк, муниципаль берәмек башлығы ла үҙ вазифаһында рәттән ике сроктан ашыу эшләмәҫкә тейеш тигән һығымтаға килерһегеҙ. Етәксе үҙенең идара итеү ҡеүәтен һәм башланғыстарын тулыһынса тормошҡа ашырһын өсөн ошо ваҡыт, минеңсә, етә. Әйткәндәй, ике срок һөҙөмтәле эшләгән профессиональ идарасылар — ә ундайҙар беҙҙә байтаҡ — һәр хәлдә, эшһеҙ ҡалмаясаҡ. Ғөмүмән, ҡала һәм район башлыҡтарына килгәндә — мин һеҙҙе башҡорт Рудольф Джулианиһына әүерелергә саҡырам. Уны белмәгәндәргә — был шәхес донъяла иң танылған һәм иң уңышлы муниципалитет башлығылыр, моғайын. Уның “ватыҡ тәҙрәләр теорияһы” менән таныш булғандар иң ҡатмарлы һәм ташландыҡ муниципалитетта ла, бик теләһәң, хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин икәнлеген белә. Проблемаларҙы көн һайын тыныс ҡына хәл итһәк, әкренләп һөҙөмтәгә өлгәшәсәкбеҙ. Әгәр ҙә йортобоҙҙағы бер генә “ватыҡ тәҙрә”гә риза булып ҡалһаҡ, тиҙҙән ундағы барлыҡ тәҙрәләр ҙә ватыласаҡ. Бергәләп кәрәк ерҙе эҙмә-эҙлекле “ямайыҡ”, “йөҙләйек”.

Балалар ҡыйығы емерелеп төшөрлөк мәктәптә уҡырға тейеш түгел. Кешеләрҙең сәғәттәр буйы поликлиникала, күп функциялы үҙәктә сиратта тороуына, ҡыш автобус туҡталыштарында өшөүенә юл ҡуйырға ярамай. ХХI быуатта балаларыбыҙҙың мәктәпкә ҡараңғыла йөрөүенә битараф ҡалырға ярамай.

Власть йорттарҙа яҡтылыҡты һәм йылылыҡты тәьмин итергә, уларға ремонт яһарға, юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға, урамдарҙа, ихаталарҙа, подъездарҙа таҙалыҡ булдырырға тейеш. Кемгәлер быларҙың барыһы ла ваҡ-төйәк булып күренеүе ихтимал. Ысынлап та, көндәлек эштә бер ниндәй ҙә ҡаһарманлыҡ юҡ. Әммә республика халҡы беҙҙән, тәү сиратта, үҙҙәре өсөн мөһим булған тап ошо проблемаларҙы хәл итеүҙе көтә. Республиканы, уртаҡ йортобоҙҙо, тәртипкә килтерергә, “генераль өмә яһарға” ваҡыт. Бының өсөн власть йыш ҡына бик ауыр, мөмкин булмаҫлыҡ күренгән эштәрҙе башҡарырға тейеш.

Дыуан районының Таҙтүбә ауылындағы мәктәпкә күҙ һалығыҙ. Бинаның бер өлөшө авария хәлендә. Балаларға төшкө аш ашау өсөн сиратлап күрше балалар баҡсаһына йүгерергә тура килә. Әммә, шуға ҡарамаҫ­тан, коллектив бик яҡшы һөҙөмтәләргә өл­гә­шә. Мәктәпте тамамлаусылар йыл һайын илдең танылған юғары уҡыу йорттарына инә. Шул уҡ ваҡытта күптәр, бындай шарт­тарҙа быға өлгәшергә мөмкин түгел, тип әйтер ине, моғайын. Таҙтүбә ауылы уҡы­тыу­сылары шулай уҡ ошо залда ултыра. Ба­ҫығыҙ, зинһар! Ҙур рәхмәт һеҙгә, колле­галар! Мин күрһәтмә бирҙем һәм йыл ярым-ике йылдан яңы мәктәптә эшләйәсәкһегеҙ.

Беҙгә, ғөмүмән, республикалағы барлыҡ иҫке, авария хәлендәге мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын бөтөрөргә кәрәк. Бөгөн ундайҙар хатта Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа бар. Райондарҙа улар бик күп.

Хөкүмәткә мәктәптәр төҙөү, авария хәлен­дәгеләрҙе капиталь ремонтлау һәм төҙөкләндереү, уларҙы заманса ҡорамал­дар менән йыһазландырыу, бөтә тейешле уңайлыҡтар менән тәьмин итеү програм­маһын ҡабул итеү бурысын йөкмәтәм. Беҙҙә әле балалар баҡсаларында өс йәшкә тиклемге ясле төркөмдәренә ихтыяж ҙур. 2021 йылға 49 яңы балалар баҡсаһын сафҡа индереүҙе планлаштырабыҙ. Әммә был мәсьәләне тулыһынса хәл итмәйәсәк. Аҙ сығымлы алымдарҙы файҙаланырға — муниципалитеттарҙағы биналарҙы ошо маҡсатҡа бушлай тапшырырға кәрәк. Граждандарҙа ихтыяж бар икән, шәхси балалар баҡсаларын, сабыйҙарҙы ҡарау, хәстәрләү төркөмдәрен асыу, бының өсөн эшҡыуарҙарға һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидиялар һәм гранттар бүлеү зарур.

Өс йәшкә тиклемге балаларҙы баҡсала урындар менән тәьмин итеү буйынса аныҡ юл картаһын тәҡдим итеүҙе һорайым.

Балалар баҡсалары буйынса тағы ла бер мөһим мәсьәлә. Ата-әсә түләүен компенсациялау хаҡында һүҙ бара. Закон буйынса бындай түләүгә ғаиләнең килеме бер ағзаға иҫәпләгәндә икеләтә йәшәү минимумынан юғарыраҡ булмағандар ғына хоҡуҡлы. Граждандарҙың үтенесе буйынса ул 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем кисек­терелгәйне. Кешеләрҙең кисерештәрен аңлайым. Килемдәге бәләкәй генә айырма ла йыш ҡына ошондай бик кәрәкле ярҙамды алыуҙан баш тартыуға килтерә.

Балалары баҡсаға йөрөгән барлыҡ ғаилә­ләргә, ихтыяж булыу-булмауға ҡара­маҫ­тан, булышлыҡ күрһәтергә ҡарар иттем. Хөкүмәттән ошо маҡсатҡа аҡсаны план­лаштырыуҙы һорайым. Дөйөм алғанда, бер миллиард һум бүлергә кәрәк. Һәм беҙ был мөмкинлекте табасаҡбыҙ. Кескәй­ҙәрҙең барыһына ла бөтә яҡлы үҫеш һәм мәктәпкә әҙерлек өсөн шарттар тыуҙырыу бик мөһим.

Республикалағы иң яҡшы мәктәпкәсә учреждение етәкселәренең береһе — Са­жиҙә Хоҙайбирҙина менән таныштырырға теләйем. Ул Сибайҙағы “Аленушка” балалар баҡсаһын етәкләй. Тиҫтәләгән һөнәри конкурс еңеүсеһе. Баҫығыҙ, зинһар! Бала­лар баҡсаһында яҡшы шарттар тыуҙырған өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәт!

Хөрмәтле дуҫтар!
Уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлауға айырым иғтибар бирәсәкбеҙ. Беҙҙең өсөн балаларҙың сәләмәтлеге — әхлаҡ күрһәткесе.

Ата-әсәләр үҙҙәренең мөрәжәғәттәрендә мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында балаларҙың туҡланыуын ойоштороуға ҡағылышлы һорауҙарҙы бик күп бирә. Минеңсә, был мәсьәләләр буйынса муниципалитеттар үҙҙәре ҡарар ҡабул итергә, иң яҡшы ғәмәлдәрҙе ҡулланырға тейеш. Ошо өлкәлә һөҙөмтәле, асыҡтан-асыҡ сис­теманы яйға һалғас, балаларҙы йылы аш менән адреслы тәьмин итеү буйынса ниндәй өҫтәмә ярҙам күрһәтә алыуыбыҙ хаҡында бергәләп уйлашырбыҙ. Хөкүмәткә киләһе йылдың 1 июленә тиклем ошо мәсьәләләрҙе тулыһынса хәл итеү бурысын йөкмәтәм.

Күптән түгел генә үҙенсәлекле балалар­ҙың ата-әсәләре менән ихлас һөйләшеү булды. Коллегаларыма ошо йүнәлештәге эшегеҙҙең сифатына ҙур иғтибар бирәсәкмен тип белдерәм.

Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән баланы ҡарау буйынса пособие күләмен арттырыу мәсьәләһен тикшереү бурысын ҡуям. Республика шулай уҡ балаларҙы реабилитациялауға сертификаттар бирәсәк, шул иҫәптән шәхси үҙәктәр ҙә. Өфөлә һәм республиканың төньяҡ-көнсығышында заманса реабилитация үҙәктәре ойоштороу киләһе аҙым буласаҡ.

Киләһе йыл һаулығы буйынса мөмкин­лектәре сикләнгән балаларҙы һәм улар тәрбиәләнгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә бүленгән аҡса күләмен икеләтә арттырасаҡбыҙ. Был 170-тән ашыу ғаиләнең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Беҙ һәр саҡ хәйриә йәмәғәт ойошмаларына ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Уларҙың эскерһеҙ эшмәкәрлек өлгөләре байтаҡ. “Юғалтыуҙар юҡ” фонды — республикала кескәй пациенттарға паллиатив ярҙам күрһәткән берҙән-бер ойошма. “СоДействие” йәмәғәт ойошмаһы иһә үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтә. “Балаларыбыҙ” хәйриә фонды дауаханаларҙа кескәйҙәргә ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ балалар йорттарындағы үҫмерҙәрҙе үҙаллы тормошҡа өйрәтеү буйынса социаль проекттарҙы тормошҡа ашыра. “Үҙенсәлекле балалар” фонды кескәйҙәргә ҡаты сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә булышлыҡ итә.

Беҙҙә федераль конкурстарҙа уңышлы ҡатнашыу миҫалдары бар. Мәҫәлән, Ауырғазы районында республикала берҙән-бер библиотерапия үҙәге асылды. “Доктор Китап” проекты “Ҡала һәм ауылдарҙың мә­ҙәни мозаикаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты һәм һоҡланғыс үҙәкте йыһаз­ландырыуға 500 мең һумлыҡ грант алды. Унда уйын зонаһы ойошторолған, махсус ҡорамалдар, китаптар бар. Насар күргән балаларға туранан-тура ярҙам күрһәтелә.

Ошо китапхана хеҙмәткәрҙәре бөгөн зал­да ултыра. Һеҙгә изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт! Баҫығыҙ, зинһар! Саҡырһағыҙ, һеҙгә мотлаҡ ҡунаҡҡа киләсәкмен һәм бергәләп ниндәй ярҙам кәрәклеген хәл итербеҙ. Ҙур рәхмәт!
Хөрмәтле коллегалар!

Сәләмәтлек темаһын дауам итеп, дауаханаларҙы, поликлиникаларҙы, айырыуса ташламаға эйә кешеләрҙе дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе тәртипкә килтерергә — заявкаларҙы ваҡытында һәм дөрөҫ төҙөргә, конкурс ғәмәлдәрен үткәрергә, һатып алынған препараттарҙы файҙа­ланырға кәрәк, тип әйтмәксемен. Дарыуҙар һәр сирлегә өҙлөкһөҙ һәм адреслы барып етергә тейеш.

Беҙ аҡса таптыҡ һәм йыл аҙағына тиклем орфан сирҙәрҙән яфаланған ауырыуҙарҙы препараттар менән тулыһынса тәьмин иттек. Киләһе йылдан Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарары буйынса ошондай сирлеләрҙең бер өлөшө федераль аҡса иҫәбенә тәьмин ителәсәк. Республика ҡаҙнаһындағы бушаған ресурстарҙы төбәктәге ҡалған льготаға эйә кешеләрҙе дарыуҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтәсәкбеҙ.

Беҙҙә авария хәлендәге, иҫке медицина учреждениелары байтаҡ. Дауахана, полик­линика биналарының яртыһына тиерлек капиталь ремонт талап ителә. Улар иҫәбендә — ауыл амбулаториялары, 600-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты. Ҡалаларҙа поликлиникалар ныҡ етешмәй, айырыуса яңы торлаҡ биҫтәләрендә. Бында төҙөлөш компанияларының да ғәйебе бар. Улар йыш ҡына ошондай биҫтәләрҙә социаль объекттар һалыу йөкләмәһен үтәмәй. Ә яуаплы хеҙмәттәр быға “күҙ йома”. Ошондай хәлдәргә ҡәтғи кәртә ҡуясаҡмын, тип вәғәҙә итәм.

Республика Хөкүмәтенә медицина ойошмалары бинаһын төҙөү, ғәмәлдәгеләрен капиталь ремонтлау һәм төҙөкләндереү, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу программаһын төҙөү бурысын ҡуям.

Ғөмүмән, һаулыҡ темаһы минең өсөн һәр саҡ өҫтөнлөклө буласаҡ. Шул иҫәптән — эскелеккә һәм тәмәке тартыуға ҡаршы көрәшеү ҙә. Кемгәлер был тема йөҙәтеп бөткәндәй тойолор, әммә ул “яман ғәҙәт” кенә түгел. Ул — ғаиләләрҙе тарҡатҡан, кешеләрҙе үлтергән, имгәткән, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуға, көс ҡулланыуға, үлтерештәргә, янғынға, үлемесле фажиғәләргә килтергән ҡот осҡос социаль афәт.

Республиканың Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советына хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль структуралары менән берлектә бәлиғ булмағандарға алкоголь һәм тәмәке, легаль булмаған һәм сертификатһыҙ спиртлы шыйыҡсалар һатыуға кәртә ҡуйыу, сауҙа ойошмаларының тейешле лицензияларын тикшереү буйынса эште көсәйтеү бурысын йөкмәтәм.

Тәү сиратта йәштәр мөхитендә эске­лектең һәм тәмәке тартыуҙың таралыуына ҡаршы көрәште яйға һалырға кәрәк. Беҙҙә эскелек йоғонтоһона бирелгән, имен булмаған ғаиләләр күп. Уларҙың барыһы ла иҫәптә тора, урындағы власть уларҙы белә. Бәлә килгәнен көтмәҫкә, ошондай ғаиләләр менән эшләргә кәрәк. Участка вәкилдәре, социаль хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар был мәсьәләләрҙә битараф ҡалмаҫҡа тейеш.

Бөгөн сирҙәрҙе иҫкәртеү хаҡында күп һөйләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта предприя­тиеларҙа ошо эш менән шөғөлләнеү өсөн бер ниндәй ҙә иҡтисади этәргес юҡ. Уларҙың барыһы ла Мотлаҡ медицина страховкаһы фондына бер үк тарифты түләй. Ә ул аҙ түгел – хеҙмәткә түләү фондының биш проценттан ашыуы. Айырым предприятиелар өсөн иһә был – тиҫтәләрсә миллион һум.

Страховкалаусыларҙа эшселәрҙең сирләүен иҫкәртеүгә этәреүҙең иҡтисади алымын ғәмәлгә индереү өсөн федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү буйынса республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан Дәүләт Думаһына закон сығарыу башланғысын тәҡдим итеүҙе һорайым.
Коллегалар! Бөгөн ваҡыт менән иҫәп­ләш­мәйенсә, йыш ҡына ғәҙәти уңайлыҡтар булмауына ҡарамаҫтан, ҡатмарлы шарт­тарҙа көн һайын кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен ҡотҡарған медицина хеҙмәт­кәр­ҙәренең барыһына ла рәхмәт әйтергә теләйем.

Мәҫәлән, фельдшер Сәфинә Гәрәева тураһында бер нисә һүҙ. Ул 40 йылға яҡын Әбйәлил районының Әүмеш ауылында кешеләрҙе дауалай. Ярҙамсыл һәм тәжрибәле белгес. Ул хаҡлы рәүештә ауыл халҡында ихтирам ҡаҙанған. Һеҙгә ҙур рәхмәт!

Медицина кадрҙарына ҡытлыҡ етди проблема булып ҡала. Бөгөн беҙҙең дауалау учреждениеларына өҫтәмә рәүештә 1300-гә яҡын табип кәрәк.
Киләһе йыл райондарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә юлланған 125 табиптың — тар белгестең һәр береһе бер миллион һум аҡса аласаҡ. Килешеү төҙөп, “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашҡан, әммә төрлө сәбәптәр буйынса ошо аҡсаны ала алмаған тағы ла 150 белгескә түләү буласаҡ. Ошоға бәйле муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм. Белгестәр етмәү проблемаһын иңегеҙҙән төшөрөп, был беҙҙең вәкәләт түгел, тип әйтмәгеҙ. Биләмәгеҙҙә барған барлыҡ хәл-ваҡиғалар — һеҙҙең яуаплылыҡ даирәһе!

Көтөп ятмағыҙ, әүҙемлек күрһәтегеҙ, кәрәкле белгестәрҙе үҙегеҙ эҙләгеҙ, социаль, көнкүреш йәһәтенән уларға ярҙам итегеҙ. Нимә эшләһәгеҙ ҙә эшләгеҙ — тик улар һеҙҙә ҡалһын. Бөтә тырышлығығыҙ яҡташтарығыҙҙың сәләмәтлеге өсөн рәхмәт булып әйләнеп ҡайтыр. Бына, мәҫәлән, ике йыл элек Ырымбурҙан Мәсетле районының Түбәнге Бобин ауылына “Ауыл табибы” программаһы буйынса Сәлмәевтәр ғаиләһе килгән. Дауахана йыл буйы улар ҡуртымға алған фатир өсөн түләгән. Әле программа нигеҙендә түләнгән бер миллион һумға улар үҙ йортон һала. Урындағы халыҡ та табиптарҙан ҡәнәғәт.
Марат Сәлмәев әле ошо залда. Беҙ уны ҡатыны менән бергә саҡырғайныҡ. Ул да табип. Өсөнсө сабыйҙарын көткәнгә күрә, ҡыш көнө юлға сығырға тәүәккәллек итмәгән. Сабыйығыҙ үҙенең тарихи йәнтөйәгендә тыуған тәүге балағыҙ буласаҡ. Саҡырһағыҙ, мотлаҡ килермен, яңы йортоғоҙҙа нисек тормош башлауығыҙҙы күрермен.

Муниципалитет башлыҡтарының эшен табиптарҙың һәм башҡа белгестәрҙең социаль-көнкүреш шарттары буйынса ла баһалаясаҡбыҙ. Хөкүмәткә йәш белгестәргә торлаҡты киләсәктә һатып алыу мөмкинлеге менән ҡуртымға биреү, республика программаһын төҙөүҙе йөкмәтәм.
Халыҡ менән ҡайҙа ғына осрашмайым, уларҙы бик күп ирҙәрҙең лайыҡлы эш эҙләп республиканан ситкә, нигеҙҙә, төньяҡҡа китеүе, һаулығын юғалтыуы борсой. Бынан тыш, йыш ҡына ғаиләләр тарҡала. Ә беҙ иһә эшкә һәләтле халыҡты юғалтабыҙ. Минеңсә, республикабыҙ өсөн был — бөгөн иң мөһим һынауҙарҙың береһе. Кешеләр, ошо кире күренеште ниндәй дәрәжәлә үҙгәртә алыуыбыҙға ҡарап, беҙҙе лә, эшебеҙҙе лә баһалаясаҡ. Бының өсөн беҙгә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән яңы эш урындары кәрәк. Муниципалитеттарға инвестициялар йәлеп итәсәкбеҙ, өр-яңы производстволар асасаҡбыҙ. Ҡасандыр кешеләргә эш биргән, һуңыраҡ ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бөлгөнлөккә төшкән элекке предприятиеларҙы тергеҙергә кәрәк. Ошо өлкәлә лә ҡәтғи тәртип булдырыу зарур. Әлегә бөлгөнлөк ғәмәле аша көрсөктән уңышлы сыҡҡан предприятиеның булыуына бер генә миҫал да килтерә алмайым. Ҡайҙалыр менеджмент эшләп еткермәгән, ҡайҙалыр аңлы рәүештә ҡылынған ғәмәлдәр сәбәпсе булған. Беҙ төрлө милек формаһындағы ойошмаларҙы тарҡатып, миллиондарса аҡса эшләгән енәйәти төркөмдәрҙең эшмәкәрлегенә кәртә ҡуясаҡбыҙ. Һуңғы йылдарҙа Ағиҙел йылға пароходлығы, Ергән МТС-ы һәм башҡа байтаҡ предприятиены юғалттыҡ. “Баш­автотранс” менән “Башҡортостан” нәшриәтен юғалта яҙҙыҡ. Иҡтисадты һауыҡтырыу мәсьәләләре менән, минеңсә, дәүләт шөғөлләнергә тейеш.
Бынан тыш, бөгөн республикала эш хаҡы буйынса бурыс арта. 1 декабргә ул 13 меңдән ашыу хеҙмәткәр алдында 635 миллион һумға етте. Әлбиттә, был күҙәтеү органдары асыҡлағаны ғына. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙың күбеһе хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәйенсә эшләй.

Йәштәрҙең республиканан ситкә китеүе — айырым тема. Мәктәптәребеҙҙе тамамлағандарҙың сирек өлөшөнән ашыуы йыл һайын башҡа төбәктәр­ҙәге юғары уҡыу йорттарына уҡырға китә. Уларҙы беҙҙең университеттарҙа кәрәкле һөнәрҙәргә ҡыт­лыҡ, уҡыу, фән, ижад менән шөғөлләнеү, уңайлы йәшәү өсөн заманса инфраструктураның булмауы, эшкә урынлашыуҙағы ҡыйынлыҡтар ҡәнәғәт­ләндермәй. Беҙҙең университеттар алдынғы Рәсәй вуздары кимәлендә булырға тейеш. Республика бөтә йүнәлештәр буйынса ярҙам күрһәтергә әҙер.

Әле мәғариф, фән һәм технологиялар төбәктәр­ҙең үҫеш нөктәһенә әүерелә. Вуздарға предприятиелар менән берлектә, төбәк иҡтисады ихтыяжын иҫәпкә алып, өр-яңы белем биреү программаларын төҙөргә кәрәк. Технологик үҫештә юғары уҡыу йорт­тарының әһәмиәтен бермә-бер арттырыу фарыз.

Университеттарҙың фән һәм инновациялы сектор менән тырышлыҡтарын берләштереү өсөн Хө­күмәткә киләһе йыл аҙағына тиклем республика Фән һәм технологиялар йортон — Технополис ойош­тороу эшен ахырына еткереү бурысын йөкмәтәм.

Беҙ шулай уҡ һәләтле йәштәргә ярҙамды көсәй­тә­сәкбеҙ — талантлы студенттарға һәм аспирант­тарға республика Башлығы стипендиялары күләмен икеләтә арттырасаҡбыҙ.

Тағы ла шуны әйтмәксемен: бөгөн заманса кампус булмай тороп, уңышлы, ылыҡтырғыс вузды күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Өҫтәүенә башҡа төбәктәрҙән, сит илдәрҙән абитуриенттар ағымы ла арта.

Республика Хөкүмәте алдына юғары уҡыу йорттары һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә вуз-ара кампус төҙөү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү һәм индереү бурысын ҡуям. Өфө илдә йәштәргә сифатлы белем бирерлек баш ҡалаларҙың береһенә әүерелергә тейеш.

Бында һәр биләмәне ылыҡтырғыс иткән тағы ла бер мөһим мәлде билдәләргә кәрәк. Был турала ярайһы уҡ оҙаҡ ваҡыт башҡа ҡалаларҙа йәшәгән һәм бына, ниһайәт, өйөнә, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан кеше булараҡ әйтмәксемен. Уңайлыҡтары, таҙалығы, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән һуғарылған тормошо ҡыуандырған сағыу, заманса, йәмле ҡала ғына үҙенә йәлеп итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күрһәткестәр буйынса һуңғы йылдарҙа беҙ бүтән төбәктәрҙән бер аҙ артта ҡалғанбыҙ.

Шул уҡ ваҡытта беҙҙең биләмәләр — республика халҡы, ҡунаҡтар өсөн күркәмерәк, ихласыраҡ була ала һәм булырға тейеш. Ә Өфөбөҙ иһә үҙенә генә хас тарихы һәм күп милләтле мәҙәниәте булған, илдә иң танылған миллионлы ҡалаларҙың береһенә, ҡабатланмаҫ ландшафтлы, музейлы, галереялы, театрлы парк-ҡалаға әүерелә ала.

Беҙ күтәренке кәйефле кешеләрҙе ылыҡтырырға тейешбеҙ. Бында барыһына ла йылы һәм уңайлы булырға тейеш. Ошо йүнәлештә бергәләп эшләйек, баш ҡалабыҙҙы, тотош республиканы яҡшы энергетика менән һуғарайыҡ.

Хөрмәтле коллегалар!
Торлаҡ темаһына әйләнеп ҡайтып, тағы ла бер киҫкен проблема — алданған өлөшсөләр тураһында әйтеп үтәйем. Бөгөн ундайҙар республикала — алты меңдән ашыу кеше.

Беҙ ошо мәсьәләне ныҡышмалы һәм эҙмә-эҙлекле хәл итәсәкбеҙ. Бер нисә йортто быйыл сафҡа индерәсәкбеҙ. Ҡалғандары буйынса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл итеү алымдарын һәм финанслау сығанаҡтарын билдәләйәсәкбеҙ. Был — бик ҡатмарлы юл. Уны беҙгә өлөшсөләр менән бергәләп үтергә тура киләсәк. Шулай уҡ беҙҙә төҙөлөшө байтаҡҡа һуҙылған тиҫтәләрсә социаль объект бар. Унда ла хәлде яйға һаласаҡбыҙ. Киләһе йыл мартта Өфөнөң Амантай урамында балалар поликлиникаһын асырға тейешбеҙ. Ә 1 июнгә, Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына тиклем Затон биҫтәһендәге Ҡамышлы урамында Спорт әҙерлеге үҙәген сафҡа индереү бурысы тора.

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына, район һәм ҡала башлыҡтарына йыл аҙағына тиклем проблемалы объекттар исемлеген яңыртыу, уларҙың һәр ҡайһыһы буйынса хәл итеү алымдарын әҙерләү бурысын ҡуям. Шулай уҡ оҙаҡҡа һуҙылған яңы төҙөлөштәр барлыҡҡа килмәүен, кешеләргә кәрәкле объекттар һалыныуын иғтибар менән күҙәтергә кәрәк. Киләһе йыл Дим районындағы “Сағыу” биҫтәһендә бер мең урынлыҡ ҙур мәктәпте, Өфөләге онкология диспансерының өр-яңы корпусын ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу, тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы һәм Өфө аэропортын яңыртыуҙы тамамлау мөһим. Ишембайҙа оҙаҡ көтөлгән яңы бала табыу йортон төҙөйәсәкбеҙ, Күмертауҙа стадионды реконструк­ция­лаясаҡбыҙ. Төҙөлөш буйынса пландарыбыҙ бик ҙур. Беҙ уларҙы мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ!

Хөрмәтле коллегалар!

Ғаилә йылы нигеҙендә республикала демографик хәлде яҡшыртыуға, ғаилә сәйәсәтен нығытыуға, әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән “Балалыҡ тиҫтә йыллығы”ның байтаҡ проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, дауаханалар һәм поликлиникалар төҙөү дауам итә.

Киләһе йыл бәлиғ булмаған биш һәм унан күбе­рәк балалы ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға бүлен­гән аҡсаны икеләтә — ярты миллиард һумға тиклем — арттырырға ниәтләйбеҙ. Башҡортостан күп балалы һәм яуаплы ата-әсә традициялары көслө булған ғаиләләр менән ғорурлана. Уларҙы баһалау өсөн “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалы булдырылған.

Бөгөн ошо залда был миҙалға лайыҡ булған Ғәлиә һәм Самат Зәйнуллиндар ултыра. Улар биш балаға яҡшы тәрбиә биргән. Шуларҙың береһе, Ринат, Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған.

Хөрмәтле Самат Ишбулат улы һәм Ғәлиә Хәкимйән ҡыҙы! Балаларығыҙҙы ысын патриот итеп тәрбиәләгән өсөн барыбыҙҙан да һеҙгә ҙур рәхмәт.
Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыу нөктәләрҙә генә түгел, йыш ҡына көндәлек хеҙмәттә лә ысын ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Быйыл 6 ноябрҙә ЮХХДИ инспекторы, полиция капитаны Альберт Талипов — Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән элекке махсус тәғәйенләнештәге подразделение ағзаһы — яңғыҙы ҡораллы водитель менән һөйләшеү алып барған, уны ҡоралһыҙландырған. Үҙен һәм башҡаларҙы шартлатырға янаған енәйәтсене Альберттың ҡаһарманлығы һәм аҡыллы ғәмәлдәре һөҙөмтәһендә ҡулға алғандар.

Капитан Талипов әле беҙҙең менән ошо залда ултыра. Альберт Айрат улы йөҙөндә хоҡуҡ тәртибе һағында торған, граждандарыбыҙҙың ғүмерен һәм тыныслығын һаҡлаған эске эштәр органдары, көс структуралары хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла рәхмәт әйтәйек.

Әйткәндәй, юлда кешеләрҙең именлеге күп йәһәттән юл хәрәкәте инспекторҙарына бәйле. Йыл башынан алып дүрт мең юл-транспорт фажиғәһендә 500-ҙән ашыу кеше һәләк булған, биш меңгә яҡыны имгәнгән. Был йәһәттән етди сара күрергә, алдан күҙаллап эш итергә, хәүефте мөмкин тиклем кәметергә кәрәк.

Авариялар йыш булған трасса участкаларында, хәрәкәт әүҙем булған урындарҙа, кешеләр күпләп тупланған ерҙә даими дежурлыҡ ойоштороу бурысын ҡуям. Видеотеркәү камералары һанын арттырырға кәрәк. Насар юл шарттары арҡаһында фажиғә булған урындар өсөн балансында ошо юлдар торған органдар яуап бирәсәк. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына тәү сиратта төҙөкләндереү өсөн иң ҡатмарлы һәм хәүефле юл участкалары исемлеген йылдам әҙерләү бурысын ҡуям. Автомобиль юлдарының алыҫ участкаларында фажиғә була ҡалһа, ғәмәлдәр алгоритмы аныҡ төҙөлөргә тейеш. Ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә ресурстарҙы — санитария авиацияһын, күсмә медицина үҙәктәрен, һанлы технологияларҙы һәм юлдаш навигацияһын йәлеп итеү фарыз. Был йыл һайын аварияларҙа зыян күргән йөҙҙәрсә кеше ғүмерен ҡотҡарыу мөмкинлеген бирәсәк.

Пассажирҙар ташыуҙа тәртип булдырыуҙы аҙағына еткерәсәкбеҙ. Киләһе йылдың беренсе кварталында уҡ Өфөләге бөтә ҡала маршруттарында автобус паркы һиҙелерлек үҙгәрәсәк, замансараҡ, уңайлыраҡ буласаҡ.

Беҙ, ихтыяждан сығып, кешеләр өсөн уңайлы транспорт схемаһын яйға һаласаҡбыҙ. Бөтә ташыусылар өсөн берҙәм транспорт картаһын ғәмәлгә индерәсәкбеҙ. Ул финанс ағымына контроллек итеү, ә иң мөһиме — ғәҙел конкурс ғәмәлдәрен тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Әүәл енәйәтселек һәм коррупция тантана иткән өлкәләрҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары мәсьәләне хәл итәсәк. Әле пассажирҙар кисергән барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығасаҡбыҙ.

Юл инфраструктураһын үҫтереү буйынса ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы республика өсөн мөһим аҙым тип иҫәпләйем. Уларҙың күбеһе әле федераль үҙәктә хуплау тапты. Тәү сиратта был — көньяҡ йүнәлештә Ағиҙел аша Өфөлә күпер төҙөү, “Өфө — Ырымбур” юлын дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү. Ҡариҙел ауылы эргәһендә Ҡариҙел йылғаһы аша көтөп алынған күперҙе төҙөп бөтө­рәсәкбеҙ. Өфөнө “Мәскәү — Ҡазан — Екатеринбург” юғары тиҙлекле магистраленә индереү йәһә­тенән дә эш алып барабыҙ. “Транспорт инфраструк­тураһын яңыртыуҙың комплекслы планы” федераль дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша­саҡбыҙ. Уның буйынса республика биш йылда 64 миллиард һум аҡса алыуы ихтимал. Беҙ юл инфра­струк­тураһын тамырынан яҡшыртыу мөмкинлеген биргән ошо күләмле программаға “теш-тырнаҡ менән йәбешергә” тейешбеҙ. Һөҙөм­тәлә был эш республика халҡы, ҡунаҡтарыбыҙ өсөн юл йөрөүҙә һәм инфраструктурала уңайлыҡтар булдырыуҙа сағыласаҡ.

Хөрмәтле коллегалар!
Теге йәки был проблеманы хәл итеүгә аҡса бүлеү зарурлығы тураһында һүҙ алып барһаҡ, был аҡсаның күктән төшмәүе хаҡында үҙебеҙгә отчет бирәбеҙ. Уларҙы беҙ үҙебеҙ эшләргә, республиканың иҡтисади үҫеше өсөн шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ. Предприятиеларҙың инвестиция эшмәкәрлеге тураһында өҫкә отчет биреп ултырған статистар кеүек ағым буйынса йөҙөргә ярамай. Иҡтисадыбыҙ өсөн яңы үҫеш нөктәләрен үҙ ҡулыбыҙ менән булдырырға тейешбеҙ.

Танырға кәрәк: республикабыҙ бөгөн үҙенең ғәйәт ҙур инвестиция ҡеүәтен тулыһынса файҙаланмай. Мин сағыштыра алам. Лидер төбәктәрҙә идарасылар әлегә беҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ эшләне һәм байтаҡҡа алға китте, тип асыҡтан-асыҡ әйтмәксемен.

Бөгөн төбәктәр араһында инвестициялар өсөн киҫкен конкурентлы көрәш бара. Рәсәй Федерация­һының байтаҡ субъекттарында инвестор офоҡта күренеү менән уны максималь хәстәрлеккә сорнай­ҙар. Әҙер ер участкалары тураһында мәғлүмәт, “берҙәм тәҙрә” тәҡдим итәләр, бөтә мәсьәләләрҙе хәл итергә вәғәҙәләйҙәр. Бизнесты үҫтереү өсөн иң яҡшы шарттарҙың тап үҙҙәрендә булыуына, унан да яҡшыраҡты таба алмаясаҡтарына инандыралар.

Ә беҙҙең республикала буласаҡ инвестор кемгә аныҡ мөрәжәғәт итергә тейешлеген әлегә үҙем дә асыҡлай алманым. Бизнес менән бәйләнешкә ингән тарҡау ведомстволар бик күп. Шул уҡ ваҡытта ашнаҡсы күп булған ерҙә аштың тәме булмауы мәғлүм.

Эшлекле кешеләр республикаға экскурсияға кеүек килә һәм, аҡсаһын һалырға ашыҡмайынса, ҡайтып китә. Эш былай бармай. Беҙ ҙә инвестор­ҙарҙы күтәреп йөрөтәсәкбеҙ. Әлегә быны миңә “ҡулдан башҡарырға” тура килә. Инвестиция советы төҙөлгән. Ул һәр проектты төрлө яҡтан тикшерә, шунда уҡ уның буйынса ҡарар ҡабул итә. Артабан проекттың ғәмәлгә индерелеүе тураһында ҡарар ҡабул итеүҙән, ер бүлеүҙән, коммуникацияларға тоташтырыуҙан алып продукцияны баҙарға сығарыуға тиклемге инвесторҙы оҙатыуҙың бөтә этаптарын автоматлаштырыуға тиклем эшләп еткерәбеҙ. Бында республика һәм власть органдарының эшен мотлаҡ көйләргә кәрәк. Муниципалитеттарҙа инвестиция шарттарының төрлө булыуы шунда уҡ күҙгә ташланды. Башлыҡ ҡаланы йәки районды үҫтереүгә аҡса бүлергә әҙер булған етди йәки хатта бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ла тейешле иғтибар бүлә икән, инвестиция килә. Әгәр башлыҡ ниндәйҙер башҡа алымдарға нигеҙләнә икән, эшҡыуарҙар уны урап үтә. Тап шуға күрә киләһе йылдан инвестиция ҡеүәтен тормошҡа ашырыу күрһәткесе буйынса муниципалитеттар рейтингын ғәмәлгә индерәсәкбеҙ.

Республикала тышҡы иҡтисади, экспорт эшмәкәр­леген арттырырға, халыҡ-ара хеҙмәттәш­лекте киңәй­тергә кәрәк. Сит ил партнерҙарының, инвестор­ҙарҙың Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныуы һәр саҡ ҙур булды. Ул аныҡ проекттарға әүерелһен өсөн ошо мәсьәләләрҙә компетентлы кешеләр кәрәк. Беҙ республикала ла, унан ситтә лә ошондай белгес­тәрҙе эҙләйәсәкбеҙ, уларға тейешле вәкәләттәр бирәсәкбеҙ. Был аҡланһа — ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергән илдәрҙә вәкиллектәр асасаҡбыҙ.

Республиканан ситтә ҡыҙыҡлы, инновациялы күренештәрҙе өйрәнгәндә үҙебеҙҙә, Башҡортостан­да, булғанды, һәр саҡ беҙҙең көс-ҡеүәтте тәшкил иткән хәл-шарттарҙы оноторға ярамай. Мин ауыл хужалығы тураһында һүҙ алып барам. Унда әлегә тулыһынса тормошҡа ашырылмаған ғәйәт ҙур мөмкинлектәрҙе күрәм.

Агросәнәғәт комплексы иҡтисадыбыҙҙың иң перспективалы үҫеш нөктәләренең береһенә әүерелә ала. Бер һанды ғына әйтеп китәйем. Республикала аҙыҡ-түлек баҙары һыйҙырышлылығы 350 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Ә бөгөн иһә беҙ 170 миллиард һумлыҡ продукция етештерәбеҙ, йәғни ҡеүәтебеҙҙең яртыһынан аҙыраҡ. Шул уҡ ваҡытта әҙер аҙыҡ-түлек түгел, нигеҙҙә, сеймал тәҡдим итәбеҙ, өҫтәмә хаҡтан байтаҡ табышты юғалтабыҙ. Үҙебеҙҙә тәрән эшкәртеүҙе үҫтереү — агросәнәғәт комплексы алдында торған тәү сираттағы бурыс.

Аграрийҙарыбыҙ һуңғы ваҡытта кооперацияның — ресурстарҙың, кадрҙарҙың, техниканың, бизнес-идеяларҙың мөһимлеген аңлай төштө. Һуңғы ике йылда ғына 200-ҙән ашыу кооператив өс меңгә яҡын шәхси ярҙамсы хужалыҡты һәм фермерҙы берләштерҙе. Шул уҡ ваҡытта уйланылмаған, йыш ҡына яуыз ниәт менән ҡылынған ғәмәлдәр арҡаһында тиҫтәләрсә ауыл хужалығы предприятиеһын, фермер хужалығын юғалтабыҙ. Уйлап ҡарағыҙ: 20 йылда тармаҡ дүрт бөлгөнлөк тулҡынын кисерҙе. Ауыл иҡтисадын нығытып, ауыл халҡына эш биргәндәрҙе бөлгөнлөккә төшөрөүҙе туҡтатырбыҙ, бәлки? Киләсәктә бындай ғәмәлдәргә объектив, шул иҫәптән хоҡуҡи баһа биреүҙе талап итәсәкмен.

Фермер хужалығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн күпме көс һалырға кәрәклеген күҙ алдына килтерәһегеҙме? Бында ныҡлы характерға, ихтыяр көсөнә эйә булыу шарт. Ундайҙарға, мәҫәлән, Ҡалтасы районынан фермер Владислав Бикмырҙин инә. Ҡасандыр ул эшен алты һыйырҙан башлаған, ә бөгөн иһә 200 һауын һыйырынан йыл һайын бер мең тоннанан ашыу һөт ала. Уңыштар һеҙгә һәм рәхмәт!

Ошондай көслө һәм уңышлы яҡташтары менән һәр район ғорурланһын ине. Беҙ “Агросәнәғәт комплексы лидерҙары” программаһын ғәмәлгә индерәсәкбеҙ һәм агробизнес өсөн заманса белгестәр әҙерләйәсәкбеҙ.

Ауыл хужалығы өсөн эшсе кадрҙар әҙерләү системаһын да нығытырға кәрәк. Иң элек биш-алты ҙур аграр колледжда малсылыҡ фермалары, тәжрибә баҫыуҙары ойошторасаҡбыҙ. Улар өсөн заманса техника һәм ҡорамалдар һатып аласаҡбыҙ. Бөгөн илдә һөт, ит, бал буйынса алдынғы булһаҡ, иртәгә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙә, биотехноло­гияларҙа, аграр тармаҡты һанлаш­тырыуҙа иң яҡшыларға әүерелергә тейешбеҙ. Бер нисә йылдан ауыл хужалығы илдәге һанлы иҡтисадтың төп тармаҡтарының береһе буласағына иманым камил.
Шул уҡ ваҡытта минең өсөн бында иң мөһиме — уңышлы агробизнес һәм саф табыш түгел, ә агросәнәғәт комплексында килемдең артыуының ауылды социаль үҫтереүгә, ауыл халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелеүе. Сөнки улар — 1,5 миллион кеше, республика халҡының 40 проценты тиерлек.

Уларҙың яҙмышы, ауылдарыбыҙҙың киләсәге хаҡында хәстәрлекте шәхси бурысым кеүек ҡабул итәм. Үҙем ауылда тыуғанмын. Милли йолалары­быҙҙың, ғаилә ҡиммәттәренең, быуындар бәйләне­шенең, халҡыбыҙ мәҙәниәтен тәшкил иткән бөтә нәмәнең тап ауылда һаҡланыуын беләм.
Әүәлгесә ауылда үҙ-ара ярҙамсыллыҡ йола­һының көслө булыуы ҡыуандыра. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, унда кешеләр намыҫ менән изгелектең нимә икәнлеген онотмай. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Буранғол ауыл биләмәһендә урындағы эшҡыуар Илшат Ғилманов (уның да бында булыуы ихтимал) ауылдаштары өсөн йорт һалырға ярҙам иткән. Солтановтарҙың ишле ғаиләһе янғындан һуң ауыр хәлдә ҡалғас, уңышлы эшҡыуар, үҙе лә күп бала атаһы, уларҙың ҡайғыһына битараф ҡал­маған. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Әйткәндәй, мәғлүм бу­лы­уынса, ауыл биләмәһе хакимиәтендә үткәрелгән сараларҙа ул һәр саҡ бағыусы ла була икән.

Хөрмәтле дуҫтар!
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарары һөҙөмтәһендә киләһе йылдарҙа ил төбәктәренә милли проекттар нигеҙендә өҫтәмә рәүештә триллион һумдар аҡса күсереләсәк. Был кешеләрҙең йәшәү сифатында ысын мәғәнәһендә алға китеш буласаҡ. Эш хаҡының, пособиеларҙың артыуы хаҡында һүҙ бара. Медицинаға һәм мәғарифҡа, мәҙәниәткә һәм спортҡа, юл һәм күпер төҙөүгә, ҡала, ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереүгә бик ҙур ресурс бүленәсәк.

Май Указының, милли проекттарҙың төп һандарын, айырым маҡсатлы йүнәлештәрен һәм күрһәткестәрен, уларҙың республикабыҙ өсөн план күрһәткестәрен әле әйтеп тормайым. Әйткәндәй, быларҙың барыһы ла бөгөн һеҙгә тапшырылған мәғлүмәти материалдарҙа бар.

Иң мөһиме хаҡында әйтәйем — төп төбәктәр тиҫтәһендә ил иҡтисадының яртыһын тәьмин иткән республикабыҙ федераль үҙәктән һиҙелерлек ярҙам алыр, тип ышанам. Тик эшләргә кәрәк.

Республика Хөкүмәте, сенаторҙарыбыҙ, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, ошо эшкә йәлеп ителгәндәрҙең барыһы ла Башҡортостанға милли проекттарҙа, дәүләт программаларында һәм конкурстарҙа ҡатнашыу аша мөмкин тиклем күберәк ресурс килһен өсөн барыһын да эшләргә тейеш. Бөгөн был — республикабыҙ өсөн иң мөһим бурыстарҙың береһе. Хөрмәтле сенаторҙа­рыбыҙ һәм парламента­рийҙарыбыҙ, үпкәләштән булмаһын, әммә беҙ һеҙҙең дә рейтингығыҙҙы төҙөйәсәкбеҙ һәм эшегеҙҙе республикаға йәлеп иткән федераль ресурстар күләме буйынса баһалаясаҡбыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәм: тап ошоноң өсөн һәр ҡайһығыҙ Мәскәүгә йүнәлтелде. Һеҙҙең ҙур һәм әүҙем ярҙамға, һиҙелерлек һөҙөмтәләргә иҫәп тотам.

Башҡортостандың ошо ҡеүәтле ресурстарҙы алып, уларға һалынған үҫеш ҡеүәтен тулыһынса үҙләштереүе мөһим. Улар беҙгә яңы производство­ларҙы сафҡа индереү, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булған заманса эш урындары асыу, фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән өр-яңы тармаҡтар булдырыу, ғәмәлдәгеләренә ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәк. Мәҫәлән, улар иҫәбенә Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларының республиканан ситтә лә киң билдәлелек яулаған машиналар эшләү предприятиелары инә.

Хөкүмәттән республикалағы машиналар эшләү комплексын үҫтереү программаһын әҙерләүҙе һорайым.

Ҡала һәм райондарҙың бюджеттарын нығытыу, уларҙағы үҫеште тигеҙләү өсөн байтаҡ ресурс кәрәк. Әле уларҙа уртаса айлыҡ эш хаҡы кимәле буйынса айырма ике тапҡырҙан ашыу, халыҡтың йән башына төп капиталға инвестициялар буйынса иһә — илле тапҡырҙан ашыу.

Минеңсә, бының сәбәптәренең береһе — бәләкәй бизнес менән эштең һүлпән барыуы. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ властың, тәү сиратта урындағыларҙың яҡшы мөнәсәбәтен тойорға тейеш. Район һәм ҡала башлыҡтарын эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу йәһәтенән дә баһалаясаҡмын.

Республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең һәм уны үҫтереүҙең муниципаль стандартын ғәмәлгә индереү, унда муниципалитеттарҙың бизнес менән эшләү тәртибен, ошо мәсьәләлә уларҙың яуаплылығын билдәләү бурысын ҡуям.
Хөрмәтле коллегалар!

Район, ҡалалар буйлап сәфәрҙә һәр саҡ йәшәү мөхитенең сифатына, коммуналь хеҙмәттәрҙең эшенә, биләмәләрҙең төҙөклөгөнә һәм экологик хәлгә иғтибар итәм. Күргәндәрем ҡайһы саҡта тәрән борсоуға һала.

Балалар майҙансыҡтарына күҙ һалығыҙ. Хурлыҡ бит. Ә хәҙер күрегеҙ: улар ниндәй булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта әллә ни ҙур аҡса ла кәрәкмәй. Бюджеты бәләкәйерәк булған байтаҡ төбәктәр был проблеманы әүҙем хәл итә.

Беҙ ҙә уны хәл итәсәкбеҙ. Әле өс меңгә яҡын ихата төҙөкләндереүгә мохтаж. Киләһе йыл ошо маҡсатҡа 3,4 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 1,4 миллиард һум аҡса йүнәлтәсәкбеҙ. Программала шулай уҡ муниципалитеттар ҙа ҡатнаша. Был беҙгә 500-гә яҡын ихатаны ремонтлау, шулай уҡ 150-гә яҡын паркты һәм скверҙы төҙөкләндереү мөмкинлеген бирәсәк.

Тағы ла бер ҙур яңы программа — подъездарҙы ремонтлау. Беҙ был эшкә йыл һайын идарасы компаниялар ҡатнашлығында бюджеттан бер миллиард һум аҡса бүләсәкбеҙ. Бындай программалар башҡа төбәктәрҙә эшләй ҙә инде. Алты йылда 26 меңдән ашыу подъезды төҙөкләндереп, проблеманы тулы­һынса хәл итеүҙе планлаштырабыҙ. Шул уҡ ваҡытта йәмәғәт тыңлауҙары барышында йорттарҙа йәшәгән халыҡ менән төҙөкләндереү программаларын туранан-тура тикшереү ҙур әһәмиәткә эйә.

Һәр ҙур биләмәлә яҡшы парк булырға тейеш. Кеше­ләргә һаулығын нығытыу һәм ғаилә менән ял итеү өсөн уңайлы урын булдырыу әллә ни ҙур мөғжизә түгел бит. Республикала бының өсөн ресурстар етерлек.

Авария фондын бөтөрөү буйынса эш дауам итәсәк. Был маҡсатҡа йыл һайын байтаҡ аҡса йүнәлтеләсәк, шул иҫәптән федераль бюджеттан. Әле ошо юҫыҡта һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.

Коммуналь техникаға, айырыуса ҡар таҙартыу һәм һыу һибеү техникаһына ҡытлыҡ проблемаһын хәл итә башланыҡ. Өфөгә тиҫтәләгән машина тапшырылды ла инде. Киләһе ярты йылда яңы техника башҡа муниципалитеттарға ла йүнәлтеләсәк.

Күп кенә биләмәләр халҡы насар экологик хәлгә, эсәр һыуҙың түбән сифатына, һыу тәьминәте системаһының эшендәге проблемаларға зарлана. Беҙҙә инженерлыҡ селтәрҙәренә бәйле проблемалар, ғөмүмән, күп. Район, ҡалалар йылдам үҫә, ә инфраструктура был үҫеш артынан һәр ваҡытта ла өлгөрә алмай. Хөкүмәткә муниципалитеттарҙа инженерлыҡ селтәрҙәре төҙөү программаһын әҙерләү бурысын йөкмәтәм.

Йәшәү һәм һаулыҡ сифатының тағы ла бер күрһәткесе — саф һауа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һауаға бысраҡ матдәләр сығарыу күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында — беренсе урында һәм Рәсәй төбәктәренең тәүге тиҫтәһендә. Беҙ һауаның төп бысратыусылары булған предприятиелар менән тығыҙыраҡ эшләйәсәкбеҙ, тәртип боҙоусыларға ҡарата штраф санкцияларын арттырасаҡбыҙ. Тәбиғәтте һаҡлау саралары йәһәтенән бизнестан әүҙем инвестиция сәйәсәтен талап итәсәк­беҙ. Муниципалитеттарҙы атмосфераны бысратыуға контролдең автоматлаштырылған станциялары менән тәьмин итеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Биш йыл эсендә беҙҙә ошондай ун станция барлыҡҡа киләсәк.

Бөгөн мин яуап бирергә теләгән мөһим һорауҙарҙың береһе — киләһе йылдан ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең өр-яңы системаһына күсеү. Сүп-сарҙы ситкә сығарыуға тарифтарҙың саманан тыш үҫеүенә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Ә бына ошо өлкәләге эштең сифаты ярайһы уҡ яҡшырырға тейеш.
Республикабыҙ — ҙур, ҡала һәм район үҙәктәренән алыҫ биләмәләр — бик күп. Тарифтарҙы ҡулайлаштырыу өсөн ҡалдыҡтар хәрәкәтенең иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән логистикаһын дөрөҫ төҙөү бурысы ҡуйылды. Өр-яңы полигондар, сүп-сарҙы сорттарға айырыу участкалары, сүп-сар тейәү пункттары барлыҡҡа киләсәк.

Пландарыбыҙҙа — дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуға ҡаршы көрәш. Беҙ ер аҫтын файҙаланыуға лицензиялар алыу тәртибенә һәм шарттарына ҡағылышлы республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереүҙе күҙаллайбыҙ. Улар байтаҡҡа ҡәтғиерәк буласаҡ. Һуңғы йылдарҙа сеймалды вәхшиҙәрсә сығарып, тәбиғәткә зыян килтереп, ер аҫты ҡаҙылмалары иҫәбенә байырға теләгәндәр ныҡлы яуапҡа тарттырыласаҡ. Уларҙы енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыу башланғысы менән федераль кимәлгә сығасаҡбыҙ.

Шул уҡ ваҡытта муниципалитеттар ҡырсын­ташты, ҡом-таш ҡатнашмаһын һәм үҙ биләмәһендә сығарылған башҡа сеймалды шәхси ихтыяждар өсөн файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, тигән фекерҙәмен. Мәҫәлән, юлға түшәү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн. Хөкүмәткә, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға республика ҡануниәтенә тейешле үҙгәреш индерергә тәҡдим итәм.

Хөрмәтле дуҫтар!
Сығышымды йомғаҡлап, республиканың барлыҡ халҡын үҙебеҙҙе кәм тоймаҫҡа саҡырам! Беҙгә үҙебеҙҙе ихтирам итергә, республикабыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ менән ғорурланырға ерлек бар! Күршеләребеҙ һәм дуҫтарыбыҙ “Беҙ булдырабыҙ” тип дөрөҫ әйтә. Ә мин иһә “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” тип әйтергә теләйем. Тәржемә итеүҙең кәрәге юҡтыр, моғайын. Беҙҙе тормош кимәле буйынса үтеп киткән төбәктәрҙе ҡыуып етергә теләһәк, башҡа сарабыҙ, ысынлап та, юҡ. Шул саҡта ғына беҙ илдә алдынғы позицияларға мотлаҡ әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.
Әйткәндәй, ошо һүҙҙәр девизыбыҙ булһын!

Башҡортостандан ситтә яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен онотмайҙар. Беҙ үҙебеҙҙең һоҡланғыс мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсәндәр, ғалимдар, спортсылар менән ғорурланабыҙ.

Беҙҙә әле лә ғорурланырлыҡ шәхестәр бихисап. Улар — йәш быуын. Күҙ һалығыҙ: һуңғы йылда ғына республика йәштәре ниндәй уңыштарға өлгәшкән!

Уҡыусыларыбыҙ һәм студенттарыбыҙ робот техникаһы олимпиадаһында, “Абилимпикс” һәм WorldSkills һөнәри оҫталыҡ чемпионаттарында, Бөтә Рәсәй йыһан проекттары конкурсында, инжиниринг һәм робот техникаһы буйынса халыҡ-ара чемпионатында, башҡа абруйлы форумдарҙа еңеүсе һәм призер булды. Ошо чемпиондарҙың ҡайһы берҙәре — бөгөн был залда. Баҫығыҙ, зинһар! Йәштәр, һеҙгә афарин, һеҙ тиҫтерҙәрегеҙ өсөн өлгө! Һеҙгә ҙур рәхмәт!

Минеңсә, тап ошондай йәштәр Башҡортостанды, океан аръяғындағы партнерҙарыбыҙ әйтмешләй, “great again” яһай ала.
Хөрмәтле дуҫтар!

Кемгәлер, бәлки, минең Мөрәжәғәтнамәм прагматик, хатта түбән кимәлле булып күренер. Кемдер “форсайт”, “эджайл” кеүек һәм ҡайһы бер башҡа һүҙҙәрҙе бер тапҡыр ҙа телгә алмауыма ғәжәпләнер. Ышанығыҙ, был һүҙҙәр миңә таныш. Хыялланам да, йондоҙҙарға ла ынтылам.
Әммә тормош йылдам үҙгәрә, ҡатмарлаша. Ә дәүләт институттары һәм чиновниктар үҙгәреп өлгөрмәй һәм яңы шарттарҙа һәр ваҡытта ла һөҙөмтәле эшләй алмай. Ахырҙа — кешеләр үҙҙәрен ситләтелгән, заманса тормоштоң ҡәтғи талаптары менән япа-яңғыҙ ҡалдырылғандай тоя. Һәм ошонда инде һуңғы ваҡытта эксперттар һәм сәйәсмәндәр йыш һүҙ алып барған ғәҙеллеккә ихтыяж тыуа.

Республикабыҙҙа көндәлек эштәрҙә, һәр кеше тормошонда ғәҙеллеккә ихтыяж шулай уҡ киҫкен һиҙелә. Шуға ла йондоҙҙарға ынтылырҙан алда иң элек ошо ерҙәге, кешеләр өсөн ысын мәғәнәһендә мөһим булған ябай ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Ғәҙеллек төшөнсәһен мин нисек аңлайым?

Кешеләр намыҫлы эшләп, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ала. Дәүләткә тиҫтәләрсә йыл ғүмерен биргән ветерандар үҙҙәрен онотолған һәм мәхрүм итеп тоймай. Бизнесҡа дәүләт ярҙамы “үҙебеҙҙекеләр”гә һәм “сит-ят”тарға айырмайынса күрһәтелә. Етәксенең “иң яратҡан хеҙмәткәрҙәре” юҡ. Закон алдында барыһы ла тиң. Алға киткән муниципалитеттар артта ҡалғандарға ярҙам итә. Ғөмүмән, көслөләр көсһөҙҙәргә — ҡарттарға, балаларға, аҙ тәьмин ителгәндәргә, махсус ихтыяжлы кешеләргә ярҙам итә. Сөнки был — ғәҙел.

Ғәҙеллек — зат һәм әшнәлек күренештәренең бөтөнләй булмауы ул. Ауылдарыбыҙҙағы һәр егет йәки ҡыҙ яҡшы уҡый, һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә бик күп эшләй икән, үҙебеҙҙә, тыуған республикала уңышҡа өлгәшеү мөмкинлегенә ышанырға тейеш.

Кешеләрҙе ҡанатлы һүҙҙәр, тормошҡа ашмаҫ вәғәҙәләр менән алдамаясаҡмын, гигантомания һәм хыялыйлыҡ менән шөғөлләнмәйәсәкмен.
Ҡасан да булһа командам тураһында: “Был ке­шеләр үҙҙәре биргән вәғәҙәне үтәне!” – тип әйтһәләр, ғүмерем бушҡа уҙманы, тип иҫәпләйәсәкмен.

Бөгөн үк бөтә иҫкелек ҡалдыҡтары, үҙ көсөбөҙгә ышанмаусанлыҡ, байҙарға хас ғәҙәттәр, һауалылыҡ, кешеләргә ҡарата битарафлыҡ менән хушлашайыҡ. Уртаҡ мәнфәғәттәр менән йәшәйек һәм тормо­шобоҙҙо эҙмә-эҙлекле яҡшы яҡҡа үҙгәртәйек!
Минең стратегиям тап ошоға ҡоролған.
Алға, Башҡортостан!
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.

Мортаза РӘХИМОВ,
Башҡортостандың тәүге Президенты:

– Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә эш сәфәрендә үҙ күҙҙәре менән күргән проблемалар яңғыраны.

Ике ай эсендә ул күп ҡалаларҙы, райондарҙы йөрөп сыҡты, бөгөн республика халҡының нисек йәшәүен белде. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда бығаса эшләп килгән идара итеү системаһы емерелде. Әгәр элек шул уҡ Баймаҡ, Хәйбулла йәки Әбйәлил райондары халҡы баҫыуҙарҙа, фермаларҙа тир түкһә, хәҙер эш эҙләп башҡа төбәктәргә китергә мәжбүр. Мин республика Башлығының бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһен ыңғай баһалайым.

Радий Хәбиров ауылда үҫте, төрлө вазифаларҙа, шулай уҡ Мәскәүҙә эшләне, уның бай тормош тәжрибәһе бар. Шуға ла ул минең кәңәшемә мохтаж түгел тип иҫәпләйем. Бөгөн Радий Фәрит улы республикала булған проблемалар хаҡында һөйләне, башҡарма власть алдында үтәлергә тейеш аныҡ мәсьәләләр ҡуйҙы. Барлыҡ Башҡортостан халҡына бәхет, именлек, яҡшы тормош һәм иң мөһиме – һаулыҡ теләйем.


Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
– Сығыштың урыны һәм йөкмәткеһе буйынса был Мөрәжәғәтнамә беҙҙең өсөн яңылыҡ булып тора, унда һәр проблема тәғәйен билдәләнгән. Төбәк етәксеһе мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, йәштәр һәм социаль сәйәсәт буйынса ҡануниәтте камиллаштырыу мәсьәләһен күтәрҙе. Төбәктең милли проекттарҙа ҡатнашыуының мөһимлеге лә телгә алынды. Бөтә ынтылыштарҙың нигеҙе, тәбиғи – иҡтисад. Был осраҡта инвесторҙар һәм федераль аҡсаны йәлеп итеү, республикабыҙҙың ғәйәт ҙур иҡтисади ҡеүәтен эшкә егеү зарурлығы тыуа. Ошо ҙур эште эҙмә-эҙлекле башҡарыу һөҙөмтәһендә халыҡтың йәшәү кимәле күтәрелергә тейеш.
Республикаға етәкселек итә башлауының тәүге көндәренән үк Радий Хәбиров үҙен төбәгебеҙ өсөн янып йөрөгән, унда йәшәүселәрҙең ихтыяжын тәрән аңлаған кеше итеп күрһәтте. Бөгөн залда Башҡортостандың төрлө райондары һәм ҡалаларынан төрлө йәштәге һәм ҙур уңышҡа өлгәшкән кешеләрҙең ултырыуы бик һәйбәт күренеш булды. Был республикабыҙҙың төп байлығы кешеләр икәнлеген тағы бер тапҡыр раҫланы. Беҙ, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Мөрәжәғәтнамәлә яңғыраған төп тезистар буйынса эш башланыҡ та инде. Ундағы бер фекер ҙә, бер идея ла тормошҡа ашырылмай ҡалырға тейеш түгел.


Юнир ҠОТЛОҒУЖИН,
Рәсәй Коммунистар партияһының Башҡортостан республика комитетының беренсе секретары:
– Был Мөрәжәғәтнамә Башҡортостан халҡы өсөн айырым әһәмиәткә эйә, сөнки киләһе йыл, билдәле булыуынса, республика үҙенең 100 йыллығын билдәләйәсәк. Сентябрҙә төбәк Башлығын һайлаясаҡбыҙ. 2019 йылды мин республикабыҙҙы йылдам үҫеш алып китәсәк тип күҙ алдына килтерәм.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Радий Хәбиров һайлауҙа үҙ кандидатураһын тәҡдим итерме?

Радий Хәбиров һайлауҙа үҙ кандидатураһын тәҡдим итерме? 22.01.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, ябай булмаған мөнәсәбәттәр...

Тотош уҡырға 58

Суд приставтары хеҙмәтендә үҙгәрештәр

Суд приставтары хеҙмәтендә үҙгәрештәр 22.01.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов...

Тотош уҡырға 46

Дуҫлыҡ ептәре нығына

Дуҫлыҡ ептәре нығына 22.01.2019 // Сәйәсәт

Ҡырым Республикаһының Башлығы Сергей Аксенов етәкселегендәге делегация Өфөлә эш сәфәрендә булды....

Тотош уҡырға 27

Нимә ул “IndusFood”?

Нимә ул “IndusFood”? 21.01.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостандың сауҙа селтәре вәкилдәре Бөтә донъя аҙыҡ-түлек күргәҙмәһендә ҡатнашты....

Тотош уҡырға 45

Рәлиф Сафин Башҡортостан етәкселәре хаҡында ниндәй фекерҙә?

Рәлиф Сафин Башҡортостан етәкселәре хаҡында ниндәй фекерҙә? 19.01.2019 // Сәйәсәт / Иҡтисад

“Башҡортостандың мөмкинлектәре алға ынтылыш яһауға юл аса”, – тине Рәсәйҙең билдәле эшҡыуары,...

Тотош уҡырға 161

Эш бер минутҡа ла тынмай

Эш бер минутҡа ла тынмай 18.01.2019 // Сәйәсәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов рәсми осрашыуҙан һуң Сибай...

Тотош уҡырға 81

Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде

Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде 18.01.2019 // Сәйәсәт

Ҡырым делегацияһының Өфөләге сәфәре дауам итә....

Тотош уҡырға 92

Аҡсаны ҡайҙан алдың?

Аҡсаны ҡайҙан алдың? 18.01.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһында дәүләт...

Тотош уҡырға 72

Көкөрт еҫен түгел, диңгеҙ һауаһын һуларға

Көкөрт еҫен түгел, диңгеҙ һауаһын һуларға 18.01.2019 // Сәйәсәт

Сибайҙан 500 бала тиҙҙән Ҡырым шифаханаларына ял итергә һәм һаулығын нығытырға юлланасаҡ....

Тотош уҡырға 93

Диңгеҙ менән тау осрашты

Диңгеҙ менән тау осрашты 18.01.2019 // Сәйәсәт

Өфөгә Ҡырым Республикаһының вәкиллекле делегацияһы килде....

Тотош уҡырға 52

Халыҡты нимә борсой?

Халыҡты нимә борсой? 18.01.2019 // Сәйәсәт

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, белеүегеҙсә, хәҙер власть органдары, төрлө ойошма-учреждениеларҙан алған...

Тотош уҡырға 11

Бер – олоно, бер кесене тыңла

Бер – олоно, бер кесене тыңла 17.01.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында әүҙем йәштәр йыйылып, Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 73