Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин һеҙгә ярҙам итергә килдем”
Йәрмәкәй районының Спартак ауылында Радий Фәрит улы ауыл Советы етәкселеге, урындағы халыҡ менән осрашты, биләмәне үҫте­реү, яҡтыртыу, 1 ғинуарҙан ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Ауыл Советы башлығы Флүзә Ғәфү­рова әйтеүенсә, ун йылдан ашыу инде ауыл урамдарынан һәм күп фатирлы йорттарҙан сүп-сарҙы ситкә торлаҡ милекселәре ширҡәте машинаһы сығара. Әле ауылда рөхсәтһеҙ асылған сүплек бөтөрөлгән, 41 металл контейнер ҡуйыл­ған. Хәҙер сүп-сар махсус полигонға оҙатыласаҡ.

— Беҙҙә сүп-сарҙы ситкә сығарыуға тарифтар Волга буйы федераль округында иң түбәне һәм Рәсәйҙә лә иң түбәндәрҙең береһе. Өҫтәүенә беҙҙә байтаҡ ташламалар ҙа бар, — тине Радий Хәбиров. — Ҡалдыҡтарҙы йыйыу­ҙың һөҙөмтәле системаһын булдырма­һаҡ, рөхсәтһеҙ сүплектәр барлыҡҡа килеүе дауам итәсәк. Беҙ быны тәү сиратта туҡтатырға тейешбеҙ. Икенсе аҙым — сүп-сарҙы айырым йыйыу. Ҡасан да булһа ошо системаға ла күсәсәкбеҙ. Беҙ республикала таҙа булыуын теләйбеҙ.

Республика етәксеһе менән осрашыу барышында урындағы халыҡ ауыл врач амбулаторияһында ремонт яһарға кәрәклеген билдәләне. Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, дарыуҙар, ҡорамалдар тәьминәте, пациенттарҙы ҡабул итеү менән ҡыҙыҡһынды.
Ялан-Шишмә ауылында Радий Хәби­ров халыҡ менән юл-транспорт һәм социаль инфраструктураны үҫтереү мәсьә­ләләрен тикшерҙе.
Әйтеүҙәренсә, урындағы мәктәп һәм клуб төҙөклән­дереүгә мохтаж. Белем усағы 1940 —1960 йылдарҙа һалынған биш ағас бинала урынлашҡан. Әле бында 31 бала белем ала. Шул уҡ ваҡытта мәктәп йәшендәгеләр һаны әкренләп арта.

Ауыл клубы ла 1936 йылда төҙөлгән ағас бинала урынлашҡан. Ялан-Шишмә халҡы әйтеүенсә, ҡыш бында бик һыуыҡ, шуға күрә ижади коллективтарҙың репетицияларын, түңәрәктәрҙе үткәреү ҡыйынға төшә.

Район хакимиәте әле клубты ҡулай­лаштырылған бүтән бинаға күсереү мәсьәләһен ҡарай. Әммә халыҡ ауылда мәктәпте лә, балалар баҡсаһын да, мәҙәниәт йортон да үҙ эсенә алған күп функциялы мәҙәни үҙәк төҙөргә тәҡдим итә.

Радий Хәбиров район хакимиәте башлығына ауыл халҡы йыйылышын ойоштороп, иң ҡулай алымды билдәләргә ҡушты. Йыйылыш протоколы нигеҙендә бюджеттан аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.

Ошонда уҡ төбәк етәксеһе өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында булды. 70 квадрат метрлыҡ майҙанды үҙ эсенә алған кирбес бина күптән түгел сафҡа индерелгән. Фельдшер Елена Петрова ФАП-тың 120 кешене хеҙмәтләндереүе тураһында һөйләне. Радий Хәбиров рецептар һәм ауырығанлыҡ ҡағыҙҙарын тултырыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡ­һынды. Ул шулай уҡ инвесторҙар менән 2800 баш һыйыр малына иҫәпләнгән малсылыҡ комплексын төҙөү проектын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе.

Эш сәфәрендә Радий Хәбиров Йәрмәкәй өлкән­дәрҙе һәм инвалид­тарҙы со­циаль һәм стационар хеҙ­мәт­ләндереү бүлексәһендә булды. Әле бында ете райондан 24 кеше йәшәй. Төбәк етәксеһе социаль учреждениела йәшәү шарттары менән танышты, медицина хеҙмәтлән­дереүе, туҡланыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Йәрмәкәй ауылында өр-яңы физкультура-һа­уыҡ­тырыу комплексын асыу танта­наһында ҡатнашты. Объект Башҡорт­остан менән “Роснефть” араһын­дағы хеҙмәттәшлек тура­һын­дағы килешеү нигеҙен­дә “Башнефть” компания­һының хәйриә аҡсаһына төҙөлгән. Комплекстың хаҡы — 164 миллион һум. Майҙаны 2971,5 квадрат метр тәшкил иткән спорт комплексы 2015 йылда һалына башлаған. 25 метрлыҡ бассейндан тыш, теннис, волейбол, баскетбол һәм мини футбол ме­нән шөғөлләнеү өсөн универсаль спорт залы, бокс һәм тренажерҙар залы бар.

* * *

Балаҡатай районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауыл клубында муниципалитет хал­ҡы менән осрашты. Улар тө­бәк етәксеһенә көнүҙәк мәсьә­ләләр хаҡында һөйләне.

Осрашыуҙа дарыуҙар тәьминәте, һаулыҡ йәһә­тенән мөм­кинлеге сиклән­гән кешеләр өсөн медицина хеҙмәте күр­һәтеү, транспорт һәм юл инфраструк­тураһын үҫте­реү, күп функциялы үҙәк­тең, урман хужалығының эшен ойоштороу темалары күтәрелде. Радий Хәбиров 15 ғинуарҙа халыҡ менән осрашыу, хәлде өйрәнеү, эште яйға һалыу өсөн муниципа­литетҡа Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, “Башавтотранс” һәм күп функциялы үҙәк етәкселәрен ебәрәсәге тураһында хәбәр итте.

Урғалы ауыл участка дауахана­һына капиталь ремонт яһау йәки яңы бина төҙөү мәсьәләһенә килгән­дә, Радий Хәбиров һуңғы ҡарар ауыл халҡы йыйынында ҡабул ителергә тейеш тип билдәләне. Республика иһә ҡаҙнанан аҡса бүлергә әҙер.

Бынан тыш, 2020 йылда муници­палитеттың бер нисә ауылын тоташтырыу мөмкинлеген биргән 12 саҡрымлыҡ юл һалырға ҡарар ителде.
Республика етәксеһе менән аралашҡанда урын­дағы халыҡ бассейн кәрәк­леге тураһында белдерҙе. Радий Хәбиров 2020 йылда тейешле проект әҙерләү, ә 2021—2022 йылдарҙа муниципалитет халҡы өсөн мөһим спорт объектын төҙөү бурысын йөкмәтте.

— Көсөмдән килгәндең барыһын да мотлаҡ эшлә­йәсәкмен. Ә көс-ҡеүәтем етерлек. Мин бында эшләр­гә һәм һеҙгә ярҙам итергә килдем. Тор­мошоғоҙҙо яҡ­шыртыу менән шөғөл­ләнә­сәкмен. Йортоғоҙҙа — йы­лылыҡ, газ, йылы һыу, урам­дарығыҙ тәртиптә, яҡ­ты булһын. Балалар баҡса­лары, поликлиникалар, мәк­тәптәр, ФАП-тар төҙөлһөн, — тине төбәк етәксеһе. — Яңы йылға яҡшы кәйеф менән аяҡ баҫайыҡ!

Автор: Л. ХӘСӘНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Рәлиф Сафин Башҡортостан етәкселәре хаҡында ниндәй фекерҙә?

Рәлиф Сафин Башҡортостан етәкселәре хаҡында ниндәй фекерҙә? 19.01.2019 // Сәйәсәт / Иҡтисад

“Башҡортостандың мөмкинлектәре алға ынтылыш яһауға юл аса”, – тине Рәсәйҙең билдәле эшҡыуары,...

Тотош уҡырға 43

Эш бер минутҡа ла тынмай

Эш бер минутҡа ла тынмай 18.01.2019 // Сәйәсәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов рәсми осрашыуҙан һуң Сибай...

Тотош уҡырға 43

Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде

Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде 18.01.2019 // Сәйәсәт

Ҡырым делегацияһының Өфөләге сәфәре дауам итә....

Тотош уҡырға 57

Аҡсаны ҡайҙан алдың?

Аҡсаны ҡайҙан алдың? 18.01.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһында дәүләт...

Тотош уҡырға 42

Көкөрт еҫен түгел, диңгеҙ һауаһын һуларға

Көкөрт еҫен түгел, диңгеҙ һауаһын һуларға 18.01.2019 // Сәйәсәт

Сибайҙан 500 бала тиҙҙән Ҡырым шифаханаларына ял итергә һәм һаулығын нығытырға юлланасаҡ....

Тотош уҡырға 54

Диңгеҙ менән тау осрашты

Диңгеҙ менән тау осрашты 18.01.2019 // Сәйәсәт

Өфөгә Ҡырым Республикаһының вәкиллекле делегацияһы килде....

Тотош уҡырға 32

Бер – олоно, бер кесене тыңла

Бер – олоно, бер кесене тыңла 17.01.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында әүҙем йәштәр йыйылып, Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 50

Инвестиция ҡеүәһен арттырыу маҡсатында

Инвестиция ҡеүәһен арттырыу маҡсатында 16.01.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһында...

Тотош уҡырға 40

Ҡыйғыла – яңы етәксе

Ҡыйғыла – яңы етәксе 16.01.2019 // Сәйәсәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Ҡыйғы районы ҡоролтайының...

Тотош уҡырға 66

Ҡар баҫһа, кемгә мөрәжәғәт итергә?

Ҡар баҫһа, кемгә мөрәжәғәт итергә? 15.01.2019 // Сәйәсәт

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә — тағы ла яңы тәғәйенләү. Баш ҡала мэры Өлфәт Мостафин был турала сираттағы...

Тотош уҡырға 80

Алданғандар булмаһын

Алданғандар булмаһын 15.01.2019 // Сәйәсәт

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Төҙөлөш...

Тотош уҡырға 54

“Йәшел карта”... “Ҡыҙыл төймә”... Ни өсөн кәрәк улар?

“Йәшел карта”... “Ҡыҙыл төймә”... Ни өсөн кәрәк улар? 14.01.2019 // Сәйәсәт

Быйыл тәүге кварталда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Таҙа ил” проекты өр-яңы ике экологик сервисты –...

Тотош уҡырға 51