Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәлиф Сафин Башҡортостан етәкселәре хаҡында ниндәй фекерҙә?
“Башҡортостандың мөмкинлектәре алға ынтылыш яһауға юл аса”, – тине Рәсәйҙең билдәле эшҡыуары, Федерация Советы ағзаһы Рәлиф Сафин. Ул “Башинформ” агентлығына интервью бирҙе.
“Бәләкәй Ватаным – ата-бабам тыуған, үҙем донъяға килгән һәм үҫкән, ялан аяҡ йүгергән, балыҡҡа барған, мәктәпкә йөрөгән, атай-әсәйем, туғандарым ерләнгән төйәк. Беҙҙе лә шунда ерләйәсәктәр... Бәләкәй Ватан – берләштереүсе, туплаусы үҙәк ул”, – тигән Рәлиф Рәфил улы.
Эшҡыуар мәктәпкә биш йәшендә барғаны хаҡында иҫкә алған. “Ни өсөн тигәндә, башланғыс белем усағын киләһе йылда ябырға йыйыналар, һөҙөмтәлә миңә беренсе класта сит ауылға йөрөп уҡырға тура килер ине, – тигән. – Атайым көтөүсе булды, мин уға дәрескә тиклем ярҙам итеп китә инем. Балыҡҡа йөрөнөк, сиратлап һарыҡ, һыйыр көттөк, көҙ ауылдаштар бер-беребеҙгә һуғым һуйышырға, ҡаҙ йолҡорға йөрөй инек. Ғөмүмән, бала сағым шундай матур, әммә ауыр булды”.
Рәлиф Сафин заманында атаһы биргән өс тоҡ картуфты һатып БДУ-ның тарих факультетына килгәне, әммә, аҡса етмәгәс, уҡыуҙан китергә мәжбүр булғаны, һөҙөмтәлә эшкә урынлашҡаны, шул саҡта нефть тармағына юл асылғаны хаҡында бәйән итә.
“Минең өсөн беренсе урында – ғаиләм һәм дуҫтарым, – ти эшҡыуар. – Аҡса эшләргә һәм дуҫ йәшәргә мөмкин, әммә был – бик һирәк кешеләргә бирелгән һәләт”.
“Ә Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән мөнәсәбәтегеҙ нисек?” тигән һорауға Рәлиф Сафин: “Биш йыл элек беҙ уның менән осраштыҡ, ҡосаҡлашып күрештек, сәй эстек. Мортаза Ғөбәйҙулла улына ихтирам-хөрмәтем ҙур, ул Башҡортостан өсөн бик күпте эшләне”, – тип яуап биргән.
Радий Хәбиров тураһында иһә: “Башҡортостанда тыуған, ошонда юғары белем алған, юғары урындарҙа хеҙмәт иткән, төбәктәге проблемаларҙы белгән кеше республика өсөн барыһын да эшләйәсәк, – тип белдергән. – Һәм бөтөн кеше уға ярҙам итәсәк. Мин Радий Фәрит улының Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһен – үҙенең көсөнә, хаҡлығына ышанған, фекерҙәрен аныҡ еткергән етәксенең һүҙҙәрен – аяғөҫтө баҫып тыңланым”.
Рәлиф Сафин республиканы инвестицияларға планлаштырыуын белдергән. “Яҡын арала төбәк етәкселеге менән аныҡ йүнәлештәрҙе билдәләйәсәкбеҙ, – тигән. – Сәйәсәт түгел, ә бизнес менән шөғөлләнергә теләйем”. Эшҡыуар Башҡортостанда халыҡ яратҡан, аныҡ хәлде аңлаған, дөрөҫ маҡсат һәм бурыстар ҡуя белгән, биргән вәғәҙәһен үтәгән власть булыуын теләгән, республиканың яҡты киләсәгенә ышаныс белдергән.

Автор: Д. ТӘЛҒӘТОВА.
Фото: "Башинформ"дан алынды.
Источник: "Башинформ".


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дмитрий Медведев баһа бирҙе

Дмитрий Медведев баһа бирҙе 14.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан стендын...

Тотош уҡырға 77

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине 14.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфө ҡала Советы ултырышында ҡатнашты....

Тотош уҡырға 50

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә 14.02.2019 // Сәйәсәт

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 53

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ 13.02.2019 // Сәйәсәт

Филиппин башлығы Родриго Дутерте илдең исемен "Махарлика Республикаһы" тип үҙгәртеү ихтималлағы...

Тотош уҡырға 81

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш 13.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт советының Ҡазанда Рәсәй...

Тотош уҡырға 75

20 февралдә була...

20 февралдә була... 11.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин шаршамбы, 20 февралдә, Федераль Йыйылышҡа 15-се Мөрәжәғәтнамә менән...

Тотош уҡырға 158

Мәҙәниәт усағына – федераль грант

Мәҙәниәт усағына – федераль грант 08.02.2019 // Сәйәсәт

Учалы районының Ҡунаҡбай мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй”партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте“ проекты...

Тотош уҡырға 71

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй?

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ғарифулла Япаров менән әңгәмәлә (“Крәҫтиәндең тамырына...

Тотош уҡырға 69

Туғандарҙы ниндәй  зәхмәт һуҡты?

Туғандарҙы ниндәй зәхмәт һуҡты? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ситтән бер ҡараш. Днепр ярҙарына онотҡанда бер генә юл төшһә лә, һуңғы йылдарҙа Украина, булмышыбыҙ...

Тотош уҡырға 99

Ишембайға кем етәкселек итәсәк?

Ишембайға кем етәкселек итәсәк? 07.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Азамат...

Тотош уҡырға 105

Радий Хәбиров йоғонтоло губернаторҙар исемлегендә

Радий Хәбиров йоғонтоло губернаторҙар исемлегендә 05.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров быйыл ғинуарҙа Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының йоғонто яһау...

Тотош уҡырға 97

Партия грантына кем дәғүә итә?

Партия грантына кем дәғүә итә? 05.02.2019 // Сәйәсәт

Республикала “Берҙәм Рәсәй”ҙең ижтимағи әһәмиәтле проекттары конкурсына түбәнге бүлексәләрҙән 282...

Тотош уҡырға 125