Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Интернетта беҙҙе ниндәй хәүеф һағалай?
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәғлүмәт өлкәһендә граждандарҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Уның эшендә Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Александр Жаров, ошо йүнәлештәге министрлыҡ һәм ведомство, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре ҡатнашты.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров берлектәге эш йүнәлештәрен һәм мәғлүмәт киңлеген заманса көйләүҙең төп мәсьәләләрен билдәләне. Александр Жаров әйтеүенсә, Башҡортостанда “Роскомнадзор” менән берлектә закон менән тыйылған мәғлүмәткә эйә интернет-ресурстарҙы асыҡлау һәм ябыу буйынса әүҙем эш ойошторолған. Ул хәүефле ресурстарҙы асыҡлауҙың тәүге этаптарында уҡ бындай мәғлүмәтте оператив юҡ итеү маҡсаты менән ведомство белгестәрен йәлеп итергә кәңәш бирҙе.

— Социаль селтәрҙәр шифрланған трафикты файҙалана. Шуға күрә ҡайһы бер төркөмдәрҙе йәки биттәрҙе тыйыу мөмкин түгел, — тип аңлатты ул. — Беҙ, ҡағиҙә булараҡ, ярамаған мәғлүмәтте алып ташлауға өлгәшәбеҙ. Был — оҙайлы процесс, әммә белгестәребеҙ ярҙамында һөҙөмтәле хәл итәбеҙ.


Уның фекеренсә, тыйылған мәғлүмәтте юҡ итеү буйынса социаль селтәрҙәр менән берлектәге эшмәкәрлек йөҙәрләгән ғүмерҙәрҙе, шул иҫәптән балалар һәм үҫмерҙәр ғүмерен, һаҡлап ҡалырға ярҙам итте.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ялған мәғлүмәт таратыуҙы булдырмау буйынса сараларға ла туҡталды.

— Ялған мәғлүмәт уға ҡытлыҡ тыуған ерҙә барлыҡҡа килә, — тип билдәләне Александр Жаров. — Әгәр ҙә дәүләт власы органдарынан, рәсми мәғлүмәт сараларынан ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттәр даими килеп тора икән, был — уңыштың нигеҙе. “Роскомнадзор” был тәңгәлдә лә төбәк властарына ярҙам күрһәтә ала, сөнки ул ижтимағи-сәйәси йүнәлешле бөтә киң мәғлүмәт сараларының автоматлаштырылған мониторингын тормошҡа ашыра.

Мәғлүмәт өлкәһендә граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә шәхсән мәғлүмәтте һаҡлау бик мөһим, тип билдәләнде кәңәшмәлә. Бөгөн Башҡортостанда 12,5 мең оператор шәхсән мәғлүмәт менән эшләй. Әммә йыш ҡына кешеләр үҙҙәре социаль селтәрҙәрҙә һәм төрлө ресурстарҙа тулы мәғлүмәт урынлаштырып, енәйәткә юл аса. Был йәһәттән айырыуса балалар һәм үҫмерҙәр менән интернетта хәүефһеҙ тәртип буйынса иҫкәртеү эше алып барылырға тейеш.

Бәлиғ булмаған балаларҙы хәүефһеҙ мәғлүмәт менән тәьмин итеү тураһында Башҡортостанда бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова һөйләне. Ул балаларҙы интернеттан файҙаланғанда һағалаған төп хәүефтәргә туҡталды.

Шуны ла әйтеп үтәйек, 2018 йылдың ноябрендә республикала балаларҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү концепцияһы раҫланды. Социаль әһәмиәтле ҡайһы бер саралар ҙа үткәрелде. 280 меңдән ашыу бала интернетта берҙәм хәүефһеҙлек дәресен үтте, 53 меңдән ашыу үҫмер һанлы грамоталылыҡ буйынса махсус квеста ҡатнашты. Был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк әле.

Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА
Фото: Олег Яровиков


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ғәҙеллеккә ихтыяж ҙур

Ғәҙеллеккә ихтыяж ҙур 22.02.2019 // Сәйәсәт

Бизнесҡа ҡулға алыу йәки штраф һалыу хәүефе янамаҫҡа, ә судтар үҙ эшенә ғәҙел һәм уйланылған...

Тотош уҡырға 21

"Минең өсөн һайлау алды кампанияһы күптән башланды"

"Минең өсөн һайлау алды кампанияһы күптән башланды" 21.02.2019 // Сәйәсәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәр гражданлыҡ форумында бер егет Радий Хәбировҡа уның...

Тотош уҡырға 94

Башлыҡҡа ла ял кәрәк...

Башлыҡҡа ла ял кәрәк... 20.02.2019 // Сәйәсәт

Хаҡлы ялға китеү сәбәпле, 2010 йылдан төбәккә етәкселек иткән Ринат Хәйруллиндың отставкаһы ҡабул...

Тотош уҡырға 45

Баҡсасыларға “тәҙрә” уялар

Баҡсасыларға “тәҙрә” уялар 19.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Закон...

Тотош уҡырға 52

Радий Хәбиров ғәфү үтенде

Радий Хәбиров ғәфү үтенде 18.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттәге оператив...

Тотош уҡырға 221

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар 18.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алкоголле эсемлектәрҙе һатыу рөхсәт ителгән йәште 18-ҙән 21...

Тотош уҡырға 50

Дмитрий Медведев баһа бирҙе

Дмитрий Медведев баһа бирҙе 14.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан стендын...

Тотош уҡырға 97

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине 14.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфө ҡала Советы ултырышында ҡатнашты....

Тотош уҡырға 65

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә 14.02.2019 // Сәйәсәт

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 75

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ 13.02.2019 // Сәйәсәт

Филиппин башлығы Родриго Дутерте илдең исемен "Махарлика Республикаһы" тип үҙгәртеү ихтималлағы...

Тотош уҡырға 95

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш 13.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт советының Ҡазанда Рәсәй...

Тотош уҡырға 88

20 февралдә була...

20 февралдә була... 11.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин шаршамбы, 20 февралдә, Федераль Йыйылышҡа 15-се Мөрәжәғәтнамә менән...

Тотош уҡырға 183