Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарихҡа инеп ҡалыр бер көн

Бөгөнгөнө баһалап, иртәгәгә яҡты өмөт бағышлап.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағанда, талантлы шағир Ғәлимов Сәләмдең “Республика иртәһе” исемле шиғырындағы
Паровоздар киҫеп сыҡҡан ерҙә
Урал ҡаялары уртаһын,
Ап-аҡ ташҡа баҫып ҡарап торҙом
Республикамдың мин иртәһен,
тигән юлдар күп йылдар аша аң-зиһенде терелтеп, уға яңы көс-дәрт өҫтәп, бөгөнгөгә килеп ингәндәй булды, сөнки Мөрәжәғәтнамәлә лә республиканың шундай бер иртәһе хаҡында һүҙ барҙы бит. Радий Хәбировтың һәр һүҙе, республиканың бөгөнгөһө аша үтеп, уның иртәгәһенә төбәлгән. Сығыштың төп асылы “кешеләр, уларҙың тормош-көнкүреше, ҡыуаныстары, проблемалары һәм шуларҙы бергәләп хәл итеү” хаҡында.

Иғтибар үҙәгендә – ябай халыҡ мәнфәғәте

Ғәмәлдә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы сифатында үҙ алдына ҡуйған маҡсат һәм бурыстарын тормошҡа ашырыуҙың мөһим һәм етди бер аҙымы булды. “Мин Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына ғына түгел, Башҡорт­остандың барлыҡ дүрт миллион халҡына мөрәжәғәт итәм”, – тип башланы һүҙен төбәк етәксеһе. Ысынлап та, республиканың дүрт миллион халҡының көндәлек тормош-көнкүреш мәсьәләләренең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай юғарылығына сығарылыуы һәм шул юғарылыҡта һүҙ алып барылыуы ине был. Сығыштың әлеге миллиондарҙың береһе – ябай хеҙмәт кешеһе, комбайнсы Сергей Лактионов менән студент Айгиз Сәләмов исемен ҙурлап телгә алыуҙан башланыуы ла шуға дәлил. Өҫтәүенә уларҙың ошо залда булыуы һәм халыҡтың көн геройҙарын аяғүрә алҡышлауы үҙе бер тантаналы күренешкә әүерелде.

Радий Фәрит улының Дыуан районының Таҙтүбә ауылы мәктәбенә бәйле әйткән фекере үтә лә фәһемле: “Хөкүмәткә мәктәптәр төҙөү, авария хәлендәгеләрен капиталь ремонтлау һәм төҙөкләндереү, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, бөтә тейешле уңайлыҡтар менән тәьмин итеү бурысын йөкмәтәм”, – тигәйне ул. Бының менән Радий Хәбиров респуб­ликалағы барлыҡ иҫке, авария хәлендәге мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын төҙөкләндереү мәсьәләһен күтәрҙе һәм уны хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Ә инде Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткән ултырышта ауыл уҡытыусыларының да ҡатнашыуы мәғариф өлкәһенә дәүләт кимәлендәге мөнәсәбәтте тағы бер тапҡыр раҫланы.

Мөрәжәғәтнамәләге: “Балалары баҡсаға йөрөгән барлыҡ ғаиләләргә, ихтыяж булыу-булмауға ҡарамаҫтан, ярҙам күрһәтеләсәк”, – тигән юлдар ҙа ата-әсәләр тарафынан хуплап ҡаршы алынды. Мәктәпкәсә йәштәге тәрбиә тураһында һөйләү барышында Радий Фәрит улы, Сибайҙағы “Аленушка” балалар баҡсаһы етәксеһе Сажиҙә Хоҙайбирҙинаны ҙурлап телгә алды.

Һис һүҙһеҙ, республика тормошон­дағы көнүҙәк бурыстарҙы ошолай төрлө һөнәр кешеләре ихтыяжының бер бөтөнлөгөндә күҙаллау иртәгәһе көндөң уңышының мөһим шартылыр. Был – айырым кешенең үҙ бурысына мөнәсәбәте аша башҡаларҙы уларҙан өлгө алырға саҡырыу ҙа. Йыйында ҡатнашыусылар Ауырғазы районының китапхана хеҙмәткәрҙәрен дә ихлас алҡыштар менән тәбрикләне. Быны барыһы ла ябай хеҙмәт кешеләренә хөрмәт күрһәтеү, уларҙың алдынғы эш тәжрибәһен хуплау тип ҡабул итте.

Ауыл – милләтебеҙ бишеге

Ауылды социаль йәһәттән үҫтереү, ауыл халҡының көнкүреш сифатын яҡшыртыуға бәйле фекерҙәр ҙә күңелгә йылылыҡ өҫтәне. Радий Хәбиров сығышында ауыл ерендә 1,6 миллион кеше, йәғни республика халҡының 40 проценты, йәшәүен билдәләп: “Уларҙың яҙмышы, ауылдарыбыҙҙың киләсәге хаҡында хәстәрлекте шәхси бурысым кеүек ҡабул итәм”, – тип был мәсьәләгә ҡарашын белдерҙе. Ул: “Үҙем ауылда тыуғанмын. Йолаларыбыҙҙың, ғаилә ҡиммәттәренең, быуындар бәйләне­шенең, халҡыбыҙ мәҙәниәтен тәшкил иткән бөтә нәмәнең тап ауылда һаҡланыуын яҡшы беләм”, – тип традициялар күсәгилешлегенең күп милләтле республиканың киләсәге өсөн мөһим роль уйнауына баҫым яһаны.

Мөрәжәғәтнамәнең ҡайһы бер урындары диалогка тартып китеүе, халыҡ менән йәнле аралашыуға ҡоролоуы ла яңы күренеш булды. Мәҫәлән, төбәк етәксеһе залға “Фермер хужалығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн күпме көс һалырға кәрәклеген күҙ алдына килтерәһегеҙме?” тигән һорау менән мөрәжәғәт итте лә үҙе үк: “Бында ныҡлы характерға, ихтыяр көсөнә эйә булыу шарт”, – тип яуап бирҙе. Артабан: “Ундайҙарға, мәҫәлән, Ҡалтасы районынан фермер Владимир Бикмырҙин инә. Ҡасандыр ул эшен алты һыйырҙан башлаған, ә бөгөн иһә 200 һауын һыйырынан йылына бер мең тоннанан ашыу һөт ала”, – тип фекерен нығытып ҡуйҙы.

Республиканың көндәлек тормошона һәм хәл итәһе күп яҡлы мәсьәләләргә кеше яҙмышы аша бағыу Мөрә­жәғәтнамәнең төп үҙенсәлеге булды, тип баһалайым. Радий Хәбиров, күп кенә кешенең исемдәрен телгә алып, уларға рәхмәт белдерҙе. “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалына лайыҡ булған Ғәлиә менән Самат Зәйнуллиндар биш балаға яҡшы тәрбиә биргән. Улдары Ринат Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай трибунаһынан: “Хөрмәтле Самат Ишбулат улы һәм Ғәлиә Хәкимйән ҡыҙы! Балаларығыҙҙы ысын патриот итеп тәрбиәләгән өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!” – тип ололаны уларҙы.

Мөрәжәғәтнамәлә Мәсетле райо­нының Түбәнге Бобин ауылы табибы Марат Салмаевтың телгә алыныуы ла тәрән мәғәнәгә эйә. Уның миҫалында Радий Хәбиров белгестәргә социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен күтәрҙе һәм муниципалитет башлыҡта­рына “көтөп ятмағыҙ, әүҙемлек күрһәтегеҙ”, “нимә эшләһәгеҙ ҙә эшләгеҙ, тик улар һеҙҙә ҡалһын” тигән бурыс ҡуйҙы. Марат Салмаев иһә “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә ҡайтҡан һәм шуның нигеҙендә түләнгән бер миллион һумға йорт төҙөй икән. Радий Хәбиров уларҙың яңы йортон барып күрергә вәғәҙә бирҙе.

“Эшләргә кәрәк!”

Үрҙә беҙ Мөрәжәғәтнамәнең башлыса ауыл халҡы көнкүрешенә ҡағы­лышлы урындарына туҡталдыҡ. Ә бит унда республиканың күп тармаҡлы иҡтисадына ла ҙур иғтибар бирелде. Шул иҫәптән Рәсәй Президенты ҡарарына ярашлы, милли проект нигеҙендә республиканың өҫтәмә рәүештә ярҙам аласағы, бының төбәк халҡының тормошон яҡшыртыуҙа мө­һим роль уйнаясағы асыҡ билдәләнде. “Бында эш хаҡының, пособиеларҙың артыуы хаҡында һүҙ бара. Медицинаға, мәғарифҡа, спортҡа, юлдар һәм күпер­ҙәр төҙөүгә, ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереүгә бик ҙур ресурс бүленәсәк”, – тине Радий Хәбиров. Ул республикабыҙҙы ил иҡтисадының төп төбәктәренең береһе сифатында һаҡлап ҡалыу бурысын ҡуйҙы.

“Эшләргә кәрәк”, – тине төбәк етәксеһе. Ваҡыт менән иҫәпләшеп тормаҫҡа, унан артта ла ҡалмаҫҡа. Шуның менән бергә һәр ерҙә, һәр эштә ғәҙеллек төшөнсәһенең өҫтөнлөк итеүе шарт. Мөрәжәғәтнамәлә ошоға бәйле “Ауылдарыбыҙҙағы һәр егет һәм ҡыҙ яҡшы уҡый, һәләтен үҫтереү буйынса күп эшләй икән, үҙенең тыуған республикаһында уңышҡа өлгәшә алыуына ышанырға тейеш” тип билдәләнде.

...Йәнә “Республика иртәһе” әҫәрендә шағир хыялланған иртә күҙ алдына килеп баҫа ла, республиканың йәшәреүе, ҡайтанан тыуыуы хаҡындағы шиғри юлдар бөгөн килеп ысынбарлыҡҡа әүерелә кеүек тойола. Тойола ғына түгел, был теләктәр Мөрәжәғәтнамә йөҙөндә тормошҡа ашыр, тигән ышаныс тыуа. Радий Хәбиров республика яңы үҫеш юлына баҫһын өсөн уның көндәлек тормошон үҙгәртеп ҡороуҙы үҙенең төп маҡсаты итеп белдерҙе һәм республиканың дүрт миллионлы халҡын уны хәл итеүҙә берҙәм булырға саҡырҙы. Шуға ла Мөрәжәғәтнамәнең “Алға, Башҡортостан!” тигән ялҡынлы һүҙҙәр менән тамамланыуы – республи­кабыҙҙың яңы таңы атыуы, яңырыу иртәһе, үҙенең 100 йыллығына ышаныслы аҙымдар менән килеп инеүе лә ул. Был ысын мәғәнәһендә тарихҡа инеп ҡалыр бер көн булды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дмитрий Медведев баһа бирҙе

Дмитрий Медведев баһа бирҙе 14.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан стендын...

Тотош уҡырға 71

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине 14.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфө ҡала Советы ултырышында ҡатнашты....

Тотош уҡырға 42

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә 14.02.2019 // Сәйәсәт

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 45

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ 13.02.2019 // Сәйәсәт

Филиппин башлығы Родриго Дутерте илдең исемен "Махарлика Республикаһы" тип үҙгәртеү ихтималлағы...

Тотош уҡырға 76

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш 13.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт советының Ҡазанда Рәсәй...

Тотош уҡырға 69

20 февралдә була...

20 февралдә була... 11.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин шаршамбы, 20 февралдә, Федераль Йыйылышҡа 15-се Мөрәжәғәтнамә менән...

Тотош уҡырға 153

Мәҙәниәт усағына – федераль грант

Мәҙәниәт усағына – федераль грант 08.02.2019 // Сәйәсәт

Учалы районының Ҡунаҡбай мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй”партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте“ проекты...

Тотош уҡырға 66

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй?

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ғарифулла Япаров менән әңгәмәлә (“Крәҫтиәндең тамырына...

Тотош уҡырға 64

Туғандарҙы ниндәй  зәхмәт һуҡты?

Туғандарҙы ниндәй зәхмәт һуҡты? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ситтән бер ҡараш. Днепр ярҙарына онотҡанда бер генә юл төшһә лә, һуңғы йылдарҙа Украина, булмышыбыҙ...

Тотош уҡырға 93

Ишембайға кем етәкселек итәсәк?

Ишембайға кем етәкселек итәсәк? 07.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Азамат...

Тотош уҡырға 98

Радий Хәбиров йоғонтоло губернаторҙар исемлегендә

Радий Хәбиров йоғонтоло губернаторҙар исемлегендә 05.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров быйыл ғинуарҙа Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының йоғонто яһау...

Тотош уҡырға 94

Партия грантына кем дәғүә итә?

Партия грантына кем дәғүә итә? 05.02.2019 // Сәйәсәт

Республикала “Берҙәм Рәсәй”ҙең ижтимағи әһәмиәтле проекттары конкурсына түбәнге бүлексәләрҙән 282...

Тотош уҡырға 121