Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡара-ҡаршы ултырып һөйләштеләр
Әбйәлил районында хеҙмәттәшлектең яңы алымына нигеҙ һалынды.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уҙған аҙна аҙағында Әбйәлил районында булды.

Йәнекәйгә йәнә юл төштө...

Радий Хәбировтың эш сәфәре Йәнекәй ауылынан башланды. Бында ул урындағы халыҡ менән аралашты, уларҙы борсоған проблемаларҙы асыҡланы. Һуңғы йылдарҙа ауылда йәш ғаиләләр күбәйә, сабыйҙар һаны арта, шуға күрә балалар баҡсаһына ихтыяж бар. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов әйтеүенсә, әле бындағы балалар күрше ауылдарҙағы баҡсаларға йөрөргә мәжбүр.

Радий Хәбиров быйыл 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы проектын әҙерләргә, киләһе йыл төҙөлөштө башларға тәҡдим итте.
Йәнекәй халҡы республика етәксеһенән автобус хәрәкәтен яйға һалыуҙа ярҙам һораны. Ул тейешле күрһәтмә бирергә вәғәҙә итте. Ике урамға газ үткәреү, яҡтылыҡ һәм ҡайһы бер башҡа мәсьә­ләләргә килгәндә, Радий Хәбиров район башлығына киләһе аҙнала ауыл йыйынын үткәрергә, халыҡтың фекерен асыҡларға һәм саралар планын төҙөргә ҡушты.

Ошо Йәнекәй ауылынан биш йәшлек Рамаҙан, Радий Хәбиров малай менән бергә төшкән фотоһын социаль селтәрҙә урынлаштырғандан һуң, ҙур танылыу яулағайны. Бөгөн иһә Радий Фәрит улы тотош Закирйәновтар ғаиләһе менән танышып, аралашып сығырға булды. Рамаҙандың һәм дүрт йәшлек Ириданың ата-әсәһе Радмир менән Әлиә өс йыл элек Өфөнән тыуған ауылдарына күсеп ҡайтҡан. Радмир үҙ эшен асҡан – партнерҙары менән ауылда мал һуйыу цехы төҙөй, Әлиә күрше Мораҡай ауылындағы мәктәптә башланғыс кластарҙы уҡыта. Балалар иһә баҡсаға йөрөй.
Төбәк етәксе­һе бөгөн дә ҡунаҡҡа буш ҡул менән килмәне, кескәйҙәргә – бүләктәр, әсәгә гөлләмә тапшырҙы. Табында Радий Хәбиров ғаиләнең йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Һуңынан ул ғаилә башлығы менән цех төҙөү майҙансығында булды.

“Халыҡ ҡайҙа – беҙ шунда”

Республика етәксеһе “Урал риүәйәте” Digital Ҡоролтайҙың икенсе форумында блогерҙар, социаль селтәрҙә эшләү буйынса белгестәр менән аралашты. Сара “Яҡтыкүл” шифаханаһында үтте.

Радий Хәбиров интернет селтәрендә эшләүгә ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Социаль селтәрҙә эшләү – заман талабы, беҙ уға яуап бирҙек, – тине ул. – Интернет менән социаль селтәрҙе әллә ни өнәп еткермәйем, миңә китап яҡыныраҡ. Красногорскиҙа эшләй башлағанға тиклем социаль селтәрҙәр менән мауыҡманым. Ләкин әле улар – беҙҙең өсөн мөһим ҡорал, сөнки халыҡ ҡайҙа, беҙ шунда булырға тейешбеҙ, башҡа сарабыҙ юҡ.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, социаль селтәр проблемаларҙы кү­ҙәтеү, халыҡҡа үҙ ниәттәреңде еткереү мөмкинлеген бирә, власть башҡарған эштәрҙе аңлатыу май­ҙансығын тәшкил итә. Сәхифә­ләрендәге яҙмаларҙы ла үҙе ҡалдырыуы тураһында әйтте Радий Хәбиров. Селтәрҙәге “тролдәр”гә бәйле фекерен белдерҙе.

– Ҡайһы саҡта уларҙы дуэлгә саҡырырҙай булам, әммә был кешеләр ғәмәлдә, бәлки, юҡтыр ҙа тип, тынысланырға тырышам, – тине ул.
Төбәк етәксеһе форумға тәжрибә уртаҡлашырға килгән эксперт­тарҙың тәҡдимдәрен тыңланы.

Шифаханалар иғтибар талап итә

Әбйәлил районының шифахана-курорт зонаһында урынлашҡан, тау-урмандар менән уратып алын­ған “Ҡайындар” ял йорто матур­лығы, экологик яҡтан таҙалығы ме­нән халыҡ һөйөүен яулаған. Респуб­лика етәксеһе унда ла инеп сыҡты.

Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов әйтеүенсә, “Ҡайын­дар”ға беҙҙән генә түгел, күрше тө­бәктәрҙән дә килеп ял итәләр. Бында халыҡҡа йыл әйләнәһенә хеҙмәт күрһәтелә. Дауаланыу­сыларға бихисап өҫтәмә заманса медицина ярҙамы алыу мөмкин­леге бар. Ял итеүселәр бигерәк тә бассейнда йөҙөргә ярата. Түләү хаҡына килгәндә, ул республиканың башҡа күп шифаханаларындағыға ҡарағанда аҙыраҡ.
Радий Фәрит улы бында хәҙер инде файҙаланылмаған корпусты ла ҡараны. Бинаны ремонтлау талап ителә.

Әбйәлилдә тағы бер йолаға нигеҙ һалынды

– Бөгөн Башҡортостандың төрлө кимәлдәге етәксе вазифаларында 1200 – 1500 кеше эшләй. Төбәге­беҙҙә ғүмер иткән дүрт миллиондан ашыу кешенең яҙмышы, уңайлы тормош шарттары тап уларҙың хеҙмәт сифатына бәйле, – тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров Әбйәлил районында “Ауыл советтары манифесы”н булдырыу буйынса аҡыл һөжүме” проект сессияһын асҡанда. Сараға көньяҡ-көнсығыш төбәктәге ауыл биләмәләре һәм хакимиәттәре башлыҡтары саҡырылғайны.

– Мин үҙ эшемдә һеҙгә таянырға теләйем, – тине Радий Фәрит улы. – Ауыл – әхлаҡи инешебеҙ, республика иҡтисадының әһәмиәтле өлөшө һәм Башҡортостандың йөрәге булған һоҡланғыс кешеләр.

Бындай семинар тәүге тапҡыр үткәрелде. Артабан ул республи­каның барлыҡ төбәктәрендә уҙғарыласаҡ. Радий Хәбиров ауыл биләмәләре башлыҡтарының баһаһын, әһәмиәтен яҡшы белеүе һәм аңлауы хаҡында белдерҙе: ауыл халҡына иң яҡыны – улар.

Семинарҙа төбәк етәксеһе Рәсәй Президенты башланғысындағы милли проекттар хаҡында һөйләне һәм уларҙы төшөндөрөүҙең мөһимлеген билдәләне. “Был – илебеҙҙе үҫтереү маҡсатында алға ҙур аҙым яһау мөмкинлеге, айырыуса социаль өлкәлә”, – тине ул.

Үҙенсәлекле семинар милли проекттарҙың ун йүнәлеше буйынса барҙы. Уларҙың барыһы ла республика халҡының проблемаларын хәл итеүгә туранан-тура ҡағылды.

Ауыл биләмәләре башлыҡтары бындай дәрестең мөһимлеген билдәләне. “Беҙгә урындағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ әйтеү, улар буйынса власть етәкселәренә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бирелде. Бындай ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшеүҙе тәүгә күрәбеҙ”, – тине улар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дмитрий Медведев баһа бирҙе

Дмитрий Медведев баһа бирҙе 14.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан стендын...

Тотош уҡырға 77

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине 14.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфө ҡала Советы ултырышында ҡатнашты....

Тотош уҡырға 50

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә 14.02.2019 // Сәйәсәт

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 53

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ 13.02.2019 // Сәйәсәт

Филиппин башлығы Родриго Дутерте илдең исемен "Махарлика Республикаһы" тип үҙгәртеү ихтималлағы...

Тотош уҡырға 81

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш 13.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт советының Ҡазанда Рәсәй...

Тотош уҡырға 75

20 февралдә була...

20 февралдә була... 11.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин шаршамбы, 20 февралдә, Федераль Йыйылышҡа 15-се Мөрәжәғәтнамә менән...

Тотош уҡырға 158

Мәҙәниәт усағына – федераль грант

Мәҙәниәт усағына – федераль грант 08.02.2019 // Сәйәсәт

Учалы районының Ҡунаҡбай мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй”партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте“ проекты...

Тотош уҡырға 71

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй?

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ғарифулла Япаров менән әңгәмәлә (“Крәҫтиәндең тамырына...

Тотош уҡырға 69

Туғандарҙы ниндәй  зәхмәт һуҡты?

Туғандарҙы ниндәй зәхмәт һуҡты? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ситтән бер ҡараш. Днепр ярҙарына онотҡанда бер генә юл төшһә лә, һуңғы йылдарҙа Украина, булмышыбыҙ...

Тотош уҡырға 99

Ишембайға кем етәкселек итәсәк?

Ишембайға кем етәкселек итәсәк? 07.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Азамат...

Тотош уҡырға 105

Радий Хәбиров йоғонтоло губернаторҙар исемлегендә

Радий Хәбиров йоғонтоло губернаторҙар исемлегендә 05.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров быйыл ғинуарҙа Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының йоғонто яһау...

Тотош уҡырға 97

Партия грантына кем дәғүә итә?

Партия грантына кем дәғүә итә? 05.02.2019 // Сәйәсәт

Республикала “Берҙәм Рәсәй”ҙең ижтимағи әһәмиәтле проекттары конкурсына түбәнге бүлексәләрҙән 282...

Тотош уҡырға 125