Итальяндарҙан өйрәнәһе бар

31-05-2012, 05:05 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Итальяндарҙан өйрәнәһе барРеспубликала сәнәғәт ойошмалары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң XX ултырышы дауам итә.

Италия һәм Башҡортостан йүнселдәренең үҙ-ара тығыҙ эшмәкәрлеген көйләүҙе маҡсат итеп ҡуйған сарала республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны. Дөрөҫ, республикала Италия эшҡыуарҙары әлегә күп түгел. Ләкин киләсәктә хеҙмәттәшлекте үҫтереү зарур. Айырыуса химия, нефть эшкәртеү, урман сәнәғәте, мебель етештереү тармағы, шулай уҡ торлаҡ һәм юл төҙөлөшө ике яҡ өсөн дә файҙалы буласаҡ.
– Башҡортостанға инвестиция индереүҙән хәүефләнәһе юҡ.
Инвесторҙар өсөн беҙ уңайлы шарттар булдырабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Президент билдәләүенсә, һуңғы осорҙа беҙҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡ йылдам үҫешә. Шуға ла был йәһәттән Италия компанияларының тәжрибәһен өйрәнеү мөһим. Бөгөн был илдә аҙыҡ-түлек сәнәғәте, банк эше, ресторан бизнесы, транспорт үҫеше алға киткән. Итальяндар яғынан эшсе төркөмдөң рәйестәше, Иҡтисади үҫеш Итальяндарҙан өйрәнәһе барминистрлығының сит илдәр менән сауҙа бәйләнешен үҫтереү буйынса департаменты етәксеһе Пьетро Чели әлеге сараның мөһимлеген билдәләне.
– Бөгөн ике ил бер-береһенә ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, Башҡортостан сеймал етештерә, ә Италия уны эшкәртә, – тине ул. – Республиканан Италияға сығарылған тауарҙың 90 проценты – нефть химияһы продукттары. Ә беҙҙән Башҡортостанға килгән тауарҙың 80 процентын нефть химияһы сәнәғәте һәм башҡа тармаҡ өсөн етештерелгән ҡорамалдар тәшкил итә. Тимәк, беҙгә бәйләнештәрҙе артабан да нығытырға кәрәк.
Пленар ултырыштан һуң форум “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә дауам итте. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған аҙыҡ-түлек сәнәғәте тураһындағы һөйләшеү айырыуса йәнле үтте. Унда ҡатнашыусылар аҙыҡ-түлекте ҡапҡа төрөү, ресторан эшҡыуарлығы хаҡында әңгәмәләште. Бынан тыш, медицина, фармацевтика тармағы, машина эшләү буйынса ла фекер алышыу булды.
Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторған Эшлекле бәйләнештәр биржаһы һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Башҡортостан йүнселдәренең киләсәккә планлаштырған анкеталары алдан уҡ Италияға ебәрелгәйне. Ҡунаҡтар ошо проекттар менән ҡыҙыҡһынды, беҙҙекеләрҙең уй-ниәттәре менән яҡындан танышты.
И. ХАҠОВ.