Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ иң-иңдәр сафына баҫырға теләйбеҙ!
12-13 мартта Мәскәүҙә Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы.

12 мартта Федерация Советының алты комитетында беҙҙең депутаттар ҡатнашлығында киңәйтелгән ултырыштар үтте. Уларҙа инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу, ауыл хужалығын, медицина технологияларын үҫтереү, республикала махсус иҡтисади биләмәләр ойоштороу, Башҡортостандағы дәүләт власы органдарының коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү тәжрибәһе, таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау юлы менән экологик хәлде яҡшыртыу, VI Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде. Был көндә Мәскәүҙең “Сокол” спорт комплексында Федерация Советы һәм республика командалары араһында волейбол һәм футбол буйынса иптәштәрсә осрашыуҙар ойошторолдо. 13 мартта Федерация Советында Башҡортостандың социаль-иҡтисади ҡеүәтен сағылдырған күргәҙмә асылды. Рәсәй парламентының юғары палатаһы ултырышында республикаға арналған “Рәсәй Федерацияһы субъекты сәғәте” уҙғарылды.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Рәсәй Федерацияһы субъекты сәғәте” барышында Федерация Советы ултырышында сығыш яһап:
– Беҙҙең республика иҡтисади йәһәттән алға киткән төп төбәктәр тиҫтәһенә инә. Былтыр ойошмаларҙың аҡса әйләнеше 3,5 триллион һум тәшкил иткән. Сәнәғәттең үҫеш йылдамлығы буйынса беҙ 3,4 процентҡа еткәнбеҙ, был — илдәге иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. “Башнефть”, “Газпром нефтехим Салауат”, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, Белорет металлургия комбинаты һәм башҡа бик күптәрҙең республикабыҙ иҡтисады алдынғыһы булыуы барыһына ла мәғлүм. Уларҙың тауары Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Башҡортостан илебеҙҙең инновациялы төбәктәренең береһе тип танылды. Ундайҙар Рәсәйҙә 16, һәм барыбыҙ ҙа ассоциацияға берләшкәнбеҙ. Республикала ҡеүәтле нефть химияһы кластеры барлыҡҡа килгән. Индустриаль һәм технопарктар бар. Бизнес-инкубаторҙар, ғилми тикшеренеү институттарын, Фән һәм технологиялар йортон, Эшҡыуарлыҡ йортон ойошторабыҙ.

Башҡортостанда биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе булдырылды. Рәсәй Хөкүмәте ошондай ҡарар ҡабул итте. Ышаныс күрһәтеп, башланғыстарыбыҙҙы хуплаған өсөн ил етәкселегенә рәхмәт. Әммә өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға йыйынмайбыҙ, Ишембайҙа махсус иҡтисади биләмә ойоштороу йәһәтенән әүҙем эш алып барабыҙ.

Башҡортостан — илебеҙҙең төп аграр төбәктәренең береһе. Былтыр агросәнәғәт комплексы 150 миллиард һумдан ашыу күләмдә тауар етештергән. Һыйыр ите етештереү буйынса беҙ — беренсе, һөт һауыу күләме, һыйыр һәм йылҡы малы һаны буйынса икенсе урынды биләйбеҙ. Йылына өс-дүрт миллион тонна иген етештереү ҡеүәте бар. Бөгөн беҙҙең агросәнәғәт комплексында күләмле проекттар тормошҡа ашырыла.
Хәҙер беҙгә алға барырға, төбәгебеҙ үҫешенә яңы этәргес бирергә кәрәк. Былтыр республикаға 270 миллиард һум аҡса йүнәлтелде. Беҙҙеңсә, был ғына етмәй, ошо һанды икеләтә арттырыу бурысын ҡуябыҙ. Беҙ иң-иңдәр сафына баҫырға һәм илебеҙҙәге алдынғы төбәктәр тәжрибәһен файҙаланырға теләйбеҙ, — тине.

Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко үҙенең сығышында төбәк халҡын иҫтәлекле ваҡиға — Рәсәй составында беренсе автономия булған республиканың 100 йыллығы менән ҡотланы. Парламенттың юғары палатаһында Төбәк көндәрен яҡшы ойошторған өсөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа рәхмәт белдереп. Валентина Матвиенко уға грамота тапшырҙы.

Мәскәүҙә Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың эш осрашыуында Федерация Советында үткәрелгән Башҡортостан Республикаһы көндәренә йомғаҡ яһалды. Осрашыуҙа шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостандан сенаторҙар Лилиә Ғүмәрова менән Ирек Ялалов ҡатнашты.

Валентина Матвиенко әйтеүенсә, Республика көндәре йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Федерация Советында республикаға арналған сара үткәреү мөмкинлеге биргән өсөн спикерға рәхмәт әйтте.

Осрашыуҙан һуң Радий Хәбиров һәм Валентина Матвиенко Башҡортостандың социаль-иҡтисади ҡеүәтен сағылдырған күргәҙмәне ҡарап сыҡты. Төбәк экспозицияһы сәнәғәткә, ауыл хужалығына, ҙур инфраструктура проекттарына, спорт ҡаҙаныштарына арналған бер нисә стендтан тора ине. Республиканың инвестиция йәлеп итеү һәм туристик ҡеүәһенә, уның оло йыйындар уҙғарыу мөмкинлегенә айырым иғтибар бирелгәйне. Күргәҙмәне ойоштороусылар әйтеүенсә, бында Башҡортостандың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге асыҡ сағылдырылғайны.

Был көндө төбәк етәксеһе шулай уҡ Федерация Советының федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы үҙидара һәм Төньяҡ эштәре комитеты рәйесе Олег Мельниченко менән осрашты. Унда парламенттағы юғары палатаның Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы ҡарарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.

Автор: Л. ИҪӘНҒОЛОВА әҙерләне
Фото: glava.rb


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ике ултырыш үткәрелә

Ике ултырыш үткәрелә 19.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 28 мартта Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 37

Марат менән Илгиз – еңеүсе

Марат менән Илгиз – еңеүсе 19.03.2019 // Сәйәсәт

Ниһайәт, бер нисә ай дауамында барған “Рәсәй лидерҙары” конкурсы тамамланды һәм уның еңеүселәре...

Тотош уҡырға 40

Егерме туғыҙ ғына йәштә ҡаланы етәкләй

Егерме туғыҙ ғына йәштә ҡаланы етәкләй 18.03.2019 // Сәйәсәт

Нефтекамала ҡала Советы ултырышында депутаттар ғәмәлдәге хакимиәт башлығы Рәшит Дәүләтовтың...

Тотош уҡырға 65

Егеттәргә еңеү теләйек

Егеттәргә еңеү теләйек 15.03.2019 // Сәйәсәт

Сочиҙа “Рәсәй лидерҙары” идарасылар бәйгеһенең финал ярыштары бара. Башҡортостандан финалға,...

Тотош уҡырға 56

Тарихыбыҙҙы сағылдыра күргәҙмә

Тарихыбыҙҙы сағылдыра күргәҙмә 13.03.2019 // Сәйәсәт

Федерация Советында Башҡортостан көндәрен үткәреү барышында махсус ойошторолған күргәҙмәлә...

Тотош уҡырға 55

Башҡортостан етәксеһе бер баҫҡысҡа юғары күтәрелде

Башҡортостан етәксеһе бер баҫҡысҡа юғары күтәрелде 12.03.2019 // Сәйәсәт

“Медиалогия” губернаторҙар рейтингында февраль айы йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров илдә 4-се урын...

Тотош уҡырға 76

Мөһим саралар көтөлә

Мөһим саралар көтөлә 11.03.2019 // Сәйәсәт

12-13 мартта Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла. Сара республиканың 100...

Тотош уҡырға 66

Өлфәт Мостафин – бишенсе

Өлфәт Мостафин – бишенсе 11.03.2019 // Сәйәсәт

“Медиалогия” компанияһы Волга буйы федераль округының баш ҡалалары мэрҙарының февраль айы буйынса...

Тотош уҡырға 68

Съезд апрелдә үтә

Съезд апрелдә үтә 05.03.2019 // Сәйәсәт

Быйыл 18 апрелдә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында Урындағы үҙидара көнөн һәм республиканың...

Тотош уҡырға 78

Радий Хәбиров: “Һайлау ғәҙел булырға тейеш”

Радий Хәбиров: “Һайлау ғәҙел булырға тейеш” 28.02.2019 // Сәйәсәт

Был турала төбәк етәксеһе “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы советтарҙағы фракциялары етәкселәре...

Тотош уҡырға 119

Төп маҡсаттар билдәләнде

Төп маҡсаттар билдәләнде 28.02.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың алтынсы пленар ултырышында...

Тотош уҡырға 101

“Халыҡтың проблемаларына яҡыныраҡ булыу шарт”

“Халыҡтың проблемаларына яҡыныраҡ булыу шарт” 28.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаларын...

Тотош уҡырға 105