Белешмә йыйыу еңелләшә

30-06-2012, 01:46 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
29 июндә Пензала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы совет ултырышында ҡатнашты.

Унда “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы Федераль закондың үтәлеше хаҡында һүҙ барҙы. Законға ярашлы, быйыл 1 июлдән башлап власть органына рәсми базала булған мәғлүмәтте граждандарҙан һоратып алыу тыйыла. Тимәк, был дәүләт, муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙе тиҙләтәсәк һәм граждандарҙы төрлө инстанцияла белешмә йыйыуҙан ҡотҡарасаҡ.
М. МӨХӘМӘТОВА.