Министрҙар имтихан тотто

30-06-2012, 01:48 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Бер юлы ике министр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 53-сө ултырышында отчет менән сығыш яһаны. Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев ауыл хужалығы үҫеше программаһының тормошҡа ашырылыуы, ауыл хужалығы тауарҙары, аҙыҡ-түлек һәм сеймал баҙарын көйләү мәсьәләләре тураһында һөйләне.

Был программа тармаҡтың өҫтөнлөклө йүнәлештәренә — ауыл хужалығын яңыртыу, финанс тотороҡлолоғона өлгәшеү, ауылда йәшәүсе халыҡтың тормош кимәлен күтәреү һәм мәшғүллеген тәьмин итеү, ауыл хужалығы тауарҙары баҙарын көйләүҙе тотороҡло үҫтереүгә арналған. Дөрөҫөн генә әйткәндә, программаны тормошҡа ашырыу ауыл хужалығы өсөн еңел булмаған осорға тура килде. 2008 йылғы иҡтисади көрсөк, 2009–2010 йылғы ҡоролоҡ үҙенең кире йоғонтоһон яһамай ҡалдырманы, әлбиттә. Дәүләт программаһында билдәләнгән 16 бурыстың 11-е үтәлгән.
— Ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, 2011 йыл күрһәткестәрҙе тигеҙләне һәм тотороҡландырҙы. Ауыл хужалығы тауарын етештереү күләме 103 миллиард 900 миллион һумға етте. Былтырғы ошо уҡ ваҡыт менән сағыштырғанда үҫеш — 39 процент. Дөйөм Рәсәй күләмендә республиканың өлөшө 3 процент тәшкил итә. Ошо күрһәткес буйынса республика илдә — тәүге ун, Волга буйы федераль округында тәүге өс төбәк иҫәбендә, — тине Эрнст Исаев.
Тағы ла һандарға мөрәжәғәт итеп, вице-премьер түбәндәге мәғлүмәттәргә иғтибарҙы йүнәлтте. 2011 йылда етештерелгән тауарҙың 53 проценты малсылыҡҡа һәм 47 проценты үҫемлекселеккә тура килә. Былтыр 3,2 миллион тонна иген, 1,4 миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө, 300 мең тонна майлы культура, 1,2 миллион тонна бәрәңге, 340 мең тонна йәшелсә йыйылған. Шул уҡ осорҙа йыл ярымға етерлек мал аҙығы ла әҙерләнгән. Тик малсылыҡ буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшеп булмаған.
Ауыл хужалығы өлкәһе һәр ваҡыттағыса дәүләт ярҙамына мохтаж. Агросәнәғәт комплексына ярҙам күрһәтеү йөҙөнән 15,4 миллиард һум (капитал һалыуҙы ла иҫәпләп) аҡса йүнәлтелде. Уның 13,2 миллиарды — республика, 2,2 миллиард һумы — федераль ҡаҙнанан.
— Дөйөм алғанда, беҙ маҡсатлы программаға ярашлы ауыл эшсәндәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеү бурысын ҡуйғайныҡ. Бөгөн уның буйынса эш алып барыла, — тине Эрнст Исаев.
Республиканың иҡтисади үҫеш министры Евгений Мавринға ла, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаевҡа ла депутаттарҙан бихисап һорауҙар яуҙы. Уларҙың сығышынан һуң ултырышта ҡатнашҡан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. “Хөкүмәт төплө отчет яһай, депутаттар һорауҙар бирә һәм тулы яуап ала. Был ғәҙәти эш барышы миңә оҡшай”, — тине ул.
Ә. ӘЙҮПОВА.