Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юрист кәңәштәре
Бер тәрилкә өсөн...

— Ғаилә менән кафела ял иткәндә ҡыҙым тәрилкә төшөрөп ватты. Бының өсөн ҙур ғауға ҡуптарып, кафе етәкселеге уның хаҡын түләүҙе талап итте. Хаҡы иһә тәрилкәнең магазиндағы хаҡынан биш-алты тапҡырға ҡиммәтерәк ине. Мин бының өсөн түләргә тейешме?
Рәзилә, Ишембай ҡалаһы.


— Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 933-сө статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, шәхескә һәм уның мөлкәтенә, шулай уҡ юридик шәхестең (ойошманың) мөлкәтенә зыян килтерелгән хәлдә, ул зыян килтереүсе тарафынан тулыһынса ҡапланырға тейеш. Тимәк, һеҙ тәрилкәнең хаҡын түләргә тейешһегеҙ, әммә артығын түгел. Шулай уҡ ғәйептең ысынлап та һеҙҙә икәнлеген дә дәлилләргә кәрәк. Һәр хәлдә шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: әгәр берәй нәмә ватһағыҙ йәки боҙһағыҙ һәм ул ойошманың етәкселеге менән уртаҡ тел таба алмаһағыҙ, бер кем дә һеҙҙе көс менән түләттерә алмаясаҡ. Шул иҫәптән полиция ла. Ни бары суд ҡарары менән генә түләтергә хаҡлылар.

Өлгөрмәгән икән — уларҙың бәләһе

— Супермаркетта бер ҡап кәнфит алырға булдым. Кассала бөтөнләй икенсе хаҡ әйттеләр, ә ярлығында башҡаса ине. Яҡынса белеүемсә, ҡулланыусылар хоҡуғына ярашлы, тауарҙы кассала әйткәне түгел, ә уның ярлығында ҡуйылғаны буйынса һатып ала алам. Был осраҡта нимә эшләргә, кемгә мөрәжәғәт итергә? Үҙемдең
хаҡлығымды нисек дәлилләргә?
Иршат, Өфө ҡалаһы.


— Һеҙгә тәү сиратта администраторҙы саҡырырға һәм килеп сыҡҡан хәлде аңлатырға кәрәк. Итәғәтле генә итеп ҡәнәғәт булмауығыҙҙы белдерегеҙ һәм тауарҙы ярлыҡтағы хаҡ буйынса алырға теләүегеҙҙе әйтегеҙ. Ҡағиҙә булараҡ, һеҙгә яңы хаҡтар һәм уны алмаштырып өлгөрмәүҙәре тураһында һөйләй башлаясаҡтар. Әммә был бер ҙә һеҙҙең проблема түгел, сөнки “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Закондың 10-сы статьяһында (1-се пункт) яҙылғанса: “етештереүсе (башҡарыусы, һатыусы) ҡулланыусыға ваҡытында тауар (эш, хеҙмәттәр) тураһында кәрәкле һәм дөрөҫ мәғлүмәт бирергә тейеш. Был тауарҙы дөрөҫ һайлау мөмкинлеген тәьмин итә”. Ошо уҡ статьяның 2-се пунктында әйтелгәнсә, хаҡтар һумда күрһәтелергә тейеш. Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ кодексында оферта тигән төшөнсә бар, ул документлаштырылған тәҡдимде аңлата. Магазиндарҙа ярлыҡ оферта булып иҫәпләнә, һәм һатыусы шул рәсми офертала күрһәтелгән хаҡ буйынса һатырға тейеш. Ошо турала магазин етәкселегенә әйтегеҙ һәм тиҙ генә ҡануниәт буйынса эшләргә, тимәк, ярлыҡтағы хаҡ буйынса һатыуҙарын талап итегеҙ. Шулай уҡ хәҙер Роспотребнадзор һәм Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығына шылтыратам тип ҡурҡытып та ала алаһығыҙ. Ғәҙәттә, был һүҙҙәрҙе ишеткән һатыусылар һеҙҙеңсә эшләй.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Туймазы тәмлекәстәре  –  Ҡытайҙа

Туймазы тәмлекәстәре – Ҡытайҙа 19.11.2018 // Сәйәсәт

Шанхайҙа Беренсе Ҡытай халыҡ-ара импорт тауарҙары күргәҙмәһе асылды. Унда донъяның 130 дәүләте...

Тотош уҡырға 0

Уҡытыусыларға – милли система

Уҡытыусыларға – милли система 17.11.2018 // Сәйәсәт

Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәғариф һәм...

Тотош уҡырға 75

Радий Хәбиров бала хоҡуҡтары буйынса вәкил менән осрашты

Радий Хәбиров бала хоҡуҡтары буйынса вәкил менән осрашты 17.11.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 51

Хаталар өҫтөндә эш дауам итә

Хаталар өҫтөндә эш дауам итә 16.11.2018 // Сәйәсәт

“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы республика Законын тормошҡа ашырыу...

Тотош уҡырға 88

“Йылмайып хәтерләрбеҙ әле...”

“Йылмайып хәтерләрбеҙ әле...” 16.11.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа шәмбе, 17 ноябрҙә, ул юлланасаҡ...

Тотош уҡырға 97

Милли сәйәсәт өлкәһе белгестәре белемен камиллаштырҙы

Милли сәйәсәт өлкәһе белгестәре белемен камиллаштырҙы 16.11.2018 // Сәйәсәт

Өфөлә Волга буйы федераль округының милли сәйәсәт өлкәһе белгестәре өсөн өс көнлөк уҡыу семинары...

Тотош уҡырға 49

“Инвестиция сәғәте”ндә эшлекле һөйләшеү уҙҙы

“Инвестиция сәғәте”ндә эшлекле һөйләшеү уҙҙы 16.11.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика йортонда “Инвестиция...

Тотош уҡырға 48

Камил Юлаев вазифаһынан китте

Камил Юлаев вазифаһынан китте 16.11.2018 // Сәйәсәт

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы Камил Юлаев үҙ теләге менән...

Тотош уҡырға 82

Асыҡ тыңлауҙар үтте

Асыҡ тыңлауҙар үтте 16.11.2018 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда “2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың план осорона Башҡортостан...

Тотош уҡырға 44

“Сәләмәтлек сәғәте” аҙна һайын үтәсәк

“Сәләмәтлек сәғәте” аҙна һайын үтәсәк 16.11.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге...

Тотош уҡырға 56

“Беҙҙе ислам, берҙәм төрки донъяһы берләштерә”

“Беҙҙе ислам, берҙәм төрки донъяһы берләштерә” 15.11.2018 // Сәйәсәт

15 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 82

“Кабинеттарҙы асайыҡ”

“Кабинеттарҙы асайыҡ” 15.11.2018 // Сәйәсәт

Һәр кеше теләгән ваҡытта проблемаһы тураһында әйтеп, уны хәл итеү мөмкинлеген табырға тейеш....

Тотош уҡырға 74