Тауыш бирергә әҙерһеңме?

29-09-2012, 01:56 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Ошондай һорау менән халыҡҡа мөрәжәғәт итергә лә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Һәр ваҡыттағыса, ул көн яҡынлашыу менән һайлау комиссияһында ла эш ҡыҙыулана төшә. Һәр кем гражданлыҡ бурысын үтәп, үҙе теләгән кандидатҡа тауыш бирергә бурыслы. Шунлыҡтан әлеге сәйәси кампанияға әҙерләнеү — етди мәсьәлә.

Хәйбулла районында мөһим ваҡиғаға әҙерлек күптән башланған. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Мөхәмәт Рәхмәтуллин әйтеүенсә, район 15 һайлау округына бүленгән. Муниципаль район Советына 15 депутат һайланасаҡ. Һәр округка яҡынса 1500–1700 һайлаусы тура килә. 59 һайлау участкаһын хеҙмәтләндереүгә барлығы 271 кеше йәлеп ителәсәк. Әлеге ваҡытта һайлаусыларҙың исемлеген аныҡлау дауам итә.
Теркәлгән 46 кандидат араһында быйыл “Ғәҙел Рәсәй”, КПРФ партиялары вәкилдәре лә бар. “Берҙәм Рәсәй”ҙән — алтау. Район Советына депутаттар һайлауҙан тыш, Федоровка ауыл Советында, бер мандат бушағанлыҡтан, өҫтәмә һайлау үткәреләсәк.
Депутатлыҡҡа дәғүә итеүселәр һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрә башлаған. Сөнки һәр кем тауышын кемгә һәм ни өсөн бирәсәген алдан уҡ белергә тейеш. 14 октябрҙәге һайлауҙа “тауышыңды бирергә әҙерһеңме?” тигән һорауға хәйбуллаларҙың “эйе” тип яуап биреүенә һис тә аптырарға түгел: районда һайлауға бәйле эштәр маҡсатҡа ярашлы алып барыла.
К. ИШБУЛДИНА.
Хәйбулла районы.