Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хосусилаштырыуҙан килем ҡәнәғәтләндермәй
Бөгөн Башҡортостан милкендә 243 дәүләт унитар предприятиеһы менән 100 хужалыҡ итеүсе йәмғиәттең акциялар пакеты бар. Һуңғыһына килгәндә, 91-е — акционерҙар, туғыҙы — яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов дәүләт милкен хосусилаштырыуға арналған Хөкүмәт ултырышында ошо һандарҙы иҫкә төшөрҙө.

— Килемдең төп өлөшөн ни бары ун предприятие менән дүрт хужалыҡ итеүсе йәмғиәт формалаштыра. Ни өсөн килем базаһы шул тиклем түбән һуң? — тигән һорау ҡуйҙы Рөстәм Зәки улы. — Министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренән аныҡ тәҡдимдәр кәрәк.
Хөкүмәт ултырышында дәүләт милкен хосусилаштырыуға арналған мәсьәлә ҡаралып, быйылғы күҙаллауға үҙгәреш индерелде һәм 2013 йылға программа төҫмөрләнде.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Рәмил Исҡужин әйтеүенсә, 2012 йылғы план буйынса биш дәүләт унитар предприятиеһы, һигеҙ акционерҙар йәмғиәте һәм һигеҙ күсемһеҙ милек объекты хосусилаштырыласаҡ. Шулай уҡ былтыр тормошҡа ашырылмаған эштәрҙе теүәлләйһе лә бар.
— Әле “Тергеҙеү һәм реабилитация үҙәге” дәүләт унитар предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә әйләнде. “Яңауыл ҡала типографияһы” менән “Башучколлектор” предприятиеларын хосусилаштырыу тамамланып килә, — тине ул.
Рәмил Исҡужин әйтеүенсә, быйылғы йылдың туғыҙ айында акциялар пакетын һатыуҙан республика бюджетына 20,6 миллион һум, башҡа милекте һатыуҙан 22,6 миллион һум аҡса күсерелгән. План ни бары 6,13 процентҡа үтәлгән.
— Күҙаллау планын төҙөгән саҡта тармаҡ министрлыҡтары, ведомстволар менән Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы араһында ҡайһы бер предприятиелар һәм акционер йәмғиәттәре тәңгәлендә килешмәүсәнлек барлыҡҡа килә. Ә дәүләт милкен һатыуҙан килем алыу тураһындағы бурыс “Башҡортостан Республикаһының 2012 йылға бюджеты тураһында”ғы Закон менән билдәләнгән, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ә. ИЛДУСОВА.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Туймазы тәмлекәстәре  –  Ҡытайҙа

Туймазы тәмлекәстәре – Ҡытайҙа 19.11.2018 // Сәйәсәт

Шанхайҙа Беренсе Ҡытай халыҡ-ара импорт тауарҙары күргәҙмәһе асылды. Унда донъяның 130 дәүләте...

Тотош уҡырға 19

Уҡытыусыларға – милли система

Уҡытыусыларға – милли система 17.11.2018 // Сәйәсәт

Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәғариф һәм...

Тотош уҡырға 77

Радий Хәбиров бала хоҡуҡтары буйынса вәкил менән осрашты

Радий Хәбиров бала хоҡуҡтары буйынса вәкил менән осрашты 17.11.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 52

Хаталар өҫтөндә эш дауам итә

Хаталар өҫтөндә эш дауам итә 16.11.2018 // Сәйәсәт

“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы республика Законын тормошҡа ашырыу...

Тотош уҡырға 89

“Йылмайып хәтерләрбеҙ әле...”

“Йылмайып хәтерләрбеҙ әле...” 16.11.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа шәмбе, 17 ноябрҙә, ул юлланасаҡ...

Тотош уҡырға 98

Милли сәйәсәт өлкәһе белгестәре белемен камиллаштырҙы

Милли сәйәсәт өлкәһе белгестәре белемен камиллаштырҙы 16.11.2018 // Сәйәсәт

Өфөлә Волга буйы федераль округының милли сәйәсәт өлкәһе белгестәре өсөн өс көнлөк уҡыу семинары...

Тотош уҡырға 52

“Инвестиция сәғәте”ндә эшлекле һөйләшеү уҙҙы

“Инвестиция сәғәте”ндә эшлекле һөйләшеү уҙҙы 16.11.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика йортонда “Инвестиция...

Тотош уҡырға 49

Камил Юлаев вазифаһынан китте

Камил Юлаев вазифаһынан китте 16.11.2018 // Сәйәсәт

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы Камил Юлаев үҙ теләге менән...

Тотош уҡырға 83

Асыҡ тыңлауҙар үтте

Асыҡ тыңлауҙар үтте 16.11.2018 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда “2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың план осорона Башҡортостан...

Тотош уҡырға 44

“Сәләмәтлек сәғәте” аҙна һайын үтәсәк

“Сәләмәтлек сәғәте” аҙна һайын үтәсәк 16.11.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге...

Тотош уҡырға 56

“Беҙҙе ислам, берҙәм төрки донъяһы берләштерә”

“Беҙҙе ислам, берҙәм төрки донъяһы берләштерә” 15.11.2018 // Сәйәсәт

15 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 82

“Кабинеттарҙы асайыҡ”

“Кабинеттарҙы асайыҡ” 15.11.2018 // Сәйәсәт

Һәр кеше теләгән ваҡытта проблемаһы тураһында әйтеп, уны хәл итеү мөмкинлеген табырға тейеш....

Тотош уҡырға 74