Заман технологиялары ярҙамға килә

28-02-2013, 04:40 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Заман технологиялары ярҙамға киләКисә Өфөлә "Электрон сауҙа: Евразияға үтеп инеү талаптары" халыҡ-ара форумы эш башланы.

Сараның Башҡортостанда үтеүе юҡҡа түгел: бөгөн республикала инновацияға һәм өр-яңы сауҙа технологияларына ҙур иғтибар бүленә. Шулай уҡ тиҙҙән донъя кимәлендәге саммиттар ҙа үтәсәк. Форум — ошо сараларға әҙерлектең башы тиһәк, һис тә хата булмаҫ, моғайын. Унда электрон сауҙа өлкәһендә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең тәжрибәһе ентекле өйрәнелә, һығымталар яһала. Бөгөн был төр хеҙмәткә дәүләт власы органдары ла, ҙур компаниялар ҙа – бөтәһе лә ихтыяж кисерә. Тимәк, һис шикһеҙ ошо мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшерлек дөйөм майҙансыҡ та булырға тейеш.
Әлеге мәлдә Европа союзы, Азия-Тымыҡ океан төбәге илдәренең бер-береһе менән иҡтисади мөнәсәбәттәре әүҙемләшә. Илдәр араһында сауҙа әйләнеше лә йылдан-йыл арта, ә элекке саралар уны үҙ ваҡытында тәьмин итеп өлгөрмәй. Шуға күрә был өлкәлә мөмкинлектәрҙе киңәйтеү юлдарын табыу бурысы бигерәк тә көнүҙәк, йәғни илдәр араһындағы иҡтисади һәм сауҙа бәйләнештәрен өр-яңы кимәлдә үҙгәртеп ҡороу бурысы тора. Бындай ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеүгә заманса электрон коммерция һәм сауҙа инструменттарын ҡулланмайынса, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итмәйенсә өлгәшеп булмаясаҡ, әлбиттә.
Сарала йәмғеһе 300 кеше – Евразия иҡтисад комиссияһы, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы вәкилдәре, Рәсәйҙең министрлыҡ һәм ведомство, электрон сауҙа майҙансыҡтары етәкселәре, баҙар белгестәре ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны, ул был йәһәттән төбәктә башҡарылған эштәр менән таныштырҙы.
– Мәғлүмәт технологияларын үҙләштереү, идара итеү системаларын яңыртыу буйынса тәжрибәбеҙ, фәнни эштәребеҙ менән уртаҡлашырға беҙ бөгөндән әҙер. Был өлкәгә бик күп белгес йәлеп ителгән. Ғөмүмән, замандан һис тә ҡалышмайбыҙ тип әйтер инем. Мәҫәлән, "Асыҡ республика" мәғлүмәт платформаһын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә, республика етәкселегенең, Хөкүмәттең эшмәкәрлеге халыҡҡа аңлайышлыраҡ буласаҡ, шулай уҡ йәмәғәтселектең фекере лә тиҙерәк ишетеләсәк. Тағы бер ҙур проект – "Электрон хөкүмәт". Уны тормошҡа ашырыу дәүләт хеҙмәттәренең һөҙөмтәлелеген һәм сифатын бермә-бер арттырыр тип өмөтләнәбеҙ. Февраль айынан "Электрон ҡабул итеү бүлмәһе" порталы эш башланы, уның аша халыҡ министрлыҡ һәм ведомстволарға туранан-тура мөрәжәғәт итә ала, – тине Рөстәм Зәки улы.
Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты урынбаҫары Александр Рыбаков әйтеүенсә, форум бизнестың һәм сарала ҡатнашҡан бөтөн илдәрҙең дәүләт структураларының фекер алышыу, киләсәккә үҫеш йүнәлештәрен билдәләү майҙансығына әйләнә ала.