Рухиәт өсөн борсолалар

30-03-2013, 01:46 // Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесенең Өфөләге йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡараны.

Халыҡ төрлө мәсьәләләр буйынса ярҙам һорай. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһынан 50 йыллыҡ стажы булған уҡытыусыны йәш быуынға рухи-әхлаҡи, ватансылыҡ тәрбиәһе биреү проблемалары борсой. Педагог геройҙары тиҫтәләрсә йыл дауамында кешеләргә өлгө булып ҡалған әҙәби әҫәрҙәрҙең мәктәп программаһынан алыныуына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә.
Иглин районындағы ауыл биләмәһе башлыҡтарының береһе коррекция йүнәлешендәге мәғариф учреждениеһына капиталь ремонт үткәреү йәһәтенән ярҙамға өмөт итә. Ауыл мәктәптәрен ҡулайлаштырыу һәм милли-мәҙәни үҙәктәрҙе һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре лә иғтибар үҙәгендә ҡала.
Тейешле закондарға таянып, депутат һорауҙарға аңлатма бирҙе. Мөрәжәғәттәрҙең барыһы ла контролгә алынды.
— Һайлаусыларыбыҙҙы мәғариф, мәҙәниәт өлкәләренең бөгөнгөһө, киләсәге, йәштәрҙең рухи сәләмәтлеге өсөн ил башлыҡтарының, урындағы власть етәкселәренең яуаплылығы уйландыра, — тине Дәүләт Думаһы депутаты.