Дөйөм эш көтәБашҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы менән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы берлектәге кәңәшмә үткәрҙе. Сәбәбе билдәле: оҙаҡламай — һайлау.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға бишенсе саҡырылыш депутаттар һайлау үҙгәргән ҡануниәт шарттарында үтәсәк. Улар тураһында Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һөйләне.
— Республиканың төрлө кимәлдәге һайлау комиссиялары элек-электән киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ аралашып эшләй. Ошо сәбәпле тауыш биреүҙе урында ойоштороусылар һайлаусыларға ваҡытында дөрөҫ мәғлүмәтте еткерә. Артабан да берҙәм эшләрбеҙ тип ышанам, — тине ул. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Нәйлә Алтынова киң мәғлүмәт сараларының бурыстары хаҡында бәйән итте. — Һайлау кампанияһы барышында киң мәғлүмәт сараларының роле бик ҙур. Бында һайлау комиссияларының рәсми мәғлүмәттәре, кандидаттар һәм сәйәси партиялар агитацияһы, әҙерлек барышы, тауыш биреүҙең һөҙөмтәләре — барыһы ла инә, — тине ул. Нәйлә Алтынова һәр мәсьәлә буйынса ла аныҡ аңлатмалар бирҙе.