Үткән аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғалары булып Иран, Сүриә тирәләй хәл-ваҡиғаларҙың һаман да киҫкен ҡалыуы, АҠШ-тың ошо илдәргә ҡарата үҙ позицияһын белдереүе, Рәсәйҙең БДБ илдәрен үҙ “ҡанаты” аҫтында тоторға тырышыуы, илебеҙҙә сәйәси реформа башланыуы торҙо.
Һуғышҡа аҡса йәлләмәйҙәр
Сүриәгә Ғәрәп илдәре лигаһы һәм БМО-ның махсус вәкиле Кофи Аннан барып ҡайтҡандан һуң ил президенты Бәшәр Әсәд һәм оппозиция араһындағы конфликт яйланырға, һуғыш уты туҡталырға тейеш ине. Әммә һаман да тыныслыҡ урынлашмаған әле. Килешеүгә ярашлы, 10 апрелдән һуң ике яҡ та һуғышты туҡтатырға тейеш. Үткән аҙнала Истанбулда Сүриә конфликтын көйләү буйынса “Сүриә дуҫтары төркөмө” конференцияһы булып үтте. Рәсәй менән Ҡытай был конференцияла ҡатнашыуҙан баш тартты.

Ком: 0 // Уҡынылар: 52 тапҡыр // Тотош уҡырға