Башҡортостан Хөкүмәтенең 433-сө ҡарары менән Башҡортостан Республикаһында еңел таксиҙа пассажирҙар һәм багаж ташыуҙы ойоштороу буйынса саралар раҫланды, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Ҡарар “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль законға ярашлы ҡабул ителде.
Документ менән рөхсәт биреү һәм уны ҡайтанан рәсмиләштереү, рөхсәттәр реестрын алып барыу тәртибе раҫланды. Рөхсәт ҡағыҙы өсөн түләү 800 һум тәшкил итә.
// Уҡынылар: 927 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев бойороғо менән республика парламентында төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороуға контролде тормошҡа ашырыу буйынса эш төркөмө булдырылды.
Документҡа ярашлы, яңы ойошторолған төркөм рәйесе, парламент Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров ай һайын Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумына башҡарылған эш һөҙөмтәләре һәм парламент яғынан тәҡдим ителгән саралар тураһында мәғлүмәт бирәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1081 тапҡыр // Тотош уҡырға
30 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “2012 йылда Өфө ҡалаһында йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатын уҙғарыу тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Республика башлығы 15 декабргә тиклем чемпионатҡа әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составын раҫларға һәм тейешле саралар планын эшләргә ҡушты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1080 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәйҙең алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау алдынан һуңғы матбуғат конференцияһын үткәрҙе. “Интерфакс” мәғлүмәт агентлығына журналистар менән осрашыуға комиссияның рәйес урынбаҫары Наилә Алтынова һәм секретары Марина Долматова килде.
Республикала һайлау алды кампанияһы тыныс, ғауғаһыҙ бара, етди дәғүәләр юҡ. Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар исемлегендә беҙҙең республиканан 92 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 88-е илдең иң юғары закон сығарыу органына инеүгә тәүге тапҡыр дәғүә итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1194 тапҡыр // Тотош уҡырға
[/right]Үҫештең юҡ сиктәре1999 йылда, республиканың ғилми-етештереү ҡеүәтен нығытыуҙа ҙур өлөш индергән ғалимдарҙы дәртләндереү маҡсатында, Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы булдырылғайны. Был ваҡыт арауығында Башҡортостандың юғары наградаһына 34 кеше лайыҡ булды. Кисә мәртәбәле исемлеккә тағы 13 ғалимдың исеме яҙылды — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда ошо премияны тапшырыу тантанаһы үтте. Ғалимдарҙы ҙур асыштары һәм ҡаҙаныштары менән Хөкүмәт Премьер-министры Азамат Илембәтов тәбрикләне.
Дәүләт премияһына тәҡдим ителгән һәр хеҙмәт маҡтауға лайыҡ. Мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация техник университеты ғалимдары һәм "ЕСМ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән ғилми эш — республиканан "Роснано" дәүләт корпорацияһының юғары баһаһына лайыҡ булған берҙән-бер проект.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1522 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төп маҡсат — тормош сифатын яҡшыртыу30 ноябрҙә Башҡортостандың дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 45-се ултырышы булды. Уның эшендә Президент Рөстәм Хәмитов, Парламент Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостандың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре, Рәсәйҙең Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, республиканың Йәмәғәт һәм Йәштәр палаталары ағзалары, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт һәм дин ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Президенты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. «Кешеләр өсөн эшләргә» тип аталған йыллыҡ программа документында республиканың киләһе йылдағы һәм артабанғы үҫеше өсөн төп йүнәлештәр билдәләнә.
Пленар ултырышта тәү сиратта «Башҡортостан Республикаһының 2012 йылға бюджеты тураһында» һәм «Башҡортостандың Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фондының 2012 йылға бюджеты хаҡында» закон проекттары ҡаралды. Уларҙың икеһе лә икенсе уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн индерелгәйне. Бынан тыш, депутаттар республиканың 2012 йылға һәм 2014 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫеше буйынса күҙаллауҙы раҫланы.
// Уҡынылар: 1665 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов эш сәфәре менән Учалы районында булды.
Премьер-министр иң элек капиталь ремонт барған Учалы филармонияһына юлланды. Әле бында бинаның ҡыйығы йылытылған, йүнәтелгән, тамаша залының стена һәм түшәм плитәләре алынған, витраждар яңыртылған. Ошо эшкә 3 миллион һум самаһы аҡса тотонолған. Ремонтты тулыһынса тамамлау өсөн тағы ла 22 миллион һум талап ителә.
Азамат Илембәтов сәфәр барышында шулай уҡ үҙәк ҡала дауаханаһында булды. Бындағы хирургия бинаһы 1967 йылда сафҡа индерелгән. Шул осорҙан алып корпуста бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән.
// Уҡынылар: 1353 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тәтешле районы халҡы менән осрашыу үткәрҙе. Әлбиттә, форсат сыҡҡанда төбәк етәксеһенә һорау бирергә, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе белдерергә теләүселәр күп булды – осрашыуға тәтешлеләр генә түгел, күрше райондарҙа йәшәүселәр ҙә килгәйне.
Түбәнге Балтас ауылында йәшәүсе пенсионер, атҡаҙанған малсы Фәниә Ғарифйәнова күптәрҙе борсоған мәсьәләне күтәрҙе: район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ҙур ауылда медицина хеҙмәте күрһәтеүсе амбулатория юҡ, физик процедуралар, массаж кеүек һаулыҡ нығытыусы ғәмәлдәр хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Рөстәм Зәки улы ауылда белем һәм мәҙәниәт усаҡтарының эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды, амбулатория асыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә тырышасаҡбыҙ, тип белдерҙе.
// Уҡынылар: 1194 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе
Хөрмәтле депутаттар!
Хөрмәтле ҡунаҡтар һәм саҡырылған кешеләр!
Республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тәүге Мөрәжәғәтнамәмде тәҡдим иткән мәлдән алып һигеҙ айға яҡын ваҡыт үтте. Йәмғиәттең власҡа ышанысын нығытыу — эшебеҙҙең төп стратегик маҡсаты, Башҡортостандың уңышлы үҫеш нигеҙе, тип билдәләнде. Кешеләрҙе Хөкүмәттең намыҫлы эшләүенә ышандырыу, халыҡҡа власҡа йоғонто яһау, тормошҡа ашырылған сәйәсәттә ҡатнашыу мөмкинлеген биреү, ғәҙеллекте тормоштоң айырылғыһыҙ нормаһына әүерелдереү — документта ошондай бурыстар ҡуйылғайны.
Уларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән ниндәй дәрәжәлә алға китеш бар? Йәмғиәт менән тығыҙыраҡ бәйләнеш булдырыу буйынса алынған юл файҙа килтерә башланымы? Уны ниндәй йүнәлештәрҙә үҫтереү һәм көсәйтеү зарур?
// Уҡынылар: 1374 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин Дәүләт Думаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһы вәкилдәре менән осрашты. Владимир Владимирович уларҙың үткән дүрт йылдағы эшмәкәрлеген бик юғары баһаланы.
Владимир Путин билдәләүенсә, ошо ваҡыт эсендә граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуғын нығытыуға йүнәлтелгән күп закон ҡабул ителде, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса ҡәтғи талаптар ҡуйылды. Шулай уҡ социаль өлкәгә лә етди иғтибар бүленде: дарыуҙарға, мотлаҡ медицина страховкаһына, табиптар, уҡытыусылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ төҙөүгә ҡағылышлы ҡанундар камиллаштырылды.
// Уҡынылар: 1253 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 190 191 192 193 194 195 196 197 198 ... 199 Алға
Бит башына