Хабаровскиҙа яңыртыу мәсьәләләре буйынса Дәүләт Советы президиумы ултырышы булып үткәйне. Уның йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошондай аңлатма бирҙе:
— Рәсәй Президенты Дмитрий Анатольевич Медведев ҙур иғтибар бүлгән яңыртыу, һис шикһеҙ, ил үҫешенең өҫтөнлөклө мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Өҫтәүенә, ул иҡтисадта ғына түгел, социаль өлкәлә һәм сәйәсәттә лә мөһим.
Сәйәсәттә яңырыу — властың асыҡлығы һәм уның менән бөтәһе лә файҙалана алыу принцибын тормошҡа ашырыу, кешеләрҙең проблемаһын хәл итеүгә булышлыҡ итеү. Эшемдә “Власть — кешеләр өсөн!” принцибын тормошҡа ашырыуҙы иң мөһиме тип иҫәпләйем, һәм ул властың барлыҡ кимәлдәрендә — республика Президентынан башлап ҡасаба Советтары башлыҡтарына тиклем эш итә башланы ла инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1071 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Хакимиәте эш сәфәре барышында “Потемкин ауылдары” ойоштороуҙы һәм республика етәкселеген ҡаршылау өсөн балаларҙы йәлеп итеүҙе рәсми тыйҙы.
Тейешле документ тиҙ арала әҙерләнеп, Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса 12 ноябрҙә ҡала һәм район хакимиәттәренә ебәрелде.
Башҡортостан Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиев аңлатыуынса, Рөстәм Хәмитовтың эш сәфәрҙәрен әҙерләүҙе тәьмин итеүселәр урындарҙа республика етәкселеген көткән ваҡытта яһалма тантана мөхитен тыуҙырмауҙы һәм Президент барасаҡ предприятиеның туранан-тура эшмәкәрлегендә ҡатнашмаған кешеләрҙе йәлеп итмәүҙе күҙәтеп барасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1328 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры Раил Сарбаев дәүләт мөлкәтен туҙҙырыуҙа ғәйепләнә, тип хәбәр итә “Волга буйы Интерфаксы” агентлығына Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы Светлана Абрамова.
“Дүшәмбе Р. Сарбаевҡа ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 160-сы статьяһы буйынса бюджет аҡсаһын туҙҙырыу хаҡында ғәйепләү эше асылды”, — тине ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1344 тапҡыр // Тотош уҡырға
12 ноябрҙә республика Хөкүмәтендә “Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновацион үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр” темаһы буйынса кәңәшмә үтте. Уның эшендә Хөкүмәт Премьер-министры Азамат Илембәтов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары, инвестиция вәкиле Алексей Кубрин, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Петр Капишников, республика Хөкүмәте ағзалары ҡатнашты.
Алексей Кубрин инвестиция вәкилдәре институты булдырыуҙа дәүләт власы органдарына ҡарата ҡуйылған талаптар менән таныштырҙы.
Тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары, төбәктәргә инвесторҙар килһен өсөн норматив хоҡуҡ базаһын эшләүҙе индереп, уңайлы инвестиция мөхите тыуҙырыуҙың округ механизмын, шулай уҡ документтар ҡабул итеүҙең ябайлаштырылған системаһын булдырыуҙы яҡын киләсәктәге төп бурыс тип билдәләне.
// Уҡынылар: 1403 тапҡыр // Тотош уҡырға
4 декабрь — Дәүләт Думаһына һайлау көнө. Киләһе йылдың яҙында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлаясаҡбыҙ. Былар — Рәсәйҙә сәйәси тотороҡлолоҡ өсөн шарттар булдырыуҙың мөһим этаптары, уларһыҙ иҡтисадты үҫтерә һәм граждандарыбыҙҙың мул тормошон тәьмин итә алмаясаҡбыҙ.
“Берҙәм Рәсәй” дәүләт кимәлендә сәйәси лидер булыуын дәлилләне, ул үҙ артынан эйәртеп кенә ҡалмай, ваҡ төркөмдәр мәнфәғәттәренән өҫтөн тора. Фекерҙәштәрен генә түгел, ҡаршы яҡты ла ишетергә һәләтле. Бер минутлыҡ файҙа өсөн түгел, ә стратегик маҡсаттарға өлгәшеү, барлыҡ төбәктәр, барлыҡ социаль төркөмдәр, илебеҙҙең барлыҡ граждандары мәнфәғәтендә эшләү, тулы мәғәнәһендә халыҡ һәм Бөтә Рәсәй партияһы булыу уның төп асылын билдәләй.
Беҙ илебеҙ үҫешендәге мөһим мәсьәләләрҙе халыҡ менән берләшеп хәл итеү өсөн Дәүләт Думаһына һайлауға Рәсәй йәмәғәтселегенең барлыҡ ҡатлам вәкилдәре менән бергә барабыҙ.
// Уҡынылар: 1402 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле һайлаусылар!

Беҙҙең республика бер нисә быуындың көсөргәнешле хеҙмәте менән булдырылған ҙур ҡеүәткә эйә. Бөгөн Башҡортостан — илебеҙҙең иң ныҡ үҫешкән төбәктәренең береһе. Беҙ көслө нефть-химия һәм ауыл хужалығы тармаҡтары, етди фәнни мәктәп һәм мәғариф системаһы менән ғорурланабыҙ. Барлыҡ уңыштарыбыҙ — тәү сиратта республикабыҙҙың ҡаҙанышына, ғорурлығына әүерелгән эшһөйәр, аҡыллы, талантлы кешеләрҙең хеҙмәте ул.
Сираттағы аҙымды яһар мәл етте. Шуны асыҡтан-асыҡ әйтергә кәрәк: бөгөн халыҡтың килеме һәм йәшәү кимәле еребеҙҙең ғәйәт ҙур ҡеүәте, республиканың Рәсәй күләмендәге әһәмиәте менән тап килеп етмәй. Дөйөм күрһәткестәр артынан ҡыуып, власть айырым кеше хаҡында оноторға тейеш түгел. Уның көндәлек мәшәҡәттәре, ғаиләһен, балаларын, оло йәштәге ата-әсәһен тәьмин итеү мәсьәләләре даими иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.
// Уҡынылар: 1065 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткән аҙнала Рәсәй донъя кимәлендәге ваҡиғаларҙың үҙәгендә ҡайнаны: ҡайһы берҙәренә үҙе сәбәпсе булды, бәғзеләрендә башҡалар менән бергә ҡатнашты. Ошо юҫыҡтан ҡарағанда бөгөн илебеҙҙең дәүләт булараҡ абруйы йылдам күтәрелеүен билдәләргә мөмкин. Уңыштар нигеҙендә һуңғы йылдарҙа нығынған асыҡлыҡ сәйәсәте, заманса үҫешкә ынтылыш ята кеүек.
Европа сәйәсәтендә ике мөһим ваҡиға булды: Грецияның һәм Италияның премьер-министрҙары Георгиос Папандреу менән Сильвио Берлускони бер-бер артлы вазифаларын ҡалдырҙы. Италияның бурыстары — бөгөн Европа илдәре араһында иң ҙуры, ул хатта Греция, Португалия, Ирландия һәм Испанияның кредиттарын берләштергән хәлдә лә күберәк: ике триллион евро, тип хәбәр итә ҡайһы бер мәғлүмәт саралары. Шуға ла был тарафтарҙа сәйәсмәндәрҙең эшмәкәрлеге тәү сиратта иҡтисади һөҙөмтәлелеккә ҡарап баһаланыуы ғәжәпләндермәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1118 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 190 191 192 193 194 195 196 197 198 199 Алға
Бит башына