18 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Әрмәнстан Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Олег Есаян менән осрашты. Ул Өфөгә “Ҙур химия” Халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн килгән.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда йәшәгән милләттәргә булышлыҡ итеү сәйәсәтен дауам итеү хаҡында һөйләне.
— Рәсәй әрмәндәре союзының төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеген ойоштороуҙа, белем биреү программаһын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтелә. Был эштән Башҡортостан үҙе лә ҙур ҡәнәғәтлек ала. Күптән түгел һайлау осоронда Башҡортостан делегацияһы Әрмәнстанда булды. Делегацияны ихлас ҡабул иттеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1 тапҡыр // Тотош уҡырға
— “Ҙур химия” форумы — бөгөн илдә химия сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелгән төп майҙансыҡ, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. — Шул уҡ ваҡытта сеймалһыҙ үҫештең мөмкин түгеллеген яҡшы аңлайбыҙ.
Волга буйы федераль округының нефть химияһы комплексы предприятиеларын сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһе сарала тикшерелгән төп темаларҙың береһе булды.
— Әле еңел углеводородтарҙың киң фракцияһына “Сибур” компанияһы хужа, әммә был Ямал-Ненец автономиялы округында өҫтәмә сығанаҡтар юҡ тигәнде аңлатмай, — тине республика башлығы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҙур химия” II Халыҡ-ара форумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. Былтыр ошо мөһим сара тәүге тапҡыр үткәрелде һәм киң танылыу яуланы, Рәсәйҙең, шулай уҡ башҡа илдәрҙең нефть химияһы баҙарында эшләүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте, йөкмәткеле докладтар, фекер алышыу, осрашыуҙар байтаҡ булды, форумдың абруйлы майҙансыҡҡа әүерелә барыуы бик мөһим, тип билдәләне ул.
— Илдә химия сәнәғәтенең оҙайлы үҫеш өҫтөнлөктәре билдәләнгән осорҙа был айырыуса мөһим, тине республика башлығы. — Беҙ донъя баҙарында урыныбыҙҙы һәм әһәмиәтебеҙҙе белдерергә, алдыбыҙға химия державаларының тәүге тиҫтәһенә инеү маҡсатын ҡуйырға тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта бөгөн хәл ябай түгел. Химия һәм нефть химияһы продукттары баҙары махсуслашҡан һәм монополияланған. Һуңғы йылдарҙа уның үҙәге йылдам үҫеш кисергән илдәр яғына күсә бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 14 тапҡыр // Тотош уҡырға
17 майҙа Өфөнөң Конгресс-холында “Ҙур химия” II Халыҡ-ара форумын асыуға ярашлы Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округы араһында “Ямал — Волга буйы” маршруты буйынса нефть химияһы өсөн углеводород сеймалы ташыу өлкәһендәге ниәттәр тураһындағы протоколға ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов һәм Ямал-Немец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Кобылкин ҡултамғаһын ҡуйҙы.
Башҡортостан менән Ямал-Ненец автономиялы округы араһында шулай уҡ Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 14 тапҡыр // Тотош уҡырға
16 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикаға “Ҙур химия” II Халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн килгән “Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге һәм Мексиканың GPT компанияһы президенты Филип де Хесус Гарза Медина менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда нефть химияһы һәм полимерҙар етештереү өлкәһендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.
* * *
16 майҙа “Ҙур химия” халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов килде. “Өфө” халыҡ-ара аэропортында уларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршыланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 16 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 51 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ