Өфөлә “Һайлау – 2018” Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй башланы“Башҡортостан” гәзите журналисы Гүзәлиә Балтабаева хәбәр итеүенсә, бөгөн Рәсәй Президентын Һайлау көнөндә, тауыш биреү участкалары менән бер рәттән баш ҡалабыҙ Өфөлә “Һайлау – 2018” Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй башланы. Ул “Башҡортостан” ҡунаҡхана үҙәгенең конференц-залында урынлашҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 66 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бик шәп етәү һәм Собчак Эксперттар президентлыҡҡа кандидаттарҙың мөмкинлектәрен баһаланы
Ком: 0 // Уҡынылар: 166 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫешкә юл билдәләндеҮткән аҙнала Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Владимир Путиндың сығышын тыңларға сенаторҙар, Дума депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, төбәк башлыҡтары, дини конфессиялар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре – меңгә яҡын кеше саҡырылған ине. Дәүләт башлығы илдең социаль-иҡтисади үҫешен билдәләгән стратегик документта фәҡирлекте кәметеү, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу, демографияны хәл итеү, ғүмер оҙонлоғон арттырыу, юғары технологияларға өлгәшеү, демократик институттарҙы камиллаштырыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Сара ике сәғәткә яҡын барҙы. Ошоғаса Мөрәжәғәтнамә был тиклем оҙаҡ ваҡытты алғаны юҡ ине әле. Ил Президентының тәүге тапҡыр Ҙур Манежда сығыш яһауы ла яңылыҡ булды. Дәүләт башлығының фекере 60 тапҡыр алҡыштарға күмелде. Йәштәр, ауыл темаларына Владимир Путин ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтты.

(Аҙағы 3-сө биттә).
Ком: 0 // Уҡынылар: 91 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешегә уңайлы булһынӨфөләге Конгресс-холда “Һаҡсыл Хөкүмәт” проекты буйынса тәүге белем биреү семинары үткәрелде. Унда эш төркөмдәренең етәкселәре, шулай уҡ программаға йәлеп ителгән министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уларға тәбрикләү телмәре менән мөрәжәғәт итте.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, “Һаҡсыл Хөкүмәт” проекты власть органдарының эшен ҡулай­лаштырыу, административ һәм башҡа процес­тарға идара итеүгә системалы ҡараш булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 157 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әбйәлил: төбәк яңы һулыш кисерәБашҡортостан етәкселеге, халыҡтың мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп, төрлө проекттар буйынса эшмәкәрлекте киң йәйелдерә. Мәҫәлән, Көньяҡ Уралды иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһына ярашлы, бихисап маҡсат-пландар уңышлы тормошҡа ашырыла. Ошо көндәрҙә сираттағы ҡыуаныслы яңылыҡтың шаһиты булдыҡ – Өфөләге Инвестор йортонда Lasselsberger GmbH инвестицион өҫтөнлөклө проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында килешеүгә (Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмаһы етештереү буйынса завод төҙөлөшөнөң I этабы) ҡул ҡуйылды. Рәсми документҡа республикабыҙ Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Lasselsberger GmbH компанияһынан вәкил Йозеф Ласселсбергер, “Цемикс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Го Жан һәм Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов ҡул ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 210 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлетамаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Сәнәғәт һәм инновациялы сәйәсәт министрлығы коллегияһында сығыш яһаны. Күсмә ултырыш барышында министрлыҡтың 2017 йылғы эшенә йомғаҡ яһалды һәм яҡын киләсәккә өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 247 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Глобаль баҙарҙа конкуренцияға ҡаршы тороу мөһим”Еңелсә ҡоролоҡ булып алған йылда ауылдаштарымдың агрономдың баҫыуына “таш ырғытҡанын” иҫләйем. “Исмаһам, өлкәндәрҙең аҡылын да тотманы бит. Киләһе йыл яуым-төшөм аҙ буласаҡ, көҙ арышты күп сәсеп ҡалайыҡ, тип ҡат-ҡат әйткәнде ҡолағына элмәне”, – тигән әрләү һүҙҙәре йыш ишетелде. Ә ул ваҡытта ямғыр инәлтеп кенә һибәләне, етмәһә, ҡояш апай утлы табаһында ҡыҙҙырҙы ғына. Хужалыҡ иген культураларын гектарынан 11 центнер тирәһе генә алды. Ә йылдың нисек килерен ҡайҙан белергә? Халыҡ һынамыштарына таянырғамы, фенолог яҙмаларына ышанырғамы, әллә ғалимдарҙың иҫәп-хисабын иғтибарға алырғамы?
Уҙған йыл менән сағыштырғанда, әле ҡар күпкә йоҡараҡ, айырыуса баҫыуҙарҙа урыны-урыны менән ҡара тупраҡтың күренеп ятыуы уйландыра. Февраль уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, көн торошо март аҙағын хәтерләтеп тә ҡуя. Салт аяҙ, ҡояш йылы нурҙарын йәлләмәй. Ярай әле һирәк-һаяҡ ҡар яуып алды. Ә тышта, ысынлап та, яҙ һулышы тойола, тимәк, тиҙҙән агросәнәғәт комплексы эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу осор башланасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 180 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беренселек сәм өҫтәйҮткән аҙнала Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Президенты Владимир Путин килеп ҡайтты. Ил етәксеһе Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә булды, республика Башлығы менән төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһында әңгәмәләште, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты. Ҡәҙимге эш сәфәре. Әммә ни өсөн дәүләт башлығы 2018 йылды башҡа төбәктәрҙән түгел, ә нәҡ Башҡортостандан башланы һуң әле? Татарстандан да, Силәбенән дә йәки башҡа “донор” төбәктән дә түгел, ә нәҡ Башҡорт­остандан...
Ком: 0 // Уҡынылар: 303 тапҡыр // Тотош уҡырға
Борма-борма, соҡор-саҡырлы юлдың аҙағы күренмәйҺис тынғылыҡ белмәҫ, берсә утҡа инә, берсә һыуға төшә торған донъяла йәшәргә насип булғас, яҙмышҡа үпкәләүҙән дә файҙа юҡтыр. Көн генә түгел, һәр сәғәт, һәр минут Ер йөҙөндәге йәшәү менән һәләкәт яу алып барған фронттан хәбәрҙәрҙе килтереп кенә тора. Хәбәрҙәрҙең һөйөнөслөһөнән көйөнөслөһө күберәк. Беҙ йәшерәк саҡта ике социаль ҡоролош, ике идеология, ике төрлө иҡтисади мөнәсәбәттәр береһе икенсеһен ауҙарырға тырышып айҡаша торғайны. Замандашым, дуҫым, ифрат хисле шағир Самат Ғәбиҙуллиндың: “Төн артынан ҡалҡып көн килерен онотманы халҡым, айҡашты”, – тип әйткәне хәтерҙә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 216 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының 2018 йылда тәүге ултырышы булды. Уны Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов үткәрҙе. Көн тәртибендәге төп мәсьәләләр — Яңы йыл байрамы осоронда йәмәғәт именлеге һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың эше. Улар буйынса Премьер-министр урынбаҫарҙары Марат Мәһәҙиев менән Николай Хорошилов сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 287 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 196 Алға
Бит башына