Рөстәм Хәмитов: “Һәр мөрәжәғәт – иғтибар үҙәгендә”Һуңғы йылдарҙа ил һәм төбәк башлыҡтарының тура эфирҙа халыҡтың һорауҙарына яуап биреүе яҡшы йолаға әүерелде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов менән сираттағы һөйләшеү 19 апрелдә үтте. Тапшырыуҙы БЮТ, “Башҡортостан-1”, “Вся Уфа” телеканалдары, “Спутник FМ”, “Рәсәй радиоһы – Башҡортостан” радиостанциялары трансляцияланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 185 тапҡыр // Тотош уҡырға
Власть – кешеләр өсөнБаш ҡалала Башҡортостан Республикаһы Муниципаль берәмектәренең VII съезы үтте. Сарала республика муниципалитеттары вәкилдәренән тыш төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 156 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшнәп йәшә, Төркөстан!Ҡаҙаҡ менән тәүләп ҡайҙа осраштым икән? Әлбиттә, беҙгә тиклем дә тарих булған, китап-журналдан уҡып беләбеҙ, ә шәхсән үҙемә ҡағылышлыһы... Үткән быуаттың 60-сы йылдарында беҙҙең Артҡы урамға Урта Азиянан бер ир килеп йөрөгәнен иҫләйем. Бәлки, ҡаҙаҡ та булмағандыр. Ул, яңғыҙ башҡорт ҡатынына өйләнеп, иленә алып ҡайтып китте. Хәҙерге аңым менән аңлайым: үҙҙәрендәге ҡатынға ҡалым түләмәҫ өсөн шулай итте, ә башҡорт ҡатыны өсөн берәү ҙә ҡалым һорамай. Шулай ҙа ҡайһылай осһоҙ баһаланғанбыҙ икән беҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 138 тапҡыр // Тотош уҡырға
Париж башҡорттарҙы ҡаршылайБашҡортостан вәкилдәре Францияға ЮНЕСКО ойошмаһы менән хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен хәл итергә юл тотто. Делегацияны республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев етәкләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 164 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хәрби комиссариатының 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙе ошо ваҡиға менән ҡотлап, Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 141 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Башлығына һорауың булһа...Кесе йома, 19 апрелдә, киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирә. Йыл һайын сығарылған “Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән һөйләшеү” программаһын БЮТ, “Рәсәй-24.Башҡортостан”, “Вся Уфа” телеканалдары, “Спутник ҒМ”, “Рәсәй Башҡортостан радиоһы” радиостанциялары тапшыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 131 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫеш программаһына арауыҡтағы йомғаҡ яһалдыИлшат Тажетдинов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары:
– Көньяҡ Уралды иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһын эшләү башланғысын 2010 йылда республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов тәҡдим иткәйне.
Ул тормошҡа ашырылған мәлдә тиҫтәләрсә миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп ителде. Байтаҡ яңы проекттарға старт бирелде. Сәнәғәт һәм аграр етештереү артты. Иҡтисади эшмәкәрлеккә дәүләт ярҙамының Көньяҡ Урал өсөн махсус саралары күрелә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ әүҙем үҫә. Әле 1 меңдән ашыу эш урыны булдырылды. Һөҙөмтәлә уртаса айлыҡ эш хаҡы икеләтә артты, эшһеҙлек ике тапҡырға кәмене. Урындағы ҡаҙналарҙың һалым һәм уға ҡарамаған килемдәре республика буйынса уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда йылдамыраҡ арта. Субтөбәктең социаль, инженерлыҡ һәм транспорт ин­фраструктураһын үҫтереү кимәле күтәрелә.
Быйыл 9-10 июндә Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ райо­нында үткәреләсәк “Көньяҡ Урал-2018” иҡтисади форумында беҙ ошо биләмәнең артабанғы үҫеш мөмкинлектәрен тикшерергә ниәтләйбеҙ. Уның эшендә ҡатнашырға саҡырам. Краснодарҙа үткән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы етештереүселәре форумында Рәсәйҙең аграр ведомствоһы башлығы Александр Ткачев Баймаҡ районындағы “Буранбай” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы етәксеһе Фирҙәүес Алтынбаеваға “Рәсәй агросәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелеү тураһындағы документты тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 267 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр мәсьәлә — иғтибар үҙәгендә Бөрө ҡалаһында йәшәгән Вера Цирюльникова – әүҙем, маҡсатлы ҡатын-ҡыҙҙарҙан. Шәхси мәнфәғәттәрен түгел, ә тотош төбәкте хәстәрләгән уй-ниәттәре менән баш ҡалаға, республика етәксе­легенә килеүе лә уның хаҡта күпте һөйләй. Эш шунда: Бөрө ҡалаһында заманса йыһазландырылған, ҙур перинаталь үҙәк төҙөү ихтыяжы күптән бар. Иҫке, тығыҙ балалар табыу йорто Башҡорт­остандың төньяҡ райондары халҡын хеҙмәтләндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шарттарҙың насар булыуы – күптәнге проблема, һәм уны кисекмәҫтән хәл итеү зарур. Вера Цирюльникова тап ошо мәсьәлә менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, уның Өфөлә граждандарҙы шәхси ҡабул итеү сараһына килгән дә инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 210 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күршем һаңғырау тип күп һөйләнмә: ҡолағына салынырБүтән ҡәүемдәр менән бергә Украина биләмәләрен башҡорт яугирҙәренең ҡаны ла һуғарған. Оло әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәрендә “Украина” атамаһы әүәл-әүәлдән йөрәкһеп әйтелгән. Бына килеп ошо изге ер беҙҙең арттан килеүселәр өсөн ысындан да “окраина”, ҡыр урын булып ҡалырмы икән?
Дәүләттәр араһында ваҡыт-ваҡыты менән бәхәстәрҙең хасил була тороуы — тәбиғи хәл. Бер-береһенән алыҫта йәшәгән кешеләр, донъя ваҡсыллыҡтарының шаһиты булмау сәбәплелер, юҡ-барға сыйышып бармай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 137 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Галстуктарығыҙҙы сисегеҙ, кешеләр менән аралашығыҙ”Үткән аҙнала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең 2017 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Отчет әллә ни оҙаҡ ваҡытты алманы. Әммә эстәлеге... Документ бик конструктив төҙөлгән ине. Һәр фекер, һәр һүҙ төптән уйланылған, объектив һәм иң мөһиме — республика етәксеһе проблемаларҙы асыҡтан-асыҡ асып һалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 176 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 199 Алға
Бит башына