Мәҙәни мираҫ һаҡлауға мохтаж08.11.2018
Мәҙәни мираҫ һаҡлауға мохтажФедерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова профилле комитет ултырышын үткәрҙе.

Сенаторҙар тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡтарын һәм музей комплекстарын дәүләт тарафынан һаҡлау мәсьәләләрен закон менән көйләүҙе камиллаштырыу йәһәтенән “Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проектын хупланы. Документ Дәүләт Думаһы депутаттары тарафынан тәҡдим ителде.

Бынан ары мәҙәни мираҫ объекттарын ансамблдәр йәки иҫтәлекле урындар иҫәбенә ябайлаштырылған тәртиптә индереү күҙаллана. Фекер алышыуға йомғаҡ яһап, Лилиә Ғүмәрова, закон проектын ҡабул итеү музей-ҡурсаулыҡтарға ҡарата дәүләт һаҡлауы сараларының һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика