Өфөнө таҙартырға кәрәк08.11.2018
Баш ҡала хакимиәтендәге кәңәшмәлә Радий Хәбиров, Өфөнән бысраҡ ҡала тигән тәьҫорат ҡала, тип белдерҙе.

Төбәк етәксеһе тейешле хеҙмәттәргә, яғыулыҡ, башҡа ресурстар буйынса ярҙам күрһәтергә вәғәҙә биреп, урамдарҙы тәртипкә килтерергә тәҡдим итте. Әлегә тиклем ул баш ҡала өсөн коммуналь техника һатып алыуҙы планлаштырғайны.

– Өфө – бик матур ҡала. Салауат Юлаев проспектынан көн дә йөрөргә тура килә. Ундағы бысраҡ ҡатламы 10 сантимер ғына барҙыр. Көҙ Шишмә шәкәр заводына баҫыуҙан сөгөлдөр ташығандары хәтергә төштө. Өфө юлдарында ла шундай уҡ бысраҡ. Тәү сиратта таҙалыҡ менән шөғөлләнергә кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Өфөлә урам һепереүселәр, йыйыштырыу техникаһы етешмәй. Ямғыр һыуы ағып төшөрлөк канализацияның булмауы, газондарҙың, юлдарҙың дөрөҫ проектланмауы ла урамдарҙың сүп-сарға, туҙанға күмелеүенә килтерә.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика