Закон сығарыуҙа ҡатнаштыңмы?11.01.2019
24 декабрҙә, Башҡортостан Конституцияһына 25 йыл тулған көндә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Закон сығарыуҙа ҡатнаш” проектын тормошҡа ашыра башлағайны. Ошо ваҡыт эсендә граждандарҙан байтаҡ тәҡдим булды. Уларҙың барыһы ла парламент комитеттарына һәм хоҡуҡ хеҙмәтенә еткерелде.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшө федераль ҡануниәт һәм норматив хоҡуҡ акттары менән көйләнгән мәсьәләләргә бәйле. Тәҡдимдәр нигеҙҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә, юл һалыуға һәм төҙөкләндереүгә, халыҡты социаль хеҙмәтләндереүгә ҡағыла.

– Ҡайһы бер мөрәжәғәттәрҙә теге йәки был өлкәлә төрлө тыйыу, сикләү сараларын ғәмәлгә индерергә тәҡдим итәләр. Был иһә башҡа граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын боҙа, Конституция нормаларына ҡаршы килә, – тине Константин Толкачев. – Шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы һәм рациональ тәҡдимдәр ҙә юҡ түгел. Торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү, иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләү йәһәтенән эшлекле фекерҙәр бар. Закон проектын әҙерләгәндә финанс-иҡтисади нигеҙҙәр ҙур әһәмиәткә эйә, йәғни законды тормошҡа ашырыуҙың күпмегә төшөүен, аҡсаны ҡайһы сығанаҡтан алыуҙы асыҡларға, төрлө экспертиза үткәрергә кәрәк. Ошо сараларҙан һуң ул депутаттар тарафынан тикшереүгә сығарыла. Әлбиттә, был процесс ярайһы уҡ оҙайлы, әммә башланғыс бар.





Вернуться назад

Яндекс.Метрика