Геопарк буйлап, ҡеүәтте баһалап...28.01.2019
Башҡортостанда Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе экспедицияһы тамамланды. Өс көнлөк сарала улар ғалимдар, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән берлектә “Торатау” геопаркы сиктәрен билдәләне, уның ҡеүәте буйынса фекер алышты.

Сәфәрҙең маҡсаты – геопарк буйлап туристик маршруттарҙы һынап ҡарау. Экспедиция ағзалары ҡаргиҙәрҙә 150 саҡрым юл үтте. Улар рекреация, ял һәм сәйәхәттәр индустрияһы күҙлегенән төбәктең ҡеүәтен өйрәнде. Маршрут Иҫәкәй, Маҡар, Егән, Ғүмәр, Этҡол, Хажы, Һайран, Иҫкесәк, Көҙән ауылдары эргәһенән ойошторолдо.





Вернуться назад

Яндекс.Метрика