Яңы комплекс ҡала халҡына ысынлап та бик кәрәк ине. Быға тиклем бында бер бассейн да булмауы ғәжәпләндерә. Хәҙер яңы бассейн сменаһына 32 кешене ҡабул итә ала. Унда ҡала һәм республика кимәлендәге спорт ярыштары үткәреү мөмкинлеге бар. Бынан тыш, яңы комплекста ҙур универсаль спорт залы, ике тренажер һәм фитнес менән шөғөлләнеү залдары, сауна, массаж бүлмәһе, буфет эшләй.
2010 йылдың көҙөндә башланған төҙөлөш башта бер фирмаға йөкмәтелә, тик ниндәйҙер сәбәптән уларҙың ҡулынан килмәй, һәм эш туҡтап ҡала. Аҙаҡ ҡорамалдар менән дә проблема килеп сыға. 2011 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейешле бинаны төҙөү туҡтап ҡала. Ҡала халҡы, был хәлгә ризаһыҙлыҡ белдереп, Президенттың блогына хат яҙа. Ул, проблема менән яҡындан танышҡас, төҙөлөштө артабан дауам итергә тигән фарман бирә һәм үҙ контроленә ала.
— Бөгөн ҡыуаныслы ваҡиға, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Бик күркәм бина асыла, бик шатмын. Хәҙер һеҙҙең өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге буласаҡ. Спорт объекттары төҙөү арзан түгел, әммә эшләү кәрәк, сөнки был — беҙҙең халыҡтың һаулығы нигеҙе. Комплекстың яңы чемпиондар бирәсәгенә иманым камил. Йәштәргә лә мөмкинлектәр ҙур. Уңышлы эш теләйем!
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта Бөрө спортсыларына спорт мастеры танытмаһы тапшырҙы.
Тантана тамамланғас, Рөстәм Зәки улы кәңәшмә үткәрҙе, унда спортты үҫтереү, шул иҫәптән ябыҡ каток, саңғы-роллер трассаһы төҙөү тураһында һөйләштеләр.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


