Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында”ғы Законға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, вәкил республикала эшҡыуарлыҡтың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен дәүләт тарафынан яҡланыуын гарантиялай.
Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереү, эшҡыуарлыҡты пропагандалау һәм танытыу вәкилдең бурыстары иҫәбенә инә. Шулай уҡ ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының хоҡуҡтарын тәьмин итеүҙә төбәк һәм халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙа ҡатнашасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 37 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы арала республикала бассейндар һәм башҡа спорт комплекстары күпләп сафҡа инә. Әле яңы ғына улар баш ҡалалағы юғары уҡыу йорттарының береһендә, артабан Бөрөлә асылғайны, ә кисә иглиндар ошондай бәхет кисерҙе. Район үҙәгендә “Дельфин” тип аталған бассейнды асыу тантанаһы булды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, был бассейнды төҙөү оҙаҡҡараҡ һуҙылып киткән, уға нигеҙ 2008 йылда уҡ һалына. Республика бюджетынан төҙөлөшкә 54 миллион һум аҡса сарыф ителгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 42 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр мөрәжәғәт урынлы«Баш ҡаланың үҙәктән йыраҡ урынлашҡан биҫтәләрендә йәшәүселәр үҙҙәрен ситләтелгән, власть тарафынан онотолған итеп тоя. Улар өсөн уңайлы юлдар һалыу, йәмәғәт транспорты маршруттары, дауахана, мәғариф усаҡтары асыу мөһим», — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө халҡы менән Владимир Путиндың йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендәге аралашыуында.
Республика башлығына беренсе булып Өфө районының Урыҫ Юрмашы ауылынан уҡытыусы Татьяна Зинова мөрәжәғәт итте. Ул үҙе йәшәгән биләмә янында зыярат, крематорий, көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны булдырырға йыйыныуҙары хаҡында ишеткән һәм ауылдаштары исеменән борсолоу белдерә. «Бындай объекттар ҡалаға бик ныҡ кәрәк, әммә мәсьәләне бәғзе берәүҙәрҙең хоҡуҡтарын сикләү иҫәбенә хәл итергә ярамай, — тине Рөстәм Зәки улы. — Төп маҡсат проблеманы нисек етте шулай яйға һалыу түгел, ә дөрөҫ, уйлап эш итеү булырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 75 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Үҙебеҙҙе ышаныслы тоябыҙ"Өфөлә Бөтөн Рәсәй агрофорумы тамамланғандан һуң Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуы булды. Ил Премьер-министры республикалағы социаль-иҡтисади үҫеш, шул иҫәптән ауыл хужалығы буйынса күрһәткестәрҙе ыңғай баһаланы.
Владимир Путиндың әйтеүенсә, статистика мәғлүмәттәренә күҙ йүгертеп сығыу ғына ла төбәктә хәлдең яҡшы булыуын аңларға мөмкинлек бирә.
— Рәсәйҙә, дөйөм алғанда, сәнәғәт етештереүе үҫеше 4,7 процент тәшкил итһә, Башҡортостанда был йәһәттән 9 процентҡа өлгәшелгән, — тип билдәләне Хөкүмәт башлығы. — Һис шикһеҙ, һәйбәт һөҙөмтә. Ауыл хужалығы, торлаҡ төҙөлөшө, социаль өлкә менән бәйле тармаҡтар буйынса ла күрһәткестәр яҡшы.
Республика Президенты үҫештең әлеге тиҙлеге һаҡланасағын белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 140 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бынан алдағы ике һанда хәбәр итеүебеҙсә, Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы форумында иҡтисадтың мөһим мәсьәләләре ҡаралды. Уның Өфөләге Конгресс-холда уҙған пленар ултырышында илдең төрлө төбәктәренән вәкилдәр, федераль етәкселәр, шул иҫәптән Премьер-министр Владимир Путин, уның беренсе урынбаҫары Виктор Зубков, ауыл хужалығы министры Елена Скрынник, баш санитар табип Геннадий Онищенко һәм башҡалар ҡатнашты.
Форумда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, Премьер-министр Владимир Путин агросәнәғәттең ил иҡтисадында иң ҡеүәтле етештереү тармаҡтарының береһенә әйләнеүен, уға ярҙам итеү буйынса сараларҙың ыңғай һөҙөмтә биреүен билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 50 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 29 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ