Башҡорт яугирҙәре изге йорттарҙы ҡурсалаған Ҡунаҡсыл... Әҙәпле... Тыйнаҡ... Башҡорттар тураһында башҡа халыҡтар шундай фекер йөрөтә икән, юҡҡа түгелдер. Борондан ҡанға һеңгән иманыбыҙ шуны көҫәй. Хатта ҡанлы яуҙар мәлендә лә башҡорт хәрбиҙәре тәртипле булып ҡала белгән. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда үҙҙәрен алдынғы, цивилизациялы халыҡ һанаған француздар мародерлыҡ менән шөғөлләнеүҙе лә яҙыҡ күрмәгән. Христиандарҙың изге йорттары сиркәүҙәрҙе, ҡорамдарҙы ҡыйратҡандар, алтын-көмөштәрен алып сыҡҡандар. Ә башҡорт яугирҙәре өсөн Аллаһ йорто әйберҙәрен үҙләштереү ҙур гонаһ булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 56 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәш саҡта рухи ҡиммәттәребеҙҙең әһәмиәтен аңлап еткермәйбеҙ. Ә улар өлкәнәйгән һайын матурлығын аса, яҡыныраҡ, мәғәнәлерәк була бара. Эйе, ошо милли үҙенсәлектәребеҙҙән айырым йәшәй алмайбыҙ, беҙ – бер бөтөн.
Ком: 0 // Уҡынылар: 13 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ бит һиңә бик яратып килдек, Бик һағынып килдек, Аҡтаныш! Тарихи Башҡортостандың ҡитғаларҙан ҡитғаларға һуҙылып ятҡанлығын, ҡеүәтен иҫбатлап, бөгөнгө республика сиктәренән тыш тыуған шәхестәрҙең уҙған быуат башында башҡарған эштәрен, фәнни, сәйәси, рухи ҡаһарманлыҡтарын телгә алыу ҙа етә. Тик бөтәһен дә белеп бөтәбеҙме һуң беҙ? Мәҫәлән, атаҡлы ғалим, Башҡортостан автономияһы башында торған Зәки Вәлиди: “Ырымбурҙа милли хәрәкәт башланғас, шура ойошторолған мәлдә Сәғит Мерәҫов, Аллабирҙе Йәғәфәров, Илдархан Мутиндарҙың эшмәкәрлегенә барып ҡушылдым”, – тип яҙа. Сәғит Мерәҫов, Аллабирҙе Йәғәфәровтар сығыштары менән Ырымбурҙан булһа, Илдархан Мутин Өфө губернаһының Миңзәлә өйәҙендә урынлашҡан Таҡталасыҡ ауылында тыуған. Кем һуң һин, Илдархан Мутин, тип бөгөн үҙенә Татарстандың Аҡтаныш районында йәшәгән халыҡ ҡына түгел, Башҡортостанда көн иткәндәр ҙә һорау бирәлер, моғайын, сөнки беҙ уның хаҡында әленән-әле телгә алып тормайбыҙ, ғөмүмән, аҙ хәбәрҙарбыҙ. Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, башҡорттарҙың данлыҡлы Гәрәй ырыуы вәкиле, 1859 йылда XI башҡорт кантонының юрта старшинаһы булып торған Ибраһим Мутиндың улы Илдархан Мутиндың тыуған яғында булып, күп халыҡ ҡатнашлығындағы сарала Мутиндар затының аҫыл вәкилдәренә иҫтәлекле таҡтаташ асыу ваҡиғаһының шаһиты булдыҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторолған сараны Татарстандың Аҡтаныш районы етәкселеге лә күтәреп алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 33 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йырлай-йырлай, илай-илай тарих һөйләй ҡумыҙ... Атай-олатайҙарымдың ауазын, күңел аһәңдәрен ишеттем мин бында. Ул аһәң өзләү менән йөрәкте тиртеп килеп сыҡты ла, ҡумыҙҙың саф моңо менән бәрелешеп, залда ултырған һәммәбеҙҙе боронғолоҡҡа олаҡтырҙы. Уянаһы килмәй ине ошо сихри тауыштарҙан, айнығы килмәй ине шул боронғо донъянан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 61 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡомартҡыларыбыҙ Тарауылы “Ватандаш” журналы хеҙмәткәрҙәренә профессор, филология фәндәре докторы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов менән ныҡлап, даими рәүештә 2002 йылдан алып хеҙмәттәшлек итергә насип булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡарған йылдарҙа ул баҫманың иң әүҙем авторы ине. Бер юлы фольклор менән шөғөлләнеүен дауам итте, әҙерләгән бер мәҡәләһен ашығып журналға килтереп еткереп торҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 23 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ ижадын һаҡлаған заттар барҙа... Сәсәндәр әйтеше, сәсәндәр тантанаһы, халыҡ ижады ынйыларын халыҡҡа еткереүселәр сараһы... Ошондай милли байрамдар һуңғы йылдарҙа йышыраҡ ойошторола башланы. Бының сәбәбе лә аңлашыла – Республика халыҡ ижады эргәһендә ойошторолған Сәсәндәр үҙәге ғалим, фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов иҫән сағында уҡ әүҙем эш башлағайны инде. Былтыр йыл аҙағында Рәсәйҙең генә түгел, сит ил сәсәндәрен туплап, халыҡ-ара кимәлдәге халыҡ ижадын үҫтергән, бөгөнгө заман хөкөмөнә сығарған сара булды. Эйе, беҙҙең өйрәнәһебеҙ күп, байтаҡ йолаларыбыҙ, сәсәнлек маһирлығына хас сифаттарыбыҙ онотолған. Әммә халыҡ ижадын тергеҙеү менән шөғөлләнгән Республика халыҡ ижады, унда эшләгән юғары белемле белгестәр, ауылдарҙа ғына түгел, Башҡортостандың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән ижадсыларыбыҙ бар икән, тимәк, сәсәнлек оҫталығына эйә йәш быуын үҫеп сығыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 47 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәүлит йыраусының “Ишмөхәмәт сәсән”е Мәүлит Ямалетдин ижады хаҡында уйланам. Ул – шағир ҙа, прозаик та, улай ғына түгел, ҡурайсы ла, йыраусы ла. Был киң һулышлы, ҙур ынтылышлы ижадсыны әллә ни баһалап та, аңлап та булмаҫ кеүек, шулай ҙа үҙемә яҡыныраҡ тойолған прозанан башлайым әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 50 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Урал батыр” эпосының аудиокитабы сығарылғанын ишеткәс, тиҙерәк уҡыу теләге тыуҙы. Һәм башҡорт теленең ысын моңон, ысын ҡобайыр, халҡыбыҙҙың телгә һалынған ысын рухи аһәңен тыңланым! Рәхмәт, Әхтәм ҡустым! Заманында “Икенсе әрме” менән шулай ҡыуандырғайның. Мәктәптә дәрес биргән саҡта йә боронғо башҡорт йырҙарын йырлатып, йә һинең уҡыуыңда “Икенсе әрме” менән тел моңон һалырға тырыша инем уҡыусыларыма
Ком: 0 // Уҡынылар: 23 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Яҙыусылар союзында “Әҙәби кесаҙна” циклынан күркәм йолаға әүерелгән ижади осрашыу үтте. Был юлы билдәле шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, Рәми Ғарипов һәм Фәтих Кәрим исемендәге республика премиялары лауреаты Тамара Ғәниева сараның төп геройы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 32 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Урал батыр”ҙың иврит теленә тәржемәһе тураһында ысын мәғәнәһендә ғәжәпләнеп уҡыным. Билдәле яҙыусы Спартак Ильясовтың “ни сыҡһа, Көҙөй ҡыҙынан сыға” тигән лаҡабындағыса, “ни сыҡһа, Ларисанан сыға” (яҡшы мәғәнәлә, әлбиттә) тигән уй үтеп китте баштан, “Башҡортостан”дың былтырғы 27 декабрь һанында баҫылған мәҡәләһен уҡығас.
Ком: 0 // Уҡынылар: 37 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына