Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әйтеш, ҡайттың йәтеш!
Әйтеш, ҡайттың йәтеш! Әйтеш, ҡайттың йәтеш! Үҙ заманында тап ошондай баш менән мәҡәлә яҙған булған фольклорсы, ғалим Әхмәт ағай Сөләймәнов. Был хаҡта уның исемен мәңгеләштереү, әйтеш жанрын, халыҡ ижадын пропагандалау маҡсатынан Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған “Әхмәт әйтеше” конкурсында Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов һөйләне. Сара “Аҡмулла нәсихәттәре” республика байрамы сиктәрендә уҙҙы һәм, беренсе тапҡыр үтеүенә ҡарамаҫтан, ижади йәнлелек, йәшлек дәрте менән һуғарылды.
Нимә һуң ул әйтеш? Ул – сә­сән­дәрҙең, халыҡ ижадсыларының музыка ҡоралы оҙатыуында ҡара-ҡаршы шиғри һүҙ диалогы. Аллаға шөкөр, был жанр совет осоронда юғалып торһа ла, Интернет сел­тәре тап башҡорттарҙа, ҡырғыҙ­ҙарҙа был халыҡ ижады төрөнөң һаҡланыуын һәм Ғәбиҙулла Зарипов, Буранбай Исҡужин, Әхмәр Үтәбаев ижадында дауам итеүен дә билдәләй.
Ижадтағы әйтеш менән халыҡ алдында майҙан тотоп, шиғри телмәр аша әйтешеү, әлбиттә, икеһе ике нәмә. Ниндәйҙер кимәл­дә беҙ был күренеште хатта онот­ҡанбыҙ, шуға күрә ҡыйыулыҡ ме­нән был эшкә тотонған Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәт­кәре Гөлгөнә Баймырҙинаға рәхмәт әйтәйек. Жанрҙы күтәреү менән бергә халыҡ ижады белгесе Әхмәт Сөләймәновты ла ҙурлау ине был сара.
Баһалама рәйесе, ғалим Мирас Иҙелбаев ике турҙа барған сарала төп иғтибарҙы тап сәсәндәр әйте­шенә бүлергә кәрәклеген билдә­ләп дөрөҫ эшләне, сөнки әҙер ши­ғыр уҡыу менән бергә тәҡдим ител­гән темаға фекереңде бел­дереү, ижади рәүештә һүҙ көрәш­тереү – үҙе яңылыҡ, ҡыҙыҡлы кү­ренеш. Баһалама ағзалары ара­һында Әхмәт ағайҙың ҡыҙы, ға­лимә Нәркәс Хөбөтдинованың булыуы конкурсанттарға айырым бер яуаплылыҡ өҫтәгәндер. Яҙыу­сы Таңсулпан Ғарипова, ғалимдар Вәкил Хажин, Гөлнур Хөсәйенова, музыка белгесе Фәиз Шәрипов республиканың төрлө райондарынан килгән конкурсант­тарға һис көтөлмәгән темалар, мәҡәл-әйтемдәр аша асылыуҙы талап иткән һорауҙар бирҙе. Өлкән быуын вәкилдәре менән бергә йәштәрҙең, бигерәк тә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының һәм Башҡорт дәүләт университеты студенттарының ҡатнашыуы байрамды киләсәкле, өмөтлө итте. Шуға 3-сө урынды тап ике вуз студенты яулауы һис кенә лә көтөл­мәгән хәл булманы – Инсаф Хужабиргәнов һәм Айгиз Бу­ранғолов. Улар менән бергә Интернет селтәрендә әүҙем рәүештә сәсәндәр ижадын пропаган­да­лаған Ғафури районынан Фәүзиә Ҡотло­гилдина – Алтынбикә 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Икенсе урынға сыҡҡандар ара­һындағы йәштәр тамашасылар, ҡатнашыусылар күңелендә көл­көлө сығыштары менән хәтерендә ҡалғандыр, моғайын. Айбулат Сәсәнбаев атлы егет асылында нескә юмор барлығын да танытты. Уның менән бергә БДУ студенты Заһит Ғүмәровҡа, Дәүләкән райо­нынан Миңзәлә Хәлиловаға маҡтау грамотаһы менән ҡиммәтле бүләк­тәр тапшырылды. Әйткәндәй, Айбулат “Ҡурай” телеканалынан махсус сертификат менән дә бүләк­ләнде.
Әбйәлилдән Мәүҙиға Баймө­хәмәтова менән Бөрйәндән Гүзәл Сырлыбаева үҙҙәрендә ысын сә­сәндәргә хас тапҡыр һүҙ, кинәйәле фекер, әйткән һүҙгә шунда уҡ яуап бирә белеү һәләте ме­нән һоҡ­лан­дырҙы. Бына кем­дәрҙән өйрәнергә кәрәк халыҡ ижады өлгөләренә. Был апайҙар икеһе лә беренсе урынға лайыҡ булды.
Бынан тыш, Республика халыҡ ижады үҙәге – Миңзәлә Мулла­ғолованы (Әлшәй), Миңзәлә Била­лованы (Миәкә), Зилә Хоҙай­бирҙинаны, Минифа Батталованы (Ҡырмыҫҡалы районынан икеһе лә), Фәниә Фәйзуллинаны (Ғафу­ри), Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы – Мөниә Айҙарованы (Иглин), Розалия Зарипованы (Өфө), Зөләрәм Снигереваны (Дәү­ләкән), “Башҡорт­остан” гәзите – Рәйсә Яҡупованы (Бүздәк), Баш­ҡортостан Яҙыу­сылар союзы – Сәриә Ҡаһар­манованы (Белорет), Сафуан Сәйетғәлинде (Салауат районы), Зөлфирә Ҡарағужинаны (Әбйә­лил), “Шоңҡар” журналы – Зарема Әминеваны, “Башҡорт­остан ҡыҙы” Рәсимә Мостафинаны тәбрикләне.
Шәхси ойошмалар ҙа айырым ҡатнашыусыларға бүләктәр тап­шыр­ҙы: Денис Ғилманов (Учалы), Гөлгөнә Рыҫҡолова (Өфө), Рима Рафиҡова (Ғафури), Рәхимә Хәй­буллина (Салауат ҡалаһы) ла­йыҡ­лы баһаланды. З. Ис­мә­ғилев исе­мендәге Өфө­ сәнғәт академияһына Стратегик тикше­ренеүҙәр институ­тының социо­мәҙәни анализ үҙәге исеменән “Башҡорт ырыуҙары” китабының баҫылып сыҡҡан томдары бүләк ителде.
Гөлгөнә Баймырҙина үҙен халыҡ ижадын өйрәнгән белгес итеп кенә түгел, ә уны бөгөн яңынан терге­ҙеүсе булараҡ та танытты. Ул етәк­ләгән “Селтәр” студияһы башҡорт халҡының милли кейемен ҡайта­нан халыҡҡа ҡайтарыу, матур өлгөләрҙе йәмәғәтселек араһында киң таратыу менән дә шөғөлләнә. Баһалама ағзаһы булараҡ, Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Зөлфирә Ҡарағужи­наға, Розалия Зарипо­ваға, Сәриә Ҡаһармановаға­ иҙеүҙәр, сараны йәмләгән му­зыкант­тарға – Заһит Ҡунафинға, Рәйес Низа­метдинов­ҡа, Венер Йылҡыбаевҡа, Илдар Шакировҡа, Зәлиә Ғиниәтул­линаға, Илмир Ҡоҙабаевҡа кисеттәр тапшырҙы. Ниндәй матур бүләктәр! Заманса ла, матур ҙа, ә иң мөһиме – үҙебеҙҙеке, йәнгә ғәзиз!
Беренсе тапҡыр ойошторолған сәсәндәрҙең “Әхмәт әйтеше” конкурсында Гран-приға билдәле яҙыусы, йыраусы Мәүлит Ямалетдинов лайыҡ булды! Халыҡ ижадын, тарихын яҡшы өйрәнгән, Ҡөрьән сүрәләрен шиғри юлдар менән тәржемә иткән әҙиптең тел маһирлығына, зиһен зирәклегенә һоҡланабыҙ! Сәсәндәргә хас тапҡырлыҡ та, хатта кәрәк урында ҡыҫҡа ғына, әммә тейерен генә әйтә белеү ҙә хас булды уның сығышына. Афарин, Мәүлит ағай! Күп ҡырлы ижадың менән берсә һоҡландыр, берсә ғәжәпләндер беҙ­ҙе! Уға бүләкте Әхмәт ағайҙың улы, билдәле рәссам Жәлил Сө­ләй­мәнов тапшырҙы: был – ғалим­дың кабинетында эленеп торған, уға улы бүләк иткән “Сәсән” кар­тинаһы. “Башта мин яңы эштә­ремдең береһен бирергә уйланым, аҙаҡ атайым исемендәге сарала уның күҙ нурҙары, ҡараштары ла һеңгән рәсем килешлерәк булыр, тинек...”– тине ул.
Беренсе тапҡыр ойошторолғас, бәлки, был сараның етешһеҙлек­тәре лә булғандыр: беҙ барыбыҙ ҙа өйрәнәбеҙ, рухи хәтерҙе терге­ҙеп, сәсән телле халҡыбыҙ­ҙың асылын ҡайтарыу маҡсаты менән янабыҙ. Был байрам үҙенең халыҡсанлығы, сатлама ҡыш һал­ҡынлығына ҡарамайынса төбәктәр­ҙән килеп, әйтешергә әҙер торған конкурсанттарҙың ихласлығы, Әхмәт ағайҙың рухына бағышлап сығыш яһаған телмәрҙәр менән тарих сылбырына ҡушылды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 93

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 37

Үткәнен онотмаған – киләсәкле

Үткәнен онотмаған – киләсәкле 18.09.2018 // Рухиәт

Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа тыуған төйәгәндә бюст асылды Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, ҡасан ғына...

Тотош уҡырға 27

“Урал батыр” нисә йәшендә?

“Урал батыр” нисә йәшендә? 12.09.2018 // Рухиәт

Ғалим өсөн сиктәр юҡ ине... Ер йөҙөндә йәшәүсе күп һанлы милләттәр араһында үҙен милләт, улай ғына...

Тотош уҡырға 83

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа... 16.08.2018 // Рухиәт

Бай тарихлы Йәрмөхәмәт ауылына быйыл 280 йыл тулды. Бөгөн дә ул тотороҡло үҫеш юлында: яңы йорттар...

Тотош уҡырға 300

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП...

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП... 03.08.2018 // Рухиәт

Егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарында СССР ауыр һуғыштан һуң аяҡҡа баҫа. Тап ошо осорҙа ил...

Тотош уҡырға 114

Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы

Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы 03.08.2018 // Рухиәт

Кемгә нисектер, әммә миңә, “Башҡортостан” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсе...

Тотош уҡырға 155

Һүҙендә торҙо Әлиә

Һүҙендә торҙо Әлиә 01.08.2018 // Рухиәт

...Бынан бер йыл элек балалар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Ҡара һауыттан гүзәл әҫәр” конкурсында...

Тотош уҡырға 214

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ!

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ! 01.08.2018 // Рухиәт

Өфөнөң “Веселинка” ансамбле еңеү яулап ҡайтты Өфөләге В.М. Комаров исемендәге балалар ижад...

Тотош уҡырға 93

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш 31.07.2018 // Рухиәт

Бәйге күп һәләттәргә ҡанат ҡуйҙы, яңы исемдәр асты “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале етенсе йыл...

Тотош уҡырға 244

“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”

“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте” 31.07.2018 // Рухиәт

Бәйгеселәр “Ҡош юлы”нда алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА, БДМУ студенты,...

Тотош уҡырға 159

“Өмөтлө йәштәр үҫә!”

“Өмөтлө йәштәр үҫә!” 31.07.2018 // Рухиәт

“Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһен баһалаусыларға килгәндә, улар Рәсәй һәм Башҡортостан...

Тотош уҡырға 145