Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙҙармы, әллә ҡыҙҙармы?..
Халҡыбыҙ йырҙарын бала саҡтан уҡ йотлоғоп тыңлайым. Атайым башҡарғандарын да тыңлап үҫтем. Һүҙҙәре – мәғәнәле, көйҙәре – моңло, күңелгә ятышлы. Шуны төшөндөм: киң таралған, быуаттар, йылдар ауазын, ҡиммәтен, аманатын беҙгә еткергән халыҡ ижадын үҙеңсә борорға, үҙгәртергә ярамай. Был тарихи ерлекте, ысынбарлыҡты, хәл-күренештәрҙе боҙоуға, яңылыш мәғлүмәт биреүгә килтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзеләр аңлай ҙа, аңламай ҙа үҙгәртә, һәм был тора-бара ҡәҙимге хәлгә әйләнеп китә.
Һоҡланғыс, моңло тауышлы йырсыбыҙ башҡа­рыуында “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиоларынан халыҡта ғәйәт киң таралған “Шахта” йыры ошолай яңғырай:
Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,
Китә ҡаҙҙар Донбасҡа.
Мин дә уйлап торам әле
Шул ҡаҙҙарҙан ҡалмаҫҡа.

Башҡорт иленән ҡаҙҙар Донбасҡа осамы икән? Байтаҡ йылдар әүәл иң тәүҙә шуны уйланым. Икенсенән, атайым “Китә ҡыҙҙар, китә ҡыҙҙар” тип йырлай торғайны ла баһа!.. Ҡыҙҙар һәм егеттәр Донбасҡа эшкә киткән, һөйгәндәре уларҙан ҡалмаҫҡа теләгән. Гөлнур Яҡупова “Ҡа­тындар” трилогияһының “Бер һөй­гәнем өсөн” өлөшөндә яҙы­уынса: “...Әсәйем элек был көйҙө бошонҡо итеп көйләй торғайны, әле күтәренке кәйеф менән өҙҙөрөп һалды. Ә мин, йөҙ тың­лаған һүҙҙәрҙе “Китә ҡыҙҙар, китә ҡыҙҙар, китә ҡыҙҙар Донбасҡа” тип эсемдән үҙгәртеп ултырам. Шахта ниңәлер атайымды түгел, ә Донбасс яҡта­рындағы Мәүлиҙә исемле ҡыҙҙы хәтерләттесе?” Тарихи сығанаҡтар раҫлауынса, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украинаның азат ителгән ра­йондарына Башҡортостандан 152 меңдән ашыу кеше эшкә киткән.
“Йырҙар” китабына (Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1984, 332-се бит) индерелгән “Шахта” (Ш. Маннур һүҙҙәре, халыҡ көйө) йыры ла ошо фекерҙе сағылдыра:
Китә йәнейем, китә йәнейем,
Китә йәнейем Донбасҡа,
Ул китә инде Донбасҡа,
Һүҙ бирҙек ташламаҫҡа.
Шахталарға һин төшөрһөң,
Йырлап күмер киҫерһең.
Әммә мине ныҡ һағынһаң,
Бик һарғайһаң нишләрһең?..
Бик һағынһаң, бик һарғайһаң,
Йөрәккәйең тынмаһа,
Һағыныуҙарың сиктән ашһа,
Саҡыртырһың Донбасҡа...

Күренекле яҙыусы, рухташым, ғәжәп моңло тауышлы, халыҡ йырҙарын яҡшы белгән Таңсул­пан Ғарипова ла: “Китә йәнейем, китә йәнейем, китә йәнейем Донбасҡа”, – тип йырлай. Шулай итеп, “Китә ҡаҙҙар...” тип йырлау ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
Шул ыңғайы тағы бер-ике йырға күҙ һалайыҡ. Киң билдәле “Азамат”ты ҡайһы берәүҙәр шулай йырлай:
Алыҫтарҙан ағарып,
ай, күренгән
Ирәндеккәй тауының
аҡ ташы.

“Башҡорт халыҡ ижады” томдарының “Йырҙар” (Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1974) китабына ла тап ошолай, хатта ки “ағарып” һүҙе төшөп ҡалып, тәүге юлда ижек иҫәбен кәметеп инеп киткән... Ирән­деккәйме икән? Аҡ ташымы икән? Аҡ таш алыҫтарҙан ағарып күре­нәме икән? Шундай урынлы һорауҙар тыуа. Баймаҡта ғына түгел, Учалыла ла Ирәндек тауы бар. Әммә Яйыҡ буйында шулай йырлайҙар:
Алыҫтарҙан ағарып,
ай, күренә
Ирәмәлкәй тауҙың аҡ башы.

Нәҡ шулай! Ирәмәл – тәбиғәт ынйыларының ынйыһы! Ҙур Ирәмәлдең бейеклеге – 1582 метр, көньяҡ-көнбайыш тарафтан төньяҡ-көнсығышҡа – 12 саҡрым­ға, көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан 8 саҡрымға һуҙылған. Башҡорт илендә Йәмә­лекәй тауҙан (Ямантау) ҡала Ирәмәл иң бейек, иң йәмле һәм иң ғәжәп тау! Унда ҡар иртә ята, ҡыш бик ҡалын була һәм июнь аҙаҡтарынаса, июль урталарынаса иреп бөтмәй. Сыуаҡ көн­дәрҙә Ирәмәл Яйыҡ буйынан бик йыраҡтан, йөҙ самаһы саҡ­рымдан ағарып күренә һәм был халыҡ йырында ла сағыла. Шуның өсөн дә “аҡ ташы” тип тү­гел, ә “аҡ башы” тип йырлау дөрөҫ. Был хаҡта мин гә­зит­тә лә, “Ҡан ҡәрҙәштәр төйәге” китабыма (Өфө, “Китап”, 1998) ингән “Иҙел башы – Ирәмәлтау” очеркымда ла яҙып сыҡҡайным. Мәгәр тиҫтә йылдар үтһә лә, йырсыларыбыҙ, йырҙар йыйын­тыҡтарын төҙөүселәребеҙ фәһем дә алмай, быға иғтибар ҙа итмәй. Күрәһең, гәзит- журнал, китап уҡымайҙар. ”Ирәндеккәй” тип йырлауға килгәндә, был – халыҡ йырҙарына, ғөмүмән, йырҙарға ҡәрҙәштәребеҙҙең үҙ төйәгендәге ер-һыу атамаларын ҡушыу күренеше. Арҙаҡлы шәхестәрҙе лә үҙҙәренеке һанап, ерләштереп ҡуялар. Быны әүәл билдәле фольклорсы, филология фәндәре докторы Әхмәт ағай Сөләймәнов та билдәләп үткәйне. Минеңсә, нисек кенә йәнтө­йәгеңде яратһаң да, олуғ күрһәң дә, халыҡ йыр­ҙарына, айырыуса тарихи йыр­ҙарға үҙең теләгәнсә, үҙ бел­дегеңсә үҙгәреш индерергә ярамай.
Шаян йырҙарҙан һаналған, туйҙарҙа, һәр мәжлестә тиерлек йырланған “Күбәләгем”дең бер куплетында күптәр иғтибар бир­мәгән ҡаршылыҡ, мәғәнәһеҙлек бар:
Күбәләктәр бик күп була,
Ләкин осҡаны һирәк.
Үҙеңә тиң күбәләкте,
Күбәләгем, түңәрәгем,
Аҫыл ҡошом, һандуғасым,
Һайлай белергә кәрәк.

Был куплет, ҡыуанысҡа, 1984 йылда нәшер ителгән “Йырҙар” китабына инмәгән. Әммә уны һәр саҡ йыр­лайҙар. Һәммәбеҙгә бил­дәле, күбәләк – төрлө төҫ­тәге ҡуш ҡанатлы, елпелдәп, боролоштар яһап осҡан йән эйәһе. Осоу уға туйыныу, башҡа бөжәк­тәрҙән ҡотолоу өсөн дә мөһим. Белгестәр әйтеүенсә, күбәләктәр илле саҡрым тиҙлек менән меңәр саҡрым ара үтә ала. Кемдер, үрҙәге “Күбәләктәр бик күп була, ләкин осҡаны һирәк” – образ­лылыҡ сараһы, тиер. Эйе, йырҙа образ­лылыҡ ярылып ята. Әммә баштағы ике юлда, сағыш­ты­рыуҙарҙан алда, ысын, тәбиғи күбәләк тураһында һүҙ бара – “Күбәләк гөлдәргә ҡунһа, гөлдәр тирбәлә микән?.. Күбәләккәй гөлгә ҡунған, гөлдә булғас ояһы”. Ә “Осҡаны һирәк” – төп тексҡа үҙ һүҙҙәрен өҫтәүсенең төплө уйламайынса, үҙ белдегенсә хаталаныуы, яңы­лыш, ялған мәғлүмәт биреүе кеүек ҡабул ителә. Ғәмәлдә күбәләктәрҙең осҡаны түгел, ә осмағаны бик һирәк.
Тарихи йырҙар, ер-һыу, тыуған төйәк тураһында йырҙар – ҙур мәғлүмәти сығанаҡ, гәүһәрҙәрҙән аҫылыраҡ хазина. Арҙаҡлы ға­лимыбыҙ Салауат Галин яҙғанса: “Йырҙарҙа беҙ тарихта булып үткән иң мөһим, иң күренекле ваҡиғаларҙың поэтик йылъяҙ­маһын, халыҡ тормошоноң, йола­ларының төрлө яҡлап сағы­лы­шын, уның эстетик һәм фәлсә­фәүи ҡараштарының кәүҙә­ләнештәрен күрәбеҙ”. Шуға ла йыр мираҫына һис кенә лә еңел-елпе ҡарарға ярамай, уға иғтибар ҙа, ихтирам да үтә мөһим. Бай йөкмәткеле, мәғәнәле йыр сыға­рыу, йыр йырлау – тәрән аҡыл, ҙур һәләт емеше. Ул мәғлүмәтле лә, имле лә, фәһемле лә килеш йәшәргә, халҡыбыҙға, үҫмер­ҙәребеҙгә етергә тейеш.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 94

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 37

Үткәнен онотмаған – киләсәкле

Үткәнен онотмаған – киләсәкле 18.09.2018 // Рухиәт

Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа тыуған төйәгәндә бюст асылды Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, ҡасан ғына...

Тотош уҡырға 27

“Урал батыр” нисә йәшендә?

“Урал батыр” нисә йәшендә? 12.09.2018 // Рухиәт

Ғалим өсөн сиктәр юҡ ине... Ер йөҙөндә йәшәүсе күп һанлы милләттәр араһында үҙен милләт, улай ғына...

Тотош уҡырға 83

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа... 16.08.2018 // Рухиәт

Бай тарихлы Йәрмөхәмәт ауылына быйыл 280 йыл тулды. Бөгөн дә ул тотороҡло үҫеш юлында: яңы йорттар...

Тотош уҡырға 300

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП...

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП... 03.08.2018 // Рухиәт

Егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарында СССР ауыр һуғыштан һуң аяҡҡа баҫа. Тап ошо осорҙа ил...

Тотош уҡырға 114

Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы

Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы 03.08.2018 // Рухиәт

Кемгә нисектер, әммә миңә, “Башҡортостан” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсе...

Тотош уҡырға 155

Һүҙендә торҙо Әлиә

Һүҙендә торҙо Әлиә 01.08.2018 // Рухиәт

...Бынан бер йыл элек балалар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Ҡара һауыттан гүзәл әҫәр” конкурсында...

Тотош уҡырға 214

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ!

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ! 01.08.2018 // Рухиәт

Өфөнөң “Веселинка” ансамбле еңеү яулап ҡайтты Өфөләге В.М. Комаров исемендәге балалар ижад...

Тотош уҡырға 93

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш 31.07.2018 // Рухиәт

Бәйге күп һәләттәргә ҡанат ҡуйҙы, яңы исемдәр асты “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале етенсе йыл...

Тотош уҡырға 245

“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”

“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте” 31.07.2018 // Рухиәт

Бәйгеселәр “Ҡош юлы”нда алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА, БДМУ студенты,...

Тотош уҡырға 159

“Өмөтлө йәштәр үҫә!”

“Өмөтлө йәштәр үҫә!” 31.07.2018 // Рухиәт

“Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһен баһалаусыларға килгәндә, улар Рәсәй һәм Башҡортостан...

Тотош уҡырға 145