Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман ҡуя яңы талабын, Заман ҡуя яңы һорауын!
Заман ҡуя яңы талабын, Заман ҡуя яңы һорауын! Башҡорт ғаиләһе көнө... Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан итеүе хаҡында хәбәр телдән-телгә, социаль селтәрҙәге сәхифәләрҙән-сәхифәләргә күсеп, тотош Башҡортостан сиктәрен урап сыҡты булһа кәрәк. Был сараға республиканан ғына түгел, сит өлкәләрҙәге милләттәштәребеҙ ҙә йәлеп ителде. “Матур ғаилә – ил ҡото” төбәк-ара форумынан башланған иҫтәлекле көн “Йәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһының, диндең, халыҡ йолаларының, мәҙәниәттең һәм әҙәбиәттең роле” темаһына арналған “түңәрәк өҫтәл” менән асылды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов, Башҡорт дәүләт университетының ҙур аудиторияһы шығырым тулы халыҡты олуғ байрам менән ҡотлап, эшлекле һөйләшеүгә саҡырҙы. “Сарала эксперттар, докладсылар ғына түгел, һеҙҙең һәр берегеҙҙең үҙ фекерен белдереүе мөһим. Төбәктәрҙә килеп тыуған мәсьәләләрҙе һеҙҙән дә яҡшыраҡ белгән кеше юҡ, шуға күрә һәр делегаттың әүҙем булыуын һорар инем”, – тине. Башҡорт дәүләт университеты проректоры Юлай Янбаев, ҡатнашыусыларҙы ҡабул иткән уҡыу йорто етәкселәренең береһе булараҡ, йыйылыусыларҙы тәбрикләп, форумға уңыштар теләне.
Этнопедагогиканы нигеҙ итеп алған был йыйынды алып барыусы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова: “Нимә һуң ул этнопедагогика?”– тип һорау бирҙе һәм үҙе шунда фекерҙәре менән уртаҡлашып, түбәндәгеләрҙе еткерҙе:
– Билдәле педагог Волков этнопедагогикаға былай тип аңлатма бирә: ул – этник группаларҙың йәш быуынды тәрбиәләү өлкәһендәге тормош тәжрибәһе, ғаилә, ырыу, халыҡтың төп рухи ҡиммәттәре нигеҙендә формалашҡан мораль-этик һәм эстетик инаныуҙары тураһындағы фән. Ғалим шулай уҡ хәҙерге педагогиканың халыҡтарҙың быуаттар буйына йыйылған тәжрибәһенә таянырға тейешлеге тураһында ҡат-ҡат иҫкәртә. Билдәле педагог-классиктар Ян Амос Коменский, Песталоцци, Константин Ушинский, Макаренко, Сухомлинский “Иң бөйөк педагог – халыҡ” тип иҫәпләгән, – тине.
Эксперт булараҡ һүҙ алған ғалимә Зифа Ишембәтованың сығышы “Шәхес формалаштырыуҙа халыҡ педагогикаһының роле” тип аталды. Фән әһеле башҡа төбәктәр менән сағыштырып, беҙҙәге ситуацияны күҙ алдына баҫтырырға тырышты. Уның: “Бөгөнгө ғаиләлә бала тәрбиәләүҙә ир-егеттәр бөтөнләй ҡатнашмай тиһәк тә хата булмаҫ, әсә кешегә бик күп функциялар бирелгән, атайҙар батыр роленән “бахыр” роленә күскән. Ни өсөн?” тигән һорауы кемгә нисек тәьҫир иткәндер, әммә һауаны телеп үткәндәй тойолдо.
Чечен, Дағстан республикалары менән дә беҙ үҙебеҙҙең торошто һандар менән сағыштыра алһаҡ та, иҡтисади хәлдең ниндәй юҫыҡта икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Рәсәй составындағы, илдең үҙәгендә көн иткән башҡорт халҡының үҙ юлы. Йәнә лә башҡорт ирҙәренең бәҫен күтәреү хаҡында күпме һөйләһәк тә, беҙ һаман уларҙы тәнҡитләүҙән арына алмайбыҙ төҫлө. Әллә ниндәй яуҙар ҙа, ихтилалдар ҙа баҫа алмаған башҡортҡа ят йолалар, сит ҡәүемдәрҙең рухи ҡануны хужа булып алмаҡсымы? Беҙ, башҡорт ҡатындары, ирҙәрҙе тәнҡитләп, уларҙан уҙып, ырғып сығып һүҙ әйтеп, хатта донъябыҙҙы шәбәйтеп ебәрҙекме әллә? Эйе, бала бағыу бурысы әсә иңенә лә, ата иңенә лә бер тигеҙ ята, әммә балаһының киләсәген хәстәрләгән ҡатын бер ҡасан да атай абруйын кәмһетергә тейеш түгел.
Мәктәптәрҙә ир-ат уҡытыусылар күберәк булырға тейеш, тибеҙ. Ҡайҙа булһа ла, кем уҡытһа ла, иң беренсе ҡатын-ҡыҙҙың әҙәбе, уның ир-атты кәмһетерлек һүҙ әйтмәүе мөһим. Ирекһеҙҙән халыҡ педагогы Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” китабындағы бер миҫал иҫкә төшә. Һуғыштан һуҡыр ҡайтҡан 18 йәшлек ире балаларының, ҡатынының уға мөнәсәбәтен күреп, тойоп: “Һин мине күҙле иттең”, – ти ҡатынына, сөнки сабыйҙары нимә тиһә лә: “Ана атайығыҙҙан һорағыҙ, атайығыҙға күрһәтегеҙ, атағыҙ нимә тиер бит”, – ти ул. Бына ҡайҙа ята башҡорт ғаиләһенең төп ҡануны! Сараға йыйылған делегаттар тап шундай абруйлы атай, мәртәбәле әсәй ҡорған ғаилә ағзаларылыр тип аңланым, сөнки төбәктәрҙән фекерле, ут һымаҡ янып торған, иҡтисади көрсөк тигән һүҙбәйләнеште артҡа ҡуйып, үҙҙәре донъяларын ҡорорға тырышып ятҡандар килгәйне. Был уларҙың фекерҙәрен әйтеүендә, әүҙемлегендә тойолдо.
БДУ профессоры Гүзәл Вилданованың “Глобалләшеү осоронда туған тел һәм дин проблемалары” тигән сығышы шулай уҡ бәхәс уятты. Делегаттарҙың ҡайһы берҙәренең, дингә фанаттарса бирелеп китеү оҙаҡ түгел, халыҡтың башын бутарға ярамай, башҡорт халҡы Ислам диненә тиклем үк Аллаһҡа ышанып йәшәгән, беҙҙең боронғо йолаларыбыҙ булған, уларҙы ла оноторға тейеш түгелбеҙ, тигән һүҙҙәре лә яңғыраны. Эйе, башҡорт халҡы һәр нәмәгә сама менән ҡарай белгән. Милләтебеҙ телендә бөгөн дә йәшәп килгән “Раббым”, “Хоҙайым”, “Тәңрем” тигән һүҙҙәр тап ана шул юғары көстөң барлығын таныуҙан һәм уға инаныуҙан барлыҡҡа килгән.
Башҡорттар бер ҡасан да дин тип башын ярғансы ташҡа бәрмәгән, үҙенең Аллаһ Тәғәләгә ышанысын белдергән тышҡы атрибуттарға иғтибар итмәгән. Башҡортостан буйынса ғына ла фекер йөрөткәндә, уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан алып уҡ дини эшмәкәрлек киң йәйелдерелеүгә ҡарамаҫтан, халҡыбыҙ вәкилдәре үҙ яйы менән намаҙ уҡыуын, дини йолаларҙы башҡарыуын, мәсет һалыуын дауам итә, әммә был хаҡта яр һалмай, башҡалар иғтибары өсөн башҡармай ғәмәлдәрен, ә эске тойомлау менән Аллаһ Тәғәләнең барлығын һәм берлеген танып йәшәй.
Әйткәндәй, делегаттар араһында дин әһелдәре лә булды. Шуларҙың береһе – Шишмә районының Ябалаҡлы ауылынан Салауат хәҙрәт. Ул шулай уҡ халҡыбыҙҙың элекке йолаларын тергеҙеп, димселәр мәктәбе, әүҙем эшләгәндәрҙең ҡоролтай ҡарамағындағы төркөмөн булдырып, халыҡ араһында иман орлоҡтарын сәсеүҙе һәр даим дауам итергә кәрәклеген әйтте.
Шунһыҙ булмай, теләйбеҙме, юҡмы, әммә ата-бабаларыбыҙ тотҡан хаҡ диндән – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм күрһәткән юлдан баш тарта алмайбыҙ. Юҡҡа ғына тәүге сәхәбәләр тап боронғо Башҡортостан ерлегенә ебәрелмәгән. Милләтте берләштергән бағаналарҙың береһе – ул дин, иман. Төрлө яңылыш юлда йөрөгәндәргә ҡарап Ислам дине тураһында һүҙ йөрөтөргә ярамай. Йәнә лә беҙҙең дини белемебеҙ шул тиклем самалы, шуға күрә Ислам ғәмәлдәрен үтәгән, хажға барып ҡайтҡан муллаларҙың эшмәкәрлеген тәнҡитләр алдынан һәр беребеҙ “Милләтем, иманым өсөн мин нимә эшләнем әле?” тигән һорауҙы бирергә тейеш. Халҡыбыҙ юлбашсыһы Зәки Вәлиди юҡҡа ғына тап динде, телде һаҡларға саҡырмаған. Дин тигән төшөнсәгә иман да, әхлаҡ та, халҡыбыҙ йолалары ла, быуаттар буйына туплаған рухи мираҫыбыҙ ҙа инә!
Филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкованың “Йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә фольклорҙың, әҙәбиәттең, театрҙың һәм милли матбуғаттың роле” хаҡында сығышына тиклем үк “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, милли матбуғаттың йәш быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен билдәләп, залда ултырғандар яҙыламы икән беҙҙең гәзит-журналдарға тигән һорау биргәйне. “Киске Өфө” журналисы Зәйтүнә Әйле лә был әләмде күтәрҙе һәм заманында ҡарағалпаҡтарҙың үҙ баҫмаһының тиражын арттырыу өсөн өсәр, дүртәр дана яҙылыуын миҫал итеп килтерҙе.
Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы дөрөҫ иғтибар иткән, беҙҙең балалар әҙәбиәте бик үҫеште хәҙер, әммә китаптар нәшриәт кәштәләрендә алынмай ята. Аллаға шөкөр, хәҙер бит балаларға әҫәр таба алмай яфаланырға түгел. “Аҡбуҙат”, “Йәншишмә”, “Аманат”, “Шоңҡар” кеүек баҫмалар тыуғандан алып баланы “Башҡортостан” гәзите уҡыусыһы булырға әҙерләй, Башҡортостан гражданы итеп кенә түгел, милли мираҫ нигеҙендә рухлы итеп тәрбиәләй. Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбаев, Мәрйәм Бураҡаева, Гөлфиә Юнысова, Таңсулпан Ғарипова, Зөһрә Ҡотлогилдина кеүек шәхестәребеҙ даими рәүештә үҙҙәренең сығыштарында гәзит уҡыусыларҙы әңгәмәгә саҡырып, күңелдәренә үтеп инерлек заман һүҙе менән мөрәжәғәт итә.
Был сарала ҡатнашыусыларҙың сығыштарында башҡорт балалар баҡсаһын асыу, төркөмөн булдырыу, мәктәптә башҡорт телен уҡытыу проблемалары, “Йәйләү” лагерын киң йәйелдереү, “Тормош һабаҡтары” дәресен уҡытыу мәсьәләләре күтәрелде. Мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева сәләмләү һүҙендә үк, ата-әсә мәктәптәге пробле­маларҙан ситләшергә тейеш түгел, йолаларыбыҙ миҫалында балалары­­быҙҙы тәрбиәләйек, тип әйтеп киткәйне. Һорауҙарға яуап биреп, ул түбәндәгеләрҙе еткерҙе: “Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен асыу тик ата-әсәләрҙең үҙенән тора. Һеҙҙең балаларығыҙға башҡорт төркөмдәрен талап итергә хоҡуғығыҙ бар. Телде өйрәтеү мәсьәләһе лә мәктәп етәкселеге менән ата-әсәләрҙең теләгенән тора. Дөрөҫ уҡыу программаһын бергәләп һайлау өсөн һәр ата-әсә балаһының белем алыуы менән ҡыҙыҡһынып торорға тейеш. Дәреслектәр үҙгәреш талап итә, тиеүселәр ҙә бар. Эйе, яңылары яҙылды, улар ҙа мәктәптәргә барып етер. “Йәйләү” лагеры ла эшләр, әгәр мәктәп менән ата-әсәләрҙең ҡыҙыҡһыныуы бар икән!” – тине ул.
Башҡорт мәктәптәре, гимназия-лицейҙары директорҙарының намыҫында ла ята уҡыусыларҙың туған телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүе. Һөҙөмтәлә күпме башҡорт кластары, мәктәптәре ябыла. Тотош мәктәпте ябылыуға дусар иткән директор – кеше йәнен ҡыйыусынан да ҙурыраҡ гонаһ ҡыла. Ул милләттең киләсәге тәрбиәләнгән урынды юҡ итеүгә юл ҡуйған икән, тимәк, ошо быуында халыҡтың тамырын ҡоротҡан.
Башҡорт дәүләт университетының психология һәм клиник психология кафедраһы мөдире Ирина Хохтың сығышы шулай уҡ бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – “Үҫмерҙәр араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу проблемалары”на арналды. Статистик мәғлүмәттәр төбәгебеҙҙең был афәт буйынса алдынғылар рәтендә булып китеүе хаҡында һөйләй. Заман проблемалары алдында баҙап ҡалған ата-әсә балаларының тәрбиәһенә иғтибарын кәметә, ғаилә йылыһы, наҙ етмәү сәбәпле, үҫмерҙәр, бәйле эттәй, Интернет селтәренән айырыла алмай. Етмәһә, махсус сайттарҙың кеше йәнен алыу өсөн эшләүен иҫәпкә алғанда, ауылдағы бер әбей әйткәнсә, башлы-күҙле булғансы балаларымдың күҙенән ҡарашымды алманым, тигәненә иғтибар итерлек. Психологтың: “Балаларығыҙҙан ситләшмәгеҙ, уларға иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ! Халыҡ юҡҡа ғына, ни сәсһәң, шуны урырһың, тимәгән бит. Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең генә түгел, хатта йәш кешенең дә психикаһы нығынып бөтмәгән, бер-беребеҙҙе ишетергә өйрәнәйек”, – тигән һүҙҙәренә иғтибар итәйек. Эйе, кешене ерҙә өмөт, ышаныс, мөхәббәт йәшәтә. Балаларыбыҙға ана шул төшөнсәләрҙең сығанағы булырға яҙһын һәр беребеҙгә!
Яҙыусы, “Тормош һабаҡтары” китабы авторы Мәрйәм Бураҡаеваның сығышы “Йәш быуынды тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле” тип аталды. “Меңйыллыҡтар башында уҡ тиерлек телгә алынған, карталарҙа билдәләнгән башҡорт XXI быуатҡа тиклем башҡорт булып йәшәй. Беҙ әлегәсә үҙебеҙ булып йәшәүҙе дауам итәбеҙ, шул уҡ ваҡытта замандан да артта ҡалмайбыҙ: ҡурай ҙа тартабыҙ – органда ла уйнайбыҙ; боронғо “Һунарсы” бейеүен дә бейейбеҙ – “Сыңрау торна” легендаһын балет сәнғәте аша ла аңлатабыҙ, әлегә саҡлы бишбармаҡ та бешерәбеҙ, ҡымыҙ ҙа бешәбеҙ, ҡорот та ыҫлайбыҙ, талҡан да тартабыҙ, кирәм менән үрмәләп солоҡ балын да йыябыҙ – заманса аш-һыу ҙа әҙерләй беләбеҙ. Милли көрәшебеҙҙе лә онотмағанбыҙ – Америкаға барып бокс буйынса ла еңеп ҡайтабыҙ. Әкиәттәребеҙҙә телгә алынған сатраш уйынында ла, йәғни шашка ярышында, тиҫтәләрсә дәғүәселәрҙе еңеп ҡайтабыҙ. Боронғо гимныбыҙ “Урал”ды ла онотмайбыҙ – опералар башҡарып донъя кимәленә лә сығабыҙ... Сөнки беҙ – бай мираҫлы халыҡ, һәм тарихыбыҙ тәрәнгә киткән, шул уҡ ваҡытта заман һулышын йәһәт кенә тойоп алырлыҡ яҡты зиһенлебеҙ ҙә”, – тип башланы үҙенең сығышын Мәрйәм Бураҡаева. Шәхси миҫалында ҡалала булһынмы, ауылдамы, балаларын, ейәндәрен башҡорт рухында тәрбиәләгән шәхестең халыҡ педагогикаһына ҡағылышлы һәр фекеренә ҡолаҡ һалырға тейешбеҙ. Балаларҙы милли рухта тәрбиәләүҙә “Йәйләү” лагерының роле баһалап бөткөһөҙ. Тап ана шундағы мөхиттә малайҙар, егеттәр үҙҙәренең донъя тотҡаһы икәнен төшөнөп ҡайта. Ир балаларҙың мәктәптә уҡығанда физик яҡтан да, әүҙемлек яғынан да ҡыҙҙарға ҡарағанда һуңыраҡ өлгөрөүен, шуға күрә уҡытыусылар милли мәктәптең үҙенсәлегенән сығып, малайҙарға күберәк иғтибар бүлергә тейешлеген яҙғаны булды Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының. “Йәйләү”ҙә йәшенә, буйына ҡарамайынса, ырыу баштары итеп тик малайҙар тәғәйенләнә! Бына ошо фекер халыҡ педагогикаһында ла ята тиһәк, һис яңылыш булмаҫ. Бөгөнгө заман ир-егеттәренә күҙ һалһаң, улар ғаиләлә, унан тыш та күп әрләнеп, кәмһетелеү һөҙөмтәһендә бер киҫекһеҙ балаға әйләнгән сүрәттә ҡалғандай. Уларға ҡанат ҡуйған да, уларҙы илһамландырған да әсәйҙәр, ғаилә мөхите!
Бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы форумға йыйылған ата-әсәләр үҙ ғаиләһенә генә түгел, төбәгенә ошо аралашыу ҡотон алып ҡайтһын ине. Беҙ бөтәбеҙ ҙә балаларҙы туған мөхиттә, халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп тәрбиәләргә кәрәклеген яҡшы беләбеҙ, әммә эште ниҙән башларға, кемгә таянырға, милләт алдында килеп тыуған проблемаларҙан кемдән ярҙам һорарға тип торғанда, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ошондай асыҡ һөйләшеү ойоштороуы ҙур эш булды. Бала ижади яҡтан асылһын, үҙен бер ниндәй эске кәмһенеүһеҙ шәхес итеп тойһон өсөн иң мөһиме – башҡорт телендә белем алыу ғына түгел, башҡортса аралашыу кәрәк икәнлеге көн кеүек асыҡ. Быныһы бер булһа, икенсенән, беҙ дини, имани тәрбиә биреүҙе лә инҡар итергә тейеш түгелбеҙ. Иманлы бала туған тамырҙарын мотлаҡ белергә теләр, милли асылынан ситләшмәҫ. Милләтте берләштергән тел, дин, тарихи тамырҙар тураһында юҡҡа ғына айырып атап телгә алынманы был сарала. Йәнә лә Венера Вәлиеваның сығышынан аңлашы­лыуынса, беҙ ҡыҙҙарыбыҙҙың, улдарыбыҙҙың ниндәй телдә, ниндәй күләмдә уҡыуын тик үҙебеҙ билдәләйбеҙ, балаларыбыҙҙың яҙмышын үҙебеҙ һайлайбыҙ.
“Түңәрәк өҫтәл”дең эшлекле тәҡдимдәре резолюцияға индерелеп, киләсәк йылдарҙың ғәмәлдәренә әүерелер тигән ышаныс менән таралышты сарала ҡатнашыусылар. Уттай янып торған, фекерле делегаттарҙың һәр береһе үҙ районында әүҙем эшен дауам итер, нимә генә тимә, йөрәктәргә осҡон булып ҡунған башҡорт ғаиләһе ҡуҙы һәр милләттәшебеҙҙең күңелендә тоҡаныр, асылын йылытыр. Боронғо замандарҙан уҡ башҡорт дәүләтселеге ана шундай рухлы ғаиләләрҙән төҙөлгән.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 78

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 101

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 102

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 139

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 112

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 132

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 121

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 89

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 153

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 128

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 102

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 406