Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамырҙарын белгән – көслө
Тамырҙарын белгән – көслө Ата-бабаларҙың аманатын ҡаҡмайынса, быуаттар буйына тупланған халыҡ аҡылын ихтирам итеп һәм белеп ҡулланған, үҙҙәре төйәк иткән ожмахтай матур ерҙәрен ҡәҙер итеп, тарихи тамырҙарын өйрәнгән, ил һәм заман менән бер аҙымдан атларға тырышҡандар бар. Һүҙем тәбиғәтенең хозурлығы, һауаһының сафлығы, шифалы балы, халҡының ихласлығы менән беҙҙе генә түгел, алыҫ ерҙәрҙән килеүселәрҙе лә һоҡландырған Бөрйән районы хаҡында. Беҙҙең юл тотҡан еребеҙ – Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы. Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Һарғая ауылында “Урал батыр” байрамы үтте.
Халыҡ шау-гөр килеп байрамға әҙер­ләнә. Боронғолар әйтмешләй, ат еткән ер­гә ат саптырып, хат еткән ергә хат ебәреп, ҡунаҡтар саҡырылған. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының “Башһырт” тәбиғи үҙәге янында халҡыбыҙҙың матур бәй­геләренең береһе – милли көрәш өсөн алыш майҙаны, бер яҡ ситтә уҡ атыу өсөн сәптәр әҙерләнгән. “Башһырт” тәбиғи үҙәге йортонда иһә бәләкәстәр шау-гөр килеп, “Урал батыр” эпосын һөйләргә әҙерләнә.
Оло байрамдың тәүге сараһы – ҡур­саулыҡ биләмәһендә урынлашҡан һырт­тарҙың береһенә артылыу. Йәйгеһен ял итеүселәр өсөн “Башһырт” тарихи һуҡма­ғынан йәйәү йәки һыбай сәйәхәттәр ойошторола икән, беҙ иһә тәрән ҡар өҫтөнән ҡаргиҙәрҙәрҙә тауға йүнәлдек. Яҡынса ярты саҡрым бейеклектәге Уралтау ар­мыттарының береһе Башһырт түбәһендә һүҙ менән аңлатып бирә алмаҫлыҡ сихри матурлыҡ! Талғын ғына ағылған ҡурай моңо йөрәктәрҙән үтеп, сикһеҙ Уралтау киңлектәренә тарала...
Тамырҙарын белгән – көслөХалыҡ йыйылғас, Баймаҡ районы Йылым ауылынан килгән Әхмәтйән олатай Ишҡыуатов Урал батыр рухына бағышлап доға ҡылды.
Ул арала “Башһырт” тәбиғи үҙәге янындағы асыҡ майҙанда бәйгеләр башланды. Ауыл батырҙары таһыллыҡта көс һынаша, мәргәндәр уҡ атыуға әҙерләнә. Хайран ҡалып, тамаша ҡыла халыҡ. Ҡышын ҡар өҫтөндә лә көрәшерҙәр икән!
– Борон бәйгеләр йәйен генә түгел, ҡышын да үткәрелгән. Һабантуйҙан тыш, тап ҡарлы миҙгелдә, көрт булғанда ат сабыштырып, көрәшеп, уҡ атҡандар. Был, бер яҡтан, йәйге бәйгеләргә әҙерлек булһа, икенсенән, өйрәнсектәргә хәүефһеҙлек йәһәтенән уңайлы шарт. Егелмәгән тайҙы ла көрттә өйрәтәләр. Ә бит ҡар өҫтөндә көрәш элек егеттәрҙе ергә ҡаты бәрелеүҙән һаҡлаған. Шулай арҡа менән йомшаҡ ҡарға төшөп, улар көрәшергә лә тиҙерәк өйрәнгән, – ти Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы фән һәм тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау буйынса директор урынбаҫары Марс Нәбиуллин.
Тамырҙарын белгән – көслөУҡ атыу бәйгеһе лә бер тынала үтте. Билдәләнгән алыҫлыҡтан тороп сәпкә атты, мәргәнлектәрен һананы борондан оҫта һунарсылары, мәргәндәре менән дан тотҡан бөрйәндәр. Бәйге өсөн март һыуығы ла һыуыҡ түгел. Уйлай китһәң, элек ҡышын да һунар иткән башҡорттар. Дәрт-сәм барҙа уҡтан атырға ла, еңергә лә мөмкин. Ниһайәт, еңеүселәр ҙә билдәләнде. Иң таһыллы көрәшсе исеменә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре Илнур Әлмөхәмәтов, Әсҡәт Хәмитов һәм Иҫке Собханғолдағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Данир Ишбаев лайыҡ булһа, мәргәндәрҙең мәргәне тип ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре Искәндәр Яныбаев, Илдар Ғайсин һәм йәнә сос егет Дамир Ишбаев табылды. Йолаға тап килтереп, көрәштә бил бир­мәгән батырҙарға ихтирам-хөрмәт йөҙөнән билбау бәйләнеләр, бүләктәр тапшырҙы­лар. “Башҡортостан” гәзитенең махсус бүләге көрәштә бил бирмәгән Илнур Әлмөхәмәтовҡа бирелде.
Байрамдың төп сараһы – халҡыбыҙҙың милли ҡомартҡыһы булған “Урал батыр“ эпосын яттан һөйләү. Сараның был өлөшөн “Урал” йыры менән Айбулат Ишморатов асты. Бөрйәндең мәшһүр ҡу­райсылары Ришат Абдуллин менән Йәмил Иҫәнғәлин бер-бер артлы “Иҫке Урал”, “Тәфтиләү” көйҙәрен уйнаны. Сәсәндәр исеменән Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты белгесе, фольклорсы-ғалимә, сәсәниә Розалия Сол­тангәрәева тәбрикләү һүҙен әйткәндән һуң, “Урал батыр” эпосын һөйләү башланды. Район үҙәгенән Урал аръяғы агроколледжы студенттары, балалар баҡ­саһы тәрбиәләнеүселәре, “Урал батыр” эпосын өйрәнеүселәр клубы вәкилдәре эпостан өҙөктәр менән сығыш яһаны. Милли мираҫыбыҙға ихтирам менән ҡараған, һөйләргә дәрте, майҙан тоторға теләге булған ҡунаҡтар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Иҫке Собханғол балалар баҡ­саһынан Наҙгөл Нәбиуллина һәммәһен һоҡлан­дырып талғын бейеүе менән сыҡҡандан һуң, “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләп ишеттерҙе. Һарғая ауылы мәктәбенән Зилә Ғайсина етәкселегендәге бер төркөм уҡыусылар эпос буйынса бәләкәй генә композиция әҙерләп алып килгән. Балалар башҡарыуындағы һәр сығыш ышаныслы яңғыраны. Сәхнәлә үҙеңде тотошоң, ҡыйыулыҡ менән тауыш көсө – ул рухи күрһәткес. Сығыш яһаған яҡты йөҙлө, көр тауышлы балаларға ҡарап, Урал батыр вариҫтары үҫеп килеүенә һөйөнәһең. Эпосты яттан һөйләү буйынса төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашҡан Гөлнара Исмәғилева ла Һомайҙың һүҙе менән майҙан тотто. Эпос менән сәхнәгә тәүге тапҡыр сығыусылар ҙа булды.
Тамырҙарын белгән – көслөСара аҙағында Розалия Солтангәрәева, Уралдың Аҡбуҙатын бар матурлығында һүрәтләп, батырҙың васыяты менән халыҡҡа үҙ һүҙен дә әйтте: “Урал батыр”ҙы һөйләү – ул рухи көс алыуыбыҙ. Иң тәүҙә Урал батыр беҙҙең күңелдәрҙә һәм телдә булырға тейеш. Эпосты һөйләүсе һәр кем – милләт табышы, сәсән мәктәбенә үҙ өлөшөн индереүселәр иҫәбендә”. Сәсәниә “Урал батыр”ҙы һөйләгән һәр балаға, өйрәткән һәр уҡытыусыға: “Аҡ юлдары алда булһын!” – тип теләне. Йәштәр Урал батырҙың васыятын бергәләп ҡабатланы.
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ... Халҡыбыҙҙың бөйөк эпосында әйтелгән ошо ябай һүҙҙәрҙә һәммәбеҙ һәр көндә ҡулланыр хаҡ нәсихәт, оло хә­ҡи­ҡәт бар. Бөгөн ҡылыныр аңлы эштә­ребеҙ тыуған яҡты ниәттәребеҙ менән яҡшылыҡҡа өндәгән күңелдәребеҙҙә яралып, тормошҡа ашһын ине.
Артабан байрамға килгән бар халыҡ Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының ҡунаҡ йортона ҡорбан ашына йыйылды. Форсат табып, Урал батыр байрамын ойоштороу­сы Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының директоры Вәсилә Яныбаева менән әңгәмә­ләштем.
– Байрам беренсе тапҡыр Мәләүез районында үткәрелгәйне. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Розалия Әс­фәндиәр ҡыҙының тәҡдиме менән был эстафетаны беҙ ҡабул итеп алдыҡ. Эпоста бәйән ителгән ваҡиғалар ошо матур ерҙәрҙә барыуын иҫәпкә алып, байрамдың беҙҙә үтеүе лә урынлылыр. Сара, бер яҡтан, “Урал батыр” эпосын ныҡлап өйрә­неү, киләһе быуындарға еткереү маҡса­тынан сығып ойошторолһа, икенсе яҡтан, үткәндәребеҙҙе өйрәнеү, милли кәсеп-шөғөлдәребеҙҙе үҫтереү, милли мираҫы­быҙҙы килгән ҡунаҡтарға күрһәтеү мөм­кинлеге. Шул уҡ ваҡытта бөгөн халҡы­быҙҙың ҡыш, яҙ айҙарында үткән байрамдарын тергеҙеү ҙә тәрбиәүи яҡтан, Бөрйәндең киләсәген күҙ уңында тотоп, ғәмәли йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә, – тип фекерҙәре менән ихлас бүлеште Вәсилә Әхәт ҡыҙы.
Аштан һуң маралдар майҙансығына сәйәхәт ойошторолдо. Тәбиғи шарттар булдырылған был ҡурсаулыҡ биләмәһендә Алтайҙан килтерелгән маралдар ҡышлай. Һоҡланғыс йән эйәләре белгестәрҙең күҙәтеүе аҫтында, яйлап ҡырағай тәбиғәткә ебәреләсәктәр. Уларҙы төрлө миҙгелдә яҡын ғына алыҫлыҡтан күрергә, ҡарап һоҡланырға мөмкин. Бынан тыш, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Тәбиғәт музейына сәйәхәт ойошторолдо, ҡуш тояҡлы боронғо хайуандарҙың мөгөҙҙәре һәм баш һөйә­генең фәнни коллекцияһын барып күреү мөмкинлеге лә булды.
Ысынлап та, бөрйәндәр үҙ тамырҙа­рына, милли булмыштарына битараф түгел. Ҙурҙан да ҡупмай, бәләкәй генә аҙымдар менән алға баралар, башҡа­ларға өлгө күрһәтеп, бәйгеләр үткәрәләр, халыҡ йолаларын тергеҙеү менән мәшғүл улар. Атанан күргән уҡ юнған тигәндәй, кесе-йәше лә өлкәндәргә ҡарап үрнәк ала, яйлап тәжрибә туплай. Ауыҙ-тел ижадын, йолаларҙы, кәсеп-шөғөлдәрҙе өйрәнеп үҫә. Бөрйәндәрҙең ошо йола-шөғөлдә­ребеҙҙе тергеҙеп, тарихи үткәндәребеҙгә илтифатлыҡ, хөрмәт күрһәтеүҙәре ҡыуан­дыра.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 78

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 101

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 102

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 139

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 112

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 132

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 121

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 89

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 153

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 128

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 102

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 406