Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һыҙланыуҙан тыуа был йырҙар”
“Һыҙланыуҙан тыуа был йырҙар” Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы бөгөн кемдәр генә башҡармай?! Клиптары ла отошло эшләнгән: һәр әҙәм бәндәһенә хас яҡты тойғолар, ҡәҙерле минуттар хаҡында бәйән ителә. Тормоштоң төрлө һынауҙарын үткән, тәрән тойғоларын йырға һалған Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Миҙхәт ағай ӘБДЕЛМӘНОВ хаҡында һүҙебеҙ. 28 мартта ул “Башҡортостан” концерт залында “Дуҫлыҡ күпере” тип аталған байрам тамашаһын тәҡдим итә. Унда, алда әйтелгәнсә, уның йырҙарын башҡарған популяр артистар сығыш яһаясаҡ. Гәзитебеҙҙе үҙе генә түгел, туғандарына яҙҙырған уҡыусыбыҙ, ҡыҙыҡлы мәҡәләләре менән ҡыуандырған автор булараҡ, йырлы-моңло кисә алдынан әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Миҙхәт ағай, беҙҙе тыуған яғығыҙ ме­нән таныштырығыҙ әле? Бала сағы­ғыҙ хаҡында ишетке килә...
– Сығышым менән Благовар районының Яныш ауылынанмын. Төбәктең тәрән тамырлы ауыл­дарының береһе ул. Ун етенсе быуат урталарында барлыҡҡа килгән. Кантон системаһы алмашынғанға тиклем Кушнаренко төбәгенең үҙәге булып торған. Административ бүленеш үҙгәргәс, район үҙәктәре барлыҡҡа килгән һәм Кушна­ренкоға ошо статус бирелгән, ә Яныш Благовар районына ҡарай башлаған.
Атайым Мәжит – Бөйөк Ватан һуғы­шында ҡатнашып, яу яланында батыр­ҙарса һәләк булған яугир. Бөтә Рәсәй халҡы кеүек үк, мин дә Бөйөк Еңеү байрамын ҙур тулҡын­ланыу менән ҡаршы­лайым. Күңелемдә ана шул тетрәнеүҙәр эҙһеҙ үтмәне булһа кәрәк, йөрәгемдең яраларын йыр-моң менән дауаларға тырыштым. Әсәйем Ғәзимә беҙҙе, һеңлем менән икебеҙҙе, ауыр йылдарҙа үҙе­нең тырышлығы менән аяҡҡа баҫтырҙы. Һуғыштан һуңғы осор­ҙо һүҙ менән генә аң­латып бөтөп тә булмай: тотош ил ауыр­лыҡ­тар кисерҙе. Еңеү рухы, берҙәмлек, дуҫлыҡ дәрте беҙгә, бигерәк тә атай-әсәй­ҙәребеҙгә көс биргән, заман ҡаршы­лыҡтарын еңеп сығырға ярҙам иткән.
Янышта үтте беҙҙең үҫмер йылдар. Ете йыллыҡ мәктәпте шунда уҡ тамамланым да Сибай­ҙағы төҙөлөш учили­ще­һында балта оҫтаһы һөнәрен үҙләш­терҙем. 1959 йылда ҡулға диплом алғас, “Башмедьстрой” тресында эшләнем дә Силәбе өлкәһенең ауыл хужалығын механизациялау мәктәбенә уҡыр­ға киттем. Уны тамамлау менән беҙҙе Силәбе өлкәһенең Варна районында урынлашҡан “Яңы Урал” совхозына эшкә ебәрҙеләр. Унда бер йылға яҡын тракторсы булып эшләгәс, Силәбенең үҙенә юлландым. Унда кузнец-пресс заводында хеҙмәт урыны таптым һәм слесарь һөнәрен үҙләш­терҙем. Урта белем алыу мөһим­леген аңлап, киске мәктәпкә уҡырға инеп, дәрестәргә йөрөнөм, аттестат алдым. 1968 йылда Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға керҙем.
– Тәүге алған белемдә­регеҙҙең бе­ре­һе лә әҙәбиәт менән бәйле түгел, әммә һеҙ барыбер күңел ынты­лы­шығыҙҙы тың­лап, филология йүнә­лешен һайлағанһы­ғыҙ. Тәүге шиғырҙарығыҙ ҡасан яҙылды?
– Беренсе шиғырым 1968 йылда “Ленинсы” гәзитендә баҫылды. Әммә быға тиклем үк ҡулыма ҡәләм алып, ҡуйын дәфтәремә күңелемдә тыуған шиғри юлдарҙы теркәй бара инем инде. Кем белә, бәлки, мин был өлкәлә йәшләй үк эшләп тә китер инем, әммә өлкән баҫмаларҙың бере­һендә эшләгән үҙем һымаҡ йәштәге журналисҡа яҙма­ларымды күрһәтеп, ҡаты тәнҡит һүҙҙәре ишеттем. Был күңелемде төшөрҙө, улай ғына ла түгел, хатта ҡәләм алмаҫлыҡ итте. Ҡул һелтәнем барыһына ла һәм ҡабат бында килеп йөрөмәм, тип үҙемә ант иттем. Һүҙемдә торҙом һәм, ысынлап та, был тарафҡа ҡабат аяҡ та баҫманым, әммә яҙыуымды бер ҡасан да туҡтатманым.
Ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, шиғырҙарым рухи таянысыма, терәгемә әүерелде. Шиғ­риәт, үҙегеҙ беләһегеҙ, кешенең иң тетрән­дергес мәлдәрен һүрәт­ләгән, башҡаларҙан хатта йәше­рер минуттарын теркәгән жанр. Яҡындарым да, туғандарым да яҙмаларым эҙһеҙ, иғтибарһыҙ юғалыуын теләмәне. Етмәһә, йәшерәк саҡта үҙемдең шиғыр­ҙар­ға көйҙө лә үҙем яҙып, йыш ҡына баш­ҡарған саҡтарым да булды, туғандарҙың туйҙары мәлендә лә файҙалана инем яҡын кеше­ләрҙең мөнәсәбәт­тәрен сағылдырған яҙма­ларымды.
Хаҡлы ялда булған һәр кешегә, бигерәк тә ир-атҡа бер шөғөл кәрәк ул, унһыҙ булмай. Эш кенә беҙҙе кеше итә, сөнки бер мөйөштән икенсе мөйөшкә ҡул һелтәп йөрөгәндән дәрт артмай, йыр ҙа тыумай, аҡса ла килмәй (көлә). Эшләргә кәрәк. Кеше менән ҡат­нашып йәшәү, башҡаларға үҙеңде кәрәкле итеп тойоу ҙа мөһим әҙәм балаһына. Бөгөн йәштәргә үҙҙәрен һынап ҡарау өсөн ниндәй генә мөмкинлектәр, ижади майҙандар юҡ, бары тик эшлә, башҡаларға изгелек ит! За­мананың бөтә бәләләре лә эшһеҙлектән ки­лә, шуға күрә ниндәй генә ауыр хәлгә та­ры­һалар ҙа, сығып утын булһа ла ярығыҙ, тип әйтер инем тормошона зарланыусыларға!
– Йыр тексы – айырым бер жанр. Баш­та уға хатта етди ҡа­рамай ҙа тор­ғайным, сөнки ниндәйҙер үтә лә ябай төҫлө ине ул. Тора-бара үҙемдән йыр өсөн текст һорап мөрә­жәғәт иткән­дәр­ҙең теләген ҡәнәғәтләндерерлек һүҙ­ҙәр таба алмауымды аңланым. Бөтә кеше лә йыр яҙа алмай, тимәк, тигән һығымта яһаным. Мин хаҡлымы?
– Бәлки, хаҡлыһыңдыр ҙа, сөнки йыр тексы – ул айырым бер музыкаллекте тойоуҙы талап иткән жанр. “Ауаз” тигән төшөнсә бар, ана шуның менән эш итә автор. Уның күңе­лендәге тойғо­лар шаңдау булып, тыңлаусы­ларҙың йөрәгенә лә ҡағылырға тейеш. Урыҫсалап әйткәндә, быны өндәрҙең редук­цияһы тип билдәләргә була.
Һәр йыр тексының йәшерен фекере, төптә ятҡан мәғәнәһе лә булырға тейеш. Йырҙар үҙҙәре үк моң һорап тора. Минең һүҙҙәргә яҙылғандарының һаны бик күп булып китте, әммә кем генә яҙмаһын, барыһы ла, шиғы­рығыҙ үҙе көй һорап тора, тип әйтә. Күпселек йырҙарыма көйҙө лә үҙем яҙҙым.
– Йырсылар үҙе һайлаймы һеҙҙең йырҙарҙы, әллә һеҙ йырсыларҙымы?
– Төрлөсә була, әммә күпселек осраҡта үҙем һайларға тырышам. Еңел-елпе йыр башҡарыусылар миңә генә түгел, тамаша­сыларға ла оҡшамай ул. Халыҡсан, моңло, көслө тауышлыларға ни етә инде! Радик Юлъяҡшин бер нисә йырымды башҡара. Ни өсөнмө? Сөнки ул йырҙың интона­ция­һын, кешеләрҙең күңеленә нисек еткерергә кәрәклеген яҡшы белә, музыкаль һиҙгер­леге көслө. Радиктың йырға мөнәсәбәте, тамашасы зауығын тойоуы ла үҙ миңә, уның менән күҙ ҡарашынан аңлашып торабыҙ. “Ашҡынма, ғүмер” йырын да ул үҙе теләгәнсә яҙышып, башҡарып, тамашасыға еткерҙе. Йәш булһа ла, Радик ижадына бик талапсан, уның күңеле саф.
Рөстәм Асаев менән дуҫлығыбыҙ илһө­йәрлектән килә. Уның тауышы бик көслө. Яҡташлыҡ тойғолары ғына түгел, ана шул кескәй ватаныңа тоғролоҡ, уға тәрән һөйөү хистәре беҙҙе яҡын итә. Сибайҙа уҡыуым да, әйтәйек, минең өсөн эҙһеҙ үтмәне. Йомшаҡ һыулы Талҡаҫ күле хаҡында ла йырым бар. Аллаһ насип итһә, уны ла тамашасыға, Баймаҡ районы халҡына бүләк итергә иҫәбем бар.
“Дуҫлыҡ күпере” тип аталған кисәнең режиссеры – Рөстәм Асаев. Шиғри юлдар, йыр менән биҙәлгән тамашаның төп фекере – ике республика араһында моң аша күпер һалыу. Дошман булып йәшәргә ярамай берәү менән дә, дуҫ йәшәүгә ни етә! Тамашаны Нурлан Ғәниев менән Земфира Байбулдина алып барасаҡ. Ха­лыҡ йырҙары, патриотик әҫәрҙәр, йәштәр рухына тап килгән эстрада көйҙәре лә – барыһы ла булыр был тамашала. Рәхим итеп “Башҡортостан” гәзитен уҡыусы­ларҙы саҡырам был тамашаға!
– Тыуған яғы менән бәйлә­нештә йәшәйме Миҙхәт Мәжит улы?
– Әлбиттә, тыуған ауылым менән бәйлә­неште өҙгәнем юҡ. Ниндәй ҙур, күркәм ауыл ине, хәҙер 34 бала ғына уҡый тип, тоттолар ҙа мәктәпте яптылар. Ярай, урта мәктәп булмаһын да, ти, әммә башлан­ғысын һаҡлап ҡалырға була ине бит. Ата-әсәләр ҙә, уҡы­тыусылар коллективы ла бер һүҙһеҙ ошо хәл менән ризалашты ла ҡуйҙы. Иртән иртүк тороп, һыуыҡ авто­бусҡа ултырып киткән балаларын йәллә­мәйме икән ни улар? Балалар хәҙер унан шул тиклем белемле булып ҡайта, хатта береһе лә туған телендә һөй­ләш­мәй, ә урыҫса тел сарлай. Ни хәл был, йәмәғәт? Тағы ла берәй ун-ун биш йыл ваҡыт үтеүгә ауылдан бер ни ҙә ҡалмауы ихтимал. Бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ бит: мәктәп бөтһә – ауыл, ауыл бөтһә, халыҡ юҡҡа сығасаҡ. Ниндәй ил, тел, тарих мираҫ иткән ата-бабалары рухы алдында оялмаймы икән был замандаштар?
Минең бер шиғырҙы Рөстәм Асаев йыр итеп башҡара. Унда шундай юлдар бар:
Әлдә әле ауылым бар
Нигеҙ ташын һаҡларға.
Шул таштарҙың иң аҫылын
Алыштырмам яттарға.
Их, ауыл, ауылҡайым,
Өҙөлә бәғеркәйем.
Күҙ ҡабағы кеүекһең бит
Белгәнгә ҡәҙеркәйең!

Нигеҙ ташын тигәндә беҙ нимәне күҙ уңында тотабыҙ? Тел, дин, ғөрөф-ғәҙәт, тәбиғәт... Нисәмә дәүер Рәсәйҙең һәр яуында ҡатнашып, французын да, фашисын да еңһен дә, бөгөн заман ҡуйған проблемалар алдында баш эйеп, үҙенең ихтыяр­һыҙлығы­нан еңелһен әле халыҡ? Ниндәй хәл был? Ни өсөн ата-бабаларыбыҙ көрәште һуң? Беҙ уларҙың ҡаны юҡҡа түгелмәгәнен бер генә секундҡа ла иҫтән сығарырға тейеш түгелбеҙ.
Илдә әллә ниндәй закондар ҙа сығыр, ҡулайлаштырыу елдәре лә иҫер, әммә үҙебеҙҙең яҙмыш, балалар киләсәге өсөн беҙ үҙебеҙ яуаплы. Мәскәү тарафтарынан килгән һәр яңылыҡты ысын­барлыҡ итеү-итмәү үҙебеҙҙән тора. Иҡтисади хәлдәр халыҡ алдына бик күп мәшәҡәт өйҙө, әммә юғалып ҡалырға ярамай. Мал аҫрап, шәхси эш асып, алған белемдең мәнфәғәтен күреп йәшәргә кәрәк. Ниәт иткән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр бит. Маҡсат ҡуйып, ең һыҙғанып эшләү яғында мин.
– Йыр ниндәй булырға тейеш?
– Ул тәрән тойғоло, кисерешле булырға тейеш. Бала сағым, йәшлек йылдарым шатлыҡлы минуттарға бай булды, тип әйтә алмайым. Ана шул баштан кисер­гәндәрҙе йырға һалырға тырышам да инде. Хәҙер йырсылар араһында үҙҙәре яҙып, үҙҙәре башҡарғандар күбәйҙе, әммә әйтергә теләгән һүҙҙәре лә, сығыштары ла күңелгә үтеп инмәй. Быны мин тап ана шул кисерелмәй яҙырға тырышыу менән аңлатам. Йыр бит ул бер тапҡыр башҡарып, сүплеккә ташлар өсөн яҙылмай.
– Сығыш яһаясаҡ йырсы­ларҙы атап үтһәгеҙ?
– Ришат Төхвәтуллин, Гөлназ Асаева, Филүс Ҡаһиров, Бәширә Насирова, Марат Шәйбәков, Азат Вахитов, Гүзәл Диникеева, Илшат Вәлиев, Венера Юлгилдина, Ғәлиә Язданова, Фирүзә Париж, Рания Билалова, Алмас Хәсәнов, Гүзәл Мамина, Илшат Мөслимов, Әлфиә Әмирханова, Альбина һәм Илдар Шәриповтар, Илнур Вә­литов, Венер Шәрифуллин, Илфат Шәйехов, Гөлфинә Хәми­това, Ирек Ноғоманов, “Мираҫ” һәм “Шифа” йыр-бейеү ансамбл­дәре сығыш яһаясаҡ был тамашала.
Күреп тораһығыҙ, исемлек ҙур. Бере­һенән-береһе сағыу, көслө тауышлы йырсылар сығыш яһаясаҡ. Мин һуғыштан һуңғы осорҙа тормош ауырлыҡтарын үҙ иңендә татып үҫкән быуын вәкилемен, шу­ға күрә замандаштарым менән уртаҡ­лашыр фекерҙәрем дә, уй-ниәттәрем дә етерлек. Беҙҙең шатлыҡтар уртаҡ, хәсрәт­тәр бер үк булды. Әйҙәгеҙ, йырлап бер­гә­ләп күңел күтәрәйек, яраларҙы моң менән бәйләйек. Дуҫ булайыҡ, берҙәм йәшәйек, изгелек ҡылайыҡ, тип әллә күпме хәбәр һөйләргә була, әммә кешенең күңеленә барып етмәүе ихтимал. Ә бына берҙе йырлап ебәреү генә етә, бәндәләрҙең йөрәге асылып китә, булған мәшәҡәттәре онотола, күңелдәре яҡшылыҡ менән тула.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 78

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 101

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 102

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 139

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 112

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 132

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 121

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 89

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 153

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 128

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 102

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 406