Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өс йыл ғүмер әҙ түгел, йәки Беҙҙең өмөт күпере
Ҡырымдың Рәсәй хөкүмәтенә үҙе теләп ҡушылыуына өс йыл тулды. Ваҡыт тиҙ генә үтеп бара кеүек, ә шулай ҙа тәрәндән уйлаһаң, күпме үҙгәреш һәм тормош имтиханын үттек беҙ, Ҡырымда йәшәүселәр.
Беренсенән, быйыл ҡыш һыуыҡ булды. Ҡырымда энергия етмәһә, көнөнә ике-өс мәртәбә утты һүнде­рәләр. Ҡайһы бер кешеләр һаман да күнегә алмай. Ни өсөндөр Ҡырым халҡы Рәсәй Хөкүмәтенә ҡушылғас та коммунизм була тип уйланылар, ахыры. Рәсәйҙә лә коммуналь түләүҙәр беҙҙәге кеүек тип күпселек осраҡта кешеләргә аңлатырға тура килә. Эйе, яңылыҡтарға күнегергә кәрәк, сабыр итеү фарыз.
Күҙгә күренгән яңылыҡтар күп. Ҡалаларҙа коммуналь хужалыҡтың эше көйләнә, юлдарҙы ремонтлайҙар, шифаханаларҙы яңырталар. Хөкүмәт ойошмалары Рәсәй закондары нигеҙендә эшләүгә күсә. Беҙ йәшәгән Ялтала ғына хакимиәт башлыҡтарының 60 процентын алмаштырҙылар.
Алуштала, Севастополь ҡалаһында ла шул уҡ хәл. Ошо сараларҙы кәрәкле, файҙалы эш тип һанайым. Иң шатлыҡлыһы — Керчь күперенең уртаһына еттеләр. Төҙөүселәр бик дәртле, әүҙем эшләй. Беҙҙең өмөт күпере ул. Рәсәйгә күпер төҙөлөп, сафҡа инеү менән икенсе тормош башланыр кеүек. Яҡты киләсәккә ышанып йәшәйбеҙ.
Ҡырымдағы Башҡорт йәмғиәте ошо матур үҙгәрештәргә шатланып бөтә алмай. Ҡайһы бер яҡташтар ташлама менән һатылған билеттар алып, самолетта тыуған илгә ҡайтып, туғандарын күреп килде. Башҡортостандағы ыңғай үҙгәрештәргә лә шатлана яҡташтарым. Йылайыр районында тыуып үҫкән Зиннур ағай Шәрипов тыуған яғында булып, шатланып ҡайтҡан. Ул күп йылдар Рәсәй гражданы булырға хыялланды, хәҙер ҡулында Рәсәй паспорты булғанға ғорурлана.
Әүәле Советтар Союзы булғанда, ҡайҙа йәшәһәң дә барыбер ине. Хәҙер Балтик буйы, Украина һәм Урта Азияла тормош үҙгәрҙе. Иң яҡшыһы — тыуған илдә, Рәсәй ҡанаты аҫтында йәшәү. 123 милләт йәшәгән Ҡырым Республикаһында беҙҙең башҡорттарға хөрмәт бар. Күп йылдар тыуған илгә хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәр, офицерҙар, инженерҙар, төҙөүселәр, табиптар, ғалимдар — яҡшы эштәре менән үҙҙәрен танытҡан кешеләр.
Ҡырым — магнит кеүек тарткан ер бит ул. Үҙем дә 45 йыл ошонда йәшәйем. Йәмәғәт эше алып барам. Балаларым үҙаллы тормош юлына баҫты. Әлфиә — ҡала военкоматында хәрби хеҙмәткәр, психолог. Кесеһе Гөлгөнә мәғариф идаралығында бүлек мөдире булып эшләй. Үҙем хаҡлы ялда булһам да эшләйем һәм Ҡырым башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарам. Үткән йылдың 2 сентябрендә “Ҡырым­дың Рәсәйгә ҡушылыуындағы хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнеләр. Яңы йыл алдынан Башҡорт йәмғиәтен алтын Ҡырым гербы менән баһаланылар. Уны тапшырғанда күҙ йәштәре эркелде.
Беҙ, Башҡортостан улдары һәм ҡыҙҙары, сараларҙа Башҡортостан байрағын ғорур йөрөтәбеҙ. Илебеҙҙә Башҡортостанда барған яҡшы яңылыҡ­тарға шатланабыҙ: республикабыҙҙың һауа ҡапҡаһы булған аэропортта ла ыңғай үҙгәрештәр бар, тимер юл вокзалы яңыртылды, Затонға Ағиҙел аша яңы күпер һалдылар. Быға халҡыбыҙ менән бергә шатланабыҙ.
Беҙҙең башҡорт халҡы сабыр холоҡло. Ҡырым­дың ҡайһы ғына ҡалаһында йәшәһәк тә, үҙ-ара бәйләнеш тотабыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ. Юбилейҙар булһа, ҡотлайбыҙ. Рәсәйгә ҡушылғас, икенсе тормош башланды. Донецк, Луганск өлкәләрендә һуғыш барыуына йөрәк һыҙлай, унда яҡташтарыбыҙ йәшәй, әүәле шахтер булып эшләгән, донъя ҡороп йәшәгәндәрҙең ғүмере тамуҡҡа әйләнгән. Артиллерия ваҡытлы тынлыҡҡа буйһонмай. Өйҙәрҙең тәҙрәһе юҡ, мәктәптәр эшләмәй, ут, йылы юҡ. Шул хәтлем халыҡтан дошман яһау — килешмәгән эш. Ҡырым халҡы үҙе һайлаған юлдан тайпылмаҫ. Тыуған илебеҙ Рәсәй менән бергә яҡты киләсәкте төҙөргә тейешбеҙ. Беҙ өмөтләнеп йәшәргә өйрәнгәнбеҙ. Өс йыл ғүмер әҙ түгел...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 96

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 38

Үткәнен онотмаған – киләсәкле

Үткәнен онотмаған – киләсәкле 18.09.2018 // Рухиәт

Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа тыуған төйәгәндә бюст асылды Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, ҡасан ғына...

Тотош уҡырға 28

“Урал батыр” нисә йәшендә?

“Урал батыр” нисә йәшендә? 12.09.2018 // Рухиәт

Ғалим өсөн сиктәр юҡ ине... Ер йөҙөндә йәшәүсе күп һанлы милләттәр араһында үҙен милләт, улай ғына...

Тотош уҡырға 84

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа... 16.08.2018 // Рухиәт

Бай тарихлы Йәрмөхәмәт ауылына быйыл 280 йыл тулды. Бөгөн дә ул тотороҡло үҫеш юлында: яңы йорттар...

Тотош уҡырға 301

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП...

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП... 03.08.2018 // Рухиәт

Егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарында СССР ауыр һуғыштан һуң аяҡҡа баҫа. Тап ошо осорҙа ил...

Тотош уҡырға 116

Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы

Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы 03.08.2018 // Рухиәт

Кемгә нисектер, әммә миңә, “Башҡортостан” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсе...

Тотош уҡырға 155

Һүҙендә торҙо Әлиә

Һүҙендә торҙо Әлиә 01.08.2018 // Рухиәт

...Бынан бер йыл элек балалар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Ҡара һауыттан гүзәл әҫәр” конкурсында...

Тотош уҡырға 215

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ!

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ! 01.08.2018 // Рухиәт

Өфөнөң “Веселинка” ансамбле еңеү яулап ҡайтты Өфөләге В.М. Комаров исемендәге балалар ижад...

Тотош уҡырға 94

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш 31.07.2018 // Рухиәт

Бәйге күп һәләттәргә ҡанат ҡуйҙы, яңы исемдәр асты “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале етенсе йыл...

Тотош уҡырға 245

“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”

“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте” 31.07.2018 // Рухиәт

Бәйгеселәр “Ҡош юлы”нда алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА, БДМУ студенты,...

Тотош уҡырға 161

“Өмөтлө йәштәр үҫә!”

“Өмөтлө йәштәр үҫә!” 31.07.2018 // Рухиәт

“Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһен баһалаусыларға килгәндә, улар Рәсәй һәм Башҡортостан...

Тотош уҡырға 147