МИЛЛИ СӘНҒӘТТЕ – ЯҢЫ КИМӘЛГӘ

14-04-2017, 03:50 // Рухиәт // Баҫып сығарырға
МИЛЛИ СӘНҒӘТТЕ – ЯҢЫ КИМӘЛГӘШөкөр, күпселек йәштәребеҙ республикала ғына түгел, Рәсәй, донъя кимәлендә башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын танытыуға ынтылып тора. Әгәр ҙә тәғәйен бер ваҡытта йәш быуын маңҡортлоҡта, ғәмһеҙлектә, моңһоҙлоҡта, тарихи үҙ тамырҙарын белмәүҙә ғәйепләнһә, бөгөн йәш милләттәштәребеҙҙең үҙ ижадында баҫымды башҡортлоҡҡа яһауы үтә лә шатландыра. Был юҫыҡтан башҡорт эстрадаһы ла ситтә ҡалмаған: һуңғы йылдарҙа иң йәш башҡарыусылар ҙа милли колоритҡа яҡынлаша, төрлө этнотөркөмдәр сәхнәгә сыға. Һүҙем шуларҙың береһе, күптән түгел генә сығыш яһай башлауына ҡарамаҫтан, киң билдәлелек яуларға өлгөргән йәш, һәләтле музыкант Заһир ЗӘЙНЕТДИНОВ хаҡында.
Заһир тәбиғәте менән тынғыһыҙ, эҙләнеүсән һәм үҙ-үҙенә талапсан егет. Әле ҙур уңыш ҡаҙана башлаған “ZAINETDIN” этнопроектына тотонғанға тиклем үк ул сәхнә тормошона тығыҙ бәйле була. Башҡаса мөмкин дә түгел: Заһир сығышы менән Башҡортостандағы иң музыкаль ғаиләнән тиһәк, һис арттырыу булмаҫ, моғайын.
– Белеүемсә, һинең йыр-моң, бейеү, ғөмүмән, музы­каға, сәхнәгә ынтылыуың ғаиләнән килә...
– Эйе, атайым яғынан Зәйнет­диновтар – бик музыкаль ғаилә. Ғаилә ансамблебеҙ бар, 1991 йылдан алып сығыш яһап килә, һәм унда етмеш дүрт кенә кеше сығыш яһай (көлә — авт.). Шуны билдәләп үтергә кәрәк: был ансамблдә хатта өс туғандар ҙа юҡ, тик атайымдың атаһы Миңләхмәт олатайымдың балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре генә. Ә олата­йымдың ун бер балаһы, шуның унынсыһы — атайым Зө­фәр, ә ун беренсеһе — ағайым Миңлеғәфүр Зәйнетдинов – донъя­ла билдәле виртуоз ҡумыҙсы.
Моңға һөйөү орлоҡтарын, әлбиттә, атайым һалды, ул мине бишектән үк ҡурай уйнап, бәүелтеп йоҡлатыр булған. Ә ҙур сәхнәгә беренсе тапҡыр бейеү менән дүрт йәшемдә сыҡтым. 1998 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ул саҡтағы Президен­тыбыҙ М. Рә­химовтың инаугурацияһына арналған сара ине. Сығыш яһап бөткәс, Мортаза Ғөбәйҙулла улы арҡамдан ҡағып һөйөп, зиннәтле аҡ сәхнә костюмы бүләк итте. Шул ваҡыттан алып хәҙерге көн­гәсә сәхнәнән төшмәнем дә тиерлек: Ғ. Әл­мө­хәмәтов исемен­дәге музыка гимназияһын тамам­лағас, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт акаде­мия­һының актер-режиссерлыҡ бүлегенә уҡырға индем.
– Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, һин сән­ғәттең төрлө юҫыҡтары буйынса сығыш яһайһың... Үҙ-үҙеңде һынап ҡараумы был, әллә башҡа сәбәпме?
– Мин үҙ-үҙемде белгәндән алып даими эҙләнеү өҫтөндәмен. Академияға уҡырға ингәс тә, күңел тыныслыҡ тапманы барыбер. Шәхсән үҙемдең юлымды табыу теләге баштан сыҡмай һаман. Бейеү өлкәһендә эшләп ҡарау теләге мине үҙҙәренең оҫталығы менән ғәйәт һоҡлан­дырған Стәрлетамаҡ бейеү театрына алып китте. Үҙ-үҙемде аямай көнө-төнө ошо һөнәрҙе камиллаштырҙым, бейеү театры менән ҡайҙарҙа ғына сығыш яһаманым. Сәхнәгә сығып бейе­гәс тә, күңелде һаман ниҙер өйкәгәндәй. Артабан ҡайҙа? Нисек? Һаман эҙләгәнемде тапма­ғандаймын. Үҙемде йырсы була­раҡ һынап ҡарарға булдым. Рөстәм Ғиззәтуллиндың ҡанаты аҫтында йыр яҙылды, уға клип та сыҡты, барыһы ла яҡшы ғына барғандай. Әммә йырсы булып ҡына Башҡортостандан алыҫ китеү мөмкин түгеллеген аңла­ным. Ә минең бит сиктәрҙе алып ташлағы, һаман да юғарыраҡ кимәлгә сығыу теләге бик ҙур. Бөткөһөҙ уйланыуҙарымда ба­рыһын да бизмәнгә һалып үлсәй башланым: тап ниндәй сәнғәт юҫығы тел барьерын, бар сик­тәрҙе алып ташлай ала, һәм минең үҙемдең нимә ҡулымдан килә? Ҡурайҙа, ҡумыҙҙа һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнайым, өзләйем, бейейем... Тап шул ваҡыт масштаблы проект төҙөү идеяһы килде лә инде башыма. Һәм уның башҡорт мил­ләтенә генә түгел, башҡа халыҡ­тар күңеленә лә хуш килеүе, бер ниндәй ҙә тел барьеры булмауы төп маҡсат ине. Шулай итеп, оҙаҡ эҙләнеүҙәр һәм уйланыуҙарҙан һуң “Зәйнетдин” исемле этнопроект барлыҡҡа килде.
– Этнопроект, тигәс тә, күҙ алдына “Арғы­маҡ”, “Йатаған” кеүек этно-рок төркөмдәренең сығыштары килеп баҫа. Әммә һинең йүнәлеш уларҙыҡынан айырыла барыбер...
– Бар этно-рок, этно-фольк, этно-поп... Ә минең баштан уҡ үҙ проектымдан шоу, тамаша эшләү теләге көслө ине. Йәштәр бейерлек, күңел асырлыҡ бул­һын. Шулай уҡ музыка ҡоралдары теҙмәһенә мотлаҡ үҙебеҙҙекеләр генә түгел, ә башҡа халыҡ­тар­ҙыҡы ла инә: варган, жалейка, дудук, дурна һәм башҡа ҡорал­дарҙа уйнайым сығыштарымда.
– Башҡортостандан тыш тағы ҡайҙарҙа сығыш яһарға насип булды?
– Ҡырғыҙстанда, Ысыҡкүл буйында үткән Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында, “Эл ойын” Алтай халҡы байрамдарында, Мәскәү ҡалаһында сы­ғыштарым булды. Мәскәү тигән­дәй, Беренсе каналда барған “Дан минуты” тапшырыуында үҙемде һынап ҡарарға йөрьәт иттем. Һайлап алыу турының өс турын да уңышлы үттем, әммә эфир ваҡытын ҡапыл ҡыҫҡартыу сәбәпле, зәңгәр экранға сығыу бәхете теймәне. Шулай ҙа ике минут эсендә бейеп тә, тәкмәс атып та, ҡурай, ҡумыҙҙа уйнап, өзләп тә сығыш яһарға өлгөрөүем баһалама ағзалары тарафынан бик йылы ҡабул ителде.
– Башҡа төрки халыҡтар халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралдары менән сығыш яһа­уың­ды нисек ҡабул итәләр?
– Алтайҙа сәхнәгә сығып дәртле көйҙәр уйнай башлауым булды, майҙан буйлап үтеп-һүтеп йөрөгән халыҡ тиҙ арала уратып та алды, телефондарынан фо­тоға, видеоға төшөрә башланы. Сығышым һуңында көтмәгәндә яныма килеп бергә фотоға төшөргә теләк белдереүҙәре, айырыуса ҡурай менән ҡыҙыҡ­һыныуҙары хәтергә юйылмаҫлыҡ булып уйылып ҡалды. Тап шул ваҡытта дөрөҫ юлдан барға­нымды аңланым да инде. Сит яҡтарҙа һәр сығыштан һуң хәҙер шулай күп кенә кеше янға йыйыла, ҡурайға ҡарата “Был ниндәй халыҡтың музыка ҡоралы?”, “Һин ҡайһы яҡтан, егет?” тигән һо­рауҙы бик йыш бирәләр. Ошо мәлдә айырыуса ғорурлыҡ менән киң Рәсәйҙең эсендә Баш­ҡортостан тигән республиканың булыуы, башҡорт милләте хаҡында бәйән итәм. Башҡа төрки халыҡтар араһында хәҙер дуҫтарым бик күп, уларға уңайы сыҡҡан һайын башҡорт ҡурайын бүләк итеп ҡалдырырға тырышам.
– Төрки халыҡ менән аңла­шылды, ә бына һине шулай уҡ төрлө туй, юбилей сараларына ла бик теләп саҡыралар. Урыҫ халҡы нисек ҡабул итә башҡорт ҡурайын, ҡумыҙын?
– О, уларға айырыуса ҡыҙыҡ бит ул! Беҙ бит өйрәнеп бөткән­беҙ, ә уларға был – ниндәйҙер асылмаған яңы донъя. Бик ныҡ ҡыҙыҡһыналар, яратып тыңлай­ҙар. Алдан әйтеп үтеүемсә, минең был проектымда бөтөнләй ҙә тел барьеры юҡ, күңелле, еңел музыка барыһына ла бик хуш килеүсән.
– Көйҙәр нисек тыуа, нимәнән илһам алаһың, клип төшөрөү идеялары ҡайҙан килеп сыға, ғөмүмән, ижад процесы нисегерәк бара?
– Ғәҙәттә, айырым бер көй мотивтары башта хасил була, йөрөй биргәс, уларҙы музыка ҡорал­дарына һала башлайым. Шунан тауыш режиссерҙары менән хеҙмәттәшлек ярҙамында студияла аранжировкалар ҙа тыуа. Клиптарға килгәндә, әлеге көндә бер генә рәсми клип төшөрҙөк. Бөгөнгөләй хәтеремдә: йәйҙең август айҙары, ә минең тап йәйге, еңел, күңелле генә көй бар. Тоттом да клиптар төшөрөү менән шөғөлләнгән иптәш егеткә шылтыраттым: “Әйҙә, клип төшө­рә­йек!” “Ҡасан?”– тип һорай. “Иртәгә!” – тип яуаплайым. Шулай итеп, ике көн эсендә Әбйәлил районының Яҡтыкүл тәбиғәтендә йәштәрсә клип та төшөрөп ташланыҡ.
– Үҙ эшенә башкөллө мө­киб­бән бирелгән, баҫҡан ерендә ут сығарып торған егеттең киләсәккә уй-ниәттәре лә хәтәр генәлер әле?
– Әлеге мәлдә беренсе аудиойыйынтыҡ өҫтөндә эш алып барабыҙ. Алла бирһә, альбомдың да, проекттың да исем туйы көҙгөлөккә тәғәйенләнгән. Шулай уҡ клиптар төшөрөү ҙә алғы һыҙыҡта тора, күңелле, дәртле, шәп темптағы көйҙәр менән бер рәттән, талғын стилдә лә яңы композициялар сығарыу өҫтөндә уйланабыҙ. Һанап китһәң, проекттар бик күп, һәм мин уларға, яңы үҙгәрештәргә һәр ваҡытта ла асыҡ һәм ҡушҡуллап риза. Сығыштарға килгәндә, улар ошо йылдың сентябрь айына хәтле алдан яҙылып бөтөлгән.
Бөгөн тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә тәғәйен үҙ юлын табып, йөрәге ҡушҡан эшкә бар булмышы менән бирел­гәндәр айырыуса маҡтауға лайыҡ. “ZAINETDIN” этнопроекты менән эш башларҙан алда ул бейеү театры, ул Айҙар Ғәлимовтың театр студияһы, ул йырсы, ул Баш лиганың Шаяндар һәм Тапҡырҙар клубы булһынмы, үҙен сәнғәттең теге йәки был өлкәһендә даими һынап ҡараған, хәҙер килеп башҡорт милли музыка сән­ғәтен яңы, заманса баҫҡысҡа күтәреп, халыҡҡа еткергән, Рәсәй генә түгел, донъя кимә­ленә сығарырға әҙерләнгән Заһир Зәйнет­диновтың әле юлының башы ғына. Килә­сәк­тә, һис шикһеҙ, уның сығыш­тарын донъяуи кимәлдә ҡарап, беҙҙең башҡорт егете бит әле, тип ғорурланып ултырырға яҙһын!