Ағас һырлай минең еҙнәм!

5-07-2017, 06:46 // Рухиәт // Баҫып сығарырға
Ағас һырлай минең еҙнәм!Кейәү кеше булараҡ, Дәүләкән районының Мәкәш ауылына ла алып ҡайтып күрһәткәне булды уның үҙ ҡул эштәрен. Миңә, үҫмергә, ябай ағас киҫәктәренә йән өрөүе үҙе бер мөғжизә кеүек тойола торғайны. Эйе, беҙ ҙә мәктәптә өйрәнә инек ағас һырлау нескәлектәрен, әммә унан кешеләр, йәнлектәр, республика символдарын яһаған еҙнәнең эштәре барыбер ғәжәпләндерҙе. Ниндәй нәзәкәт менән ҡулына ала икән ул ҡорамалдарын, тип уйланғаным булды. Ағасты һындырмай ғына бөгөлдәрҙе, һығылмалы нағыштарҙы ла яһарға кәрәк бит әле. Уны заманында Японияға эшкә саҡырғандар тип тә һөйләнеләр хатта. Ике улы менән ҡатыны Айһылыу апайҙы ҡалдырып китергә теләмәгәндер, бәлки. Кем белә инде, аҙ һүҙле кешенән быны һорап буламы һуң? Миңә ҡалһа, ошо ағас һырлау серҙәренә төшөнгән еҙнәм кешеләргә ҡарағанда тәбиғәт менән аралашыуға әүәҫерәктер төҫлө. Һүҙем Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуған оҫта Йәноҙаҡ Ҡылысов хаҡында.


Анау ваҡыт “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан Сибайға барғанда күрештем улар менән. Фатир­ҙарында ла шул уҡ башҡорттоң боронғо дәүере һулышын биреп торған сувенирҙар, ағас ҡумталар, ижауҙар хужалары менән бергә ҡаршы алды. Ағас һырлай минең еҙнәм!
Йүкә ағасынан эшләнгән “Юлда” ком­позицияһында башҡорт милли кейемендәге ир-егет ҡатынын атҡа ултыртып алып китеп бара. Ниндәйҙер бер илаһи йылылыҡ бөркөлә был һындарҙан. Башҡалары кеүек үк, бер бөтөн ағастан яһалған был композиция ла. Тап шуның менән ҡыҙыҡлы ла Йәноҙаҡ Ишбирҙе улының эштәре. Ул йәбештереп, ялғап яһамай һындарҙы, ә ағасты алып, шунда уҡ хасил итә атын да, ҡатынды ла, ирҙе лә.Ағас һырлай минең еҙнәм!
“Ауыл мотивтары” һәр кемдең күңеленә яҡын күренеште һынландыра. Бесән тү­шәлгән арбаға ултырып, ике ир-егет ҡурай тартып яландан ҡайтып килә торғандыр. Ат дәртле рәүештә аяҡтарын уйната, эргәлә эт саба. Танышмы һеҙгә был мөхит? Таныш, әлбиттә. Бына ошо донъя беҙгә үҙ, ғәзиз, һағынып иҫә алырлыҡ минуттар. Шуныһына шөкөр: халҡыбыҙ урманынан, яланынан, ҡырҙарынан, далаһынан айы­рыл­маған. Ул һаман да һыбай сапҡан көтөүсе, мал ҡараусы сифатында үҙенең ер кендегенә нығыраҡ йәбешеүен тоя. Бөгөн этномәҙәниәт хаҡында күп һөйләйбеҙ, ғәмәли эштәр ҙә башҡарыла, ә бит уҙған быуаттың 90-сы йылдарында еҙнәм бер үҙе генә ине. Башҡорттоң асылына ғәзиз был күренештәр, әйтерһең, уның композицияларынан кире тормошо­боҙға әйләнеп ҡайтты.
“Урал батыр”, “Төньяҡ амурҙары”, “Йыр” тигәндәре – халҡыбыҙҙың борон­ғо ҡомартҡылары, ысынбарлыҡ­тағы ха­зиналарыбыҙ хаҡында. “Бүре”нең йөк­мәткеһе лә тәү ҡараштан аңлашылып тора, шул уҡ ваҡытта бик тәрән фекерле. Ете ырыу башында торған баш бүре ул! Ҡалаҡлап бал ашаған Бөрйән “Айыуҙар”ы ла шундай һөйкөмлө күренә. “Ҡыш”, “Оҙон юл”, ҡымыҙ эскән боронғо “Ижауҙар”, “Көҙгө портрет”, тағы алмалар йыйып ағас төбөнә килеп ултырған замана ҡарты менән ҡарсығы ла шундай мөләйем. Уларҙың йөҙҙәрендәге һырҙарҙы, тормошҡа, бер-береһенә мөнәсәбәтен нисек бирә алды икән был алтын ҡулдар?!.
Ағас һырлай минең еҙнәм!
Сибайҙың художество мәктәбендә балаларға ағас һырлау нескәлектәрен өйрәткән Йәноҙаҡ еҙнәйҙең эштәре менән Башҡортостан халҡы ғына түгел, сит илдәрҙә лә таныштар. 2000 йылда – Германияла, 2001-ҙә – Мәскәүҙә, 2003-тә – Түбәнге Новгородта, Екатеринбургта, 2011 йылда Төмәндә күргәҙмәләр ойошторған. Ағас һырлау аша туған халҡына, боронғо тарихҡа һөйөүен сағылдырған, шуны уҡ башҡаларҙа тәрбиәләгән Й. Ҡылысовҡа юҡҡа ғына 2006 йылда “Рәсәйҙең йәне” милли премияһы тапшырылмаған бит! Түбәнге Новгородта уға бер нисә тапҡыр булырға тура килгән, барған һайын 1-се урын – уныҡы! Бөрйән районында уҙған “Урал батыр” эпосына арналған сарала ла ул тәүге бүләккә эйә булған. Үрҙә һанап үтелгән сараларҙа башҡалар менән бергә ҡатнашһа, 1999, 2013 йылдарҙа Өфөлә, 2015 йылда Сибайҙа шәхси күргәҙмәләре лә ойошторолған. Шундай тәрән нескәлек менән башҡарылған һәр эш күҙҙең яуын ала ғына түгел, ҡарашты ял иттерә, күңелде иркәләй, эске аңыбыҙҙа йәшәгән ата-бабалар иленә әйҙәгәндәй.
Нисәмә йылдар үткәс, бында килеп һорайым әле, тинем Япония хаҡында. Айһылыу апайым иҫе китмәй генә: “Барманы инде, әммә үҙҙәренән заказ килеп тора, улар өсөн дә төрлө һындар эшләй”, – тине.

Сибай ҡалаһы.